Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
20 Июнь 2023, 09:21

МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... Повесть Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

– Кит!.. Күҙемә күренмә... Күрәлмайым һине, күрәлмайым!

МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... Повесть Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... Повесть Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

...Өшөп-туңып, иң алама автобустарҙың береһендә донъя сигенә китеп бара Зәбир. Үҙ мәйелендә булһа, был яҡҡа ғүмерҙә лә аяҡ та баҫмаҫ, ошондай ерҙәрҙең барлығын белергә лә теләмәҫ ине лә. Йөрәк мәжбүр итә шул, йөрәк... Зөлфиәнең киткәненә өс айҙан ашыу ваҡыт үтте, теге мәлдәге бер шылтыратыуҙағы яҙа-йоҙа хәл белешеүҙән тыш, осмот хәбәре юҡ. Һыуға сумғандай юҡ булып ята. Хат та яҙманы, адресын да... адресын белә ала инде ул, ҡайҙалығы билгеле бит, әммә үҙенең асыҡлап яҙып һалмауы бигерәк сәйер тойола. Эске һиҙемләүе менән бында ниндәйҙер бер сер барлығын да, шымып уҡ ҡалыуынан уға билгеле булмаған яңылыҡтар тыуыуын да самалай. Тик, нимә? Зөлфиә бик етди ҡыҙ, тип уйлай ул төрлөсә фаразлап, хатта нисектер тарҡауыраҡ, баҙнатһыҙыраҡ, сәйерерәк тә, уға, ғәҙәттә, тота килеп егеттәр йығылып китмәй. Бөтөн ошо булмышы уны аҙыраҡ аңышыраҡ та итеп күрһәткәндәй бит – шуғалырмы. Ә бит үҙе сибәр генә. Шулай ҙа бер ҡатлы инде, бигерәк бер ҡатлы һәм тик хис менән генә йәшәй торған йән. Ҡыҙҙы инде ике йылдан ашыу яҡшы өйрәнгән һәм уның йомшаҡ яҡтарын белгән егет, бәләнең ҡайһы яҡтан килеү мөмкинлеген самалай.
 Үҙен нисегерәк тоторға икәнде лә уйлап килә Зәбир. Бығаса ул ҡыҙҙың ауыҙын да астырмай, һәр нәмәне үҙенсә хәл итеп йөрөнө. Зөлфиәнең иһә, ғәҙәти тормошта талаптары ла, нимәгәлер айырым теләге лә булманы бит. Ул һүҙһеҙ генә ризалашты ла ҡуйҙы. Күп нәмәгә битараф, барыбер һымаҡ ҡараны ла, шикелле. Зәбирҙең үҙен дә шулай ҡабул итмәнеме һуң? Был хәҡиҡәттән егеттең күкрәк тәңгәлендә нимәлер семетеп китә лә, аяҡ остарына тиклем һалҡынлыҡ йүгерә. Юҡ, туҡта, бар институт студенттарын тота алғанды, шул бер мәмәй ҡыҙҙы ауыҙлыҡлай алмаҫҡа торамы әллә? Көтөп тор, Зәбир, көтөп тор – ҡыҙма... Барыһын да уйлап, самалап ҡына хәл ит...
Ҡар ҡаплаған ауыл буйлап көрткә бата-сума, ялтыр ботинкаларын һыуландырып, хисапсы ҡыҙҙың ҡайҙа тороуын һораша-һораша килә торғас, ҡапҡа алдында ҡар көрәп йөрөгән ҡатынға өндәшәйем тип ауыҙын асһа, Зөлфиәне танып, телһеҙ ҡалды. Өҫтөндә оло фуфайка, аяғында калушлы быймалар, башында ниндәйҙер ялбыр шәл... Ҡыҙарып-тирләп төшкән... Юл буйына, автобуста ла, ауыл урамдарында ҡатын-ҡыҙҙың да, ирҙәрҙең дә туптай булып аңлайышһыҙ кейемдәрҙә йөрөгәненә сәйерһенеп ҡарап килә ине – бына һиңә, мә – Зөлфиә тора шулай.
Зөлфиә лә юғалып ҡалды, хатта, ҡасырға урын эҙләгәндәй, аҙарынып та китте инде әллә. Һәр хәлдә, Зәбиргә шулай тойолдо. Шуға ул ҡапыл алға ынтылып, ҡыҙҙың көрәк һабына йәбеште:
– Зөлфиә! Ни эшләп йөрөйһөң ул? – Унан ашығып хатаһын төҙәтте. – Һаумы... ҡасҡалаҡ.
– Сәләм... – Йәштәр һынаулы ҡарашып ҡалды. Егет ҡыҙҙы тишә яҙып баштан-аяҡ һөҙөп сыҡты:
– Ну и ну-у...
– Ә нимәһе? Бында – ауыл. – Эйәген күтәрә биреп яуаплауы ла яңыса, ул бындай ҡырҡыу холоҡло Зөлфиәне белмәй әле.
– Ауыл тигәс тә... Һиңә былай килешмәй, Зөлфиә...
– Шуны тикшерергә килдеңме?
Егет тағы ла яуап тапмайыраҡ ҡалды. Әһә... бында ниндәйҙер хикмәт бар! Һәм был хәлде ҡатылыҡ менән алып булмаҫы көн кеүек асыҡ. Йәһәтләп икенсе ыҙанға күсте:
– Юҡсы. Мин былай... һөйгәнем китте лә юғалды, уның менән берәй бәлә-ҡаза булып ҡуймаһын тип, бәлки, практикаһын иртәрәк яптырып ҡайтара алыуға килешә алырмын тип, килеүем. Шат түгелһеңме ни? Ҡалай уҫал ҡаршы алаһың?
Ҡыҙ уны урамда тота алмаҫын аңланы һәм теләкһеҙ генә өйгә әйҙәне:
– Әйҙә, үт...
Ғәйниә апай ят ҡунаҡты һағайып ҡаршыланы, тәҙрә аша уҡ күреп тора ине инде, кем булыр был тип...
– Һаумыһығыҙ! – Инеүсе ихлас сәләмләне. Инде лә өй эсен байҡап ҡарап сыҡты. – Минең аппағым ошонда көн итә икән... – Унан хужабикәгә төбәп өндәште: – Зөлфиәмде һыйындырып торғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтлемен һеҙгә.
Уның артында торған ҡыҙ ҙа, ҡаршыһындағы хужабикә лә бер мәлгә албырғаны. Зөлфиә хатта төкөрөгөнә сәсәп китте. Егет йәһәтләп арҡаһынан ҡаҡты:
– Бөттө-бөттө... Аппағым..
Зөлфиә ҡапыл сәбәләнеп уның ҡулын һелкеп төшөрҙө. Зәбир быны аңламамышҡа һалышты. Һаман янында бөтөрөлдө:
– Тәрән итеп тын ал әле, хәҙер үтә...
Ниһайәт, ҡыҙ ҙа тынысланды, ҡунаҡ та үтеп ултырҙы. Ғәйниә плитә аҫтына ут тоҡандырып, баҡырсаға һыу өҫтәне. Зөлфиә ҡулдарын йыуып килеп урындыҡ ситенә терәлде лә, алдына ҡарап тынып ҡалды. Зәбир иһә, уны бында ҡолас йәйеп ҡаршы алғандарҙай шикелле, мольбертҡа беркетелгән картинаны ҡарай башланы:
– Оһо! Кемдең эше? Һеҙҙекеме? – тип хужабикәгә төбәлде.
Ғәйниә уның был һорауына бөтөнләй аптыраны:
– Атаҡ! Нишәп минеке булһын ул? Бынағайыш...
Зәбир хайран булған ҡарашын ипләп кенә ҡыҙға күсерҙе, уныһы быларҙы ишетмәй ҙә.
– Зөлфиә?.. Һинеке что ли?
Ҡыҙ яуапларға уйламай ҙа, башкөллө ниндәйҙер уйҙарға сумған. Уның өсөн апай яуап­лай:
– Уныҡы-уныҡы. Ҡайҙан килдегеҙ һуң һеҙ? Таныш та түгелһегеҙме әллә?
Егет иһә үҙ сиратында тороп баҫа һәм ҡыланып рәсми рәүештә баш эйә:
– Йоматов Зәбир Закир улы. Зөлфиәнең дуҫы, дөрөҫөрәге, һөйгәне.
Шул ваҡыт Зөлфиә лә айнығып китеп, уға утлы ҡараштарын атты. Ғәйниә бер ҡыҙға, бер егеткә төбәлде:
– Ы-ы... һөйгәне үкме ни?..
– Кит әле! Әллә нимә һөйләп тораһың шунда! – Ҡыҙ ҡыҙып китеп тороп кейенә башланы ла, ишекте шартлатып ябыр алдынан: – Малды үҙем ҡарайым, һеҙ сәй эсегеҙ, – тигәне ишетелеп ҡалды.
Зәбир, һауалағы көсөргәнеште йомшартыу өсөн, көсәнеп йылмайҙы:
– Шулай уҫал ул минең аппағым.
Ғәйниә, өндәшмәҫтән, аш йүнәтә башланы. Егет ҡыҙҙың эш өҫтәле артына ултырып, табаҡ-табаҡ булып ятҡан таблицаларҙы ҡараштырҙы, һандар менән сыбарланған дәфтәрҙәрен асҡыланы. Шулай ултыра торғас, күҙе дәфтәр араһындағы оҙон яҙмаға төштө. Эш ҡағыҙылыр тиһә... хат бит... туҡта... уға яҙылған...
Ике битлек хатты уҡып сыҡҡансы бер янды, бер һүнде Зәбир, ҡулдары ҡалтырап, күҙ ситтәре зәңкеп сыҡты. Күҙ алдын ҡанлы пәрҙә һымаҡ булып асыу уты ҡапланы. Бына нимәләр бар икән бында!.. Бына төтөн ҡайҙан сыға... Тә-әк... тә-әк... тәк! Былай бармай! Бөгөн үк алып китергә кәрәк был ҡыҙҙы. Бөгөн үк. Хәҙер үк! Тик... тыныслыҡ... тыныслыҡ менән генә. Башҡа юл юҡ.
Табын әҙер булғас, урындыҡ түрендә ултырып, ауыл һыйын, ауыл тормошон, хужабикәнең ризығын түгелеп маҡтаны егет. Апайҙың ләм-мим яуап ҡайтармағанында ла эше булманы, гүйә, ихлас, асыҡ булып, ләпелдәне лә ләпелдәне. Унан, тамаҡ ялғағас, Зөлфиәне эҙләп, тышҡа сыҡты. Ҡыҙ, ҡоҙоҡтан һыу сығарып, малдарҙы һуғара ине. Көлөмһөрәп ҡарап, янына килде:
– Һоҡланам һиңә, Зөлфиә. Мал ҡарап үҫмәһәң дә, ҡалай тиҙ өйрәнеп алғанһың. Ҡар көрәйһең... һүрәт төшөрәһең... Ауылда һинең күп һәләттәрең асылған, ә?
Ҡыҙ уны ишетмәмешкә һалышты.
– Ауыл һауаһы килешкән бит һиңә, аҡыллым. Тағы ла матурайып, алһыуланып киткәнһең, – тип килеп ҡосаҡлап та маташҡайны, ҡыҙ ҡулындағы биҙрәһен күтәреп араға ҡуйҙы. Быныһын да “йотто” егет. – Тик бына кәйефең генә юҡ һымаҡ... Ни эшләп улай? Ҡайтҡың киләме? Ә? Бөгөн үк алып китәм!
– Юҡ! – Ҡыҙ ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
– Ниңә “юҡ”? Әллә һиңә бында оҡшаймы? – Ул янда туҙышып йөрөгән һарыҡ-кәзәләргә, уларға аңшайып ҡарап торған ике һыйырға ҡулдарын иҙәп көлөп үк ебәрҙе. – Ҡайһыһы нығыраҡ оҡшай быларҙың? Әйт! Теләгәнеңде һатып алып ҡайтам.
Хәҙер инде Зөлфиә уға нәфрәт менән ҡараны. Нисек итеп? Нисек итеп ул бығаса Зәбирҙе яҡын юлатҡан? Уның ошо... сөсө йылмайыуын... нәҙек иренен... төҫһөҙ керпек-ҡаштарын... ап-аҡ нәҙек ҡулдарын күрмәгәнме ни? Һуҡыр булғанмы, иҫһеҙ булғанмы әллә? “Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ мине был кешенән!” тип ҡысҡырғыһы килде уға текәлеп ҡарап тороп. Ә Зәбир уның ҡарашын үҙенсә аңланы һәм етди хәбәргә күсте:
– Зөлфиә, ярай, уйнаныҡ, булды. Эшеңде тамамла ла, йыйын. Бөгөн һуң инде, иртәнге автобусҡа сығабыҙ. Директорыңа мин институттан хат әҙерләп ебәрермен. Практикаңды тулы үтте тип иҫәпләрҙәр.
– Мин бер ҡайҙа ла бармайым.
– Әллә ҡайҙа алып китәм тимәйем бит, аппағым, әсәйеңә илтеп ҡуям. Ике ай ваҡытың бар әле, рәхәтләнеп, иркәләнеп ял итерһең.
– Юҡ. Мин... мин, моғайын... ошонда бөтөнләйгә ҡалырмын да әле...
– Нисек инде?... Был ниндәй ҡырағай...
– Зәбир! Һин кит, йәме? Зинһар! – Унан ҡапыл туҡтап, ҡапҡанан инеп килгән кешегә ынтылды. – Рамаҙан! Рамаҙан килде!
Ҡупшы ҡара пальтолағы егет тәрән итеп бер тын алды ла, ялтыр ботинкаларының үксәһендә генә шыҡ итеп өйөрөлөп, әйләнеп баҫты. Ҡапҡанан кәүҙәле генә ир-егет инеп килә. Ҡулдарында ниндәйҙер ҡумталар. Зәбир уны ла йәһәт кенә күҙҙән үткәреп өлгөрҙө: өҫтөндә иҫке ҡара куртка, башында спорт шапкаһы, аяҡтарында брезент йылы итектәр.
Ул яндарына килеп етеүгә, пальтолағы уға ҡул һуҙҙы:
– Ҡунаҡ киләме? Сәләм-сәләм, эшсе-крәҫтиәнгә!
Рамаҙан Зөлфиәгә ҡараған килеш кенә быға ҡулын бирҙе:
– Сәләм. – Унан ят кешегә боролдо. – Бында кем ҡунаҡ икән әле?
– Рамаҙан... – тип ҡыҙ тотлоға биреп хәбәр башлағайны ла, Зәбир уны һаҡһыҙ бүлдереп китте:
– Эйе, мин ҡунаҡтыр, ахыры. Бына һөйгән ҡыҙымды алырға тип килдем. Юғиһә, бында, ниндәй рәүешкә төшөп, ауыл ҡатынына әүерелеп бара, – тип һаһылдап көлөп тә ебәрҙе.
Рамаҙандың йөҙө үҙгәрә төштө. Ҡаушай биреп, Зөлфиәгә төбәлеп торҙо. Уныһы килеп беләгенә йәбеште лә:
– Рамаҙан! – Ике уртала сәбәләнде: – Зәбир, бар һин инеп тор әле!
Рамаҙан уға иғтибар итмәҫтән, ят әҙәмгә төбәлде:
– Һин кем?
– Мин Зөлфиәнең егете, – тине тегеһе ҡыйыу ғына.
Рамаҙан Зөлфиәгә боролдо:
– Зөлфиә, был кем?
– Рамаҙан! Мин хәҙер һиңә барыһын да аңлатам... Рамаҙан... дөрөҫ түгел... һин уйлағанса түгел... Зәбир! Кит тинем!
Рамаҙан ҡулындағы ике ҡумтаһын Зөлфиәгә һондо:
– Зөлфиә, ошоларҙы Ғәйниә апайға индер әле.
– Рамаҙан!.. Һөйлә...
– Зөлфиә, – тине хәҙер инде һәр һүҙен өҙөп-өҙөп. – Бар. Индер. Хәҙер артыңдан инәм.
Ҡыҙға әйберҙәрҙе алып инеп китеүҙән башҡа сара ҡалманы, инде лә ҡорған ситенән тәҙрәгә һарылды.
Тышта егеттәр тексәйешеп ҡалды. Зәбир тиҙерәк һүҙ менән алдырмаҡсы булып ашыҡты:
– Мин барыһын да аңлайым... Ҡаланан килгән матур ҡыҙ, романтика... Әммә ул ауыл өсөн түгел. Ул бынан өс көн эсендә ялҡып ҡасасаҡ. Һин шуға ышандыңмы ни?
– Һеҙ уның менән күпме таныш? – Рамаҙан был һорауҙы теш араһынан һығып сығарҙы.
– Ике йылдан ашыу. Ике йылдан ашыу беҙ бергә. Иртәнән кискә, кистән таңға тиклем бергә булдыҡ. Валлаһи, алдамайым.
– Ә ни эшләп ул һине бер генә лә телгә алманы?
– Ҡатын-ҡыҙҙар бит улар шундай елбәгәй халыҡ. Һин бынау спецовкала, тиреҫ еҫе менән, грузовойҙа... уға, ҡала мөхитендә үҫкән ҡыҙыҡайға, әллә ни экзотика кеүек булғандыр инде. Мауығып алғандыр бер аҙ. Була бит шулай?..
– Белмәйем. Беҙҙә улай булмай.
– Рамаҙан... Рамаҙан бит әле һин? Вот нимә, дуҫ, Зөлфиә бит художник, уның натураһы шундай, ул тиҙ генә юҡ-барға әүрәй, башын юғалта. Был уға илһам өсөн кәрәк. Ул бит һәләт! Ә һин уны ошонда, һыйыр-кәзәләр араһында тоторға итәһеңме?
Был һүҙҙәргә Рамаҙандың бер дәлиле лә булманы. Ә Зәбир теҙҙе генә:
– Мин быйыл уҡыуҙы тамамлайым, аспирантураға Мәскәүгә китәм. Зөлфиәне лә алам, өйләнеп, әлбиттә. Уның урыны шунда – баш ҡалала. Унда уның кеүек рәссамдар, күргәҙмәләр, музейҙар, театрҙар... Аңлайһыңмы? Ә бына бында, быймалар, фуфайкалар кейеп... Һин уның ҡулдарына ҡарағаның бармы? Ул бармаҡтар кисточка тотоу өсөн генә яратылған!
Рамаҙан тора-тороп ҡапыл һөйләүсенең яғаһынан бөрөп алды ла, йөҙөн үҙенә яҡын уҡ килтереп, уҫал шыбырланы:
– Һин Зөлфиәне ысынлап бәхетле итәсәкһеңме? Ысынлап уны рәссам итеп үҫтерәһеңме? Әйт!
Аяҡтары ерҙән ысҡына барыуға Зәбирҙең теле көрмәлде:
– Ы-ыс-сын... Һ-һүҙ бирәм... а-ант ит-тәм...
Киләһе секундта Рамаҙан ҡулында ҡалтырап төшкән ҡунаҡты ҡарға быраҡтырып, оҙон-оҙон баҫып ҡапҡаға юлланды. Бөтөн был хәлде ҡорған егенән күҙәтеп торған Зөлфиә, өйҙән ойоҡсан атылып килеп сығып, егет артынан ташланды:
– Рамаҙа-ан! Рамаҙан! Һин ҡайҙа?
Уның шул тиклем асырғаныулы тауышынан туҡтап ҡалды тегеһе, боролоп баҫты:
– Зөлфиә... мин китәм... Һинең бәхетле булыуыңды теләйем.
Ҡыҙ уның ҡулдарына тотоп алды, кирегә һөйрәне:
– Рамаҙан!.. Хәҙер үк инәһең! Юҡ, хәҙер мин...
Егет уны яурынынан тотоп һелкетте:
– Минең арттан килмә. Йөрөмә. Яланғасһың, туңаһың, бар ин. – Ҡыҙҙың сатырлап йәбешкән ҡулдарынан ысҡынып, уны этәрә биреп үк ебәрҙе. Ҡапҡа ныҡ ябылып ҡалды.
Зөлфиә шунда ҡапҡа төбөндә һығылып төштө. Ҡысҡырырлыҡ тауышы ҡалманы, бары тик йомшаҡ ҡарҙы сапсып, ыңғырашты:
– Рам-маҙа-ан... Рама-ҙа...ннн... йән-нем... Ра-ма....ннн...
Унан, үҙенә ярҙамға ташланған Зәбиргә, яҡын юламаҫлыҡ итеп ыҫылданы:
– Кит!.. Күҙемә күренмә... Күрәлмайым һине, күрәлмайым!
Өйгә йүгереп инеп төпкө бүлмәләге карауатҡа ҡоланы ла, бер һорауға ла яуап бирмәй, хужабикәне лә, Зәбирҙе лә ишетмәй-күрмәй, йомарланып тик ятты. Ғәйниә апай ҡунаҡҡа йыйынып китергә ҡушты, уныһы талап ителгәнде йәһәт үтәне – юҡ та булды. Зөлфиә шул ятҡандан тора алманы, ысынлап ауырып киттеме, хәлһеҙ, хисһеҙ, көсһөҙ булып тик ятты. Ғазаплы оҙон төндәр, хәсрәтле көндәр үтә торҙо. Рамаҙан килмәне. Ғәйниә уға нисек кенә сәләм ебәреп, килеп етергә ҡушып ҡараһа ла, егет һынманы. Ахырҙа, ҡыҙҙың ата-әсәһенә хәбәр итте, улары йәһәтләп килеп етеп, ҡыҙҙарын балалай итеп төрөп алып сығып, машинаға һалып алып ҡайтып киттеләр. Һәм бөтөн был мөхәббәт тарихы тап бына ошо рәхимһеҙ ваҡиғанан башланды ла, шикелле. Яратыуҙың, бәхет булыуҙан бигерәк, һары һағыш икәнлеген төшөнгән, тойған, кисергән ваҡыттан...

Альбина Таҡалова һүрәте.

Дауамы "Шоңҡар"ҙың 6-сы һанында.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: