Килен. Повесть. Заһиҙә МУСИНА (3)
Ҡәйнә йортонда
Ике аҙнанан миңә бата уҡыттылар. Уныһын да өҫтәл артына ултырғас ҡына белеп ҡалдым. Кистән әсәй бешеренергә ҡушты, ҡунаҡ килә тип кенә әйтте. Кемдәр килгәненә иғтибар ҙа итмәнем. Өҫтәлгә ризыҡтар ҡуйыуҙы дауам итәм. Ғәлиә инәйҙе күреп ҡалғас, мине берәйһе менән таныштыра тип кенә уйлап ҡуйҙым. Ауылдың муллаһы килеп ингәс, барыһын аңланым. Әсәй өҫтәл артына ултырырға ҡушты. Шунан ғына килгән яңғыҙ иргә, әбейгә һәм ирле-ҡатынлыға ныҡлап иғтибар иттем. Хәлде аңланым да, өндәшмәй генә яҙмышымды ҡабул иттем.
— Хөрмәтле туғандар, — тип һүҙҙе Ғәлиә инәй башлап әйтте. — Бына бөгөн минең еңел ҡулым менән тағы бер ғаилә ҡорола. Төп димсегеҙ белмәй ҡауыштырмай. Мәҙинә килендең инде икенсе ҡыҙын кейәүгә бирәм. Өсөнсөһөнә лә сират етер, — тип көлөп алды. — Йәштәр, танышығыҙ. Булат, Аҡйондоҙ.
Мин оялышымдан күҙемде лә күтәрә алманым. Ғәлиә инәй дауам итте:
— Аҡйондоҙ — ауылдың иң матур ҡыҙҙарының береһе. Эшлекле. Аҡыллы. Тыйнаҡ. Булат та — бынамын тигән егет. Мәктәптә ҡарауылсы булып эшләй. Берҙән-бер ул булараҡ нигеҙ һаҡлаусы. Әсәһе уның – хөрмәтле уҡытыусы. Апаһы Миңзифа – ҡалала ихтирамлы шәфҡәт туташы, еҙнәһе Самат – алтын ҡуллы төҙөүсе.
Ғәлиә инәй ауыҙынан Булаттың күрше ауылдан икәнен белдем. Ирле-ҡатынлы тигәнем уның бер туған апаһы менән еҙнәһе, әбей — Булаттың әсәһе икәнен аңланым. Булаттың әсәһе — алтмышты уҙған тулы кәүҙәле бер әбей. Әбей тип тә әйтеп булмай, сәстәре дөм ҡара, тулы битендә хатта йыйырсыҡтар беленмәй. Үҙен бик эре тота, һәр һүҙен үлсәп кенә әйтә, беҙгә түгел, хатта үҙ балаларына ла өҫтән ҡарағандай тойолдо. Күренеп тора, уның рөхсәтһеҙ бер ауыҙ һүҙ әйтмәйҙәр. Ҡәйнәмдең алама халҡон шунан ҡарап та самалап булыр ине: өҫтәлдәге ризыҡҡа берҙе лә теймәне!
Булат менән бер һүҙ менән дә алмашманыҡ. Бата уҡығандарында ул миңә берҙе ҡараш ташланы ла, артабан ашауҙан бушаманы. Йөҙөндә, исмаһам, йә ҡәнәғәтлек, йә ризаһыҙлыҡ та сыҡманы.
Булаттың апаһы, Миңзифа нимәһе менәндер әсәһенә оҡшаған, әммә ундағы эрелек ниндәйҙер яһалма күренә. Әсәһенә оҡшарға тырыша, әммә бөтөнләй әллә нисек килеп сыға. Миңзифа әсәһенең һүҙен хуплап “эйе шул”дан артыҡ китмәне. Ә уның ире, Самат, киреһенсә, кәүҙәгә йоҡа ғына, теремек кенә ир. Йылмайып, көлөп тик ултыра. Былар араһына нисек барып эләкте икән ул? Бер нисә тапҡыр шаяртып ҡараны. Ғәлиә инәй генә хихылдап көлдө, башҡалар йылмайманы ла. Самат, күрәһең, быларҙы әүрәтеп ултырғансы, тип уйланы ла ашауын дауам итте.
Өҫтәл артында башта мулла йәш ғаиләгә аҡыл өйрәтте. Мин тыңламаным да уны. Әйтерһең, ул өгөт-нәсихәтен миңә түгел, ә башҡа берәүгә һөйләй. Ул тынғас, мин аш бүлмәһенә һауыт-һаба йыуырға сығып киттем. Ҡолаҡ ҡыры менән тыңлап торам. Әсәй ҡунаҡтарының күңелен күрергә тырышты. Һауа торошо, ауыл хәлдәре хаҡында тытылданы. Ферма тураһында һүҙ сыҡҡайны, Булаттың әсәһе:
— Белмәйем. Мин ғүмерҙә лә фермаға ингәнем булманы, — тип кенә ебәрҙе.
Инде нимә әйтергә белмәгән әсәй беҙгә теләктәрен әйтергә кереште.
— Ярай, балалар бәхетле булһын. Башҡаһы табылыр. Аҡйондоҙҙо барлыҡ эшкә өйрәттем. Бынамын тигән ҡатын булыр. Бешерә лә белә, утынын да яра, керен дә тап-таҙа итеп йыуа...
— Ҡарарбыҙ, — тине Булаттың әсәһе. — Улай шәп ҡатынды кем айырһын...
Был ғәйбәтте ҡайҙан беләләр, тиң! Ҡып-ҡыҙылға әйләндем, башым янғандай булды. Ярай мин, әммә был әсәйҙең иң яралы урыны.
— Улығыҙ ҡырҡҡа етеп барғансы йөрөмәҫ ине... — Әсәй әйтеп бөтмәне, Ғәлиә инәй бүлдерә һалды:
— Туғандар! Үткәндәргә ҡайтмайыҡ. Бөгөн ошо өҫтәл артында осрашыр өсөн яралғандар бит улар! Яҙмыштары башҡаса булһа, бәлки, осрашмай ҡалырҙар ине, ә беҙ был бәхетле көндөң шаһиттары булмаҫ инек!
Әйтерһең, Ғәлиә инәй беҙҙән айырым бер сарала ултыра. Уның әйткәндәре ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәгәнен үҙе әллә һиҙмәй ҙә?
Артабан бер кем дә уртаҡ тема табып, һөйләшеп ултырырға маташманы. Сәйҙәрен эстеләр ҙә ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Әсәй миңә лә әйберҙәремде йыйырға ҡушты. Шунда ғына был өйҙән китәсәгем башыма барып етте. Тамаҡҡа төйөр килеп торҙо, әсәйҙе ҡосаҡлап илағым килде. Әммә мин ҡабаландырғастар, хистәргә бирелеп тора алманым.
Беҙ бер машинаға тейәлдек. Самат — руль артында, уның эргәһендә ҡәйнәм, артта беҙ өсәү — Булат, Миңзифа һәм мин. Юлда бер кем һөйләшмәне. Илап ебәрмәҫкә тип саҡ түҙеп барҙым. Яҡында ғына булған ауылға оҙаҡ етмәгән һымаҡ булды...
Барып еткәс, ҡәйнәм менән ирем алдан инеп китте. Самат еҙнәй сумкаларҙы алды. Мин ҡайынбикәм артынан эйәреп ишек алдына индем. Тупһаға еткәйнем генә, алдыма шатор-шотор биҙрә тәгәрәп килеп ятты. Башымды күтәрһәм, ҡәйнәм тора:
— Һыйырҙы һау.
— Кейемемде алмаштырайым, — тием.
Ҡәйнәм баштан-аяҡ ҡараны ла:
— Кәртәгә кейә торған кейемдәһең, — тип боролоп инеп тә китте. Мин ҡайынбикәгә аптырап ҡарайым, ул бер ни булмағандай өйгә инеп китте. Шул мәл Булат кәртәнән килеп сыҡты:
— Һыйыр ялан һарайҙа, — тине лә, өйгә инеп юғалды. Торҙом-торҙом да, аптырап, һарайға йүнәлдем. Һыйырҙары, ярай, тыныс, типмәй, ҡасмай, ятһынмай һауҙыртты. Ярты биҙрәнән ашыу һөттө алып, өйгә индем. Ҡәйнәм шунда уҡ биҙрәне тартып алды.
— Ҡайҙа ҡалған һөт? Түктеңме әллә?
— Ошолай ғына сыҡты.
— Уҡырға ла, һыйыр һауырға ла эшкинмәйһең, — тип әрләргә тотондо. — Шуға ла ирең ҡыуып сығарған инде... Һыйыр һыуалһын, тиһеңме?! Миңзифа, бар һау яңынан, – тип ҡыҙын сығарып ебәрҙе. Ә мин бит бәләкәй саҡтан фермала йөрөнөм. Нимә-нимә, һыйыр һауа беләм. Эй, йәнем көйҙө. Миңзифаның тиҙерәк инеүен, нисек буш биҙрәһен күрһәтеүен түҙемһеҙләнеп көттөм. Шунда нимә тиер икән?
Миңзифа һарайға сығып китте. Ҡәйнәмдең өйөнә иғтибар иттем. Ҡәҙимге ҙур ғына. Аш бүлмәһе менән ҡатыш ингән ер, артабан йоҡо бүлмәһе, төп яҡ. Шунда ғына йоҡо бүлмәһенең карауатында минең тоҡсайҙарым ҡутарылып, бөтә әйберҙәрем сығарылғанын күреп ҡалдым. Унда эске кейемдәрем дә бар бит, ҡутармаһалар ҙа була инде! Барып йыйырға тотондом. Бер оста әсәй батаға тип һалған яҫтыҡ, юрған тыштары, буй юрған ята.
— Йүнле нәмә лә һалмаған, — тине ҡәйнәм әсәйҙең бүләген тотҡослап. — Анһат, әҙергә килеп ятаң инде. Быларҙы эткә түшәргә генә бара.
Беҙҙә артыҡ бер һүҙ ҙә әйтмәй ултырған ҡәйнәм өйөнә ҡайтҡас та үҙгәреп китте. Яңы ғына һине ҡунаҡ итеп сығарған кеше тураһында улай һөйләргә буламы икән? Ярай, һыйыр һауҙыртыуын аңлайым. Ҡәйнәләр килендәрен һынап ҡарай, эшләтеп ҡарай, тип ишеткәнем бар. Улайтып кеше әйберҙәрен соҡоу, биргән бүләккә ҡәнәғәт булмай ултырыу башыма һыймайсы... Эй, ул ваҡыттағы уйҙарым! Килен булып төшкән көн кейәүҙәге ғүмеремдең иң тынысы икәнен әле белмәй инем шул.
Нисектер шулайыраҡ ҡәйнә йортонда беренсе көнөм үтте. Урынды ла тәүге төндә беҙгә айырым һалдылар.
— Теге иреңдән ҡалған хәшәрәтеңде йыуып сығармайынса минең улым менән түшәк бүлешмәйһең. Иртәгә мунса яғырһың да шунан ғына бергә ятырһығыҙ, — тип беҙгә төп яҡта ике урын әҙерләп, йоҡо бүлмәһенә инеп юғалды. Ҡәйнәмә хатта эстән рәхмәттәр уҡыным. Тота килеп бер нисә сәғәт элек танышҡан, әле бер тапҡыр ҙа һүҙ ҡушмаған ир менән һалып ҡуйһындар әле!.. Төндө мин иҙәндә йоҡлап үткәрҙем. Булат эргәләге диванда хырылдай-хырылдай йоҡланы. Иртәнсәк мине осоп килеп ятҡан биҙрә уятты.
Тора һалып һарайға юлландым. Һыйыр әле ята ине. Исеме — Ҡобаҡай, тинеләр. Мине күреү менән яйлап урынан торҙо ла уң тояғын артҡа шылдырып баҫты. Аҡыллы малҡай. Һөтө күп түгел, тиҙ генә һауҙым да өйгә йүнәлдем. Тупһала ҡәйнәм ҡаршы алды:
— Быҙауға эсерҙеңме?
— Аһ, быҙау бармы ни?
— Белмәнем тип әйт! Бынау яҙҙа һыйырҙың һөтө ҡайҙан бар тип уйлайһың?! Бир күнәгеңде! — Биҙрәмде тартып алып һарайға атланы. Ҡайҙа торғанын белеп ҡуяйым тип артынан киттем. Ҡәйнәм ялан һарайҙа биҙрәләге һөттө икенсе бәләкәйерәк биҙрәгә ҡойоп алды ла һарайға инеп китте.
— Сибәрүк, кил һөт эсергә, — тип, быҙауҙы саҡыра башланы. — Сибәрүк! Зәб-зәб-зәб! Аһ, тик ятасы. — Миңә биҙрәһен тотторҙо ла быҙау эргәһенә инеп, уны һыйпаны.
— Аһ! Әллә үлгән!
Быҙау, ысынлап та, үлгәйне.
— Бар, Булатты саҡыр! — Ҡәйнәм миңә ҡысҡырҙы. Мин өйгә йүгерҙем. Ярай Булат уянған да сәйнүк ҡуйып йөрөй. Хәлде аңлаттым. Ул яйлап кейенеп тышҡа сыҡты. Мин дә сығам тигәйнем, ул:
— Сәй ултырт, — тип ишекте япты.
Бер аҙҙан ҡәйнәм килеп инде. Уның артынан Булат. Ҡулдарын йыуҙылар ҙа өҫтәл янына ултырҙылар. Йәһәт кенә сәй яһап бирҙем. Ҡәйнәм өҫтәлгә күҙ ташланы. Шунан еләк ҡайнатмаһын ҡулына алды:
— Был ҡунаҡтарға ғына. Белеп ҡуй! Шул арала әллә ҡайҙан соҡоп сығарған бит әле, ас ҡарғалай... — тип һөйләнә-һөйләнә кире шкафҡа ултыртып ҡуйҙы. Быға иғтибар итмәҫ инем, әммә ҡайнатманы әсәй кисә күстәнәскә һалып ебәргәйне.
Берәр сынаяҡ сәйҙе өндәшмәй генә эскәс, тынлыҡты боҙорға булдым. Бер ҡайнатма өсөн үпкәләп ултырып булмаҫ.
— Нимә булды икән быҙауға?
— Нимә, нимә... — Ҡәйнәм мине эләкләне. — Һин булдың!
— Бер кис һөт эсермәгәнгә астан үлмәгәндер бит... — Аҡланырға маташам. Ҡәйнәм яман итеп миңә текләне:
— Ауыр аяғың менән килдең! Бына нимә булды! Риза булып алмағас, шулай була инде. Тфү!
Аҡланырға тип ауыҙымды ғына асҡайным, ишек асылып китте. Унда бер ҡатын күренде.
— Фәридә Йәмиловна! Һаумыһығыҙ! Ни хәлдәһегеҙ?
Ул ғүмер буйы уҡытыусы булған тигәйне инде Ғәлиә инәй. Кисә кис ҡәйнәм яңынан аңлатты: минең һауынсы әсәйҙән нимәһе менән айырылғанын яйлап тороп һөйләп бирҙе. Быларҙы тура ҡарап әйтмәһә лә, Миңзифа менән Саматҡа мин ишетерлек итеп һөйләне. Самат ҡайтайыҡ тип ҡабаландырмаһа, үҙем, әсәйем тураһында тағы әллә нимәләр белер инем... Ҡәйнәм ауылдың өс быуынын уҡытҡан. Ниндәйҙер исеме лә бар. Мәктәптә, районда үткән сараларҙа ул түрҙә ултыра. Уҡыусылары ғына түгел, тотош ауыл уны хөрмәт итә. Шуға ла бында уға Фәридә Йәмиловна тип кенә өндәшәләр. Ә, Ғәлиә инәй, ҡәйнәм әйтмешләй, эт бисә, уның абруйын мыҫҡыллап, алдатып, юхалап, һауынсылар ғаиләһе менән туғанлаштырған. Хәҙер уға белемһеҙ, ҡулы ярылып бөткән, тиҙәк еҫе һеңгән киленен әҙәмгә лә күрһәтеүе оят.
— Һаубыҙ, — тине ҡәйнәм, килеп ингән йәтеш теремек ҡатынға ҡарап.
— Килен алып ҡайтҡан тип ишеткәйнем. Ҡотлайым! Ошо һылыу буламы килен тигәндәре? — Ҡатын мине һөйөп алды. — Мин Әсмә апайың булам. Күршегеҙ.
— Аҡйондоҙ булам.
— Матур икән үҙе килеп тороп. Тфү-тфү...
— Матурлыҡ менән генә донъя көтөп булмай, — тине ҡәйнәм.
— Уныһы шулай, Фәридә Йәмиловна. Иң беренсе булып үҙемә сәйгә әйтәйем тип иртә менән килеп индем... Бөгөн йәштәр менән ун икеләргә сәйгә инегеҙ. Киленде күрше-тирә менән таныштырырбыҙ, — тип татылдай-татылдай сығып та китте.
— Килербеҙ мотлаҡ! Рәхмәт! — Йылмайып оҙатып ҡалды уны. — Килен, һин һыу ташып, мунса яҡ, — тине миңә ҡәйнәм шунда уҡ. Ҡунаҡҡа саҡырыу тураһында бер нәмә өндәшмәне. Булаттың да иҫе китмәне. Сәйен һемерҙе лә, урамға һыпыртты. Ҡәйнәм дә усаҡлыҡҡа әллә һөт айыртырға, әллә башҡа эш менән булырға сығып китте. Мин йәһәт кенә һауыт-һаба йыуҙым да, мунсаға һыу ташырға булдым. Мунсала эҫе һыу һауытынан тыш, өс ҙур һыуыҡ һыу мискәһе. Ярай әле, ишек алдында ҡоҙоҡ бар. Шул ҡоҙоҡтан һыу алырға ғына булғайным, өй эсенән тәҙрәгә берәү ныҡ итеп ҡағып ебәрҙе. Ҡәйнәм йоҙроҡ күрһәтте лә ишек яғына ынтылды. Йә, тағы нимә булды, тип уйлап та өлгөрмәнем, соландан башы ла күренде:
— Ҡалай ул, анһат! Ялҡау! Ошонан ғына ташымаҡ булаңмы? Унан эсергә генә алабыҙ! Ана йылға нимә өсөн! Шунан ташы! Бындағы һыуҙы бысратырға уйлайһыңмы?..
Уны тыңлап бөтмәнем, биҙрәләремде тоттом да йылға буйына төшөп киттем. Аҙаҡҡы мискәне тултырғансы, ҡул-елкәм өҙөлөрҙәй булды. Йә, ярай, үлмәҫмен тип үҙемде йыуаттым да, мунсаны тоҡандырып, өйгә индем.
Ингәс тә сәғәткә ҡараным. Инде ун ике тулған бит! Тиҙ генә рәтләнергә лә ҡунаҡҡа йыйыныр кәрәк. Төп яҡтан ҡәйнәм менән Булат килеп сыҡты. Матур кейенгәндәр.
— Яҡтыңмы?
— Эйе.
— Бөтә мискәләрҙе тултырҙыңмы?
— Эйе.
Ҡәйнәм һорау ала-ала ишеккә ынтылды.
— Мине көтмәйһегеҙме? Мин бит кемгә барырға икәнен белмәйем.
Ҡәйнәм миңә боролдо ла өҫтән генә ҡараны:
— Кем һин бара тине ул? Унда һинең әлмәс кеүек ашағаныңды ҡарап оятҡа ҡалырғамы? Мунсаның һыуы йылынһа, ана керҙәрҙе йыу ҙа яңынан һыу тултырып ҡуй. — Мөйөшкә ҙур өйөмгә төртөп күрһәтте. — Урамға сығып йөрөмә, һыуҙы ишек алдындағы ҡоҙоҡтан ал! – тине лә икәүләп сығып киттеләр.
Ундай ҙа кеше булыр икән! Әллә мине юрамал һынап ҡарайҙармы? Эҫе йәштәр битем буйлап ағып китте. Иламай түҙәм тиһәм дә, ағып тик тора. Был асыуымды кер йыуыуға ебәрергә булдым. Керҙәрҙе, эй, ышҡыным да, эй, ышҡыным. Һыу ташыуҙан арҡам, елкәм ауыртыуына хәҙер бармаҡтарым да һыҙлай ине.
Кер йыуып бөтөүгә, саҡ атлап Булат ҡайтып инде. Иҫергән.
— Эй! — тип мине саҡырып алды.
— Ҡәйнәм ҡайҙа?
— Ул әле ҡайтмай. Мә, быныһы һеҙгә — эт менән һиңә. Ҡәйнәң бирҙе, — тип көлөп, бер шыптыр һөйәктәр тотторҙо ла инеп китеп йоҡларға ятты.
Эт менән бер рәткә ҡуялар! Юҡ! Ҡайтам бынан! Нимә генә булмаһын, ҡайтам! Ҡәйнәм өйҙә юҡ саҡта, Булат иҫереп йоҡлап киткәс тә ауылға ҡасып сығырға булдым. Әммә ишек алдына атылғас та мөңрәп торған һыйырҙы ишетеп ҡалдым. Әй, әттәгенәһе, йә быҙауың үлеп ҡуйҙы, ҡушып ҡына китер инем. Ҡобаҡайҙы елене ауыртып ыҙалап тормаһын тип, әҙ-мәҙ булһа ла тартҡылап китергә булдым. Тәүге эләккән биҙрәне алдым да һауа башланым. Үҙем ҡәйнәм ҡайтып инмәһен тип, әйләнеп-әйләнеп ҡарайым. Һыйырҡай ҙа уйҙарымды һиҙгәндәй эймәй ҡаңғыртманы, инәлтеп торманы. Һауып бөттөм дә биҙрәне усаҡлыҡҡа ултыртып, һарай артынан ҡастым. Тура юлға сығып алғас, йүгерҙем дә йүгерҙем...
Ауылға килеп ингәндә ҡап-ҡара төн ине. Унда-бында эттәр өрөүенән тыш бер ни ишетелмәй. Өйҙәгеләр ятҡан, уттары янмай. Ҡапҡаны ла эстән бикләгәндәр. Һарай артына йүгерҙем. Шул яҡтан аша төшөп булһа ла инермен. Һарайҙа башмаҡ мыш-мыш килеп сәйнәнә, тере йәнде, таныш өндө ишетеүемә шатландым. Ниһайәт, өйҙәмен! Башҡа ул ҡәйнәгә бармайым!
Әсәй менән Сулпанды ҡурҡытмайым тип ишекте ипләп кенә туҡылдаттым. Шунда уҡ ут янды һәм өйҙөң ишеге асылды.
— Кем ул? — тине әсәйҙең тауышы.
— Был мин, әсәй, — тип илап ебәрә яҙҙым. Шунда уҡ соландың ишеген асыр тип көткәйнем.
— Яңғыҙыңмы? — Ул өйҙөң ишегенән ҡыбырламай ҙа һораны.
— Эйе... айырылам...— Күҙҙән йәштәр тәгәрәне.
— Мин һине яңғыҙ йөрөһөн өсөн иргә бирҙемме? Ирһеҙ бында килеп йөрөмә!
— Әсәй... Ҡәйнәм һыйҙырмай... Ул һин биргән буй юрғанды эткә түшәргә генә бара тине... — Балалар һымаҡ ошаҡлашырға тотондом. — Ас инде, әсәй...
— Донъя көтөүе анһат тиһеңме? Артың ҡысып тегенеңә кейәүгә сығам тип ҡаңғырмаһаң, тыныс ҡына уҡып йөрөр инең... Бында ирһеҙ килеп йөрөмә! Айырылғың килһә, ана Фирғәткә тура бар, яңғыҙ бисәләрҙе көтөп кенә тора... — Ишек шарт ябылды...
Төн уртаһына кире ҡәйнә йортона еттем. Ишек бикле. Йылы мунсаға барып яттым. Минең юҡлыҡты бер кем һиҙмәгән, ахыры...
Иртәгеһенә һауыт-һаба йыуып торғанда тәҙрәлә таныш яулыҡ салынды. Әсәй килеп инде. Аптырап киттем. Эх, мине алып ҡына ҡайтырға килгән булһа ине! Торған урынымда ҡыбырламай ҙа ҡатып ҡалдым.
— Һаумы, ҡоҙағый, — тине ул миңә бер ҡараш ташлап ҡына. — Ҡайҙа кейәү?
— Һаумы. Ул эштә.
— Бына. — Әсәй сумкаһынан бер төргәк сығарҙы. — Балалар айырым йәшәһен. Бында усаҡлыҡтай өй алырлыҡ аҡсаның яртыһы. Яртыһы һинән булыр. Шуны бирергә ингәйнем.
— Һе, — тине ҡәйнәм, төргәктәге аҡсаны иҫәпләргә тотондо. — Эйе. Айырым йәшәһәләр насар булмаҫ. Ултыр, сәй эс.
— Юҡ, мине көтәләр. Күршеләр менән килгәйнем. Һау булығыҙ, — тип әсәй сығып та китте.
Аҙаҡ белеүемсә, әсәй мин ҡасып ҡайтҡан төндән һуң, теге башмағын һатып ебәргән. Күптән һыйыр тоторға хыяллана ине. “Икебеҙгә кәзә лә етә” тигән Сулпанға.
Кискеһен, Булат ҡайтҡас, ҡәйнәм беҙҙе саҡырып алды:
— Һеҙгә айырым йәшәргә кәрәк. Беҙҙең усаҡлыҡҡа сығырһығыҙ. Нигеҙен һылап, түбәһенә тупраҡ һалһағыҙ, хатта йылы буласаҡ. Йәй башларһығыҙ эште.
— Ә әсәй биргән аҡсасы?.. — тип ипләп кенә һораным.
— Әсәң биргән аҡса усаҡлыҡтай өйҙөң яртыһын түгел, бер ағас та алып булмай... Усаҡлыҡты биргәнгә рәхмәт әйт! Беҙҙе улай әпәүләп ултырып, әҙер өйгә сығарған кеше булманы. Бөтә нәмәне ошо ҡулдар менән үҙем эшләп сыҡтым!..
Ҡәйнәм был йортто, ысынлап та, үҙе төҙөп сыҡҡан. Ҡайным мәрхүм әллә нисә айлап сиҙәм күтәреүҙә йөрөгән, баҫыуҙарҙан ҡайтмаған, бөтә эш, йорт ҡәйнәм елкәһендә булған.
Артабан яйлап ҡәйнәмдең холҡона күнектем. Өндәшмәй генә эшкә егелдем, шулай рәхәтерәк. Сыбыҡҡа өйрәнгән кеше әрләүгә генә бирешмәҫ, тип үҙемде йыуаттым. Сусҡа фермаһына эшкә барҙым. Унда беренсе көн эшләп ҡайтҡанда соланда ҡәйнәм ҡаршы алды. “Һаһып өйгә инеп йөрөмә! Мунсала кейемеңде алмаштырып ин!” — тип кейем ташланы. Мине шулай көтөп торғанмы икән?..
Өйҙә уның шулай һөйләнгәнен тыңлап ултырғансы тием дә эш табып сығып китергә тырышам. Ул да аптырап тормай, көн дә эш ҡушып ҡына тора: һарайҙы һылап сығырға, мунсаны ышҡып йыуырға, яңы сәскән картуфлыҡҡа һыу һибергә, ишек алдындағы таштарҙы таҙартырға. Ҡәйнәм бар ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип яратҡас, донъяһында бер саң тапмаҫһың. Минән дә шуны талап итә, барыһын күҙәтеп тора. Тәүге айҙарҙа иҙән йыуа белмәйһең тип биҙрәмде тибеп осороп, таҙарғансы ике-өс тапҡыр йыуҙырған саҡтары ла булды.
Булатты башта ирем тип ҡабул итә алманым. Ул да миңә тартылманы. Беренсенән, беҙҙең йәш айырмаһы — теүәл егерме йыл. Бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ. Күршеләр кеүек йәшәйбеҙ. Арҡаға арға терәшәбеҙ ҙә йоҡлап китәбеҙ. Йорт-кәртә тураһында ғына һүҙ алмашабыҙ ҙа шуның менән бөттө. Ул мәктәптә ҡарауылда эшләй. Шуға ҡайһы саҡ осрашмайбыҙ ҙа. Мин йоҡлағанда ул эшләй, ул өйгә ҡайтһа, мин булмайым. Өйҙә ул ҡәйнәм менән дә һөйләшеп барманы, эйе, юҡ, ярай — бына уның һүҙҙәре. Әммә төшөрөп алһа, уның хәбәрҙәренән ҡотолоп ҡара! Ҡәйнәмдән ҡурҡынҡырай, эсеп ҡайтһа, инә лә ятып йоҡлай. Ул өйҙә булмаһа, башлана теләһә ниндәй шаяртыуҙар, ҡолаҡҡа ятмаған һүҙҙәр.
Беҙҙең мөнәсәбәттәргә ҡәйнәмдең ҡыҫылыуына бер кем аптырамаҫ. Уның яратҡан һүҙе: “Ул һиңә хужа ла, ул һиңә батша”. Ихтирам ит, ашатып-эсер, йоҡларға һал, иҫереп ҡайтһа, тәрбиәлә, һаулығын күҙәт... Кәңәштәр ҙә кәңәштәр. Ҡыҙыҡ, үҙе ниндәй ҡатын булды икән? Әллә уның артыҡ ихтирамы ҡайнымды ҡәбергә ҡыуған, әллә һөйөүе...
Бер көн ҡәйнәм тураһында район гәзитенән яҙырға килгәйнеләр. Ҡәйнәмде улай күргәнем булманы. Иҫ киткес итеп йылмайып, матур-матур хәбәрҙәр һөйләй. Ҡайным менән нисек ҡауышып киткәндәрен дә әйтеп китте:
— Иптәшем Ишмырҙа Рафиҡ улы менән бында эшләргә килгәндә таныштыҡ. Мөхәббәт тураһында ҡысҡырып һөйләргә ярамай, ни тиһәң дә ул иң изге, иң матур хис. Шулай ҙа ҡоро мөхәббәт менән генә ғаилә ҡороп булмай, ир ҡатыны булыу – ул бурыс. Оло бурыс. Ир ҡатыны булыу — ул дәрәжә. Был ҙур бурысты матур итеп үтәргә кәрәк. Кешене оҡшатмайым тип, ташлап сығып китеп булмай. Борондан яратмай өйләнешеп тә, бынамын итеп ғаилә көткәндәр, балалар үҫтергәндәр. Бурыстарын матур итеп үтәгәндәр. Ә кейәүгә, оҡшатмаһам, сыҡмаҫ инем, — тип ебәрҙе. — Әммә иптәшем Ишмырҙа Рафиҡ улы ир уртаһына еткәндә генә йөрәгенән мәрхүм булып ҡалды. Мин ике бала менән тороп ҡалдым... Тик унда ла ҡайғыға батып, юғалып ҡалманым, үҙемде балаларға бағышланым. Ни сәсһәң, шуны урырһың тигәндәй, ҡыҙыбыҙ ҙа, улыбыҙ ҙа үҙебеҙгә оҡшап үҫтеләр ҙә ҡуйҙылар: эштәрҙе лә беҙҙең кеүек башҡаралар, беҙҙең кеүек фекерләйҙәр. Быны ауылдаштарыбыҙ ҙа әйткәне бар, — тип балаларын да маҡтап алды. — Әсә булыу иң ҙур бәхет ул, — тип яуап бирҙе ҡәйнәм ҡатын-ҡыҙ бәхете тураһындағы һорауға. — Бәхет тә, бурыс та. Ә мин үҙ өйөмә килен алып, тағы бер тапҡыр әсәй була алғасмын, был бурысты икеләтә үтәп, хәҙер икеләтә бәхетлемендер. Тормошом менән ҡәнәғәтмен, — тип әйтеп һалмаһынмы...
Гәзит килгәс тә, ҡәйнәм әллә нисә тапҡыр уҡып сыҡты. Унан һуң матур итеп ҡырҡып, ҡалын ғына альбомына һалып ҡуйҙы. Ҡәйнәм сығып киткәс тә, ҡыҙыҡһыныуымды баҫа алмай, альбомды асып ҡараным. Уның тураһында күпме мәҡәлә! Уҡыусылары ла, коллегалары ла маҡтап яҙған. Шулар араһында береһе мине ныҡ ҡына тетрәндерҙе. Утыҙ йыл элек ҡәйнәмдәрҙең өйө янып киткән. Ҡайным мәрхүм, ҡайҙа булғандыр, белмәйем. Миңзифа менән Булатҡа алты һәм һигеҙ йәштәр булған. Ҡәйнәм башта Миңзифаны уттан алып сыҡҡан, унан ауылдаштары тыйыуына ҡарамаҫтан, Булат артынан утҡа ташланған. “Әгәр мин ике бала тапҡанмын икән, мин ике баламды ла уттан ҡотҡарам”, — тип аңлатҡан ҡылығын. Ҡәйнәм эше бөтөп килеп ингәс, уға аптырап ҡараным.
— Нимә күҙең ташбайып ултыраң? Эшең юҡмы әллә? — тип әрләй башлағас ҡына, ергә килеп төштөм.
Дауамы бар.