Хәйҙәр Тапаҡов
Шәүлә
Повесть
2
Хәтерендә, яҙ көнө университеттың икенсе курсында уҡып йөрөгәнендә Хәкимйән менән танышты. Танышты, тип әйтеүе дөрөҫ үк булмаҫ, ул уны, математика факультетында белем алған егетте, һыртынан күреп белә ине. Ҡолға буйлы, бумала сәсле егет менән ятаҡтың коридорында тап та булышалар ине ҡайһы саҡ: теге юл биреп ситкә тартыла, ә ул башын юғары сөйөп уға һирпелеп тә ҡарамай үтеп китә. Үҙенең сибәрлеген белә ине шул, бындай күҙгә бәрелмәҫтәр уға иш һәм тиң түгел. Хыялында күҙаллауынса егете оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, ирҙәрсә аҙ һүҙле, ҡырыҫ йөҙлө сибәр, ысын рыцарь, йә, юҡ тигәндә, итәғәтле, тәрбиәле аҡһөйәктәр нәҫеленән сыҡҡан принц булырға тейеш. Ундай ир-егеттәр юҡтыр ҙа инде ул хәҙер. Шулай ҙа хыялында йөрөткәненең көтмәгәндә һәм ҡапыл килеренә ышана һәм өмөтләнә ине. Ә был факультет ҡомағы көндәрен китаптар ҡосаҡлап уҡыу залында үткәрә.
Дәрестән сыҡты ла ятаҡҡа ҡайтҡыһы килмәй маҡсатһыҙ ғына иркә, наҙлы нурҙар тулған ҡала буйлап йөрөп алырға итте. Спорт стилендә йөрөргә ярата: өҫтөндә ал төҫтәге болоньянан тегелгән еңел куртка, тар, янбашын, балтырҙарын кипсәлдергән джинсы кейгән, аяҡтарында кроссовкалар, башында үҙе бәйләгән матур аҡ башлыҡ, ә муйынына шул уҡ төҫтәге остары сәсәкле оҙон шарф уралған. Сауҙа үҙәгенә инеп, пальтолар, курткалар һатылған бүлектә бер кейеп, бер сисеп ҡарап, кейем һайланы. Һатып алыу түгел маҡсаты, йәнә кеҫәһендә стипендияһының ҡап яртыһы ғына ята, уны ла айҙың аҙағына тиклем кәрәк-яраҡҡа, аҙыҡ-түлеккә бүлеп ҡуйған. Оҡшағанын һайлап ала ла көҙгө ҡаршыһына баҫып ентекләп, килешәме-юҡмы икәнлекте тикшерә. Сисеп, икенсеһенә тотона. Һатыусы ла, бер ҡатлы йән, сауҙаһының уңырына ышанып тауарын маҡтай-маҡтай уға булышып эргәһендә йүгергеләй. Апаруҡ ваҡыт бүлектәр буйлап сәйәхәт иткәс, сығып автобус туҡталышына йүнәлде. Кис эштән ҡайтыр ваҡыт булғас, пассажирҙар күп ине, көслөк менән салонға инеп тығылды. Юғарыға ҡараны ла, унда теге һонторҙоң йөҙөн күргәс, ризаһыҙ сирылып ситкә боролдо һәм тәүге туҡталышта уҡ төшөп ҡалырға йыйынып, бер-береһенә терәлеп баҫҡан халыҡты йырып, ишек яғына ҡарай йүнәлде. Төштө, артта тотҡарланған шарфын тартты, һәм уның осона тағылып теге һонтор сыҡты. Шарфтың сәсәге уның куртка төймәһенә сеймәлгәйне. Бер яҡ ситкә тартылып егеттең төйөндө тағатыуын сабырһыҙланып көтә, үҙе ян-тирәһенә ҡарап-ҡарап ала. Тегенең тулҡынланыуҙан әллә ҡулдары ҡалтырай, хәрәкәттәре килбәтһеҙ.
– Йә , тиҙерәк, ваҡытым юҡ! – Китергә йыйыныуын белдереп урынында тыбызыҡланы.
– Ҡайһылай итәйем, ныҡ сеймәлгән бит… Хәҙер…
– Бер аҙҙан асыуы баҫылды һәм егетте ҡыҙыҡ итергә булды:
– Ысҡындырырға теләмәгәсегеҙ, бөгөн кискә саҡлы мине үҙегеҙ менән алып йөрөйһөгөҙ инде. Ҡайҙа алып бараһығыҙ?
– Егет албырғап ҡалды ла тотлоғоп-тотлоғоп яуапланы:
– Һеҙҙеме? Ҡайҙамы? Минме? Бөгөн театрға премьераға билет алғайным.
Тик берәүҙе генә…
Ул үҙ һүҙләнеп ирендәрен бүлтәйтте:
– Театрға барырлыҡ итеп кейенмәгәнмен, шулай ҙа унда булғым килә, тағы ла бер билет табығыҙ!
– Мин ни ҡыуанып… Әйҙәгеҙ…
Йәнәшәләп киттеләр, тик сәсәк өҫкө төймәгә эләккәнлектән шарф аҫылыныңҡырап күренә, шуға егетте ҡултыҡлап алып уға һыйына биреберәк атлай башланы. Былай ҡулайыраҡ, бер-береңә бәйләнгәнлегең дә беленмәй. Егет бөтөнләй юғалып ҡалды, ыҡ-мыҡ итеп һорауға ғына яуап бирә лә тура ҡатып килә. Һиҙҙе, оҡ-шай ул был егеткә, оҡшай! Әле сая ҡылығы менән шаңҡытты, телдән ҡалдырҙы. Мәрәкә уйлап тапты ла бит, тик бының аҙағы нимә менән барып бөтөр, билдәһеҙ. Театр гардеробында кейемдәрен бер элгескә элгәс, көҙгө ҡаршыһына баҫып өҫ-башына күҙ атты ла фойеға йүнәлде, ә егет билет эҙләп театр тышына сыҡты. Апаруҡ юғалып торғандан һуң кире инде, тапҡан билетты, тик йәнәш түгел, аралары ике-өс рәт. Ул алға ултырҙы, егет арт яҡҡа. Премьера уға оҡшаманы, шау-шыулы, арзан көлкөгә ҡоролған комедия. Уның ҡарауы, егеттең иғтибар үҙәгендә булды: тәнәфес мәлендә әкиәт донъяһына тартым ялтырауыҡ залдарҙы ҡыҙырҙылар, актерҙар, спектаклдән күренештәр төшөрөлгән фотоларҙы ҡаранылар, шунан театрҙың буфетына йүнәлделәр. Ҡаршыһында ултырған егет тыйнаҡ өндәште:
– Бер ятаҡта йәшәһәк тә, беҙ таныш түгелбеҙ бит әле. Мине Хәкимйән тиҙәр, ә һеҙҙе?
– Гөлнур.
– Гөл һәм нур. Матур яңғырайҙар.
– Ә һеҙҙең исемегеҙ боронғо, шулай ҙа хаким йән булғас, бара. Тимәк, был фани донъя менән хаким итер өсөн тыуғанһығыҙ. – Ул күҙҙәрен осҡонландырып йылмайҙы.
Тамаша барышында арҡа буйы менән егеттең наҙлы ҡарашын һиҙҙе. Ошолай ултырыуы үтә лә күңелле ине, ул тәүге тапҡыр үҙен һаҡлаулы һәм яҡлаулы итеп тойҙо.
Спектакль тамамланғас, тамашасыларға эйәреп ярым ҡараңғы урамға сыҡтылар. Иртә килгән яҙ ҡылығын бер күрһәтмәһә бер күрһәтә шул, көн үҙәгендә ялтлатып иретеп торһа ла, кис шығырҙатып туңдырып та ҡуя. Ятаҡҡа етәрәк ул яҙа баҫты ла аяғы ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ай! – Эргәһендәге ағас олонона йәбеште.
– Бына һиңә мә, аяҡ аҫтында ятҡан бәлә! – Юлдашы өтәләнде. – Ҡайһы ерең ауырта?
– Бынау ерем, бәкәлем… – Аяғын асфальтҡа терәп ҡараны ла киҫкен сәнсеү алыуҙан бөгөлөп төштө.
– Ятаҡ эргәлә генә бит, күтәреп кенә алып барайым!
– Юҡ, мин үҙем…
– Ҡайҙа инде, ана бит, баҫа ла алмайһың… – Тегеһе, артыҡ һүҙ ҡуйыртмай, еңел генә итеп ҡулдарына алды, ә ул сараһыҙҙан муйынынан ҡосаҡланы. Оҙон буйлы тарамыш ҡына булһа ла көслө генә икән. Ышаныслы баҫып атлай. Ятаҡта вахтала ултырған әбейҙең өкәлтәгенә инделәр. Ошоғаса аҡ шарф менән бер-береһенә бәйле инеләр, ысҡындыра алмағас, сәсәкте өҙөргә тура килде, аҡ еп киҫәге ҡара курткала айырым-асыҡ күренә. Хәкимйән уны аҙаҡтан да алып ташларға теләмәне. Егет һаҡлыҡ менән кроссовканы һалдырғас, бәкәлде ныҡ итеп тарттырып бинт менән бәйләп ҡуйҙы. Шөғөлөн ослағас, аңлатыуҙы ла кәрәк тапты: “Минең атайым менән әсәйем район үҙәгендә дауаханала эшләйҙәр. Шуға күрә тәүге ярҙамды күрһәтә беләм”. Уғаса тиҙ ярҙам машинаһы килеп етте лә, носилкаға һалып дауаханаға алып киттеләр. Аяғын дежур хирург ҡараны, иртәгеһен рентгенға ҡуйҙылар. Бәхеткә күрә, бәкәл быуыны ҡаймыҡҡан ғына икән. Төштән һуң яурыны аша аҡ халат һалған Хәкимйән ашығып килеп инде, ҡулында аҙыҡ-түлек һалынған пакет бар, гөлләмә алырға ла онотмаған.
Атаһы бүлексәлә ат ҡараусы, күҙгә зәғиф әсәһе өйҙә, шуғалыр нәзәкәтле бүләкте сәйерһенеберәк ҡабул итте, сөнки ошоға тиклем уға сәскә бүләк итеүсе табылманы. “Табиптарҙың малайы, моғайын, ғаиләлә яңғыҙҙыр ҙа әле, аҡсаһыҙ түгелдер”, тип тынысландырҙы үҙен. Саҡырылмаған ҡунағы ихлас ҡыуанысын белдерә һалды:
– Саҡ эҙләп таптым, барыбер таптым, шәп, эйе бит?
– Шәп шул… – булды яуап.
Шулай танышып киттеләр. Ә инде ярты йыл үтеүгә ошо күрмәлекһеҙ генә егеткә үлеп ғашиҡ булғайны. Уның бөтә булмышын ярата, өтөрөй сәс, һонтор буйҙан тыш танауы төбөндә ҡалҡҡан һоро миңенә тиклем ҡәҙерле. Теүәл фәнде үҙләштерһә лә, Хәкимйән әҙәбиәтте, мәҙәниәтте төптән белә, йәнә мауыҡтырғыс әңгәмәсе, ауыҙыңды асып һоҡланып тыңла ла ултыр.
Университетты тамамлағас, йүнәлтмәне тыуған районына алды, тура ауылдарына ҡайтырын да алдан белә ине. Шунһыҙ сараһы ла юҡ, йорт-ҡура тирәһендә йөрөү генә түгел, өй эсендә лә әсәһе күп осраҡта үҙе ярҙамға мохтаж. Хәкимйән дә тыуған яғына ҡайтып китте. Йылы хушлаштылар, хат яҙышып торорға һүҙ ҡуйыштылар, ләкин вәғәҙә бирешмәнеләр. Быныһы артыҡ та, урынһыҙ ҙа һымаҡ тойолдо. Көҙгә саҡлы әллә күпме ваҡыт бар, ҡайтып рәхәтләнеп ял итә башланы: көндөҙ Һаҡмарға барып һыуҙа ҡойондо, ҡомда ҡыҙынды. Еләк мәле еткәс, туғай-болондарҙы ҡыҙырҙы, ә бесәнгә төшкәс, атаһына ярҙамлашты. Атаһы бесәнгә ауылда беренселәрҙән булып, йәй башында уҡ төшә. Үләндең бешеүен көтмәй. Көндәлеген сабып алып ҡайталар ҙа лапаҫ башында киптереп, һарай ҡыйығына һалалар. Ошолай итһәң, башҡалар ҡуҙғалғансы ярты эшеңде ослайһың да ҡуяһың. Иртәнге сәйҙе эскәс, ат егеп сабынлыҡ яғына юлланалар. Яңы ғына ҡояш ҡалҡып килә, селтерләп арба тәгәрмәстәре йырлай, туры ат керт-керт юрта, күңелле кешнәп ҡуя. Иртәнге һалҡынса һауа тәнде земберләтә, әле йылымысланырға өлгөрмәгән сафлыҡҡа ҡушылған үлән еҫе танауҙы наҙлы ҡытыҡлай. Рәхәт. Ҡала шау-шыуынан, зачеттарға, имтихандарға әҙерләнеү ығы-зығыһынан бик ялҡҡайны, арығайны. Кис етһә, клубҡа бара. Унда ла тиҫтерҙәре араһында күңелле. Тик атаһы менән бүлексә аттарын баҡҡан һөйкөмһөҙ Фәриттең артынан ҡалмай тағылып йөрөүе генә оҡшамай. Тупаҫ, уҫал ул, ауылдағы бөтә егет-еләнде ҡурҡытып, буйһондороп тота, тик уның әйткәнен, уның ҡушҡанын ғына үтәһендәр. Ваҡытында үтәлмәй икән, йоҙроғон эшкә ҡуша, бер кемде лә аяп тормай. Ҡайтып төшкәс клубҡа барғайны, Фәрит күтәрмәлә тәмәке көйрәткән егет-еләнгә тамаҡ төбө менән иғлан итте: “Гөлнур минеке, үҙем өйрәтеп алам, ишетһен ҡолағығыҙ!” Нуҡта күрмәгән тайҙы йүгәнләйме ни?! Был киҫәтеү тегеләр өсөн ҡәтғи һәм кире ҡаҡҡыһыҙ фармандай яңғыраны. Тупһанан күтәрелеп килгән ыңғайы ишеткән һүҙҙәрҙе ишетмәмешкә һалышты, үҙ алдына йылмайып ҡына ҡуйҙы, ҡарап ҡарарбыҙ, йәнәһе. Ысынлап та, ошо кистән Фәриттән башҡалар унан ситләште, яҡынламаны, һүҙ ҡушманы. Өйрәтеүгә килгәндә инде оҙаҡ көттөрмәне, бер кистә өйҙәре эргәһендә һағалап тороп әрһеҙ бәйләнергә маташты. Уҫал ҡаршылашыуға юлыҡҡас, зәһәр ыҫылданы: “Тәтәйләнеп күпме һикерәнләрһең тиһең, эләктерәм барыбер!” Һәм эләктерҙе, яңғыҙы еләк йыйып йөрөгән туғайға һыбай килеп сыҡты ла уны осраҡлы тап иткәндәй ҡыланып йөҙөнә ғәжәпләнеүле йылмайыу, шатлыҡ осмото сығарған булды. Эйәрҙән килештереп һикереп төшөп, теҙгенде атының алға аяғына сырмағас, эргәһенә сүкте, әңгәмәләре ялғанмаһа ла, тоҙһоҙ хәбәр һөйләп көлдөрөргә маташты, шунан бер ни тиклем ваҡыт еләк йыйышып аҙапланды. Үләнде ғыршылдата тешләп утлаған айғырҙың ҡара ялдары түбән һалынған, туҙғаҡ ҡойроғо ялпылдап күренә, дейеү инде, фани көнитмештәге дейеү. Көн һалҡын булмаһа ла, тәненән аңлайышһыҙ дерелдәү йүгереп үтте. Фәриттең уғры ҡарашы башҡаларҙың юҡлығын байҡап бар тирә-яғын һөҙөп күҙәтә ине. Тикмәгә килмәгәйне ул, уңайлы мәлде аңдып йөрөгән, тимәк. Уның еләк йыйыу ҡайғыһы китте. Йыйғаны күнәген яртыламаһа ла, ҡабаланып ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Тик оло юлға төшкәнсе һирәк сауҡалыҡтар менән ҡапланған элекке диләнкәлектән үтергә кәрәк, ары иген баҫыуы аша сығаһың, шунан һуң ғына юлаусылар йөрөп торған юл күренә. Сауҡалыҡтар менән тиңләшкәйне генә артынан йүгерә-атлай төшкән Фәрит ҡыуып етеп биленән ҡосаҡланы. “Ебәр!” – тип бар көсөнә ҡысҡырҙы ла ҡасырға теләп алға уҡталды. Һөрәнләүен берәйһе ишетер тип өмөтләнде. Ҡайҙа инде?! Һеләүһендәй етеҙ Фәрит үрелә һалып эләктерҙе лә йөҙөн ҡайырып үбергә маташты. Яуап итеп сикәһенә һалды. “Ах, һин шулаймы ни әле, кәнтәй?! Мә, улайһа!” Кинәт эсенә тондорҙо. Киҫкен ауыртыуҙан күҙ алдарында осҡондар бейене, тыны быуылды. Йөгөнөкләп ултыра ине, ҡабаттан ҡалҡытты ла ике ҡуллап иҙеүенән матҡып күлдәкте биленә ҡәҙәр ярып ебәрҙе, күкрәксә ситкә осто. Ҡулдары менән яланғас түштәрен боҫормаларға итте. Был мәлдә Фәриттең күҙҙәре ҡорбанын тамаҡларға йыйынған бүре ише хәтәр янып киткәйнеләр. Аяҡтарын тарбайтып баҫҡан, тотош кәүҙәһе ҡорбанына ташланырға йыйынған йыртҡыстай көсөргәнгән. Шул мәлдә ҡотола алмаҫлыҡ хәлгә тарыуына төшөндө. Шулай ҙа аҙағынаса алышырға булды: хәлһеҙ ҡарашы менән тирә-яғын байҡаны. Унан бер-ике аҙым ситтәрәк йоҙроҡ дәүмәле таш ята. Әгәр шуны эләктерһә, бәләнән ҡотолдо тигән һүҙ. Урынында бәүелеп тора бирҙе лә, кинәт алға уҡталды, ләкин уй-теләкте аңғарып өлгөргән Фәрит аяҡ салып өлгөрҙө лә өҫтөнә ҡапланды. Йәнтәслим айпалашыуға үләндәр зәғифләнеп йығылды, тирә-йүн ат аунағандай таҡырайҙы. Яҡынлыҡты тойоуҙан, тығыҙ түштәрҙе, тәнде, тулы аяҡтарҙы, ҡалҡыу осаны һәрмәүҙән Фәриттең енси дәрте тыйып торғоһоҙ ташып, ул алйый, аҡылдан яҙа бара ине, шикелле. Тегенең биттәрен матҡып тырнап ебәрҙе, яйын тап килтереп беләгенән тешләне. “Ай-й-й-й!” Ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп ҡыҫып, һыбай атланып өлгөргән уҫлаптай кәүҙә бар көсөнә уның эсен төйгөсләргә тотондо. Биреште, хәле бөттө, тырпыраны. Ҡалғанын Фәрит көсөнә, ҡарыуына, кәренә кинәнгәндәй ҡабаланмай башҡарҙы: биленән түбән яғын яланғасланы, аяҡтарын тарбайтты, үҙе лә тышалған салбарынан ҡотолдо. Сатын киҫкен ауыртыу ярҙы…
Бына көсөргәнгән кәүҙә дерелдәп бушанды ла хәлһеҙләнеп ситкә ауҙы. Юғарылағы зәңгәр күк төҫһөҙләнеп ҡалған, унда бысраҡ йыуғыстай шыҡһыҙ болоттар йөҙә. Ҡарашын ситкә алды, иртәнсәк ҡарағусҡыл япраҡтарын елдә тирбәткән ҡупшы сауҡалар ҙа шәүләгә әүерелгән. Бар донъя – шыҡһыҙ шәүлә. Бөләңгерт, күләгәһеҙ шәүлә… Шул һоро донъянан ҡәнәғәт мығырҙауҙы ишетте: “Уйламаған, өмөтләнмәгән дә инем, ә һин ҡыҙ булып сыҡтың, ҡурҡма, алам мин һине бисә итеп... Ә һин миңә теләйһеңме-юҡмы барырһың, бармай хәлең юҡ... Хәҙер һин бисә, минең бисәм...”
Ҡаса-боҫа кискә генә ҡайтып инде: ике-өс урындан йыртылып яурын остарына саҡ эләгеп торған балитәкле күлдәк эт алғыһыҙ хәлгә килгән, ялбыраған сәстәренә кипкән үлән ҡыяҡтары һырыған, йөҙө тартылып, күҙ төптәре ҡара көйөп сыҡҡан. Серҙе йәшерерлеге ҡалмағайны. Хәйер, йыйынмай ҙа ине, бөгөн үк, хәҙер үк хоҡуҡ һаҡлау органдарына еткерер, хәшәрәт ғәҙел язаһын алһын әйҙә. Бөтәһен дә әсәһенә һөйләп бирҙе. Ултырып илашып алдылар. Беҙҙе ҡапсыҡта йәшереп тотоп булмаған кеүек, был оятты ла боҫормалау мөмкин түгел ине, йортта тиҙҙән дауыл ҡубасағы көн кеүек асыҡ. Һуҡмыш ҡайтып ингән атаһы хәлде һүҙһеҙ ҙә аң-ланы, төшөндө, шуға тамаҡ төбө менән аҡырҙы:
– Кем? – Яуапты ишеткәс, ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып китте. Уның яһил яндырайлығын беләләр, уйламаған хилафлыҡтар ҡылып ташлауы бик тә ихтимал, шуға шөбһәләнеп-ҡурҡып төн уртаһына тиклем утты һүндермәй көттөләр. Бына атаһы күренде. Баштағы ярһыуы баҫыла төшкәйне, теге һуҡмышлығына тағы ла ныҡ ҡына итеп өҫтәгәнлеге һиҙелә. Бына ул иҙән уртаһына аяҡтарын киреп баҫып ус һырты менән һауаны ҡыйҙы:
– Дасадны! Ҡапҡабыҙҙы ҡасан да булһа дегеткә буярҙар тип ике ятып бер уйыма инеп сыҡманы. Ормош-тормош тигәндәре шулдыр инде, бер тапҡыр ситләп үтһә лә, икенселәй ошолайтып, әйләндереп килтереп баҫа шу-у-у-у… – Оятына, мәсхәрәгә ҡалыуына күнгәндәй ҡураныс ҡорҙай кәүҙә бөршәйеп ҡалған. Атаһы ни тиклем генә күркәләнһә лә, йәше үтеп бара шул, йәнә ауыр эш ни ҡуйһын, уны ғына түгел, достоиндарҙы, унан йәшерәктәрҙе һәм көслөрәктәрҙе бәлйерәтә. Ул да башҡа ирҙәр һымаҡ көн һайын арыуын-талыуын араҡы ҡеүәте менән баҫа. Сәбәпле-сәбәпһеҙ йыйылышып тәмәке быҫҡытыу, араҡы эсеү – бар шөғөлдәре, ҡыуаныс һәм йыуаныстары. Ауыл ерендә башҡа ҡайҙа барып төртөлһөндәр ҙә ни ҡылһындар? Ана бит атаһы тағы эсеп ҡайтҡан, ҡыҙының оятҡа ҡалыуын, түбәнселеккә төшөүен йыуған шулайтып. Бына күләгәләй, ҡарасҡылай һын килеп сыҡ-ҡан хәлде яйға һалырға теләгәндәй ҡоласын йәйҙе! – Түлке ни эшләмәк, тотош ауыл, туғандарың, мир алдында пазурға ҡалып, башыңды ташҡа ороп булмай, инәңде эт талағыр! – Йәмерей ҡаштарын төйөп, ас яңаҡлы уртын сәйнәп тора биргәс, эргәһендәге ултырғысҡа гөрһөлдәне лә, соҡорҙар эсенә батып, уҫал осҡондар сәскән күҙҙәрен уға ҡаҙаны: – Һин дә хараша, гурыттан ҡайтҡас йөрөнөң бит һикрәң-дәп, ҡаласа ҡыланып, йәшерер ерҙәреңде ялтлатып, егет-еләндең күҙен ҡыҙҙырып. Һиңә лә, Хәмдениса, әйтмәнем түгел әйттем, әйләнгән һайын тыҡыным, тый ҡыҙыңды, был яҡшы менән барып бөтмәҫ, тинем. Тыңламаның! – Янап, киҫәтеп тә ҡуйҙы. – Ярай, был турала һуңынан тағы ла бер тапҡыр һөйләшербеҙ. Хәйер, һөйләшерлеге ҡалмаған… Кароче, былайыраҡ беҙҙең… туйыст минең фекер. – Ләкин уйындағын әйтергә ашыҡманы, әрләүен дауам итте. – Кешәнәмәгән бейәгә айғыр яҡынлап артыла һалып бармай. – Уның яғына имән ботағындай ҡатҡан бармағын төрттө: – Ызнашит, бөтә бәлә үҙеңдә! Фәрит тә жалкы, мин пинсегә китһәм, алмаш булырҙай ярҙамсы, эшсән, тырыш, мәмәй түгел, өлөшөн яттарҙан ашатмаҫ заттан, ә был – бөгөнгө ҡаты, мәрхәмәтһеҙ, миһырбанһыҙ заманда иң глаунайы, иң мөһиме. Тинтәктең кәбәк башын оҙаҡ йылдарға төрмәгә тығыу бер тин тормай, уныһы ясны. Фәрит әллә ҡасып-боҫоп йөрөй, әллә һаман да быраматта ел ҡыуа, мөстән, белмәҫһең, күпме көтһәк тә өйөнә ҡайтып күренмәне. – Тауышын фарман биргәндәй ярайһы уҡ юғары күтәрҙе: – Шулай ҙа табын артында ултырып Заһит ҡорҙаш менән кәңәш ҡороп алдыҡ, киләһе йомала улар һине әйттерергә килергә тейештәр. Так што, әҙерләнегеҙ!
Ырғып тороп, сәбәләнеп ҡысҡырҙы:
– Мин Фәриткә кейәүгә сығырға йыйынмайым! Кем етте шуға тоттороп ебәрергә мин һеҙгә бүлтерәк кәзә бәрәсе түгел!
Атаһы уның әйткәндәрен аңламағандай тексәйеп ҡарап ултырҙы ла уҫал һораны:
– Булыры булған, буяуы уңған. Ары нимә ҡылмаҡсыһың? Ярай, кейәүгә сыҡманың да икән ти, тиҙҙән тотош ауыл шаулаясаҡ, ил ауыҙын иләк менән бар, ҡаплап ҡара! Ошонан аҙаҡ егет-елән һиңә ниндәйерәк мөнәсәбәттә булып, ниндәйерәк ҡараш менән ҡараясаҡ, шул хаҡта уйланыңмы, тишек... аҡыл?! Дасадны!
– Бында һыймайым икән. Китәм!
– Ҡайҙа? Тағы ла гурытҡамы? Кит әйҙә, ауырыу әсәйеңде ҡалдыр. Атайыңа ла йәшәренә оҙаҡ ҡалған тип уйлайһыңмы? Үҙем беләм, һиҙәм, әйтмәйем генә. Ә беҙ һине ауыҙыбыҙға ҡапҡан һуңғы телемде өҙөп биреп уҡыттыҡ, үҙебеҙ ашамаһаҡ ашаманыҡ, үҙебеҙ кеймәһәк кеймәнек. Ауыл ерендә аҡса табыуҙың ни тиклем ҡыйынлығын белмәйһең әле һин, аҡылһыҙ! Әсәйеңдең инвалидлығына килгән тиндәре, ат ҡараусының алған баҡыр тиндәрҙән хасил эш хаҡы ус ялауға ла етмәй, бик беләһең килһә! Ашаған, һоғонған түгел, тураған, бүлгән, һәммәһенә еткергән мин беләм, мин! – Тәмәке сығарып бер килке төтәп, төтөн йотто ла быҫҡыған төпсөгөн бармаҡтары бешкәндәй атып бәрҙе. – Бар, кит әйҙә, хәҙер үк сығып кит, кәрәгең һуҡыр тин! Тик онотма, ауылда беҙҙең тоҡомдо кәмһеткән берәй яман хәбәр таралһа, оҙаҡ уйлап тормам. – Муйынына боғалаҡ һалған хәрәкәт яһаны ла түшәмгә төрттө. – Минең һүҙҙе йығып ҡына ҡара! – Ырғып тороп сығыу яғына йүнәлде. – Хәмдениса, мин бөгөн лапаҫ башындағы ҡыуышта йоҡлайым! Иртәгә барып Фәритте сыбыртҡы менән ярам, свулышты!
Әсәһе менән йоҡоһоҙ төн үткәрҙеләр, иртән таң һыҙылып көтөү ҡыуыр ваҡыт еткәс, әсәһе урынынан ҡалҡынды:
– Ауырымаған яғыңа ят, балам… Атайыңдың һүҙендә лә хаҡлыҡ бар. Ул ҡауҙыр булһа ла, әйткәнен эшләй торған кеше. Ҡылыр ҡылығын әйтмәһәм дә, яҡшы беләһең. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тигәне ауыл еренә ҡағыла. Милицияға барып хаҡлыҡ юллауыңдан файҙа сығыр микән? Бәкерлегеңдән ҡалдың, ә сафлығыңды закун юлы менән генә һаҡлап ҡала алмаҫың билдәле. Фәриттең башын, атайың әйт-мешләй, ғүмерлеккә төрмәгә тығырһың. Бары шул ғына. Уларҙың уҫал тоҡомо ярты ауыл, яңғыҙ атайыңа, миңә көн күрһәтерҙәр тиһеңме? Ә беҙ күтәреп-һуғып ауылды ташлап китер йәштә түгелбеҙ, улай итергә алдан хәстәрләгән болобоҙ ҙа юҡ, йәнә ғүмеребеҙ ошонда үткән. Үҙең ҡара һәм хәл ит, сараһыҙламайым. Көслөк менән кейәүгә бирергә урта быуатта йәшәмәйбеҙ…
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.