Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Cәйәхәтнамә
9 Август 2018, 14:05

Хыялдарыма хыянат итмәйем... Абхазияға сәйәхәт. Данлыҡлы Рица


Абхазияла иң беренсе күрергә теләгәнем, әлбиттә, йырҙарҙа йырланған данлыҡлы Рица күле ине, шуға ла ваҡытты әрәм итмәй, икенсе көн таң менән юлға сығып киттек. Күл беҙ урынлашҡан Гудаута районында, бейек тауҙарҙа, Бзыбь тау йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Унда белмәгән кешегә үҙаллы барып етеү бик ауыр, шуға экскурсия алырға ҡарар иттек. Интернет аша кәрәкле фирманы табып яҙылыуы бик үк ауыр булманы, иртәнсәк трассаға сығып торорға ҡуштылар. Күл урынлашҡан ергә экологик түләм дә бар икән, афарин, абхаздар! Был йүнәлеш сит илдән килгәндәр араһында иң билдәлеһе. Юлдың буйынан-буйына һуғылып ҡарап китергә Ҡыҙҙарҙың күҙ йәше, Ирҙәрҙең күҙ йәше, Һөтлө тигән шарлауыҡтар, Зәңгәр күл, XI-X быуатта уҡ төҙөлгән Бзыбь ҡәлғәһе ҡалдыҡтары, бынан 700 йыл элек һалынған Хасан-Абаа күҙәтеү ҡәлғәһе, Юпшар каньоны эсендә урынлашҡан “таш ҡапсыҡ” бар. Шулай уҡ вино, сыр һәм быға өҫтәп был таулы районда балға дегустация үткәрәләр. Туристар өсөн генә күргәҙмә бал ҡаласағы эшләп ҡуйғандар, ундағы бал ашау өсөн яраҡһыҙ, сөнки трасса буйынан йыйыла. Әйткәндәй, бындағы бал ҡорттары иң тынысы, беҙгә уларҙың умарта ҡапҡастарын асып күрһәттеләр, эргәлә туҙышып осоп йөрөйҙәр, береһе лә саҡмай!Үҙҙәренсә бортевой бал тигән булып ерҙә теҙелеп ултырған ағас ҡыуышындағы умарталарҙы күрһәткән булдылар, тик мин Бөрйәндәге ысын башҡорт солоҡтарын күргән кешегә был көлкө генә күренде... Ә бына бал тураһында бик күп мәғлүмәт белдем: нисек ысын балды ҡатнашма ҡушылғанынан айырырға, ниндәй файҙаһы бар тигәндәй. Артабан юл Рица күле буйынан Кавказ тауҙарына өҫкә булды, күлде тик ҡоштар осор бейеклектәге күрһәтеү майҙансыҡтарынан ҡараныҡ. Ҡаялар буйлап өҫкә күтәрелгән серпантин юл бик ҡурҡыныс, баш әйләндерерлек ине. Шулай уҡ күл янында Сталин, Хрущев һәм Брежневтың дачалары бар. Дачаға илткән юлды пленға төшкән немец һалдаттары һалған, аҙаҡтан уларҙың барыһын да атып үлтергәндәр. Дача өҫтән урман менән бер күренһен өсөн йәм-йәшел төҫкә буялған.Сталин хатта үҙен һаҡлаған һаҡсыларға ла ышанмаған, йоҡо бүлмәләренең береһенә инеп ятһа, иртәнсәк бөтөнләй икенсеһенән килеп сыҡҡан. Ғөмүмән, Сталиндың Абхазияның төрлө ҡалаларында бөтәһе 5 дачаһы бар.Аҙаҡтан күл янындағы пляжға һуғылдыҡ, 15 минут ҡына бирелгәс, әҙ булды.Ана шуға ла экскурсия менән йөрөргә бик үк яратмайым шул! Үҙең теләгәнсә бер ни ҙә эшләп булмай. Ошо Рица экскурсияһында беҙҙең гид Мая исемле ҡатын булғайны. Ул Абхазияның ауыл хужалығы министерствоһында министр урынбаҫары булып эшләй икән. Әлеге ваҡытта отпускала ял итә һәм Рәсәйҙән килгән туристарҙы ил буйлап экскурсияға алып йөрөй. Бер экскурсиянан 4 000 эшләй, тимәк, ун көндә 40 000, ә бер айҙа үҙегеҙ иҫәпләгеҙ!Ә һеҙ беҙҙең Башҡортостанда шулай берәй министр урынбаҫарын ошо ролдә күҙ алдына килтерә алыр инегеҙме?))) Урындағы халыҡ һәр нәмәнән үҙенсә аҡса эшләп ҡалырға ашыға, сөнки сезон бөтөү менән улар ҡыш буйы ошо аҡсаға йәшәйәсәк! Күп тапҡырҙар үткенсе машиналар тоторға тура килде, улар араһында полиция вәкилен осратып ғәжәпләнеүемдең сиге булманы! “Әллә эш хаҡығыҙ әҙме?” - тип һорап ҡуйҙым аптырап. ”Ике көн ялымда йөрөйөм, өйҙә нимә ҡарап ултырайым.Белгегеҙ килһә, таксистар араһында полковниктар ҙа бар ” - тине ул көлөмһөрәп! Аяҡҡа баҫып артынан шыуғанына тиклем мөмкин тиклем Рәсәй туристарынан аҡса эшләргә тырыша! Бер ун йәшлек малай Юпшар каньонында ябай ғына бейек ҡая-ташҡа “Теләктәр теләү ташы” тип яҙған да баҫҡыс терәгән һәм 20 һумға туристарҙы шунда мендерә)))) Теләүселәр табыла бит әле! Эй көлдөк инде!Ҡайһыныһы һинән һорап та тормай яурыныңа тутыйғош ултырта ла 100 һум аҡса һорай.Көндөҙ урам буйында йөрөгән бер генә абхаз кешеһен дә күрмәҫһең – туристик сезон ваҡытында бал ҡорттары кеүек эшләп ҡалалар! Юлда бер таксист һөйләй: “Тиҙ ярҙам машинаһында шофер булып эшләйем, эш хаҡым 8 000, етмәй. Шуға смена араһында иртәнән кискә тиклем таксовать итәм, төнгө икенән Сухумға оптовой базаға барып машинама тейәп емеш-еләк алып киләм дә ҡәйнәм урамда тороп һата. Бөтөнләй йоҡламайбыҙ, ҡыш йоҡо туйыр әле”. Абхазияла пенсия 500 һум, ауыл ерендә йәшәгән ҡайһы бер ҡатындар ғүмер буйы сәй плантацияларында эшләп хаҡлы ялға 150 һум пенсия менән сыҡҡан. Эй тегеләрҙе йәлләйем бит! Ике-өс көн үткәс, отелдә хужа менән һөйләшкән саҡта шулай тиһәм, теге йылмая: “Ә улар һиңә шуға өҫтәп Рәсәйҙән күпме пенсия алғандарын әйтмәнеме ни?” Бына һиңә мә! Рәсәй абхаздарға үҙҙәренекенә өҫтәп айына 12 000 пенсия түләй икән дә! Нимә өсөн тип һорарға ине Путиндан!


Юпшар каньоны эсендә урынлашҡан "таш ҡапсыҡ"



Музей-кафе



Рица күле


Читайте нас: