ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА
Улар ике тиҫтә йылдан һуң осрашырға тейеш ине.
Бына ул көн килеп етте. Бөгөн эштән ҡайтҡас та ире менән һөйләшергә кәрәк. Ҙур ҡала урамы буйлап ашыҡмайынса ғына үҙ уйҙарына сумып атланы ла атланы. Автобусҡа ултырмайынса әллә нисә туҡталышты үтте. Башындағы уйҙарҙы тәртипкә һалырға кәрәк. Күтәрелеп тирә-яғына ҡараны. “Ҡала матур, ул төҙөгән ҡала иң матур ҡалаларҙың береһелер, бәлки. “Аҡ ҡала” тиҙәр бит уны! Үҙәк урамдары сәскәгә күмелгән, урамдың уртаһынан оло юлды икегә бүлеп, ҡырағай алмағастар үҫеп ултыра. Кем уйлап тапҡандыр ике юл араһын емеш-еләк ағастары менән бүлергә?! Яҙын-көҙөн уларҙың матурлығы әйтеп бөтөргөһөҙ – тағы ҡайһы ҡалала бар икән бындай иҫ киткес матурлыҡ! Барҙыр, әллә ниндәй матур ҡалалар барҙыр, тик был – ул төҙөгән ҡала! Бар ерҙә асфальт, матур туфлиҙарҙа – тек-тек. Ә бында бит улар, ун һигеҙ-егерме йәшлек ҡыҙҙар, резина итек менән тубыҡтан ҡар йырып, ошо мәктәп, магазин, йорттарҙы төҙөнөләр. Уның да көсө инде бит бында. Барыһы ла күҙ алдында: ҡала көндән-көн үҫә, матурая. Асия иртәгәнән сираттағы ялына китә, бөгөн һуңғы көн эшләне. Бер-ике көн өйҙәге эштәрҙе ҡарарға ла юлға йыйынырға кәрәк. Ниндәй юл менән килһә, шул юл менән ҡайтасаҡ – был уның йәшлеккә сәйәхәте буласаҡ. Ул быны ике тиҫтә йыл көттө.
Өйгә ҡайтып ингәндә, аш-һыу бүлмәһенән татлы еҫтәр таралған, радионан йыр-моң ағыла. Ингәнен ишетеүсе юҡ. Асия шым ғына аш-һыу бүлмәһенең ишек яңағына килеп һөйәлде һәм, йылмайып, тын ғына ирен күҙәтте: ә ире арты менән баҫҡан да тырышып-тырышып кишер ҡыра, һуған турай. Уларҙың ғаиләһендә төп ҡағиҙә: кем алдан ҡайта – шул ашарға әҙерләй. Бындай тәртип балаларға ла ҡағыла. Самат, ауыҙ эсенән нимәлер мөңрәп артына боролоуы булды, ҡурҡыуынан һикереп китте.
– Һу, һу-у! Ҡотомдо алдың, ни эшләп тораһың? – Асия эсе ҡатып көлөргә тотондо, көлә-көлә килеп ирен ҡосаҡлап алды.
– Йүләр, ҡатындан кем ҡурҡа инде...
– Кем ҡатынынан ҡурҡмай – шул Алланан ҡурҡмай, тигәнде ишеткәнең бармы? Мин һинән башҡа бер кемдән дә ҡурҡмайым. Хәҙер ашарға бешә, йыуына тор: бөтә ереңдән әсе еҫ килә.
– Бөгөн ишектәр буяным, үҙем дә еҫенә иҫереп бөттөм, – тип һөйләнә-һөйләнә, Асия йыуыныу бүлмәһенә йүнәлде.
– Ҡайҙа, йыуындырайыммы? – тип, янына ире лә инде. – Биш сәғәт ултырырһың тағы, ашағы килә. – Самат йыш ҡына шулай, Асияны бала кеүек йыуындырып, ҙур йәймәгә төрөп алып сығырға ярата, балалар өйҙә булмағанда, билдәле. Асия ярата инде бындай миҙгелдәрҙе, шым ғына тик тора йылмайып.
– Ҡарама миңә шулай итеп, улай булғас, хәҙер мин дә сумам һыуға, – тине Самат йыуғысын һабынлай-һабынлай.
– Нисек итеп ҡарайым, мин бит тик кенә торам, – тип Асия тағы көлөргә тотондо.
– Тик кенә тормайһың шул, ҡарашың менән саҡырып тораһың, кисә һинең башың ауырта инеме, бөгөн бына минеке ауырта, өмөт тә итмә.
– Шулаймы ни, ҡайҙа әле, – тине лә Асия һабынлы ҡулдары менән иренең ике ҡолағына йәбеште. – Ҡайҙа, кил әле бында, башыңды дауалайым, – тип ирендәренә үрелде.
Самат тартышып ҡараған ине лә, ҡатыны муйынынан ҡыҫып ҡосаҡлап алғас, әй, ашамаған аш түгел әле тип, кейемдәрен һалып бәрҙе лә уның янына ваннаға инеп баҫты.
– Мин дә йыуынып өлгөрмәгән инем, шәп булды әле, – тип, ҡатынын ҡыҫып ҡосаҡлап алды.
– Башты төҙәтәм тинеңме әле? Мин әҙер! – Ҡыҙып-ҡыҙып яратыша башлағандар ине:
– Эй, кемдәр өйҙә? Мин ҡайттым, – тигән тауышҡа икеһе лә ҡатып ҡалдылар.
– Суҡынды... Насип булмаһа, баҫып булмай, ти. Бала ҡайтты, – тип бышылданы Самат, тиҙ генә кейенә-кейенә.
– Әйҙә, тиҙ генә йыуын да сыҡ.
– Эй, һеҙ ҡайҙа, тағы шул ваннаны икәү инәһегеҙме? – тине ҡыҙы. – Нисек һыяһығыҙҙыр һеҙ унда, минең бер үҙемә лә тығыҙ, – тип һөйләнгәнгә икеһе лә ауыҙҙарын ҡаплап көлөргә тотондолар.
– Әсәйең бына насар еҫле буяуға батып ҡайтҡан, уны йыуындырам. – Һөйләнә-һөйләнә Самат аш бүлмәһенә сығып китте. Асия ваннанан сыҡҡанда, тәрилкәләргә һалынған аш өҫтәлдә көтөп ултыра ине инде. Ир менән ҡатын бер-береһенә серле генә ҡарашып алдылар ҙа тәрилкәләренә эйелделәр.
– Атаһы, иртәгәнән мин отпускыла, һеҙгә бер үтенесем бар: мин үҙем генә тыуған яҡҡа ҡайтып йөрөп киләм әле, барығыҙҙан да ял иткем килә.
– Нисек инде, үҙең генә, ғүмере булмағанды? – тине ире ҡалағын ҡуйып.
– Ә беҙ, әсәй, һинһеҙ бында ни эшләрбеҙ? – тине ҡыҙы, эйелеп әсәһенең күҙҙәренә ҡарарға тырышып. Асия көлөп ебәрҙе:
– Һеҙме? Һеҙ бына донъя көтөгөҙ... әсәйһеҙ генә, ул һеҙгә үҙенән ял бирә, ирек... Ашың бигерәк тәмле булған, атаһы...
– Юҡ, һин ысынлап әйтәһеңме, беҙ бит бер ҡасан да айырым йөрөмәйбеҙ, ниндәй яңылыҡ был? – Саматтың йөҙө бик етди ине. – Һиңә минән ирек кәрәкме? – тип күҙҙәренә текәлде.
– Эйе, атаһы, йәшлек юлдары менән ҡайтып әйләнәһем килә.
– Һуң, беҙ бит былай ҙа йыл һайын ҡайтып торабыҙ.
– Атаһы, бир миңә ял, бер аҙна...
– Бер аҙна буйына ни эшләрмен һуң һинһеҙ, мин быны күҙ алдына ла килтерә алмайым. Нисек ҡайтаһың һуң минһеҙ?
– Егерме йыл элек килгән юл менән: башта автобус, унан поезд менән, унан тағы автобус менән. Ике көн тегеләй, ике көн былай. Бына ялға өс көн ҡала, туйҙым буяу еҫе еҫкәп. Тыуған яҡҡа ҡайтып, тауҙарында йөрөгө, күкрәк тултырып Урал һауаһын һулағым килә.
– Йә, ярай, тик оҙаҡ торма. Ҡасан китәһең, автостанцияға илтеп ҡуйырмын, – тине Самат. Шулай ҙа кәйефе ҡырылған кеүек тойолдо.
Асия ике көн өй эштәре менән булды. Үҙе бер нисә рәт көҙгө алдына килеп бик оҙаҡ ҡына баҫып торҙо. Ике тиҫтә йыл үткән – аҡ сәстәр, битендә ваҡ-төйәк һыҙыҡтар ҙа күренгеләй. Ире эштән ҡайтыуға буянып, кейенеп ҡуйырға кәрәк, тип, тағы көҙгө алдына килеп ултырҙы. Самат биҙәнмәй йөрөгәнде яратмай: “Алғанда ниндәй булғанһың, хәҙер ҙә шундай бул”, – ти. Ул үҙе лә буянырға-төҙәнергә ярата. Был ике көн өйҙә ял иткәс, йөҙөндә талсыҡҡан да бөтөп киткәндәй. Өйҙә айырым осраҡтарҙа ғына кейә торған күлдәген кейеп, матур алъяпҡысын бәйләп, сәстәрен матур итеп яһап, бик ипле генә итеп баш яулығын бәйләп ҡуйҙы. Көҙгө ҡаршыһында тағы бер борғоланды ла, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт ҡалып, аш-һыу бүлмәһенә сыҡты. Бөгөн бишбармаҡ әҙерләйәсәк, уларҙың ғаиләһенең яратҡан ашы. Һимеҙ һарыҡ ите менән һыйыр итен ҡушып бешерергә һалды. “Ит бешә торғансы ҡамыр баҫып ҡуям...” Ах, онотҡанмын, тип, “күңел радиоһы”н ҡабыҙып ебәрҙе. Өйгә йыр таралды. Ә унда “Һары сәскәләр”ҙе йырлайҙар.
Иҙел буйы һары сәскә,
Өҙәһең лә алаһың.
Һары сәскәләрҙе өҙөп,
Үҙең яңғыҙ ҡалаһың.
Юҡ, Асия бөгөн инде ул йырҙы йырламай, күптән йырламай. Йырламай ҙа, иламай ҙа! Асия дәртләнеп, осоп ҡына йөрөнө. Бөгөнгө тормошонан бик ҡәнәғәт ине. Күңеле эстән: барыһы ла яҡшы, барыһы ла яҡшы тип елпенде. Бар ерҙә тәртип, хәҙер шуға тәмле еҫтәр ҡушыласаҡ. Ике тиҫтә йыл элек бындай тормош тураһында хыяллана ла алманы, ә бына хәҙер – унан бәхетле ҡатын юҡ. Асия бүлмәнән бүлмәгә күскәндә коридорҙағы көҙгөгә күҙ ташлап алырға ла онотманы. Уның үҙенә генә хас булған, иренә бүләк итә торған ҡарашы бар. Хәҙер ҡайтып инһә, ул уға шул ҡарашты бүләк итеп, башын әйләндерәсәк. Кем әйтте ҡырҡта кеше ҡарт тип, ҡырҡта тормош тәмен татый ғына башлайһың икән бит! Ишектә асҡыс тауышы ишетеп, сәйнүген ҡайнатырға ҡуйҙы, еүеш ҡулын аҡ таҫтамалына һөртә-һөртә ишеккә ашыҡты. Самат ишектән инеүгә:
– Э-эй, әллә ниндәй тәмле еҫтәр килә, – тип ишекте япты ла ҡаршыһында торған ҡатынына ҡарап баҫып тора бирҙе. Баштан-аяҡ ҡарап сыҡҡас, һораны:
– Был иҫ киткес матурлыҡ миңәме, әсәһе?
Асия шаян ҡараш ташлап алды ла бик серле итеп йылмайҙы.
– Үлтерәһең шул ҡарашың менән, – тип ҡатынын ҡосаҡлап алды. Ул ҡулдары менән иренең муйынына уралып:
– Һинең өсөн, солтаным, бар нәмә лә һинең алдыңда, – тип ҡолағына бышылданы.
Самат үҙе лә һиҙмәҫтән ҡуйынына алды:
– Нисек ебәрәм шундай матур ҡатынды бер үҙен?..
– Ә мин һинең мине үлеп һағыныуыңды теләйем. Ишетәһеңме, кемдер инә. – Ысынлап та, ишектә Әлиә күренде, атаһы менән әсәһенең ҡосаҡлашып торғандарын күреп:
– Ха, опять ҡосаҡлашып тораһығыҙмы? – тине лә үҙ бүлмәһенә үтеп китте. Әлиәгә ун биш тулып китте. Балалыҡтан сығып үҫмерҙәр рәтенә инеп барған мәле, егәре ташып тора. Бар яҡлап атаһына оҡшаған: баҡыр башлы, атаһы ҡыҙы.
– Әсәй, ашайбыҙмы, ағайҙы көтәбеҙме?
– Көтәйек бер ни тиклем, хәҙер, мин өҫтәл әҙерләгәнсе, ағайың ҡайтып та етер.
Уларҙың киске аштары ғаилә менән бергәләп ашау ғына түгел, көн буйына кем ҡайҙа нимә эшләгән – шулар хаҡында әңгәмә үткәреү урыны ла. Балалар быны “киске штаб” тип тә йөрөтәләр хәҙер. Самат тәҙрәнән башын тығып әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе.
– Ҡайтҡан, шунда тора ләстит һатып. – Күп тә үтмәне, улдары ҡайтып керҙе. – Ҡайтҡанһың, ни тораһың, әсәйегеҙҙең бишбармағы һыуына, – тип шелтәләп алды уны Самат.
– Ох, әсәй, бишбармаҡ икәнен белһәм, әллә ҡасан ҡайтып ултырған булыр инем.
Ғаилә өҫтәл тирәләй ултырышып бөткәс, әсәйҙәре батмус ҙурлығы оло тәрилкәгә өйөп тултырылған бишбармаҡты өҫтәл уртаһына килтереп ҡуйҙы, һәр кемдең алдына кәсә менән кипкән ҡорот һалынған һурпа. Асия үҙе ҡалағына тотонорға ашыҡманы, ул гел шулай барыһының тәмләп ашағанын күҙәтергә ярата.
– Аша, улым, аша. Армияға китһәң, һағынырһың әсәйеңдең аштарын, – тип улына йылмайҙы. Самат да һүҙгә ҡушылды:
– Әллә, улым, машинаңды биреп кенә алып ҡалайыҡмы һуң?..
– Юҡ, атай, алһалар, китәм, донъя күреп йөрөп ҡайтырмын, эш тә юҡ барыбер. Беҙҙекеләр ана күпме кеше эшһеҙ йөрөйҙәр.
– Улым, Чечняға эләкмәгәйең, бөтә ҡурҡҡаным шул.
– Һуғыш өсөн ул үҫтермәнек тә, – тип ҡуйҙы Асия, ауыр һулап.
– Ни эшләйһең бит, әсәй, һуғыш – ирҙәр эше.
– Күрше йорттан, ана, Леша ҡайтты, алыштырып ҡуйған кеүек. Эсә, эсһә, башы китә: гел һуғыш күҙ алдында, енләнә, янында баҫып торорға ҡурҡыныс. Атай-әсәһен лә танымай. Илайҙар, бер ни ҙә эшләтә алмайҙар...
Атаһы улы менән һөйләшкәнен тыңлап ултырған Асияның йөрәге ҡурылып ҡуйҙы, тик ҡатышмаҫҡа тырышты. Алып китәбеҙ тиһәләр, бер ни ҙә эшләтә алмайһың. Ир бала үҫтергәндә генә әсәйҙеке, балиғ булдымы, һинең балаңа хөкүмәт хужа.
– Йә ярай, әсәй, ваҡыты еткәс тә ҡайғырырға өлгөрөрбөҙ. Алһалар, яҙға ғына алалар. “Старик” булып барам инде, егерме тулып китә бит.
Был – бына нисә йылдар буйы, еткән малайлы ғаиләләр өҫтөндә торған бер ҡот осҡос ҡара болот. 1998 йыл. Бөтә әсәләрҙең ҡото алынып торған саҡ. Улдары Арыҫланды әлегә тиклем армияға алмай тороуҙарының бер сәбәбе: шартлы рәүештә хөкөм ителгән. Ҡышҡа срогы сыға. Тәүҙә ул судимосҡа хурланып, ҡайғырып илаһалар, бына хәҙер шатланып та ҡуялар. Ни генә булғанда ла, баланы ситкә ебәрәһе килмәй генә түгел, ҡот осҡос замана.
Икенсе көндө иртәнән үк Самат Асияны вокзалға илтеп ҡуйҙы.
– Минең башҡа бер йүнле уй ҙа килмәй. Ниңә кәрәк инде был һиңә интегеп яңғыҙ юл йөрөүҙәр?
– Өс көндән переговорға бирермен, почтанан һөйләшербеҙ, – тине Асия автобусҡа ултырғанда. Ҙур автобустың тәҙрә эргәһенә яйлап инеп ултырҙы, тышҡы яҡта тапанғылап торған иренә ҡул болғаны.
***
Автобус ҡуҙғалып китеүгә үҙ уйҙарына сумды.
Эйе, 78-се йылда ошо юл менән килде ул. Ә бөгөн шул юл менән кире йәшлегенә ҡайта: Бөгөлмә, Өфө, Силәбе, унан ауылға – Мөслимгә. Ул саҡта нимә мәжбүр итте һуң уны тыуған яҡты ташлап китергә? Мөхәббәт, әлбиттә, мөхәббәт. Дөрләп ҡабынған мөхәббәт, бешереп кенә түгел, яндырып, утлы күмергә ҡалдырҙы. Рифат менән Асия йәй башында дөйөм ятаҡта таныштылар. Асияның яңы эшкә урынлашып йөрөгән сағы ине. Эш урынында яңы асылған дөйөм ятаҡтан урын бирҙеләр. Был – комбинаттың эшсе йәштәр өсөн тип заманса төҙөлгән дөйөм ятағы бүлмәләрҙә яҡшы йыһаздар, ул заман өсөн иң яҡшы дөйөм ятаҡтың береһе ине. Улар беренселәрҙән булып килеп урынлаштылар. Бөтә район буйлап күпме йәштәр йыйылған ине. Китте гөрләп донъя. Китте танышыуҙар, китте бер-беренә ҡунаҡҡа йөрөүҙәр. Бишенсе ҡатта – ҡыҙҙар, ҡалған өсөһө – егеттәрҙеке, беренсе ҡатта актовый зал, аҙна һайын танца. Дөйөм ятаҡ үҙе лә урман буйында тау битендә урынлашҡан. Шундай матур кистәрҙең береһендә бер төркөм йәштәр менән тау битенә менеп киттеләр. Рифат уға матур ялан сәскәләренән гөлләмә яһап бирҙе. Асия бер аҙ аптырап та ҡалды: ялан сәскәләрен шулай матур итеп теҙеп буламы икән, бигерәк тә егет кешегә. Бында, дөйөм ятаҡта, йәштәр бик күп ине, Асияның, әллә үҙе лә бик шаян булғанға, таныш егеттәре бик күп, араларында ғашиҡтары ла бар. Егеткә ҡытлыҡ кисермәне, береһенә лә улай иҫе китмәне, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡыҫҡаһы, егетле лә, егетһеҙ ҙә торманы. Ҡыҙыҡ ине егеттәрҙең башын әйләндереп, уларҙы нимәгәлер өмөтләндереп йөрөтөү. Рифат менән бергә улар ауылынан Ғәлим дә бер бүлмәлә тора булып сыҡты.
– Әй, һин беҙҙең ауыл ҡыҙы түгелме һуң?! – тип туҡтатты уны ауылдашы. Асия уларҙан өс-дүрт йәшкә йәшерәк ине шул. Ҡыҙҙар бит күҙгә салына башлай ун ете-ун һигеҙҙә генә. Асия йылмайып яуап ҡайтарҙы:
– Эйе шул!
Шул көндән улар өсәү бергә йөрөй башланылар. Егеттәр оҙон буйлы, сибәрҙәр, ә улар араһында ҡыҙ себеш кеүек. Ялда улар һәр ҡайһыһы үҙ ауылдарына ҡайтып китә. Асия менән Ғәлим дә ҡайта, үҙ клубтарына уйынға сығалар, унан уны һәр ваҡыт Ғәлим оҙатып ҡуя. Ғәлимдең тағы ла ике оло ағаһы ла бар, барыһы ла баһадирҙай оҙон буйлылар. Ғәлим уның өсөн ауылдаш һәм Рифаттың дуҫы ғына булып ҡалды. Ул үҙе лә шуға риза, ҡыҙҙар оҙата, тик ни сәбәптәндер уларҙың береһе менән дә оҙаҡ йөрөмәй. Тәмәке тарта, ҡайһы саҡта эскеләй ҙә, тик иҫереп йөрөгәне юҡ. Асия өсөн Ғәлим – ауылдашмы, оло ағаймы – дуҫ, терәк ине. Рифат – башҡа, ул уның үҙен генә түгел, хатта уның кейгән кейемен, ботинкаларына тиклем кешенекенән матурыраҡ итеп күрә ине кеүек. Бар яҡлап матур. Күҙҙәре лә хатта башҡаларҙыҡына оҡшамаған, улар һирәк осрай торған матур: әллә күк, әллә йәшел, аңламаҫһың – һирәк осрай торған матур төҫ. Асия башын юғалтып ғашиҡ булды. Мөхәббәт тигәнең ошолор – уның көләһе, шаяраһы килде, ауыҙы гел йырыҡ булды. Кем әйтте, яратыу бөтә кешегә лә бәхет килтерә, тип? Ун һигеҙҙә аңлап буламы ни мөхәббәтең өсмөйөшлө икәнен? Шул өсмөйөштә икәү генә бәхетле була алғанын, береһе ҡорбан булаһын, бөтөн ауырлыҡты шул бер ҡорбанға күтәрергә ҡалаһын? Бер йыл осрашып йөрөгәндән һуң, арала гонаһ ҡылынды. Асия, бер ҡатлылығы менән, инде хәҙер өйләнешербеҙ тип уйланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғашиҡ кеше һуҡыр була, үҙе яратҡан кешеһенә ышанып, бөтә яҙмышын уның ҡулына тапшыра. Рифат өйләнергә ашыҡманы, ә гонаһ тигәнең оҙаҡ көттөрмәне. Ауырға ҡалғанын белгәс, Асия, ҡурҡыуҙан, сыбыҡҡа ҡалып ябыҡты. Бәхетһеҙлек бер килә башлаһа, өйөлөп килә бит ул. Рифатҡа ҡайҙандыр хат килә башланы. Дөйөм ятаҡҡа килгән хаттарҙы холдағы ҙур өҫтәлгә таратып һалалар. Тәүҙә бик әһәмиәт бирмәһә лә, хаттар йышая башлағас, башы ысҡына яҙҙы. Береһен алып инде лә уҡып ҡарарға булды: “Беренсе Майға ҡунаҡҡа киләм...” тип яҙған. Ҡабаттан йәбештерҙе лә вахтаға кире сығарып һалды. Был буласаҡ “ҡара көн”дөң береһе ине. Рифаттан һорағас, ситтә йөрөгән ҡыҙы барын йәшермәне. Асия башына йәбеште: ни эшләргә? Аборт яһатып ҡотолорға булды. Район бәләкәй икән шул, ҡайҙа барһаң да танышыңды осрата алаһың. Гинекологка ингәс, ҡалтыранып төштө. Йәш табип нисек кенә өгөтләмәһен, барыбер ҡотолорға булды, тик, операция өҫтәленә менеп ятҡас, хирургтың ҡанлы клеенка алъяпҡысын күреп, ҡото алынып сығып ҡасҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Бер көндө өҫтәлендә уколдар күреп, Рифатҡа һораулы күҙҙәрен текәне. “Ә-ә, былар... еңел булманы быны табыуы, ошо уколдарҙы ҡаҙатһаң, үҙе төшәсәк”, – тине йәш кеше.
Дауамы бар.