Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Cәйәхәтнамә
9 Август 2018, 14:35

Хыялдарыма хыянат итмәйем... Абхазияға сәйәхәт. Ҡындыҡ термаль сығанағы

...Артабан Абхазияға барырға теләүемдең төп сәбәбе – Ҡындыҡ термаль сығанағына сәйәхәт булды.


...Артабан Абхазияға барырға теләүемдең төп сәбәбе – Ҡындыҡ термаль сығанағына сәйәхәт булды. Элек унда тик абхаздар ғына дауаланған, хәҙер беҙҙең кеүек туристар ҙа барып етә ала, тик күбеһе нишләптер был асыҡ һауа аҫтындағы санаторий тураһында бигүк белмәй. Өйҙә саҡта үк Ҡындыҡҡа үҙаллы барырға ҡарар иткәйнем, шуға алдан илдең картаһын ҡарап, ҡалалар ниндәй тәртиптә урынлашҡан, һәр ҡайһыһына нисек барырға өйрәнеп ҡуйҙым. Иртәнге сәйҙән һуң төп трассаға сығып машина тоторға тип уйлағайным, бәхеткә күрә, оҙаҡ торорға ла тура килмәне, Сухум тип яҙылған маршрут автобусы ултыртып алды. 100 һум түләп Сухумдың автовокзалына барып төштөм, артабан Ҡындыҡҡа барған автобусға күсеп ултырҙым. Яңынан 100 һумға боролошта төшөп ҡалып, 800 метр йәйәү атлағас, термаль сығанаҡҡа барып та етелде. Инеү хаҡы 150 һум булып сыҡты. Иң тәүҙә, әлбиттә, гидромассажға йүгерҙем - өҫтән, 3 м бейеклектәге төрлө торбаларҙан төрлө эҫелектәге минераль һыу бер туҡтауһыҙ көслө ағым булып арҡаға, билгә, яурынға көслө ағым менән төшә. Ой рәхәтлеге! Тик был һыу аҫтында 15 минуттан артыҡ торорға ярамай. Артабан шифалы батҡағы менән болғанырға киттем. Кәритә тастарҙағы менән мөрхәтһенмәй, артабаныраҡ барһам, соҡор эсендә бер ғаилә муйындарына тиклем батҡаҡ эсенә сумып ята)))) Тәүҙә көлөп ҡарап торҙом, унан яндарына тубыҡҡа тиклем төшөп алдым. Тегеләр мине батҡаҡ эсенә бөтөнләй сумырға өгөтләнеләр бит тәким! Бер аҙҙан күптәнге таныштар кеүек һөйләшә-һөйләшә сусҡа кеүек батҡаҡҡа болғанып ята инек, ултыра биргәс хатта битемә лә һөртөп алдым әле. Ул бил, арҡа йылынып китте, хатта сыҡҡы ла килмәй. Соҡорҙан сыҡҡас 20 минуттай йыуынмай, тәндәге батҡаҡ ағарып кипкәнсе торорға ҡуштылар. Унан торбаларҙан аҡҡан эҫе һыу аҫтында йыуынып алғас, минераль һыу тултырылған бассейнда йөҙҙөк, аҙағынан тағы гидромассаж. Тән тиреһе балаларҙыҡы кеүек йомшаҡ, шыма ғына булып китте. Бер тулы дауаланыу курсы булһын өсөн бер аҙналай йөрөргә кәрәк икән. Кемдең биле ауырта, быуындары һыҙлай, артрит, артоз, остехондроз, гастрит, ашҡаҙан ауырыуҙары – рәхим итегеҙ! Ваҡытым булһа, мин унда бер аҙналай ятыр инем, шул тиклем оҡшаны! Кем әүҙем ял итергә яратмай, олораҡ быуын, эргәләге Ҡындыҡ поселыгына барып өйҙәр һорашып, тик ятып дауаланырға мөмкин, тик диңгеҙгә алыҫ буласаҡ. Эскә 150 һум түләп инеп көнө буйы йөрөргә мөмкин, ашап алырға кафе-ашханалар бар, ятып ял итергә эвкалипт күләгәләрендә эскәмйәләр ҡуйылған, туалет, кейенеү-сисенеү кабинкалары эшләй – тағы нимә кәрәк инде! Киске биштәр тирәһендә кире урап Гудаутаға ҡайтып диңгеҙҙә һыу төшөп, ял итеп өлгөрҙөм. Тик төнө буйы бөтә тән туҡмалған кешенеке кеүек ауыртынып сыҡты, сөнки гидромассаж менән үтә ныҡ мауыҡҡанмын икән. Хәтәр оҡшаны Ҡындыҡ!



Читайте нас: