Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Cәйәхәтнамә
9 Август 2018, 13:22

Хыялдарыма хыянат итмәйем... Абхазияға сәйәхәт. Башы

Абхазия тураһында һөйләп бер кемде лә аптыратып булмай, әлбиттә.Тик барыбер, иң беренсе сәйәхәтенә сығасаҡ интернет-дуҫтарыма бер аҙ дөйөм мәғлүмәт биреп китеүҙе кәрәкле һанайым.




Яҙыусы Мәҙинә Йәғәфәрова Әбйәлил районынан. Һуңғы йылдарҙа ул, көндәлек донъя мәшәҡәттәренән әҙгә генә булһа ла арынып, сәйәхәт ҡылып итеп ҡайтыуҙы ғәҙәт итеп алған. "Хыялдарыма хыянат итмәйем", - ти ул. Ҡаҙағстанда, Төркиәлә, Һиндостанда, Ғәрәп Эмираттарында булып өлгөргән дә инде. Быйыл Абхазия ерҙәре менән танышыуҙы маҡсат итеп алған. Йәне теләгән, йылан ите ашаған: һүҙ - Мәҙинәгә. Башлап сәйәхәт итергә теләүселәр уның яҙмаларын уҡып әллә күпме файҙалы мәғлүмәт аласаҡ.



...Шулай итеп, сираттағы илгә сәйәхәтте башлайыҡ: Апсны – страна души. Абхазия тураһында һөйләп бер кемде лә аптыратып булмай, әлбиттә. Тик барыбер, иң беренсе сәйәхәтенә сығасаҡ интернет-дуҫтарыма бер аҙ дөйөм мәғлүмәт биреп китеүҙе кәрәкле һанайым. Иң беренсе, Абхазия Рәсәй паспорты менән, визаһыҙ инә торған берҙән-бер сит ил! Ә субтропик климаты менән башҡа экзотик тәбиғәтле сит илдәрҙән күпкә өҫтөнөрәк тора, сөнки бер яҡтан баштарында әле булһа ҡар ятҡан, түбәләре күккә ашып торған данлыҡлы Кавказ һырттары теҙелгән, ҡаршы яҡтан Ҡара диңгеҙ. Бында иң таҙа пляждар, иң үтә күренмәле, зөмрәт йәшел диңгеҙ һыуы, шулай уҡ бер ҡайҙа ла булмағанса, ер аҫтынан атылып сығып ятҡан термаль һәм минераль һыу сығанаҡтары, улар янындағы шифалы батҡаҡтар. Ә ил үҙе Ҡара диңгеҙҙең буйынан-буйына 210 км һуҙылып киткән, ҡайһы ҡалаһына барһаң да курорт урынлашҡан. Абхазия бөтә йәшәгән халҡы туризм менән әүҙем шөғөлләнгән берҙән-бер ил! Быйыл май айында уҡ, туристар әҙерәк, хаҡтар түбәнерәк саҡта барырға планлаштырһам да, төрлө сәбәптәр менән сәйәхәтем кисектерелеп килде, бөтә эштәрҙе теүәлләп ҡуҙғалғансы июль аҙағы етте лә ҡуйҙы. Абхазияла туристик сезондың иң пик сағына барып эләктем. Алай ҙа туҡталыу өсөн Гудаута ҡалаһын һайлағанмын, тыныс ял өсөн иң ҡулай вариант булып сыҡты. Яратмайым пляжда кешенең ҡырмыҫҡа кеүек ҡайнағанын. Сочиға тиклем самолетта осоп, сик буйына тиклем автобус менән барылды. Псоу погранпост янында ҡара таңдан осо-ҡырыйы күренмәгән тере сират теҙелгән ине. Бик оҙаҡ эҫе ҡояш аҫтында торорға тура килде, ауыр багаж менән һөрәтәләнеп тәүҙә Рәсәй яғында тикшереү үттек, шунан ике аралағы 800 метрҙай күперҙе йәйәү үтеп абхаздар яғына сыҡтыҡ. Беҙҙекеләр бик уҫал һәм ентекле тикшерһә лә абхаздар бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ, хатта йүнләп ҡарамайынса ла үткәреп тик торҙолар. Рәсәй турисы улар өсөн иң ҡәҙерле ҡунаҡ, сәбәбен һуңғараҡ үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ))) Әгәр һеҙҙең бәлиғ булмаған балағыҙ ҙа сыҡһа, паспорттан тыш, тыуыу тураһындағы таныҡлығының оригиналын алырға онотмағыҙ. Ата-әсәнең тик береһе генә икән, икенсеһенән дә рөхсәт ҡағыҙы кәрәк, шунһыҙ илгә индермәйәсәктәр. Шул арҡала ҡайһы бер туристарға кире боролоп ҡайтырға тура килде. Үҙ машинаһы менән барғандар бик күп ине, уларҙы айырым сират аша үткәрҙеләр. Ҡыҫҡаһы, Гудаута ҡалаһына тик иртәнге 12 тирәһенә генә барып етелде.Йәшәү өсөн кеҫә ҡалынлығына ҡарап төрлө бюджет варианттар бар, һәр бер өйҙә тиерлек үҙҙәренә саҡырған белдереүҙәр эленеп тора. Тәүлегенә 300-500 һумдан башлап юғарыраҡ хаҡҡа өй табырға мөмкин. Күптәр Абхазияға үҙҙәренең машинаһы менән бара, өй таба һәм тамаҡты үҙҙәре бешереп ашай, ул саҡта бик эконом бюджет килеп сыға, тик бензиндың ҡыйбатлығын онотмағыҙ. Мин үҙем хужалары йәш урыҫ ғаиләһе булған “Келешбей” отелендә туҡтаным, әүҙем ял яратҡас тик иртәнге ашҡа ғына заказ бирҙем. Әгәр тулы пансион менән алһаң, йүнләп бер ни ҙә күреп булмай, әлбиттә, кем диңгеҙ буйында тик ятып ҡыҙынырға ғына бара, уларға тулы пансион ҡулайыраҡ. Кемдең аҡса яғынан ныҡ ҡыҫа, автобус туры алырға йәки үҙегеҙгә поезд менән барырға мөмкин. Икеһендә лә юлға барып-ҡайтыуға сама менән 4 тәүлек китәсәк, ә аҡса яғынан бик ныҡ отасаҡһығыҙ! Тегендә барып төшкәс, сик аша ауыр йөк менән эҫе ҡояш аҫтында торғоғоҙ килмәһә – Адлер-Сухум электричкаһы менән үтегеҙ. Унда пограничниктар үҙҙәре вагондар буйлап тикшереп үтәсәк, ә һеҙ күңелегеҙ теләгән ҡалала төшөп урынлаша алаһығыҙ.Төп юл бер бөртөк кенә, бик теләһәгеҙ ҙә аҙашып булмай, Адлерҙан алып илде уртанан-уртаға киҫеп сығып Грузия сигенә тиклем бара.Әйткәндәй, был юлды Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында пленға төшкән немецтар һалған, юл илдең буйынан-буйына ныҡлы свайҙар менән күтәртелеп, урыны менән ҡая-таштарға беркетелеп, ярым аҫылыулы тора! Иҫ киткес ауыр ҡул көсө, анау тиклем тау-ташты ҡырҡып-шымартып һалынған был юл немецтарҙың һөйәктәренән тора, тиһәң дә була...





Читайте нас: