Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Cәйәхәтнамә
9 Август 2018, 13:50

Хыялдарыма хыянат итмәйем... Абхазияға сәйәхәт. Бер аҙ кәңәш

Иң беренсе күңелең ниндәй ял теләй, шуны белергә кәрәк. Кемдер диңгеҙ буйында тик ятып ҡыҙынырға ғына бара - ундайҙар өсөн бер-ике мәғлүмәт: ҡояш бик ҡыҙыу, шуға пляжда иртәнге 8-ҙән 11-гә, төштән һуң 4-тән һуң ғына булырға тырышығыҙ.


...Абхазия буйлап сәйәхәткә рәхим итегеҙ! Иң беренсе күңелең ниндәй ял теләй, шуны белергә кәрәк. Кемдер диңгеҙ буйында тик ятып ҡыҙынырға ғына бара - ундайҙар өсөн бер-ике мәғлүмәт: ҡояш бик ҡыҙыу, шуға пляжда иртәнге 8-ҙән 11-гә, төштән һуң 4-тән һуң ғына булырға тырышығыҙ. Ә мин һәр бер барған яңы илдә иң беренсе урындағы халыҡтың ни рәүешле йәшәгәнен, көн иткәнен белешергә яратам, шуға Абхазияла булған һәр бер көнөмдө бер ҡалаһын ҡарап сығырға планлаштырҙым. Таң менән диңгеҙҙә туйғансы йөҙөп, шунан урындағы халыҡ менән бергә маршрут автобусына ултырып сығам да китәм, бик булмаһа, трассаға сығып үткенсе машина тотам. Ҡала тигәс тә беҙҙәге ҡалалар кеүек тип күҙ алдына ла килтермәгеҙ, беҙ күреп өйрәнгән күккә ашып ултырған бейек ҡатлы йорттар бында бөтөнләй юҡ, тиһәң дә була. Иң бейеге 9 ҡатлы. Бөтәһе лә йәшеллеккә күмелеп ултыра, урам буйында экзотик үҫемлек-сәскәләр, йылы яҡта ғына үҫә торған төрлө ағас-ҡыуаҡлыҡтар. Олиандрҙың үҙе ағыулы булһа ла матур сәскәләре өсөн күпләп үҫтерәләр. Халыҡта “бесстыдница” тип йөрөтөлгән эвкалипт ағасы бик ҡыҙыҡлы үҫә, олоно яп-яланғас, ҡайырын ташлап “сисенеп” бөтә. Лавр ағасын күрҙем, уны абхаздар миндек кеүек киптереп тотона икән. Гранат, мандарин, апельсин, персик,авакадо һәм һанап бөткөһөҙ емеш ағастары үҫә.Пальмаларҙың төрө күп, Абхазияла үҫкәне Һиндостан менән Эмираттарҙыҡынан ныҡ айырыла. Төрлө тәмләткестәр һанап бөткөһөҙ, кизил тигән емеш менән тәүгә таныштым, беҙҙең балан-мышар һымаҡ үҫә. Хатта тыуған иле Америка булған секвоя ағасын алып килеп ултыртҡандар, тимер һымаҡ ныҡ булған самшет ағасы ла бар. Ауыл хужалығы районы булған Гудаута районында кукуруз үҫтерәләр, виноградтың ғына 60-ҡа яҡын төрө үҫә! Ой, был темаға төшөп китһәң, яҙып та бөтөп булмаҫ))) Абхаздарҙың көн күргәне шул шарап эшләү бит.Теләһә ҡайһы ҡаланың ниндәй мөйөшөнә барһаң да иң тәүҙә дегустация үткәрәләр!Стеналарҙағы кранлы мискәләрҙә ниндәй генә төрө юҡ: шәрбәтле-шәрбәтһеҙ, ҡыҙыл-аҡ, 3-4 төр виноградтан ҡатнаштырып эшләнгән букет-винолар, коньяк, чача! Әйткәндәй, магазиндарында тик үҙҙәрендә генә сыҡҡан вино, чача, беҙҙәге кеүек араҡы бөтөнләй юҡ. Тәмәке бик арзан, плантацияларҙа үҙҙәре үҫтерә, тик уны сит илгә сығарып һата алмайҙар, акцизы юҡ. Сәйҙе үҙҙәре үҫтерә, бик арзан, күстәнәскә сәй алып ҡайтығыҙ. Бренд булып абхаз балы һәм сыр тора. Вино кеүек үк сырҙың төрҙәре бик күп, һыйыр, кәзә сырҙарының ниндәй генәһе юҡ! Тәүҙә дегустация үткәрәләр, шунан үҙеңә оҡшағанын һатып алаһың. Тик яҡшылап белешмәйенсә ала күрмәгеҙ, ҡайһы бер төрҙәрен сик аша сығарып булмай, тартып алалар, аҡсағыҙ юҡҡа әрәмгә китер. Вино, чачаның акциз маркалаһын сик аша сығарып була, бер кешегә 6 литр. Ә өй шарттарында эшләп, пластик шешәгә ҡойолғанын – юҡ. Ғөмүмән, әлегә тиклем күргән илдәрем араһында иң уңайлы, комфорт йәшәү Абхазияла тигән һығымтаға килдем, сөнки бер яҡтан Ҡара диңгеҙ, икенсе яҡтан Кавказ тауҙары, эвкалипт сауҡалыҡтары шундай шифалы һауа менән тәьмин итә, минераль, термаль һыу сығанаҡтары, шифалы батҡаҡтар бар, иң мөһиме эсәр таҙа һыу запасы күп – тау йылғалары аға.Үҙҙәрендә бөтә емеш-еләк үҫә, форель балығы үрсетәләр, тәмәке, сәй плантациялары үҙҙәренеке, вино йылға кеүек аға, бал бар. Ҡыш бик йомшаҡ, тик ике ай тирәһе генә! Абхаздар көҙгө айҙарҙа килегеҙ, бәрхәт сезон, тип әйтәләр.Әле емештәре өлгөрмәгән, ситтән индереп һаталар, ә октябрь-ноябрға мандарин, хөрмә, гранат, апельсин өлгөрә.Диңгеҙ һыуы йылы була, ә туристар ағымы кәмей.Көҙ көнө туйҙар сезоны башлана, ә абхаздар бик ҡунаҡсыл халыҡ, туйҙарҙа иң кәмендә 300, иң күбе 1 000-ләгән ҡунаҡ саҡырыла!Быныһына айырым пост яҙырмын, бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр булды.


Был кувшиндарҙа вино йылдар буйы һаҡлана, тәме яҡшыра ғына бара



Кавказ тауҙарының мөһабәтлеге иҫ киткес



Читайте нас: