ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН
Повесть Зифа
ҠАДИРОВА
(2)
Тик, бының турала Ғәлим дә белеп алғас, ул асыуынан сәсрәп үк сыҡты:
– Ни эшләйһең һин? Ғүмерлеккә балаһыҙ ҡалғың киләме? Бир әйберҙәрен үҙенә кире, ҡатынына һаҡлаһын. – Асия ауыҙын асып тора бирҙе, улар бит дуҫтар. – Ни үҙенә, ни кешегә... – тине лә Ғәлим, бәргеләнеп сығып китте.
Асия ул ваҡытта быны аңлап бөтөрә алманы. Һабантуй ҙа етте, барыһы ла үҙ ауылдарына ҡайтып киттеләр. Рифат улар ауылына килергә вәғәҙә итеп ҡалды. Тик... ул килмәне. Майҙан ҡыҙа, халыҡ һабантуй ҡарай. Ғәлим дә кем менәндер йөрөй. Асия, кешеләр янына барырға ҡурҡып, ситтәрәк булырға тырышты. Шул саҡ уның янына Ғәлим килеп, текәлеп ҡарап тора башланы.
– Һин үҙеңде күрһәң ситтән... Килмәнеме? Ярай, әйҙә, икәү йөрөбөҙ.
– Ни эшләйем, әйт, ни эшләйем?
– Сыҡ миңә кейәүгә, беленә башлағансы. Бер ҡасан да рәнйетмәм. – Асия ауыҙ асып ҡатты ла ҡалды.
– Нисек? – тине күҙҙәрен шар асып.
– Шулай, һин миңә һәр ваҡыт оҡшай инең.
– Һин нимә, Ғәлим? Мин бит...
– Шуға әйтәм бит инде, кеше һиҙгәнсе, тим, өйләнешәйек, бала ла минеке булыр...
Асия кис буйы өндәшмәне, айырылышыр алдынан ғына:
– Булмай, Ғәлим, рәхмәт, – тип әйтә алды.
– Аңлайым, әлегә һин мине яратмайһың, тора-бара күнегербеҙ.
– Юҡ, – тип ҡапҡанан инеп киткәндә, артынан Ғәлимдең:
– Балаңды әрәм итмә, үкенерһе-е-ең... – тигән әрнеүле тауышы ишетелеп ҡалды.
Асия икенсе көндө ҡалаға китергә автобусҡа сыҡманы, хәлһеҙ булып ята бирҙе. Әсәһе һорағас, иртәгә таң менән китермен, тине. Шул килеш йоҡлап киткән. Кемдер ҡарап торғанын һиҙепме, һиҫкәнеп уянып китте. Янында ғына теҙләнеп ултырған Ғәлимде күреп, мендәрҙән башын ҡалҡытты:
– Мин бөгөн бармайым, көтмә. Ғәлим, мин нисек йәшәргә белмәйем, үләһе килә, – тип бышылданы.
– Йүләрләнмә, Асия, үҙеңә ҡул һала күрмә! Өйләнер, бер ҡайҙа ла китмәҫ, әҙерәк түҙ. Ә мин һиңә кисә әйткәнде хәтерләйһеңме? Мин бит шаярмайым, мин һине уға ҡарағанда ла нығыраҡ яратам, шуны бел!
Асия ни әйтергә белмәйенсә башын юрған аҫтына йәшерҙе:
– Юҡ, – тип, башын ғына һелкте. Юрған аҫтынан башын сығарғанда Ғәлим юҡ ине инде.
Рифатҡа ялынып көн иланы, төн иланы Асия.
– Өйләнәһең килмәһә, мине бер-бер ергә илтеп урынлаштыр, мин бит бер ҡайҙа ла сыҡҡаным юҡ, ҡайҙа барырға ла белмәйем, – тип иланы. Рифаттың ғаиләһе тураһында, уның ауылдаштары арҡылы, күп нәмә белә ине. Улар биш бала, умартасылар, атайҙары бик көслө кеше, тик Рифат күберәк әсәһе тураһында һөйләй ине, атаһы тураһында ни ҙә булһа һөйләгәнде хәтерләмәй. Ә әсәһе тураһында шул тиклем яратып һөйләгәнгә аптырай ине. Ир бала әсәһен шулай яратамы икән ни? Рифаттың әсәһенең эскесе икәнлеген дә белә, уны: “Бер нисек тә дауалай алмайҙар, ауыл буйлап йөрөп эсә”, – тип тә һөйләнеләр. Тик бының тураһында бер тапҡыр ҙа ауыҙын асып Рифаттан һорағаны булманы. Рифатты табып үҫтергән әсә уның өсөн изге кеше ине. Рифат – эшкә бик уңған, таҙа, бөхтә егет. Эсмәй-тартмай. Уны шул тиклем тәртипле итеп кем тәрбиәләгән? Әсәһе! Тимәк, ул эсһә лә, насар кеше түгел. Мөхәббәт тигәнең шундай нәмә бит, ғашиҡ булһаң, үҙенә генә түгел, бөтә туған-тыумасаһы, ауылы – барыһы ла матур, яҡшылыр кеүек. Улар айырылманылар, көн дә, төн дә бергә булдылар. Асия тағы бер ай бәргеләнде. Рифат шул саҡ: “Өйләнә алмайым, әсәйем минең – эскесе”, – тине, күрәһең, баш тартырға башҡа сәбәп тапманы. Бер көндө таң менән уянды ла яратҡан кешеһе йөҙөнә шым ғына ҡарап ятты. Ярата ине ул уны, хатта йоҡлағанда ла матур ине. Тик, башына килгән уй айнытып ебәргәндәй булды: “Хәҙер уяныр ҙа, ҡотола алманым бынан, тиер, күрә алмаҫ. Ул бит унан да, тыуасаҡ балаһынан да нисек ҡотолорға белмәй. Йә Аллам, ни эшләп мин бында, нисек шул тиклем йүләр булырға була, көн һайын илап-илап та туйҙырып бөтөргәнмендер. Кешесә түгел. Баланы алдыртырға инде һуң, Ғәлимдең дә тәҡдимен ҡабул итә алмай. Ул уны йәлләп, нисек ярҙам итергә белмәй. Тик, мин үҙемде ҡыҙғанып, уны ла бәхетһеҙ итә алмайым бит. Рифат мине күрә алмай, ҡысҡырып ҡына әйтмәй. Йә Хоҙай, ҡайҙа ҡасырға бынан?..”
Шул көндө үк Асия эшендә үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза ҡалдырып, йыраҡ түгел генә йәштәрҙе “вербовать” итә торған контора күреп, шунда инде. Уға ҡайҙа ла булһа тиҙерәк китеп урынлашырға кәрәк. Ҡабул итеү комиссияһында ултырған ҡатын:
– Бына Дальний Востокка бар, Мәскәү Олимпиадаһына бар, бына ГЭС төҙөлөшөнә бар... – тип һанап китте.
– Миңә тиҙерәк алып китә торғаны кәрәк.
– Бына иң тиҙе: дүшәмбе, ГЭС-ҡа. – Асия шуға йәбеште. Өс көн эсендә китергә комиссия үтеп бөттө лә ялда ауылына ҡайтып китте.
Әсәһе күпме генә өгөтләмәһен, уҡырға ин, ҡайҙа инде китәһең тип, юҡ, ниндәй көтөү ти, беленә башлағансы... Әсәһе, ағайҙары белһә, Рифатҡа “өйлән” тип барасаҡтар, ә уның көсләп тағылаһы килмәй. Ул да бит бына Ғәлимде яратмай, Рифат – уны яратмай. Тиҙерәк ҡасырға бынан! Ул хатта ГЭС-ының ҡайҙа икәнен дә һораманы, ҡайҙа булһа ла барыбер. Әйберҙәрен йыйғанда иң кәрәк булырҙай кейемдәрен генә алды: иҫке сумаҙан, уның менән аҙ ғына бәләкәй сумка, ике күлдәк менән ике юбка, көҙгө итек, ваҡ-төйәк эске кейемдәр... Әсәһе юлға утыҙ һум аҡса бирҙе. Йәкшәмбе кис барыһы ла ауылдарҙан ҡалаға килә – автобус шығырым тулы, бар яҡлап бүҫелеп сығар кеүек хатта. Ғәлим юл буйына Асиянан күҙен алманы. Ултырыр урын булмағас, ул уны ҡултыҡ аҫтында ғына һаҡлап алып килде. Дөйөм ятаҡҡа ашыҡмай атланылар. Йәйҙең шундай матур кисе ине. Бер йыл да ике ай бында уларҙың осрашып йәшәй башлағандарына. Асия Ғәлимгә күтәрелеп ҡарамай ғына әйтә ҡуйҙы:
– Ғәлим, мин бынан китәм. Һин миңә үпкәләмә, ҡыҙғаныу – яратыу түгел, уның менән йәшәргә кәрәк. Ваҡытлы булһа ла ни өсөн һинең паспортты бысратырға...
– Туҡта, ҡайҙа китәһең? Һин нимә? – тип аптырашта ҡалды Ғәлим. – Көт бер аҙ, ҡорһағың беленә башлаһа, ҡайҙа китһен инде, өйләнер. Ә мин бит һине ысынлап та яратам, Асия, тик һин быны күргең килмәй, рәнйетмәм, ышан миңә.
– Юҡ, Ғәлим, һин минең иң яҡшы дуҫым булып ҡалырһың. Рифаттың яратмауын аңланым, шуға мин уның күҙенә күренәһем килмәй, алам тиһә лә, хәҙер инде бараһым килмәй. Ни өсөн йәбешергә, үҙең әйттең бит, һуғыш ваҡытында ла бишәр-алтышар бала үҫтергәндәр тип, шулай булғас, мин дә юғалмам бит, бер баланы нисек тә үҫтерермен.
– Асия, һин бит әле бала ғына. Ҡайҙа барып, кемгә төртөләһең, нимәгә йәшәмәксе булаһың? Һине алда ни көтөп торғанды, бәлки, аңлап бөтөрмәйһең?
– Мин юғалмам, – тине ауыр һулап. Киләһе тормошон нисек кенә һүрәтләргә тырышһа ла һис кенә лә күҙаллай алманымы, тик әлегә уның тураһында уйламанымы. Башында бер генә уй: “Унһыҙ нисек йәшәрмен...”
Кисен улар бүлмәһенә Рифат менән Ғәлим килеп инде. Карауат буш, түшәктәр тапшырылған. Рифат уны үҙ бүлмәһенә етәкләп алып сығып китте. Ни һөйләшергә белмәй бик оҙаҡ ултырҙылар, унан Асия, күтәрелеп ҡарамай ғына:
– Ир бала тыуһа – Арыҫлан, ҡыҙ бала тыуһа, Әлиә тип ҡуштырам, – тине. Рифат уны бер һүҙһеҙ ҡыҫып ҡосаҡланы ла:
– Ауыр булһа, ҡайт, – тигән булды.
Асия тешен ҡыҫты, “ауыр булыр, ҡал” тимәне бит. Ни булһа ла, түҙәсәк. Икенсе көндө киске яҡта, Асия юлға йыйынып бөткәндә, Ғәлим һәм уның артынан Рифат килеп инде, улар күмәкләшеп тимер юл вокзалына поезға оҙата киттеләр. Янында – әзмәүерҙәй ике йәш кеше. Ғәлимдең борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан, Асияның күҙҙәренә текәлеп ҡарап-ҡарап ала. Рифат та тыныс түгел. Асия уйлап ҡуйҙы: “Кире уйлай күрмәһен тиҙер әле, тиҙерәк китһә, иркен тын алырмын тиҙер...” Үҙен шул саҡлы һөймәҫ йәнгә әйләнде: “Мин илаҡ, мин йәмһеҙ, мине яратырға ярамай”. Бөтә кеше уның шундай икәнен күреп тора кеүек тойолдо. Поезд көтөп торғанда, Ғәлим түҙмәне:
– Рифат, әйт, ҡалһын! Туҡтат! Ҡайҙа бара? Ул бит әле үҙе лә бала ғына, ә бала тыуғас, ни эшләр? – Рифат өндәшмәне. Поезға ултырырға гудок булыуға, Асия, тиҙерәк инеп ҡасырға теләп, вагон эсенә ашыҡты, уның артынан Рифат та инеп етте һәм ҡыҫып ҡосаҡлап алды. Икәүләшеп ҡосаҡлашып илағанды ҡарап торған проводник ҡатын:
– Ни эшләйһегеҙ, ни өсөн шул тиклем илашаһығыҙ, барығыҙ минең кабинаға инегеҙ, – тип, үҙенең эш урынына индереп ебәрҙе.
– Асия, Асия! Ауыр булһа, ҡайт! – Уның күҙҙәре туп-тулы йәш ине. Айырылышыу ауыр. Асия бар көсөнә, һуңғы тапҡыр, Рифатын ҡыҫып ҡосаҡланы.
– Мин белмәйем, һинһеҙ нисек йәшәрмен? – тине үкһеп.
– Мин һинең янға отпускамда килермен, йәме, бына аҙыраҡ юлға аҡса, һуңыраҡ тағы һалырмын, – тип, сумкаһына утыҙ һум аҡса тыҡты.
– Баланы больницанан ҡаршы алырға кил, яңы йылға тыуырға тейеш, кил, яраймы, мин көтөрмөн. Өйлән тимәйем, аяҡҡа баҫырға ярҙам ит, мин һинһеҙ йәшәй алмайым, – тип, тағы үкһеп иларға тотондо. Поезд тағы бер ҡысҡыртты ла тартылып ҡуйҙы. – Булды, ҡуҙғалабыҙ, – тип, Рифатты вагондан төшөрөп ебәрҙеләр. Асия тәҙрәгә ташланды. Рифат Ғәлим алдында күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн артына әйләнеп баҫты. Тик Ғәлим әкренләп ҡуҙғалған поезға эйәрҙе, йылмайырға тырышты, тик уның да күҙенә йәш тулған, егет кешегә иларға уңайһыҙ шул. Хуш, тыуған яҡ! Алда ни көтә...
Поезд тиҙлеген ҡыҙыулатҡандан-ҡыҙыулатты, Ғәлим менән Рифат та кесерәйгәндән-кесерәйеп артта ҡалдылар. Асия был яҡтарға башҡа ҡайта алмаҫын йөрәге менән тойҙо: әсәй, туғандары, мөхәббәте лә, дуҫтары ла ҡала, алда яңы тормош көтә, ә унда нимә булаһын бер Хоҙай ғына белә. “Үтер ике тиҫтә йыл, мин юғалмам, мин ҡайтырмын”, – тип бышылданы күҙ йәштәре аша. Айырылыу һағышы шул саҡлы ауыр ине, йәш йөрәген әллә ниндәй бысраҡтар киҫеп-киҫеп үтте, күҙ алдарын аҡлы-күкле томан ҡапланы, һәм, Асия тәрән упҡын ҡосағына сумды... Вагонға инеүгә, ҡанға батып ятҡан йәш ҡыҙҙы күреп, проводник ҡатындың ҡото алынды. Ул Асияны көс-хәл менән үҙ каютаһына алып инеп һалды, ҡанлы яраһын эҙләп тапҡас:
– Ярай әле, ҡашың ғына ярылған, бына ҡолаҡ япрағың да эләккән, улар шулай ныҡ ҡанай шул. Ҡаш ҡына ярылған, күҙ сыҡмаған бит, бына хәҙер мин һинең яраларыңды йәбештереп ҡуям, барыһы ла үтер, – тип, йомшаҡ ҡына итеп тынысландырҙы.
***
...Саллы автобусы Бөгөлмә ҡалаһына етеп туҡтаны. Көн шундай матур, йәй уртаһы. Асия Өфөгә тиклем билет алды. Поезға әле тағы бер сәғәт ваҡыт бар, ул бер сама йөрөп вокзалды күҙәтте: эйе, ике тиҫтә йыл элек бындай түгел ине был вокзал, сиған ояһы ине бер. Ә ул саҡта поезд иртә таңда килде, улар ярты көн Бөгөлмәнән Саллыға автобус көтөп ултырҙылар, шаҡ ҡатып сиған тормошон күҙәттеләр. Таш иҙәндә мендәр-түшәктәр, юрғандар, кеше аяҡ аҫты тиеп тә тормайҙар – аунап тәгәрәп йоҡлайҙар. Бер ваҡыт әллә ҡайҙан шыбыр-шыбыр эреле-ваҡлы балалар, ололар сығып ҡайнаша башланылар. Үҙ өйҙәрендәме ни, залдың бер башынан икенсе башына ҡысҡырып һөйләшәләр. Сиғандарҙы Асия икенсе тапҡыр күрә. Ул әле бәләкәй саҡта бер сиған ҡатыны ҡунырға һорап инде, әсәһе, бер ҡатлылығы менән, рөхсәт биреүе булды, сиғандар өй эсенә, аҙбар эсенә, һарай баштарына кереп тулдылар... Икенсе көндө улар киткәс, ата ҡаҙ, ике тауыҡ менән әтәс тә юҡҡа сыҡҡаны беленде. Әсәһенең бик оҙаҡ телһеҙ ҡалып ултырғаны хәтерҙә. “И-и, мин бит уларҙы йәлләнем, бөтөн булған запасты ашатып бөтөрҙөм, кеше лә түгелдәр икән...” тигән ине әсенеп.
Донъялар үҙгәрә, тормош бер урында тормай шул. Бөгөлмә вокзалы хәҙер матур, таҙа. Асия, поезға ултырғас, тирә-яғына ҡаранды: вагон әллә инде буш, урыны-урыны менән кеше, күршеһе лә юҡ, ахырыһы. Тәҙрә янына ултырып тағы уҙған йылдарға, иҫтәлектәргә бирелде. “Осраша алырҙармы улар, осрашһа, ни тиер һуң, бер-береһен танырҙармы икән?” Асия ике тиҫтә йыл буйына күңеленән уның менән һөйләшеп, ике тормош менән йәшәне. Һәр көн, яңғыҙ ҡалдымы, ул уға үҙ тормошон һөйләне, ике тиҫтә йыл буйына һөйләйһе һүҙҙәр күп йыйылған ине. “Осрашҡас, мин һиңә барыһын-барыһын да һөйләрмен”.
***
Ул саҡта Асия Өфөгә килде. Унда йәштәр, донъя гөрләй, күбеһе Мәскәүгә Олимпиада төҙөлөшөнә китәләр, гитара сиртәләр, йырлайҙар, шатланышалар, көлөшәләр – үҙе бер байрам. Тик ГЭС төҙөргә китеүселәр генә биш кеше йыйылды: ике башҡорт ҡыҙы, бер пар йәштәр, һәм бер яҡта бер үҙе аптырап баҫып тороусы Асия. Поезға инеп урынлашҡас, танышып киттеләр. Башҡорт ҡыҙҙарының икеһе лә Гүзәл исемле булып сыҡты, улар икеһенә дүрт сумаҙан күтәргәндәр, тағы әллә нимәләр. Асия аптырап ҡараны, ни тейәнеләр икән былар, минең бер нәмәм дә юҡ. Ул хатта ашарға ла алмаған булып сыҡты. Нисек кенә булмаһын, Бөгөлмәгә килеп еткәс, автобусҡа күсеп ултырҙылар, унан тағы ярты көн билдәһеҙ киләсәккә табан алға елдерҙеләр. Ауырлы кешегә юл ғазабы – гүр ғазабы, күңеле болғанып, көс-хәл менән килеп етте. ГЭС тигәндәре ҙур бер ҡала булып сыҡты. Урынлаштырыу пунктына килгәндә ундағы йәштәрҙең күплеге шаҡ ҡатырҙы, бар донъя ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнап тора. Кем ҡайҙа саба – күҙ эйәрмәй. Уларға ла сират етте, йәбештереүсе-буяусы итеп алдылар, ҡулға ҡағыҙ тоттороп, дөйөм ятаҡҡа урынлашырға ебәрҙеләр. Асия ошо ике көндә шул саҡлы арыны ла, һағынды ла, башында көн дә бер уй булды: “Түҙә алмаһам, ни эшләрмен?” Тик тағы ла нығыраҡ тешен ҡыҫты: “Мин түҙергә тейешмен...”
Дөйөм ятаҡҡа килеп урынлашҡас, бүлмәләргә ебәрҙеләр, Асия йәшәйәсәк бүлмәне эҙләп тапты ла, ҡаршыһындағы ишектә йоҙроҡ һыйырлыҡ тишек күреп, аптырап ҡалды, унан әкрен генә эйелеп шул тишектән эскә күҙ һалды: “Әсәкәйем, был ни? – тине илай яҙып. Иҫке бер тумбочка өҫтөндә бер электр плитәһе тора, өс карауат, эстә нимә бар – барыһы ла күренә. Ҡайҙа эләктем мин, тип, стена буйлап иҙәнгә шыуып төштө лә башына йәбеште. “Нисек йәшәрмен һуң мин бында бала менән?”
Учалы комбинатының заманса йыһазландырылған яҡты дөйөм ятағынан һуң, был ниндәйҙер ташландыҡ донъя кеүек тойолдо. Кис эштән ҡыҙҙар ҡайтты. Береһе – Башҡортостан татары, икенсеһе – Волгоград мәрйәһе. Инеү менән буш карауатта аптырап ултырған ябыҡ, бәләкәй буйлы ҡыҙҙы баштан-аяҡ күҙҙән кисерҙеләр. Һин ҡайҙан, кем булаһың? – тип ҡыҙыҡһыныу, танышыуҙар китте. Кисәге тормоштан айырылып, бөгөнгө яңы тормошҡа аяҡ баҫыуын, балалыҡтан сығып, ололар тормошона күсеүен аңлап та еткермәй ине. Әле ике көн элек кенә янында әсәһе, һөйөклөһө, дуҫтары бар ине, тормош та башҡа, аңлайышлы ине кеүек. Ә бына хәҙер ни эшләргә? Нисек итеп яңы тормош башларға, нимәгә тотоноп ҡалырға, кемгә өмөтләнергә?.. Әсәһенә нисек еткерергә, юҡ, әсәһе кисермәйәсәк. Асияның йыраҡҡараҡ ҡасаһы килгән ине, бөтә таныштарҙан, ә бигерәк тә уны һөймәгән мөхәббәтенән. Бына ҡасты, йыраҡмы, яҡынмы икәнде лә белмәй. Килеп ултырҙы иҙәнгә тейә яҙған тимер карауатҡа. Сәй ҡайнатырға сәйнүге, эсергә көрөшкәһе, тотоп ашарға ҡалаҡ, тәрилкәһе лә юҡ. Иҫәңгерәп ултырҙы-ултырҙы ла ҡаҡ карауатына ауып йоҡлап китте. Уның менән килгән ҡыҙҙар икенсе көндө бригадаларға эшкә урынлашып ҡайттылар, тик Асия улар менән бара алманы. Дөрөҫөн әйткәндә, ул уларға әллә ни кәрәк тә түгел ине. Асия көтөүгә эйәрә алмаған ғәрип бәпкә кеүек. Шулай ҙа өсөнсө көнгә тороп ултырып, ниңәлер, әллә үҙенең таушалған йөҙөнән ҡорһаҡлы икәнде белерҙәр тип ҡурҡтымы, бик ныҡ итеп буянды, биҙәнде. Уның әле бер ҡасан да төҙөлөш тә, буяусылар ҙа күргәне юҡ ине. Мастер уны бер бригадаға алып инеүгә, халыҡ бер аҙ тынып ҡарап торҙо, шунда аранан береһе:
– Эш кешеһенә оҡшамаған был, ошо саҡлы ҡыҙыл ирендәр менән кем төҙөлөштә эшләй, ти, кәрәкмәй беҙгә бындай ҡурсаҡтар, – тип ҡысҡырҙы. Мастер ҙа уға, дөрөҫөрәге, уның ҡыҙыл ирендәренә текәлде. Асия ер тишегенә инерҙәй булды. Уға әле ни бары ун туғыҙ ғына – күҙҙәрен буяны, битенә крем да һөрттө, тик иренен буяғаны юҡ ине, кәрәк бит...
– Ярай, улайһа, әйҙә икенсе бригадаға, тик “маймыл” иренеңде һөрт, ҡыҙый, – тине мастер бик тыныс ҡына. – Ҡурҡма, төҙөлөштә ҡатындар уҫал шул. Икенсе бригада ла яңы килгән сыбыҡ кеүек ябыҡ ҡыҙға өҫтән-аҫҡа ғына ҡараны, тағы йөрәге ҡубырылып ҡуйҙы: бында тағы ҡайһыһы ҡысҡырыр икән?
– Гөлсинә апай, бына, бригадаңа тағы бер яңы өйрәнсек, ал инде, Гүзәл бригадаһы икене алды. – Ҡыҙыу-ҡыҙыу ғына таныштырҙы ла, тағы ҡысҡырмағайҙары тигән, шикелле, тынып ҡалды мастер.
– Ярай һуң, алырбыҙ, – тине оло ғына йәштәге бригадир ҡатын. Үҙе: – Маша, ана һиңә өйрәнсек, ал, өйрәт, – тип тыныс ҡына ултырған ҡырҡтар тирәһендәге апайға өндәште.
– Ярай һуң, өйрәтербеҙ...
Асияның эсенә йылы йүгерҙе. Бик ауыр булды уға бригадаға инеп китеү – уларҙың үҙ закондары. Тормошто, эште лә ниҙән башларға белмәгән, төҙөлөш тә күрмәгән Асияға иң кәрәге – бер йылы һүҙ ине. Дөйөм ят донъяға килеп ингән ҡыҙға, берҙән, нисек тә йыуаная барғанын йәшерергә кәрәк ине, былай ҙа яңы килгән кеше микроскоп күҙәтеүе аҫтында, ә бала көткәнен дә белһәләр... Төшкө аш ваҡытында Асия күберәк берәй шкаф артына ҡасып ҡына ашарға тырышты, сөнки булған аҡсаһын нисек тә еткерергә кәрәк ине: алаһы әйберҙәр ҙә бик күп. Шуға ике телем икмәк ашай ҙа, ярты литр шәкәрһеҙ сәй эсә. Башҡалар сумкаларына тәмле-тәмле ризыҡтар тултырып киләләр ҙә өҫтәлгә йәйеп һалалар. Асияның, тамағы туймағас, хәле лә әллә ни юҡ шул. Бөгөн ана колер машинаһы килде, һикһән килолы ағас мискәләрҙәге шпаклевканы ике ҡыҙ күтәреп носилкаларға бушатырға, унан шуларҙы бишенсе ҡатҡа күтәреп мендерергә кәрәк. Асия носилкаға таҙа ғына бер ҡыҙ менән тотондо, икенсе ҡатҡа еткәндә күҙ алдары ҡараңғылана башланы, тик сер бирмәҫкә тырышты, өсөнсө ҡатта ял итергә туҡтанылар.
– Нимә һин шул саҡлы, ауырлы ҡатындарҙай мышнайһың, көсөң етмәйме әллә?
Асияның башына ҡан йүгерҙе, ни әйтергә белмәй телһеҙ ҡалды: “Йә Хоҙай, белһәләр, бригаданан ҡыуырҙар, декретҡа ла сыға алмай ҡайтып китерме? Түҙергә, ни генә булғанда ла, бирешмәҫкә!”
– Әйҙә, күтәр, киттек, – тине Асия, ҡаушауын һиҙҙермәҫкә тырышып. Ул да бит һыйыр һауып, ҡырҡ литрлы флягалар ташып үҫкән: “Бирешмә, Асия, ебемә, кирегә юл юҡ!”
Хәҙер шул саҡтарҙы иҫенә төшөрә лә тетрәнеп ҡуя, нисек түҙҙе, нисек балаһы төшмәне? Беҙ ҡапсыҡта ятмай – беленде. Беленгәс, бөтәһе тағы көтөүҙәге ғәрип бәпкәгә ҡараған кеүек ҡаранылар. Кем меҫкен тип йәлләне, кем мыҫҡыл итеп өҫтән-аҫҡа ҡараны. Эштә нисек тә көн үтә, ә ҡайтҡас, минут һайын Рифатын уйлап илай, һағыныуға түҙерлек түгел, ҡайтаһы, әсәһенең тәмле икмәген, туҡмаслы ашын туйғансы ашағыһы, унан яратҡан мендәренә сумып, бер ни уйламайынса, ятып йоҡлағыһы килә. Килеп бер аҙна эшләгәс, тыуған яҡҡа хат яҙҙы, кире адресты яҙырға ултырғас ҡына үҙенең Яр Саллы ҡалаһына, “КамАЗ” төҙөлөшөнә, килеп эләккәнен аңланы. Юҡ, ул бында ҡалмаясаҡ, ҡасан да булһа тыуған яғына ҡайтып китәсәк, ә хәҙергә... түҙергә кәрәк. Рифаттан да хат килә торҙо: “Мин оҙаҡламай ял алам да киләм”, – тип яҙҙы. Асия көттө, яратҡан кешегә шул саҡлы ышанаһың икән: һәр һүҙе алтын хаҡы тора. Хат һайын: “Отпускы бирмәнеләр”, – тип яҙҙы. Әсәһе: “Һағынаһыңдыр, балам, һағынғанды мәтрүшкә сәйе баҫа”, – тип, кипкән мәтрүшкә, ҡаҡлаған һарыҡ ите менән мейестә картуф телемләп киптереп, посылкалар һалды. Ул уны шундай һаҡлап ҡына, илай-илай ашаны. Эх...
Үҙ яғыма ҡайтһам, ергә ятып,
Тыңлар инем үлән үҫкәнен;
Тыңлар инем салғы тауыштарын,
Киске йылы елдәр иҫкәнен.
Дауамы бар.