Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
9 Ғинуар 2023, 19:59

Икебеҙ өсөн дә яраттым... Хикәйә Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА

Минән дә бәхетле кеше юҡтыр кеүек... Тик бер әйбер генә етешмәне миңә ошо ун ике йыл эсендә – иремдең һөйөүе...

Икебеҙ өсөн дә яраттым... Хикәйә Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА
Икебеҙ өсөн дә яраттым... Хикәйә Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА

Икебеҙ өсөн дә яраттым...

Хикәйә

Өс көн түҙҙем. Өс төн, улай тулап, былай борғоланып, йоҡоһоҙ үткәргән иремде күҙәтеп, үҙем дә керпек ҡаҡманым. Түҙҙем, өндәшмәнем, күҙәттем. Ләкин бөгөн төндә лә тарттырылған ялтыр түшәмемә ҡарап, таң аттыра алмай йонсоғанда, төплө ҡарарға килдем: етте. Етте уға ла, миңә лә ғазапланырға! Әгәр ул башлап һүҙ әйтергә, ҡарар ҡабул итергә йөрьәт итмәй икән, мин әйтергә тейеш ул һүҙҙе! Мин нөктә ҡуйырға тейеш был хәлгә!
Улымды мәктәпкә оҙатып, икебеҙ генә ҡалып, сәйгә ултырған мәлде көттөм. Нисәмә төн йоҡоһоҙлоҡтан интеккән иремдең бите таушалған, күҙҙәре ҡыҙарған, ҡабаҡтары шешенгән. Уның һурылып киткән йөҙөн күреп, кухнялағы кескәй көҙгөгә күҙ һалдым: мин дә унан һәйбәтерәк түгел икән. Һулыған гөлгә оҡшап киткәнмен. Гөл терелһен өсөн бер уртлам һыу еткән кеүек, мин дә терелеп, балҡып китһен өсөн бер һүҙ етер ине. Хәләлемдең һүҙе. “Эй, кәләшкәйем! Яратам бит үҙеңде!” – тигән бер ауыҙ һүҙ эргә-тирәмде балҡытып, күңелемдең ҡояшын нурландырып, донъяма ҡот ҡундырып, бар өйөбөҙҙө бәхеткә тултырыр ине! Тик... Әйтмәҫ инде ул һүҙҙе башҡаса... Башҡаса? Ә быға тиклем әйттеме ни?! Юҡ бит... Юҡ! Мөхәббәттә ике кешенең береһе ярата, икенсеһе үҙен яратырға рөхсәт итә, тигән бер билдәле кеше. Шулайҙыр: мин яратҡанмындыр, ул минең яратыуымдан баш тартмағандыр... Мин генә яраттым, мин генә әйттем! Доға урынына көн дә, төн дә ҡабатланған ошо һүҙ генә мине йәшәтеп торҙо: яратам! Ул да минең ауыҙымдан һәр ваҡыт атылырға ғына торған был һүҙҙе йылдар дауамында ишетеүгә күнегеп китте, шикелле. Иғтибар ҙа итмәй, әйтерһең, ул изге һүҙҙе мин көн дә ҡабатларға, үҙемдең уны яратыуымды иҫбатларға тейешмен... Юҡ, көсләп әйттермәне ул, тик үҙемдең гелән генә ҡабатлағым килде лә торҙосо: яратам, яратам, яратам... Икебеҙ өсөн дә яраттым мин уны... Ярты көн күрмәһәм дә һағынып бер булдым, берәйһе менән һөйләшеп торғанын абайлаһам, көнләшеүемдән үлеп терелдем. Әрләмәнем, ғауға күтәрмәнем, барыбер йөрәгем янды. Белеп торам инде: ябай ғына хәл-әхүәл һораша, йә юл өйрәтә, йә аптеканың ҡайҙалығын аңлата. Ләкин иремдең икенсе ҡатынға һүҙ ҡушыуы, йылмайыуы барыбер бәғеремде өтә... Юҡ, яңы өйләнешкән пар түгелбеҙ, йәшебеҙ ҙә арыу: ун ике йыл йәшәйбеҙ хәләлем менән, һигеҙ йәшлек улыбыҙ үҫә, донъябыҙ теүәл. Нимә ашап, нимә эсәйем тимәйбеҙ, барыһы ла бар. Бына тигән фатирыбыҙ, иң сифатлы йыһаз, яратҡан эшем, яратҡан кешем... Минән дә бәхетле кеше юҡтыр кеүек... Тик бер әйбер генә етешмәне миңә ошо ун ике йыл эсендә – иремдең һөйөүе... Ҡаҡманы, һуҡманы, ауыр һүҙ әйтмәне, улы менән икебеҙ өсөн йәнен бирергә әҙер... Ә мөхәббәт юҡ... Мөхәббәт кенә юҡ...
Кеше бәхетһеҙлегендә бәхет төҙөп булмай, тиҙәр. Уларҙың бәхетһеҙлегендә төҙөнөммө әллә мин был бәхетемде?! Юҡ! Рәзинә бит үҙе әйтте: “Минән булмай! Көсөм етмәй минең уға терәк булырға! Минең шаярып-көлөп, йүгереп-һикереп йәшәгем килә! Ә уның эргәһендә мин йылмайырға ла ҡыймайым! Уға ҡараған һайын күҙемә йәш эркелә! Йәшәй алмайым улайтып! Китәм, Гөлсирә! Бик-бик алыҫҡа китәм! Бер ҡасан да уны күрмәҫ, ишетмәҫ өсөн! Мин уның өсөн юҡ! Мин уның өсөн үлдем!”– тине.
Себергә Рәзинә менән икәүләп сығып киттек. Сөнки яңғыҙының ундай йыраҡҡа китергә ҡыйыулығы етмәҫ ине. Шунда уҡ ятаҡхана таптыҡ, иртәгеһенә эш эҙләй башланыҡ. Икенсе көнөнә үк әхирәтем үҙенә эш тапты, документтарын тултырыштым, дауаханаларға йөрөтөп медицина тикшерелеүе үтештем, белешмәләр алыштым. Ул аҙна тулмаҫтан эшкә сыҡты. Ә мин уны урынлаштырғас, бер-ике көн урам ҡыҙырып, эш “эҙләнем”, тик күңелгә ятҡан эш “табылманы”, ә дөрөҫөрәге ниндәйҙер һылтау табып, тыуған яҡҡа ҡайтып китеү ине уйым. Маҡсатым да Рәзинәгә иптәш булып килеп кенә, уға эшкә урынлашырға, йәшәргә урын табышырға ғына ине лә һуң. Ата-әсәһенең бер бөртөк иркә ҡыҙы, ауырлыҡ күрмәгән, ҡулына бысаҡтан да ауыр эш ҡоралы тотоп өйрәнмәгән, нәзәкәтле генә ҡала ҡыҙы минең ауыр ауыл хеҙмәтендә сыныҡҡан иңемә гел башын һалды. Ауылда уҡытыусы булып эшләгәндә уның урам ҡапҡаһын да аса алмай йонсоғаны әле лә иҫтә. Ҡоҙоҡҡа һыуға барыу, ҡар көрәү кеүек еңел генә эштәрҙән дә уттан ҡурҡҡандай ҡурҡты, хәйер, көйәнтә, көрәккә көсө лә етмәҫ ине, моғайын... Себерҙә иһә, эштең әле бер нәмәһен оҡшатмай, әле икенсе шартты яратмай, йәнә бер нисә көн һуҙмаңлағас, әхирәтемә үҙемдең бында ҡалырға теләгем юҡлығын әйттем. Рәзинә бик аптыраны. Ә мин һүҙемдә ныҡ торҙом: “Ҡайтам, оҡшамай. Көҙгә ҡәҙәр йүнле эш тапмаһам, килермен. Ҡабул итерһең бит, әхирәт!” “Әлбиттә!”
Шулай итеп, мин ҡайтып киттем, ҡайтҡас, уға бер-ике шылтыратып хәлен һорашып, үҙемдең әхүәлемде белдерҙем дә, телефон номерын алыштырҙым. Рәзинәне йөрәгемдән дә, тормошомдан да һыҙып ташлау ине ниәтем. Ә тормошомдо өр-яңы биттән башлау бик ҡыйбатҡа төштө...

***
Мин Рәзинәгә һоҡланып туя алмай инем... Бирһә, бирә бит Хоҙай гүзәллекте: һомғол буй-һын, бөҙрәләнеберәк төшкән оҙон ҡап-ҡара сәс, янып торған һоро күҙҙәр. Исмаһам, ниңә миңә лә әҙерәк өлөш сығарманы икән Аллаһы Тәғәлә? Мәҫәлән, ҡыйылып киткән ҡуйы ҡашын, йә булмаһа, матур нескә танауын. Хатта уның эргәһендә йөрөүе лә уңайһыҙ, бөтөн кеше беҙҙе сағыштырып ҡарай ҙа минән мыҫҡыллап көлә төҫлө. Тик быға Рәзинәнең генә иҫе китмәй, билемдән ҡыҫып ҡосаҡлай ҙа: “Беләһеңме, мәҡәл нимә ти? Һылыулыҡ һыу буйлатмай, ти. Артабан, һылыулыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк, ти. Әле беҙҙең туйға йыраҡ, тимәк, минең матурлыҡтан әлегә фәтүә юҡ, ә бына һинең уңғанлығың миндә булһамы?” – тигән була. Беләм инде йыуатып әйтеүен. Нимә генә тиһен инде: “Ниңә шулай ямаҡайһың икән?” – тип әйтә алмай ҙа баһа.
Рәзинә менән беҙ быйыл ғына таныштыҡ. Август аҙағында ҡулыбыҙға диплом тотоп, бер үк мәктәпкә эшкә килдек. Ул педколледж тамамлап, башланғыс класс уҡытыусыһы, ә мин уртансы кластарҙа йыр дәрестәрен алып барасаҡмын. Икебеҙҙе бер әбейгә фатирға ҡуйҙылар. Ауыл ерендә шул инде, нисә инеп сыҡһаң да күҙ алдында. Йәп-йәш кенә ике уҡытыусының килеүе ауыл өсөн ҙур ваҡиғаға әйләнде, буғай. Үҙемде йәмһеҙгә, өндәшмәҫкә һанаһам да, тиҙ арала ауыл йәштәре менән уртаҡ тел табып, дуҫлашып киттем. Беҙҙең өй янынан көндөҙ уҡыусылар, кисен йәш-елкенсәк өҙөлмәй. Әммә үткер телле, шаян һүҙле Рәзинәм ниңәлер берәү менән дә артыҡ ҡатышмай, үҙ-үҙенә бикләнеп йөрөй бирә. Киске уйынға ла ашҡынып бармай, йә китап-дәфтәр, йә бәйләмен тотоп ултыра. Ә мин, йырсы Гөлсирә тигән даным сыҡҡан кеше, бер кисәнән, бер дискотеканан ҡалмайым. Рәзинәнең әҙәм ыңғайына йөрөмәгәненә йән дә көйөп китә ҡай саҡ. Арттан өйөрҙәре менән йүгереүсе байтаҡ егеттәр араһынан күңелебеҙгә ятҡанын һайлап та ҡуйҙыҡ, юғиһә. Миңә – инженер булып эшләүсе Ғәзим, уға шофер Рәил оҡшаңҡырай. Башҡаларын яҡынлатмаҫҡа тырышабыҙ. Фатирыбыҙ хужабикәһе Сәмиғә инәй ҙә беҙҙең кемгә тартылыуыбыҙҙы һиҙеп тора.
– Яҡшы ата-әсә балаһы, кәм-хур булырлыҡ түгел, – тип Ғәзимдең туған-тыумасаһын маҡ­тай. – Бөтмөр ара инде улар.
Ғәзим менән беҙ бер-ике рәт, башҡаларҙан айырылып, Һаҡмар буйына төшөп, йөрөп килдек, киске һил урамды ҡыҙырҙыҡ. Ә Рәзинә һаман Рәилдән ҡаса, икәүҙән-икәү генә ҡалғандары ла юҡ. Бына тигән буй-һынлы, гармунсы, тел биҫтәһе егетте лә үҙһенмәһә инде. Бәлки, һылыу ҡыҙҙар шулай һайлансыҡ булалыр, беҙҙең кеүек “өлөшөмә төшкән көмөшөм” тип мөрхәтһенмәйҙәрҙер, ә сиртеп ҡарап һайлайҙарҙыр.
Рәзинә сиселмәй.
– Ҡурҡам мин егеттәрҙән, – ти, көрһөнөп.
– Тотоп ашар тиһеңме ни? – Мин шаярыуға борам. Әммә дуҫымдың етди йөҙөн күреүгә һүрелеп өҫтәйем. – Әллә… берәй саҡ… теге ни… бәйләнгәндәре булдымы?
– Ю-юҡ, – тип ҡаршы төшә Рәзинә. – Аллам һаҡлаһын. Шулай ҙа ышанмайым мин уларға…
Был яҡта ауылдар йыш ултырған, аралары ике-өс саҡрым ғына. Шуға ла шәмбе етһә, йә беҙҙең ауылға ситтән тансаға киләләр, йә беҙ күмәкләп машинаға тейәләбеҙ ҙә күрше ауылдарға китәбеҙ. Башҡа саҡта берәй һылтау табып өйҙә ҡалырға тырышҡан Рәзинәм, Ташморонға барабыҙ тигәс, ҡапыл ризалашты. Һораулы ҡарашымды күреп, ҡабаланып кейенә башланы.
– Минең унда туғандарым йәшәй, бер ыңғай уларға ла һуғылырмын. Магазин ябылмаҫ борон, әҙ-мәҙ күстәнәс алып киләйем, – тип йәһәтләп сығып китте.
Ул йөрөп килгәнсе, мин эшемде тамамлап, биҙәнеп-төҙәнергә тотондом. Хоҙай Рәзинәнеке кеүек сибәрлек бирһә, ҡалай яҡшы булыр, матурланырға ла кәрәкмәҫ ине. Ирене былай ҙа бешкән сейә төҫлө, күҙенә һөрмә тартмаһа ла ялтырап-тонйорап тора.
Әхирәтем минең һоҡланыулы ҡарашымды тойоп, бармаҡ янай:
– Ҡарамасәле шул тиклем, күҙ тейҙерәһең бит, – ти көлөп.
Уның бөгөн тәүгә шат, көләс сағы.
– Тфү, тфү. – Мин Рәзинәнең яурынынан ҡосаҡлайым. – Һиңә күҙе төшмәгән егеттең эсендә йәне булмаҫ.
– Шулай шул, әхирәт, егеттәрҙең бөтөнләй йәне юҡ. Йәне лә, аҡылы ла…
Нисектер уҫал әйтә быны Рәзинә, мин тертләп китәм, дуҫымдың нимәгә шулай асыуланыуын аңлатҡанын көтәм. Тик ул өндәшмәй.
Эңер төшөү менән клуб алдына йыйылып, ике машина булып Ташморонға елдерәбеҙ. Был Ташморон тигән ауылға минең тәүгә барыуым. Яҡын-яҡын урынлашҡан ике ауыл аша үткәс кенә күренде уның уттары. Күмәкләшеп һөйләшә-һөйләшә клубҡа ыңғайлаған йәштәрҙән айырып, Рәзинә беләгемдән эләктереп, ситкә һөйрәне.
– Әйҙә, тәүҙә минең менән бер ергә барып киләйек.
Беҙҙең арттан, ҡойроҡ кеүек, Рәил менән Ғәзим дә эйәрҙе.
– Егеттәр, һеҙ ҡалып тороғоҙ. Беҙ хәҙер инәйемдәргә инеп сығабыҙ ҙа, – тип ҡысҡырҙы Рәзинә.
Көрт баҫҡан урамдан шәп-шәп атлап киттек. Өйҙәр йыш ултырған, бик матур итеп семәрләп эшләнгән тәҙрә ҡапҡастары, кәрниз, рәшәткәләр күҙгә салына. Егәрле халыҡ йәшәгәне әллә ҡайҙан билдәле. Унда-һанда йыбанып ҡына эттәр өрөп ҡала. Ҙур урыҫ ҡапҡалы өй тапҡырында туҡтаныҡ.
– Сабыр ит, – ти Рәзинә шыбырҙап. – Саҡ ҡына хәл алайыҡ. – Һиҙеп торам, ныҡ тулҡынлана. Ҡулындағы күстәнәсен әле бер, әле икенсеһенә күсерә.
– Әйҙә. – Ул тәүәккәлләп ҡапҡаны аса.
– Кем бар унда? – Ишек алдынан асыулы тауыш яңғырай.
– Мин, Рәзинә.
– Сығығыҙ бар, китегеҙ!
Ә беҙ аңшайып тик торабыҙ. Күҙ өйрәнгәс, ҡойма буйында ҡара йомғаҡ булып, кемдер ятҡаны күренде.
– Иҫерекме икән? – тим мин һаҡ ҡына. – Әйҙә, сығайыҡ, Рәзинә. Бик асыулы күренә. Әллә нимә эшләр.
– Бар, бар, ябығыҙ ҡапҡаны.
Мин урамға сыҡҡас та, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, ябылып етмәгән ярыҡтан ихатаға күҙ һалам. Ҡара йомғаҡ, килбәтһеҙ йыбырлап, өй яғына шыуыша башланы. Ҡулдары көрткә бата-сума алға ынтыла, аяҡтары хәрәкәтһеҙ, бөгөлмәй ҙә, кеҫәртке ҡойроғо шикелле һөйрәлеп бара.
– Бәлки, һеҙгә баҫырға ярҙам итергәлер, ҡана. – Мин эскә бер аҙым яһауым булды, теге йомғаҡ башын күтәреп, бер генә екерҙе:
– Яп, тинем мин һиңә ҡапҡаны!
Нисек итеп шартлата япҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Һыуыҡтанмы, ҡурҡыуҙанмы икебеҙ ҙә дер ҡалтырайбыҙ.
– Ҡуй, инмәйек, Рәзинә, әйҙә клубҡа, – тим мин, тешем-тешкә теймәй.
– Инеп кенә сығайыҡ инде. – Дуҫымдың тауышы инәлесле яңғырай. – Ҡурҡма, бер нәмә лә эшләтмәй ул, тик үҙен шундай ярҙамһыҙ хәлдә күрһәткеһе генә килмәй.
Мин тышта көтөп торорға ҡырталашһам да, Рәзинә өҙмәй ҙә ҡуймай өйгә индерә.
Матур итеп йыйыштырылған ҙур ғына өй. Ярты яғы сәскәле шаршау менән бүленгән. Төпкө бүлмәнән сал сәсле олатай менән тәбәнәк буйлы инәй сыҡты. Улар Рәзинәне ҡосаҡлап ярата, минең менән ҡушҡуллап күрешә.
– Әйҙәгеҙ, балаҡайҙар, үтегеҙ, өшөп бөткәнһегеҙ бит. Хәҙер сәй эсеп, йылынырһығыҙ, – ти мөләйем инәй. Беҙ икәүләп ҡаршы төшәбеҙ.
– Юҡ, инәй, мәшәҡәтләнмәгеҙ, беҙ Хәлилдең хәлен белергә генә индек. Ҡайтырға көтөп торалар, – ти Рәзинә.
– Ярай, әләйһәң, һеҙ Хәлил менән һөйләшә тороғоҙ, самауыр тоҡандырайым. Уңарса сәй ҙә ҡайнап сығыр.
Инәй менән олатай төпкө яҡҡа инеп киткәс, Рәзинә менән шаршау артына үтәбеҙ. Киң тахтала бәһлеүәндәй егет ята. Уны күргәс кенә, мин Рәзинәнең ни өсөн башҡа егеттәргә күҙ һалмауын төшөндөм. Бындай ҙа сибәр, һыу һөлөгөндәй уҙаман барҙа, бүтән берәү ҙә күҙгә салынмайҙыр ул. Егет минең ҡарашымды тотоп ала, ихлас йылмая.
– Ултырығыҙ, ҡарашығыҙ менән ашайһығыҙ бит.
Уның тауышы ла көслө, яғымлы. Бәй, бая ишек алдындағы тауыш та баһа. Шул, шул. Карауатын уратып әллә ниндәй тимер ҡоролмалар урынлаштырған.
Рәзинә менән Хәлил бер-береһенә төбәлеп, шым ғына һөйләшә.
– Бына шулай хәлдәр, тора-бара нишләр, – ти Хәлил, көлөмһөрәп. – Оҙон йәй буйы, ҡара көҙ буйы торолманы. Әле бөгөн ниңәлер шул ҡәҙәр үҙәк өҙөлөрлөк итеп тышҡа сыҡҡы килде, түҙмәй кәпәс менән фуфайка ғына кейҙем дә шыуышып сыҡтым да киттем. Бәлки, һин килеүгә шулай елкенгәнмендер. – Битен соҡорайтып йылмая, ә күҙҙәре мөлдөрәмә һағыш…
– Әсәйеңдәр сығарғаны юҡмы ни? – Рәзинә моңһоу ғына һорап ҡуя.
– Улар алып сығабыҙ ти ҙә ул. Былай ҙа мине ҡарап көндәре үтә, бәлә һалмайым тим. Ә бөгөн шул хәтле ҡарҙы тотоп ҡарағым, саф һауа һулағым килде, яңы ҡарҙы шығырҙата баҫып атларҙай булып ашҡындым…
– Атларһың әле, Алла бирһә. Врачтар нимә ти һуң, өмөтләндерәләрме?
– Улар ни тиһен инде… Башҡаса аяғыңа баҫа алмаҫһың, тиҙәр... Тәүҙә үҙем дә шулай тип уйланым, йәшәүҙең ҡыҙығын тапмай, үҙемде берәй нәмә эшләтәйем микән, тип тә ҡуя торғайным.
– Улай тимә, былай ҙа эшләнең инде эшләй алғанса.
Хәлил көрһөнөп ҡуйҙы.
– Алйотлоҡ… – Аҙ ғына уйланып ята. – Беләһеңме, Рәзинә, мин хәҙер аяҡҡа баҫырыма ышана башланым. Күрәһеңме, бына тренажёрҙарҙы, иҫәпһеҙ-һанһыҙ китап-журнал аҡтарып, Мәскәүҙең үҙенән яҙҙырып алдым. Ҡарттарҙың барлыҡ пенсияһы, үҙемдең туйға тип йыйнаған бөтә аҡса китте. Хәйер, инде туй тип хыялланаһы түгел. Бына, ҡара. – Хәлил тиҙ генә аяғын тимер ҡыҫҡысҡа эләктереп, ҡулы менән резина бауға тотоноп, күнекмә яһап күрһәтә. – Алда ботто ла күтәрә алмай инем, ә хәҙер ыһ та итмәй әллә күпме эшләй алам. Көнө-төнө ҡабатлайым да яһайым, килер бер көн, бәлки, атлап та китермен.
Рәзинә егеттең ҡулын усына алып һыйпай, мин үҙемдең артыҡ икәнемде әле генә аңлап, тышҡа сығам. Хатта һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Эй, иҫәүән, ултыр инде кешегә артыҡ ҡолаҡ булып, сер тыңлап.
Ҡапҡа төбөндә арыуыҡ баҫып торам. Бая Хәлил һөйрәлеп уҙған, йырылып ҡалған эҙҙе күреп, тәнем сымырҙап, йөрәгем өҙөлөп китә. Ни булған икән шундай сибәр, өрлөктәй егеткә, тыумыштан зәғифкә оҡшамаған?!
Төн тағы ла аяҙытып, һалҡынайтып ебәргән. Тик тороп аяҡ өшөй башланы, ерҙәге ҡар йомарламдарын типкеләп, бейеп-һикергеләп байтаҡ торҙом. Әллә йоҡланымы был Рәзинә? Ана, машина сигнал бирә, моғайын, түҙмәй Рәил эҙләргә сыҡҡандыр. Ишекте бер-ике шаҡыйым, әхирәтем һаман да күренмәгәс, кире өйгә инәм. Тып-тын. Шаршау артына башымды тығам, ҡулдарын тотошоп һүҙһеҙ ултыралар. Икеһенең дә күҙҙәре ҡыҙарған, әхирәтемдең сикәләре алланып яна.
– Әйҙә, Рәзинә, йәштәр эҙләп йөрөй, – тим, уңайһыҙланып. Ҡараштарын бер-береһенән айырып ала алмай ғына дуҫым тороп баҫа. Шул саҡта тахта ситендә үҙе алып килгән төйөнсөк күҙенә салына. Һүҙ табылыуға ҡыуанып киткәндәй:
– Хәлил, һиңә бәләкәй генә күстәнәс. Ваҡыт үткәрә алмағанда уҡырһың, – тип бер нисә китап менән матур тышлы шоколад тоттора. Хәлил китаптың тышын һыйпай, ә үҙенең уйы бынан бик алыҫта, буғай, Рәзинәнең буталсыҡ хәбәрен дә ишетмәне.
– Ярай, Хәлил, беҙ китәйек. Тағы килербеҙ әле, йәме. – Әхирәтем атылып урамға сыға. Мин хушлашмай китеүҙе өнәмәйем, егеткә һоҡланыулы ҡарашымды төбәп, йөҙ-ҡиәфәтен күңелемдә ҡалдырырға тырышам.
– Хушығыҙ, тиҙерәк аяҡҡа баҫығыҙ. Һеҙ бик көслө кеше.
Хәлил ирен сите менән йылмая.
– Бая урамдағы тупаҫлығым өсөн ғәфү итегеҙ, меҫкен ҡиәфәттә күренгем килмәне. Рәзинә… шул тиклем сибәр ҡыҙ, һаҡлағыҙ уны, дуҫы булараҡ, күҙ-ҡолаҡ булығыҙ. Сөнки шайтандың-шайтаны яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа эйәләй. Насар әҙәмгә юлыҡмаһын ине.
Мин Хәлилдең һүҙҙәренә төшөнөп тә етмәйем, әммә һорау биреүҙе әҙәпһеҙлеккә һанап, йәнә бер ҡараш ташлап, ишеккә йүнәләм. Ләкин йөрәгемдең бер өлөшө һулҡылдап шаршау артында ҡалды кеүек…
Рәзинә менән етәкләшеп йүгерәбеҙ. Ысынлап та, клуб эргәһендә Рәил менән Ғәзим беҙҙе көтөп тора.
– Ну, йөрөй беләһегеҙ, ҡыҙҙар, – ти улар, асыуланмай ғына. Тик беҙҙә һөйләшеү ҡайғыһы юҡ, әлеге осрашыуҙан һаман айнып бөтмәгәнбеҙ, шым ғына эскә үтәбеҙ.
Аҙаҡтан күпме генә ҡылын тартып ҡарамайым, әхирәтем Хәлил хаҡында ләм-мим.
Оҙон ҡыш үтте, күңелде елкендереп, шаулап яҙ килде. Йәнде йүгәнләп тә тотоп булмаҫ сихри бер кистә юлыбыҙ тағы Ташморонға төштө. Был юлы Рәзинә мине ауыл осона, һөҙәк кенә тауға әйҙәне.
Ауыл тау башында ултырғанға ғына был яҡ һөҙәк күренә икән. Битләүҙе артылғас, ҡапыл упҡын хасил булып, ҡатлы-ҡатлы таш яҫмалар йылғаға тиклем киртләс баҫҡыс булып төшә.
– Абау! – Мин ҡурҡып артҡа сигендем. – Бында ҡая тип һис уйламаҫһың. Баш әйләнеп китте хатта. Нимә тип атала һуң был ер, бигерәк шомло ла баһа?
– Ошо инде Ташморон. – Рәзинә уйсан ҡарашын йылға үҙәненә йүнәлтте. Былай саҡта ла киң генә Һаҡмар был бөгөлдә ҡар һыуҙарын йыйып, бөтөн туғайлыҡты ҡаплаған. Әйтерһең, ҙур күл, сайҡалып-сайҡалып, ваҡ тулҡындары менән ҡаяға килеп бәрелә. Ярты кәүҙәһе менән һыу аҫтында ҡалған ғорур ҡарағайҙар, сибәр ҡайындар моңайышып тора төҫлө.
Ташморондоң беҙ килгән яғында һөҙәклектә йәш үлән морон төрткән, ара-тирә күкшел умырзая күҙгә салына. Ни ҡәҙәр генә ҡул ҡысытып торһа ла, беҙ сәскәләргә үрелмәйбеҙ, аҙ ғына ғүмерен ҡыйғыбыҙ килмәй.
Ташморондоң иң текә еренә менеп, аяҡты һалындырып ултырабыҙ.
– Шомло тип бик дөрөҫ әйттең, ысынлап та, ҡурҡыныс урын, – ти Рәзинә.
Тел осомда ғына өйөрөлөп торһа ла, мин һорау бирмәйем. Әгәр үҙе теләмәһә, фәтүә юҡ, ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ, өндәшмәҫ Рәзинә.
Ә Рәзинә минән һорау көтмәй ҙә ине, шикелле. Көлтә-көлтә сағыу нуры менән иркәләп үпкән яҙғы йомарт ҡояшҡа, алыҫта бер күренеп, бер юғалып осҡан ниндәйҙер ҡошҡа ҡарап, бер ауыҡ шым ултырғандан һуң, кинәт кенә, өҙөлгән һүҙен ялғағандай, һөйләп алап китә ул:
– Хәлил менән ныҡ ярата инек ошо Ташморондо. Осрашһаҡ, мотоциклға ултырабыҙ ҙа гел генә ошонда елдерәбеҙ. Ә хәҙер… – Уйға сумып, тынып ҡалды әхирәтем. – Беҙ бит Хәлил менән бала саҡтан таныш, ул беҙҙең күршеләге апайҙарына ҡунаҡҡа килә торғайны. Бергәләп уйнай ҙа инек. Мин – туғыҙынсыны, ул ун беренсе класты бөткәс килгәйне – бөтөн ауыл ҡыҙҙарының һушын алды. Вәт кеше матурайһа ла матурая икән. Ҡалаҡҡа һалып ҡына йоторлоҡ. Ҡыҙҙар һөйләшеп, серләшеп алабыҙ – кемебеҙҙе һайлар, кемгә ҡарар икән тип көтәбеҙ, юрайбыҙ. Һәр ҡайһыбыҙ өмөт итә. Ә бер көндө усаҡ яҡҡайныҡ, ул мине бейергә саҡырҙы, ҡайтҡанда оҙатып ҡуйҙы. Минән бәхетле берәй йән эйәһе булды микән ул ваҡытта?! Осраша башланыҡ. Көҙ Хәлил уҡырға инде, унан армияға алынды. Көтәм тип ҡалмаһам да көттөм. Ул ҡайтыуға мин дә педколледж студенты булып киттем. Икебеҙ ике ҡалала уҡыһаҡ та йыш осраштыҡ, аралар һыуынманы. Ишәй менән Ҡушай кеүек йөрөнөк. Яраттыммы мин уны, белмәйем. Ул турала уйлап та ҡараманым, шулай тейеш төҫлө тойолдо, бергә рәхәт ине.
Былтыр мин колледжды, ул ауыл хужалығы институтын тамамланы. Йәй башында ошо Ташморонда осраштыҡ.
– Әйҙә өйләнешәбеҙ, – тине Хәлил. Мин, иҫәр, ҡысҡырып көлдөм. – Нишләп көләһең, мин ҡыҙыҡ һүҙ әйтмәнем, шикелле, – тине ул, үпкәләп.
– Шулай тәҡдим яһайҙармы ни, иҫәүән?! –Миңә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ауыр булды. Был көндө мин түҙемһеҙләнеп көтә, хыялымда ғына күҙ алдыма килтереп, уйланып таңдар аттыра инем. Тик былай уҡ төҫһөҙ, былай уҡ ябай булыр тип көтмәгәйнем. Хәлил дә аптырап ҡалды.
– Ә нисек яһайҙар һуң?
– Яратам тип әйттеңме, исмаһам?
– Әйтмәһәм дә, билдәле инде.
– Ә минең яратыуым хаҡында ниңә һорамайһың?
– Кит әле, Рәзинә. Нисәмә йыл йөрөп, һорама­һам да белеп торам, яратаһың.
– Яратам?! Ҡайҙан килгән әүлиә?! – Мине Хәлилдең үҙ-үҙенә ышаныуы, минең тойғоларымды һанға һуҡмауы шул хәтлем әсендерҙе, үҙем дә һиҙмәҫтән әйтеп һалдым: – Юҡ, яратмайым мин һине.
Хәлил бер мәлгә шаңҡып ҡалды.
– Ышанмайым, – тине ул тәмәке тоҡандырып. – Армиянан көтөп алдың, күпме осрашып йөрөнөк. Алдайһың, Рәзинә, нисек инде яратмайһың?!
– Ваҡыт үткәрер өсөн йөрөнөм, – тинем үжәтләнеп.
Хәлил минең беләгемдән ныҡ итеп матҡып алды, асыулы, хәсрәтле күҙҙәре менән миңә төбәлде.
– Ысынды һөйләйһеңме һин, әллә шаярта­һыңмы, юрый үртәйһеңме?! Зинһар, әйт дөрөҫөн!
Мин шөрләп киттем, ләкин еңелергә иҫәбем юҡ ине. Ни өсөндөр мин Хәлилде кәмһеткем, минең алда ялбарыуын, инәлеүен, мөхәббәтен ҡат-ҡат иҫбатлауын теләнем. Уның үҙәге өҙөлөрҙәй булып хәсрәтләнеүе ҡыҙыҡ тойолдо. Әммә ул инәлмәне. Мин дә үҙ һүҙемдә аҙаҡҡаса торорға булдым.
– Ә дөрөҫөн әйтһәм, яратмайым тиһәм, ни эшләрһең?
Хәлил бар көсөнә мине этеп ебәрҙе.
– Ул саҡта мин йәшәмәйәсәкмен...
Ул йүгереп барып матайына ултырҙы, бер баҫыуҙа ҡабыҙҙы һәм елдереп эргәмә килде.
– Ҡабатла, Рәзинә, яратмайһыңмы?
– Иҫәрһең һин, Хәлил, шыр диуана.
– Хуш, бәхил бул, бәхетле бул…
Их, ниңә шул саҡта бар көсөмә “Яратам!” тип ҡысҡырманым икән!
Хәлил ниҙер көткәндәй яй ғына йөрөп аҫҡа төштө лә, миңә мөлдөрәп бер ҡарағас, бар көсөнә газға баҫты. Күҙ асып йомғансы Ташморонға менде һәм мотоциклы менән ҡаянан осто… Аңғармай ҙа ҡалдым. Иҫемә килһәм, алйот кешеләй, урам буйлап сабам: “Мин кеше үлтерҙем, кеше үлтерҙем…“
Рәзинә субырлап аҡҡан күҙ йәшен һөртә-һөртә һулҡылданы. Мин уға яҡыныраҡ шылып, яурынынан ҡосаҡланым.
– Илама, Рәзинә, ғәфү ит. Ауыр булһа, һөйләмә. Етте, етте…
Һулҡылдауын еңеп, әхирәтем ҡарашын Ташморон ҡаяһынан аҫҡа йүнәлтте.
– Нисек тере ҡалғандыр, аптырайым... Ул дауаханала ятҡанда, эргәһенән китмәнем. Тәүҙә хәле насар булғас, врачтар реанимацияға индермәне. Иҫенә килгәс, үҙе рөхсәт итмәне, күрергә лә теләмәне, шаярттым тиеүемде ҡабул итмәне.
– Кәрәкмәй миңә һинең йәлләүең, – тине ҡаты итеп. Яратыуыма ышанманы. – Һау саҡта кәрәкмәгәнде, имгәк булғас, мин һиңә нимәгә?! Башҡа килеп йөрөмә! – тип ҡыуып сығарҙы.
Белмәйем, ысынлап та яратаммы мин уны, әллә йәлләйем генәме? Һаман да аңлап бөтмәйем. Бәлки, шундай күрекле егеттең мине һайлауы шашындырғанмылыр, ә хәҙер үҙемде ғәйепле тоям ғыналыр. Бер ҡараһам, Хәлилгә тормошҡа сығып, ул аяғына баҫмаһа, ғүмер буйы уны ҡарай алмам төҫлө. Түҙемлегем етмәҫ... Һауығып китһә лә, уны бәхетле итә алмаҫмын, миңә ышанмаҫ төҫлө. Икенсе яҡтан, Хәлилде юғалтһам, үҙемә лә йәшәү булмаҫ кеүек…
Дуҫымдың күҙ йәше минең дә сикәмде сылатып үтте. Икәүләп шым ғына иланыҡ. Йәп-йәш көйө үҙе теләп ғәрипләнгән ғорур егетте ҡыҙғандыҡмы, уны аяныслы аҙымға этәргән тәкәббер һылыуҙың вайымһыҙлығына әрненекме? Әллә бер көйҙөрөп, бер яндырып килгән мөхәббәткә һыуһауыбыҙ булдымы – беҙгә ҡыйын да, рәхәт тә, көйөнөслө лә, өмөтлө лә ине сикәләрҙән аҡҡан саф ысыҡ тамсыһындай күҙ йәшебеҙ…

***

Себерҙән ҡайтып төшкәс, Ташморон ауылына яҡын ғына ҡалала туҡталдым. Маҡсатым мәктәпкә барыу түгел ине: йырсы Гөлсирә тигән даным сыҡҡан, йыр буйынса китеү уйы менән янам. Ҡаланың мәҙәниәт һарайына методист итеп эшкә алдылар, шулай уҡ вокал ансамбле етәксеһе итеп ҡуйҙылар, конферансье ла икән мин. Бер хеҙмәт хаҡына бик күп йөкләмә алып эш башлап киттем. Икенсе эшем итеп спорт-һауыҡтырыу комплексына яҡын ғына ерҙә ҡуртымға фатирға урынлаштым. Быныһы ни өсөн кәрәк булыуын үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ.
Ташморонға барып төшкәс, Хәлилдәрҙең өйөн таба алмай ҡаңғырҙым. Сөнки киске уйынға ғына килгәндә, ҡараңғыла, етмәһә, ҡыш көнө, көрткә батҡан урамдан йөрөгән ереңде матур йәй көнө нисек тапмаҡ кәрәк? Кешенән һорашырға уңайһыҙландым, әйтерһең, яҙыҡ эш менән йөрөйөм... (Хәҙерге халәтемдән ҡарағанда, бәлки, ысынлап та яҙыҡ булғандыр?! Тик ул саҡта минән дә тәүәккәл, минән дә көслө кеше юҡ кеүек ине!) Шулай ҙа бер әбекәйҙән һорашмай булдыра алманым. Яҡын ғына килеп төртөлгәнмен дә! Ике өй аша ғына икән уларҙың өйө!
Ҙур булмаған йортҡа яҡынлашҡан һайын ҡыйыуһыҙлана барһам да, үҙемде эстән дәртләндерҙем: минең уйым яҡты, ниәтем ифрат яҡшы! Мин Хәлилгә бары ярҙам итергә генә теләйем!
Ишекте һаҡ ҡына туҡылдатып астым. Өс пар күҙ миңә аптырап төбәлде: инәй, олатай, Хәлил – өсәүләп сәй эсеп ултыралар ине. Һаулыҡ һораштым, танымағандарын белеп, үҙемдең Рәзинәнең әхирәте икәнде әйтеп торманым. “Социаль ярҙам бүлегенән, Хәлил Нәғимов ошонда йәшәйме?” “Эйе, ошонда...”
Ауылға килгәнсе мин үҙем тураһында байтаҡ әкиәт уйлап сығарғайным: социаль хеҙмәткәрмен, аҙна һайын дарыуҙар, аҙыҡ-түлек килтерергәме, өй тирәһендә ярҙам күрһәтергәме... Рәзинәнең исемен телгә алмаҫҡа, уңалып барған яраларын ҡуҙғатмаҫҡа.
Мине танымауҙары бик тә урынлы булды. Хәйер, нисек таныһындар? Улар бит Рәзинәне күреп ах-вах килделәр, Хәлил бөтә донъяһын онотто. Һөйгәненең күҙенә генә ҡарап торған кеше, бәлки, мине абайламағандыр ҙа әле. Етмәһә, ҡышҡы кейемдә, башымда күҙгә төшөрөп кейелгән башлыҡта, танауға тиклем шарф уралған көйө. Шулай ҙа, байтаҡ аралашҡас, бер нисә айҙан һуңмы икән: “Мин һине ҡайҙалыр күргәндәй булам. Элек күрешкәнебеҙ булманымы икән?” – тип һорап ҡуясаҡ ул. “Белмәйем, бәлки. Ер шары бит түңәрәк! – тип көләсәкмен мин. – Бәлки, дауаханала тап килешкәнбеҙҙер йәки киноламы, магазиндамы...”
Тәүҙә ата-әсәһе лә, Хәлил үҙе лә мине ятһынып ҡабул итте. Ярҙамдан баш тарттылар, дарыу-фәлән, аҙыҡ-түлек килтерһәм дә, ныҡ ҡыйынһындылар. Магазин, аптеканан чек талап итеп, барыһы өсөн түләгәс кенә ризалыҡ бирҙеләр. Мин Хәлилгә артыҡ иғтибар итмәгән булып ҡыландым, ярҙам итәм дә китәм. Буш ваҡытын файҙалы уҙғарһын өсөн китаптар һатып алам, бигерәк тә ауыр хәлгә ҡалып та, уны еңеп сыҡҡан Маресьевтан, Островскийҙан башлап, Ник Вуйчичҡа тиклем һәр төрлө батыр рухлы кешеләр тураһында китаптар табып килтерҙем. Бәйләнсеклек күрһәтмәй генә Хәлилде бирешмәҫкә өндәйем, бөтәһен лә еңеп сығып, аяғына баҫып китеренә өмөтләндерергә тырышам. Тамсы тама-тама ташты тишә, Нәғимовтар ҙа миңә өйрәнде, инәй-олатай үҙ ҡыҙҙарылай күрә, аҙна буйы килеп күренмәһәм, һағынышып көтәләр. Хәйер, ваҡытым да күп түгел минең: эшем, үҙемдең тормошом, дуҫтарым, етмәһә, машина йөрөтөү хоҡуғына эйә булыр өсөн автомәктәптә уҡып йөрөйөм. Хәлил дә оялмай хәҙер, уйҙары менән уртаҡлаша, уҡыған китаптары тураһында һөйләй. Беҙ йыш ҡына бәхәсләшеп китәбеҙ. Ул ниндәйҙер әҫәрҙе оҡшатмауын, тәнҡитләүен, әкиәт яҙған, ысын улай булмай, тиһә, үҙем дә тап шулай уйлауға ҡарамаҫтан, сәсрәп ҡаршы төшәм. Минең өсөн Хәлилдең уйлауы, үҙенең фекерен белдереүе, ҡыҙыҡһыныуы мөһим. Йәшәүгә ынтылышы уянһын, киләсәгенә өмөт тыуһын, тип маташыуым... Һиҙҙермәй генә бер-беребеҙгә өйрәндек. Мин үҙемдең Рәзинә менән килеп ингәндә үк Хәлилгә баш көллө ғашиҡ булыуымды аңлағайным инде. Ғашиҡ булыу яйлап ысын мөхәббәткә әүерелде. Тик Хәлил... Хәлил иһә дуҫы, иптәше, серҙәше итеп күрҙе мине, ярҙамсыһы, фекерҙәше итеп ҡабул итте. Ярата алдымы? Рәзинәне оноттомо?! Әммә һөйгәне өсөн ҡатын-ҡыҙ яулай алмаған бейеклек бармы? Яуланым мин уны... “Мин һиңә ғүмер буйы рәхмәтле булырмын, Гөлсирә!” “Ә мин икебеҙ өсөн дә яратырмын, Хәлил! Минең һөйөүем икебеҙгә лә етер!”
Бик яҡын кешеләрҙе генә саҡырып, никах уҡытып, шул уҡ көндө яҙылышып, беҙ ир менән ҡатын булып киттек... Тиҙ арала мин ҡуртымға алып торған фатирға күсендек, ата-әсәһе, йәғни ҡайным-ҡәйнәмдәр Хәлил өсөн шатлығынанмы, әллә айырылышыу һағышынанмы күҙ йәше менән оҙатты беҙҙе...
Мәҙәниәт кешеһенең тормошо ла, эше лә башҡаларҙыҡына оҡшамаған: көндөҙ буш булһаң, концерт-фәлән кискеһен. Беҙҙең өсөн тормош кискеһен, төндә башлана. Хәлилде иртә менән спорт комплексына йөрөтәм, (әлдә яҡын әле!) тренерҙар, инструкторҙар менән төрлө күнекмәләр эшләй, кәрәкһә, дауаланыу курсы үтә, бассейнға йөрөтәм. Бер нисә тапҡыр санаторийға ла барып ҡайтты. Мин арыуҙы белмәйем, бөтөн көнөм йүгереп үтә. Ябыҡтым, әммә йөҙөмдән йылмайыу китмәне. Сөнки бәхетле инем мин! Һөйгәнем янымда, эштәрем гөрләп тора, тағы ни кәрәк?!
Тәүҙә кресло-коляскала йөрөргә өйрәнһә, йыл ярым тигәндә ходункиға таянып баҫып тора башланы Хәлил. Уның менән атларға өйрәнһә лә, урамға сығырға баҙманы, һаман коляска менән йөрөүҙе хуп күрҙе. Дүртенсе йылына иһә тәү тапҡыр үҙ аяғына баҫып, беренсе аҙымдарын яһағанда икәүләп иланыҡ! Беҙ бәхетле инек! Бөтәһе лә буласаҡ! Бөтәһе лә! Сөнки иң ауырын беҙ еңдек – аяҡҡа баҫтыҡ!
Быға тиклем дә мин бәпәй алыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡыланым, тик ирем һәр ваҡыт һуҙып килде. “Ике имгәкте ҡарай алмаҫһың! Һиңә ике йөктө күтәртергә намыҫым ҡушмай!” “Бала кәрәкһә, мине ҡалдыр! Бына тигән һау-һаҡ егеттәр бар!“ “Аяғыма баҫһам, шунан уйларбыҙ!” Хәлил атлап киткәс, (хәйер бер көн эсендә генә атлап китеү мөмкин түгел, берәр-икешәр аҙымлап, аяҡҡа баҫты!), ныҡлап йөрөй башлағас, бер нисә айҙан һуң был уй ҡапыл ғына минең башыма килде.
Ул көндө ниңәлер ауырып уяндым. Башымды ҡалҡытһам, сатнап барғандай... Минең йүгереп йөрөгәнгә өйрәнгән хәләлем аптыранып эргәмә ултырҙы. Маңлайыма башын тейҙерҙе: юҡ, температура беленмәй. Сәй яһап килтерҙе, бал, лимон ҡуйҙы. Юҡ, эскем килмәй, кәйеф тә, аппетит та юҡ. Башты күтәреп булмай. “Тиҙ ярҙам” саҡыртырға мәжбүр булдыҡ. Улар улай-былай иттеләр ҙә, ныҡлап тикшерелергә ҡушып, дауаханаға алып киттеләр. Буш палатала тик ятып башыма ҡыҙыҡ уйҙар килә: дүрт йылдан ашыу ат урынына сабып йөрөп, ныҡ арығанмындыр. Ике кеше өсөн эшләп, ике кеше өсөн уйлап, хәл итеп, ныҡ йонсоғанмындыр. Әле килеп Хәлил аяғына баҫҡас, саҡ ҡына теҙгенде бушатҡайным, йөк туҡтаны. Аттың хәле бөттө, ныҡ талсыҡҡан ғыналыр, тип көлөмһөрәп ятам. Төрлө анализдар алдылар, УЗИ, ФГС, флюорография, рентген... Иртәгеһенә обходҡа ингән доктор ҡатындың йөҙөн күреп, йөрәгем һулҡылдап ҡуйҙы: эш хөрт, тимәк. Биргән һаулығымды ла алмай, яныма ултырҙы. Ҡулдарымдан тотто.
– Ике яңылыҡ бар, яҡшы һәм насар. Ҡайһыһынан башларға?
– Насарынан.
– Дауахана карауатында байтаҡ ятырға тура килер, сәләмәтлегеңде нығытаһы бар. Анализдарың һәйбәттән түгел...
– Ә яҡшыһы?
– Яҡшыһымы? – Доктор балҡып йылмайҙы. – Ҡотлайым, һылыуҡай! Һин әсә буласаҡһың!
Хәлилемдең аяҡҡа баҫыуынан да ҙурыраҡ бәхет булыуы мөмкин түгелдер тип уйлай инем, унан да олоһо, Ер шарынан да олоһо була икән бәхеттең! Әсә булыу бәхете!
Минең ауырға ҡалыуым Хәлил менән икебеҙҙең араны нығытты тип кенә әйтеү бик аҙ булыр: бер бөтөнгә әйләндек! Иң тәүге эше итеп ул, интернет киңлектәрен гиҙеп, ауырлы ҡатындар өсөн файҙалы һәм зыянлы әйберҙәрҙе өйрәнде. “Буш менән булышма, минең организмым үҙе белә нимә ярай, нимә ярамай. Беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр бер ҡасан да интернет ҡарап йә гәзиттән уҡып өйрәнеп бала көтмәгән, бала баҡмаған”, – тип ҡаршылашыуыма иҫе лә китмәне. Ул мине бала ҡараған кеүек ҡараны, нимә ярамай – бер ҡабым да ашатманы, нимә әсәгә кәрәкһә – ҡайҙан булһа ла тапты. Физик күнегеүҙәр йыйылмаһы төҙөп, бергәләп үтәнек. Әйтергә онотҡанмын, күнегеүҙәр буйынса – ул спец. Йәғни, белгес. Эйе, эйе... Тәүҙә, үҙе түшәктә ятҡанда, ул әллә ҡайҙарҙа сыҡҡан махсус әҙәбиәт яҙҙырып алып уҡыны, артабан интернетыбыҙ барлыҡҡа килгәс, уның аша өйрәнде. Шул саҡта шаяртып ҡына: “Һин хәҙер бөтөн медиктарҙан да, тренерҙарҙан да күберәк беләһең. Дипломың ғына юҡ, уҡып алырға кәрәк!” – тигәйнем. Был һүҙҙәр уны уйландырҙы, шикелле. Күп тә үтмәне, ул ситтән тороп уҡырға инде, сессияларға икәүләп йөрөнөк, бергәләп имтихандарға әҙерләндек. Шулай итеп, ул медицина белгесе – реабилитолог һөнәрен алды. Тәүҙә үҙебеҙҙең спорт-һауыҡтырыу комплексында инструктор булһа, аҙаҡтан реабилитация үҙәгенә эшкә төштө. Өйләнешкән саҡта Хәлил үҙен кәмһетә, һиңә тиң түгелмен, инвалидмын, бөтәһе лә мине йәлләй, тип аҙарына ине. Нимә тип кенә бының улай түгеллеген иҫбат итһәм дә, ышанманы. Шул саҡта мин оҙаҡ уйландым, Хәлил үҙен миңә тиң итеп тойһон өсөн нимәнелер үҙгәртергә кәрәк икәнен аңларға тырыштым. Һәм аңланым: уның үҙ-үҙенә ышанысы юҡ, үҙен ихтирам итмәй. Тап ошо юҫыҡта эшләргә кәрәклеген төшөнгәс, мин ипләп кенә уны кеше араһына алып сыға башланым. Ул үҙен тиң тойоп һөйләшһен, аралашһын, кемгәлер кәңәш тә бирһен. Буш уйҙар солғанышында ҡалмаһын өсөн уға яңы шөғөлдәр уйлап табып ҡына торҙом. Йырсы Гөлсирә икәнемде әйткәйнем инде. Беҙ йыш ҡына кискеһен, төндәрен йондоҙҙарға ҡарап ултырырға яратабыҙ. Шул мәлдәрҙә мин йыш ҡына уға йырлайым. Ул һораған, күңеленә ятҡан йырҙарҙы ла, өйрәнергә тейешле концертта йырлаясаҡ яңыларын, боронғо халыҡ йырҙарын да. Белгәндәрендә ул да миңә ҡушылып китә... Шым ғына мөңгөрләшеп, ҡосаҡлашып йыр-моң донъяһына инеп китәбеҙ. Ошондай илаһи мәлдәрҙә мин үҙемде донъялағы иң бәхетле ҡатын итеп тоям... “Мин һине яратам, Хәлил! Эргәмдә булһаң, миңә башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй!” – тием мин уға шыбырҙап. Ул йылы ғына итеп оҙон сәс толомдарымдан һыйпай, уны һүтеп ташлап, башын толомдарыма терәп еҫкәй. Һинең сәсеңдән йәйге болон еҫе, сәскәләр еҫе килә, ти ул... Йырлашып ултырған саҡта бер көн әйтеп ҡуйҙым: “Һинең дә тауышың матур бит, Хәлил! Бәлки, һиңә лә йыр буйынса уҡып алырғалыр? Икәүләп сәхнәгә сығыр инек, хәтәр дуэт килеп сығыр ине!” “Юҡ, матурым, мин сәхнә кешеһе түгел...” Шулай ҙа мин ай-вайына ҡарамай синтезатор һатып алдым, уға ноталар өйрәтә башланым. Үҙем эшкә киткәндә күп итеп музыка теорияһы буйынса эш ҡушып китәм: башына теләһә ниндәй уй килмәһен, йәшәүҙең йәмен юғалтмаһын, тимен. Бик ауыр бирелде уға ноталарҙы өйрәнеү, әммә яйлап был эште лә йырып сыҡтыҡ. Мин “өлгөрмәгән” саҡта йырҙарҙы ноталарға һалды, аҙаҡ хатта аранжировкалар эшләргә өйрәнде. Компьютерҙа ноталар менән эшләүҙе өйрәнеү иһә уға бик үк ауырға тура килмәне. Бындай шөғөлдәр уны үҙенә ныҡ йәлеп итте, тырышып ҡына түгел, бирелеп, яратып эшләне... Тәүҙә лә тәҡдим иткәйнем, аяҡҡа баҫҡас та, ләкин ул музыка буйынса минең яныма эшкә килеүҙән баш тартты. Үҙем дә ныҡышманым: көнөн дә, төнөн дә бергә булып, уны ялҡытыуҙан ҡурҡтым. Әйҙә мине һағынып көтөп алһын, бер аҙ борсолһон...
Йөклөлөк, улыбыҙҙың донъяға килеүе, уны бағыу – беҙҙе тағы ла яҡынайтты. Элек бик һирәк килгән, күбеһенсә, телефон аша һөйләшеп кенә хәлебеҙҙе белгән ҡайны-ҡәйнәм дә, ейәндәре тыуғас, беҙгә йыш ҡына килә башланы. Ата-әсәһе, улы менән бергә ҡайнашҡан, етмәһә, үҙ аллы атлап йөрөгән иремде ситтән ҡарап тороу минең күңелемде наҙлы бер йылылыҡ, әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлеккә сорнай. Мин бәхетемә сәсәп, тын ала алмай китәм... Дүрт йылдан ашыу ошондай мәл өсөн генә тырышыуымды, көрәшеүемде, һәм был көрәштең бушҡа булмауын аңлайым... “Бәпәйҙәребеҙ” тип өҙөлөп торған ҡайны-ҡәйнәмдең шатлығын күреү, рәхмәттәрен, изгеләрҙән-изге алғыш­тарын ишетеү беҙҙе лә ҡанатландыра...
Бәхет эсендә генә йөҙөп йәшәнекме ни? Юҡ, юҡ, ҡашығаяҡ шылтыраған саҡтар булмай торамы ни?! Әммә мин, ниндәй генә ҡыҙыу холоҡло булһам да, үҙемде тыя алдым. Сөнки уның мине ташлау ихтималлығын бер ҡасан да онотманым. Эйе, мин уны бер ҡасан да ташлай алмаясаҡмын, сөнки мин уны яратам! Яратам һәм унһыҙ йәшәй алмайым. Ә ул... йәшәй ала, сөнки ул миңә рәхмәтле, бурыслы, әммә яратамы? Был минең өсөн сер... Ул хаҡта ауыҙ асыу ғына түгел, хатта уйларға ла ҡурҡам. Яратҡан кеше ғорур була алмай: мин унан ғәфү үтенә, алдына теҙләнә, инәлә алам. Ә яратмаған кеше бер ҡасан да инәлмәй, ғәфү һорамай, сөнки уға кәрәкмәй. Быны мин һис иҫемдән сығармайым... Йәш саҡта Хәлил ныҡ ҡыҙыу, дыуамал, алдына алғанын эшләмәй ҡуймаған ныҡыш егет булған. Шул дыуамаллығы арҡаһында ла, бер һүҙ өсөн, упҡындан мотоцикл менән осҡан инде. Беҙ осраша, дуҫлаша башлағас та, артабан өйләнешеп бергә йәшәгәндә лә Хәлил миңә ундай холҡон күрһәтмәне. “Аллаға шөкөр, улыма аҡыл ултырҙымы, әллә һин уға шулай тәьҫир итәһеңме, элекке иҫәрлеге, уйламай эшләүе, ҡыҙыу ҡанлылығы юғалды бит!” – тип һөйөндө ҡәйнәм. “Тәрбиәләнем!” – тип ҡәнәғәт көлдөм... Минең тәьҫиремдә лә, аҡыл ултырыуҙа ла булмаған икән Хәлилдең тыныслығы – бары битарафлыҡта булған. Яратмаған кешене ҡыҙғанмайҙар, көнләшмәйҙәр, яратмаған кешегә холоҡ күрһәтмәйҙәр, өҫтөнлөгөн иҫбат итмәйҙәр, уның өсөн дыуамал аҙымға бармайҙар. Шуға ла бар нәмәгә тыныс ҡараған, вайымһыҙ йәшәгән бит минең Хәлилем. Быны мин уның менән ун ике йыл ғүмер иткәс, бөгөн килеп кенә аңланым. Уның күҙҙәренең баҙлап китеүенән, ҡараштарының осҡонланыуынан, йөрәгенең елкенеүенән төшөндөм: бығаса ул тулы ҡеүәтенә йәшәмәгән, бары ошо тормошона ризалашҡан, яйланған. Башҡа тормош барлығын оноторға теләгән генәлер...
Ун ике йыл... Ун ике йыл дауам итте бәхетем... Бәлки, минең өсөн генә бәхеттер, ә Хәлил өсөн иллюзия ғына булғандыр. Сөнки ул Рәзинәне күрҙе лә, барыһы ла киренән үҙ күсәренә әйләнеп ҡайтты...
Бассейнға китеп барабыҙ. Бер ни уйламай, шаярышып, көлөшөп, яңы яуған ҡарҙы шығырҙатып... Аллея ситендәге ағастарға ҡуйы бәҫ һарыған. Улар ҡарҙың ауырлығын күтәрә алмай, аҫҡа эйелеп, ботаҡтары беҙҙең башҡа тейеп-тейеп ҡала.
– Ниндәй хозурлыҡ! Бындай матурлыҡ алдында әкиәтең ары торһон!
– Эйе, бигерәк матур, ҡояшлы көн! – Хәлил ботаҡты тартып, минең өҫтөмә ҡарҙы ауҙара. Сыр-сыу көлөшөп, мин уны баҫтырам, уның өҫтөнә лә ботаҡ эйелдереп, ҡарға түгел, көмөш тәңкәләргә күмәм!
Ошо салт ҡыҙыл ҡояшты ҡаплап, юл ситендә бер һын иғтибарымды тартты. Унан ниндәйҙер кире энергия, шом, ҡурҡыныс килеүен мин шундуҡ тойҙом. Был тирәнән тиҙерәк китергә, ҡасырға, юғалырға теләнем... Хәлил генә күреп ҡалмаһын! Ҡара күҙлек кейһә лә, ҡап-ҡара йылтырап торған ҡиммәтле тунда, шундай уҡ башлыҡта булһа ла, мин уны таныным: Рәзинә! “Юҡ, килмә!” – тип баш сайҡаным һәм тиҙерәк бассейн урынлашҡан бинаға инеп китә һалдыҡ. Хәлилде душҡа индергәс, юҡ йомошто бар итеп, тышҡа атылдым!
– Гөлсирә! Гөлсирәкәйем! – Рәзинә мине ҡыҫып ҡосаҡлап алды. – Һине күрер көн дә бар икән! Ә Хәлил! Хәлил сыҡмаймы ни?
– Мин һурылып әхирәтемдең ҡосағынан сыҡтым:
– Юҡ, киттек был тирәнән! Хәлил күрмәһен!
Алыҫ түгел ерҙә бәләкәй генә кафе бар, шунда ыңғайланыҡ. Кофе алып, ҡара ҡаршы ултырыштыҡ.
– Рәзинә! Тураһын әйт, нимәгә ҡайттың? Ҡасан? Ниндәй маҡсат менән?
Ә Рәзинәм нисек итеп Ташморонға барғанын, инәлеп беҙҙең адресты һорағанын, ләкин ҡарттарҙың әйтмәгәнен, шунан минең эшемде белешеп, вахтерҙан адресымды алыуын һөйләне. Әммә былар миңә ҡыҙыҡ түгел ине. Йөрәгем алҡымыма тығылып йәнә баяғы һорауҙы бирәм:
– Ниңә килдең? Беҙҙең бәхетте емерергәме ни? Аяҡҡа баҫҡас, Хәлил кәрәк булдымы?
– Белмәйем... – Рәзинә минең уҫал һорау­ҙарыма үпкәләмәй, тыныс ҡына сынаяғын ҡулдарында әүәләй. – Ике тапҡыр тормошҡа сыҡтым: береһе менән ярты йыл самаһы, икенсеһе менән ике йыл торҙом. Яратмаған кеше менән йәшәге лә, бала тапҡы ла килмәй икән, Гөлсирә.
– Унға бар, уңғансы бар, тигән боронғолар! Әле һин йәш, өсөнсөңдән, бәлки, уңырһың!
– Уңмаған юлды ҡыума, тигәнен дә иҫлә... Һуңғы арала шул хәтлем үҙәгем өҙөлөп Хәлилде һағындым! Уны хәтерләмәгән бер генә көнөм түгел, сәғәтем дә булмағандыр... Мин бит уны күптән үлгәндер, тигәйнем. Сөнки умыртҡа бағанаһы һынып, аяҡтан яҙып ятып ҡалды бит... Мин Себергә китеп юғалғас, өмөтһөҙлөккә бирелеп, йәшәүҙән туйып йә үҙен берәй нәмә эшләткәндер, йә былай ҙа түшәктәге кеше оҙаҡҡа бармағандыр, үҙ ваҡыты етеп киткәндер, тип уйланым... Уларҙың өйөнә барыуым да ҡәберен белешеү, ҡасан мәрхүм булыуын һорашыу һәм, ҡәбер һыуығы кешенең йөрәк яныуын баҫа икәнен беләм бит, мәңгелеккә онотоу ине... Тик ата-әсәһе Хәлилдең тере икәнлеген, ҡалала йәшәүен, аяҡҡа баҫыуын әйтеп тетрәндерҙе. Барма, күренмә, йөрөмә, ул бәхетле, тинеләр, йәшәгән ерегеҙҙе әйтмәнеләр. Уларҙың йөҙөндәге мине артыҡ итеп күреүҙәре, уны ташлап китеүҙә ғәйепләүҙәре ярылып ята ине. Эйе, Гөлсирә, мин ғәйепле! Яратһам да, ташлап киттем. Көсһөҙ инем мин! Уға ярҙам итергә, уның аяғы булырға, ышанысы, өмөтө, ҡанаты булырға хәлемдән килмәне.
– Ә минеке килде! – тинем мин үжәтләнеп. – Йылдар буйы көрәштек! Икәүләп көрәштек һәм еңдек! Кит, Рәзинә! Ҡайҙан килгәнһең, шунда кит! Тик емермә беҙҙең бәхетте, үтенәм һинән!
– Ярай! – тине, байтаҡ ултырғас Рәзинә. – Китермен. Тик бер шартым бар: мин Хәлилде күрергә, һөйләшергә тейеш. Әгәр ул ысынлап та тормошонан ҡәнәғәт, бәхетле икән, биғәйбә. Китермен.
– Юҡ! Юҡ, күренмә күҙенә! Хәҙер үк кит...
– Тимәк, ул һине яратмай! Тимәк, һин уға ышанмайһың? Әгәр шулай икән, бәхетлеме һуң Хәлил?
– Бәхетле!
– Улай булғас, нишләп ҡурҡаһың? Бәхетле икән, миңә әйләнеп тә ҡарамаҫ! Йәки үс, нәфрәт, күрә алмау тойғоһо менән ҡарар! Янынан ҡыуыр! Бер генә осрашыу, дуҫҡайым! Башҡа килмәм, күренмәм! Бары күҙенә генә ҡарармын да...
Ризалаштым. Бәлки, ризалашырға кәрәкмәгәндер... Йүгереп сыҡтым кафенан, ләкин кире бассейнға барырға, Хәлилдең күҙҙәренә күренергә ҡыйманым. Тыныс ҡына ҡарай алмаҫ инем уға, эсемдәге утты һиҙер ине. Күҙҙәремдәге хафаны күрер ине...
Эштә оҙаҡ тотҡарланып, концерттан һуң да өйгә ашыҡмай, яйлап, хатта банкетта булып, бер аҙ шампан шарабы уртлап, өйләнешкәне бирле тәүге тапҡыр бик һуң ҡайттым. Хәлилдең йоҡлауын теләнем, сөнки һөйләшергә ҡурҡтым. Ныҡлы тип һанаған бәхетемдең бер ел иҫеүенән, бер ҡараштан да селпәрәмә килеү ихтималлығынан ҡурҡтым! Гәлсәр быяла шикелле генә икән дә был бәхетем... Сылтырап төшмәҫ тимә... Шым ғына ҡайтып индем, йоҡо бүлмәһенә үтмәй, залдағы диванға терәлдем.
– Матурым, Гөлсирә! – тине иремдең яғымлы тауышы. – Ниңә бында үтмәйһең? Әйҙә, кил, һине көтөп, йоҡлай алмай ятам. Берәй нәмә булманымы тип ҡотом осто... Былай оҙаҡлағаның юҡ ине бит...
Мин сисенеп уның эргәһенә ятам, һығып ҡосаҡлайым! Тәүге тапҡыр яратҡандай шашып яратам! Ҡулдарының бармаҡтарынан башлап, сәстәрен, ҡолаҡтарын, хатта танауын үбеп сығам! Хәлилем минең был халәтемә аптырай, мин өндәшмәйем, бары яратам, яратам, тигән һүҙҙәрем генә уны ла аҡылдан яҙыр сиккә еткерә. Әллә һуңғы тапҡыр яратыуымды белеп шулай шашындыммы икән?! Хәлилем мине ҡосағынан ысҡындырмай, йылмайып йоҡлап китә. Мин тын алырға ла ҡурҡып, төнө буйы керпек ҡаҡмай, шым ғына илап сығам... Бәхетем минең, йөрәк ярам, бирмәйем мин һине бер кемгә лә! Бирмәйем!
Икенсе көндө Рәзинәне тағы шул урында осраттыҡ. Был юлы ҡояштан һаҡлаусы ҡара күҙлеген кеймәгәйне. Алыҫтан уҡ шәйләһәм дә, һиҙҙермәнем. Юлыбыҙҙы дауам иттек. Ҡаршыбыҙға сыҡты. Бәлки, танымаҫ Хәлил, үтеп китер, тип өмөтләндем. Бушҡа ғына! Ҡаҡҡан ҡаҙыҡ кеүек ҡатты йәрем! Шып туҡтаны! Артабан атларға ла, өндәшергә лә онотто: Рәзинәнең күҙҙәренә текләп ҡатты! Мин еңелдем! Еңелеүемде мин шунда уҡ тойҙом. Онотмаған! Әгәр онотһа, хистәре һүрелһә, бер ни булмағандай, күптәнге танышылай ҡолас йәйеп ҡаршы алыр ине, арҡаһынан ҡағып: “Күпме йылдарҙан һуң!” – тиер ине, хәлдәрен һорашыр ине! Ә был ҡарашын да айырып ала алмай! Икәүһен шул килеш ҡалдырып киттем. Илай-илай киттем... Комплексҡа барып, душ аҫтына индем, һыу менән ҡуша йәштәрем туҡтауһыҙ ҡойолдо. Бассейнда йөҙҙөм, һыу менән ҡуша йәштәрем аҡты... Нимә һөйләшкәндәрҙер, күпме бергә булғандарҙыр, Хәлил бассейнға килмәне... Бәлки, бер нәмә лә һөйләшмәгәндәрҙер, ул да минең кеүек күҙемә күренергә ҡыймай, ҡала буйлап йөрөгәндер, йә өйгә бикләнеп ғазапҡа батҡандыр. Белмәйем. Ул өндәшмәне, мин һораманым. Ят кешеләр кеүек өс көн йәшәнек. Ул үҙенең уйында, мин үҙемдекендә. Аралағы һалҡын, күҙгә күренмәгән таш стена торған һайын бейегәйҙе һымаҡ. Өс көн түҙҙем. Өс төн икәүләп йоҡоһоҙ бер түшәктә борһаландыҡ. Тик арала ашатлап сыға алмаҫлыҡ упҡын, берегә алмаҫлыҡ ике ҡитға ятыуын тойҙоҡ. Етте! Нөктәне мин ҡуйырға тейеш. Улымды мәктәпкә оҙатып, икебеҙ генә ҡалып, сәйгә ултырған мәлде көттөм.
– Хәлил, әйҙә һөйләшәйек! Былай булмай бит! – тинем мин бар ҡыйыулығымды йыйып. – Рәзинәне һаман яратаһың икән, мин тотмайым. Бәхетле булығыҙ! Икәүләп ситкә киткегеҙ килһә, китегеҙ! Бында ҡалырға теләһәң, мин китермен. Тик... ғазаплама мине... Үҙең дә ғазапланма!
– Баш ҡатты, Гөлсирә! – Хәлил сынаяғын өйрөлтөп, һыуыҡ сәйенә текләп, оҙаҡ ултырҙы. – Онотҡанмындыр, тигәйнем... Юҡ... Онотормон мин уны, тырышырмын. Емермәйек ғаиләне... Улыбыҙ хаҡына. Нисек ташлап китәйем һине! Мин һиңә ғүмер буйына рәхмәтле, ғүмер буйына бурыслы!
– Һин миңә бер нәмә лә бурыслы түгел! – Ниңәлер уҫал, ҡаты итеп ысҡындырҙым. – Беҙ бергә тырыштыҡ, көрәштек, еңдек! Дөрөҫ! Тик һәр кемдең бәхетле булырға хаҡы бар! Әгәр һин бәхетеңде Рәзинәлә күрәһең икән, бар! Бәхетле бул! Ошоға тиклем минең менән йәшәгәнеңә, яратмаһаң да түҙгәнеңә мең рәхмәт! Бәхетем өсөн! Улым өсөн рәхмәт! Улыбыҙҙы ҡасан теләйһең, шунда килеп күрерһең, үҙем дә килеп торормон, рөхсәт итһәң! Тик мин былай йәшәй алмайым.
– Мин дә, матурым! Йөрәктең былай һыҙлауына артабан да түҙә алмаҫмын!
– Шулай булғас... Әйҙә хәл итәйек: һин ҡалаһыңмы? Минме? Әлбиттә, мин китергә ризамын, сөнки үҙең беләһең, баш ҡалаға мине күптән саҡыралар. Телевизорҙан ғына минең йырлағанымды ҡарап ултырырһың әле!
– Йырҙарыңды һағынырмын инде!
Һағынырмын, тине, тимәк, ул риза. Күптән риза, тик әйтергә генә ҡыймаған! Бурыслы булып ҡалыуҙан ҡурҡҡан. Ә был һүҙҙәре уның миңә фатиха биреүе, айырылышырға әҙер булыуы тигән һүҙ...
Илаҡмын шул... Түгелеп иланым! Ул мине ҡосаҡлап йыуатты, үҙе лә йәшкә мансылып, мине өмөтләндерҙе, ҙур киләсәк юраны... Илашып хушлаштыҡ беҙ мәңгегә һөйгән йәрем менән... Кеше бәхетһеҙлегендә бәхет төҙөп булмай, тиҙәр. Төҙөй алманыммы? Әллә төҙөһәм дә һаҡлап ҡала белмәнемме? Бәхетле булдым, оҙон ун ике йыл бәхеткә ҡойоноп йәшәнем! Ошо һөйөүем мине ғүмерем аҙағынаса оҙатып барыр, йылытыр, наҙлар, күңелемә ҡатырға юл ҡуймаҫ...
Рәзинәгә үҙем шылтыраттым:
– Кил, әхирәт, бер минутта килеп ет!
– Ниңә улай ҡабалан? Ни булды?! Хәлил менәнме?!
– Бәхетте оҙаҡ көттөрөргә ярамай! Былай ҙа оҙаҡ көттөң бәхетеңде! Инде ҡулыңдан ысҡындырма. Их, Рәзинә, Рәзинә! Һаҡла уны! – тинем дә эстән генә өҫтәп ҡуҙым: “Өҙөлөп яратҡан, йәнемдән артыҡ күргән Хәлилемде һаҡла!”

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: