Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Cәйәхәтнамә
11 Ноябрь 2018, 15:36

Океан аръяғынан сәләм!...

Ысын күңелдән телә, һәм һинең уй-ниәттәрең тормошҡа ашыр, тиҙәр. Һәм бына мин Америкала! Ә яңыраҡ ҡына был минең өсөн ни бары хыял ғына ине…

Ысын күңелдән телә, һәм һинең уй-ниәттәрең тормошҡа ашыр, тиҙәр. Һәм бына мин Америкала! Ә яңыраҡ ҡына был минең өсөн ни бары хыял ғына ине… Күптәр кеүек мин дә, ҡысҡырып йөрөмәһәм дә, сит илгә барырға, хатта унда уҡып, инглиз телен камиллаштырып ҡайтырға бик теләй инем. Күптәр ниндәй ҙә булһа сит телде өйрәнер өсөн мотлаҡ сит телдәр факультетында уҡырға кәрәк, тип уйлай. Ә мин әсәйемә гел: “Инглиз телен өйрәнеүҙең бүтән юлдары ла күп, һәм мин уны барыбер үҙләштерәсәкмен, ә университетта үҙем яратҡан һөнәргә уҡыясаҡмын,” – ти торғайным. Уйлағаным алдыма килде. Бер генә нәмә мин тигәнсә килеп сыҡманы: теләгем Англияға барыу инее лә бит… Ярай инде… Америкала булып ҡайтыу насармы ни!?


Ой, барығыҙҙың да башында: ә һин кем һуң, унда нисек барып сыҡтың, тигән һорау тыуғандыр. Мин - Лилиә, Өфө ҡалаһында тыуып үҫтем, 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһымын. Инглиз теле бәләкәйҙән еңел бирелгәндер, юҡһа, башланғыс кластарҙа дәрескә ручка менән блокнот ҡына тотоп йөрөмәҫ инем*. Уҡытыусы был турала әсәйемә еткереп, сәйер ҡылығымдың сәбәптәре тураһында бергәләшеп һөйләшкәндән һуң, миңә бүтәндәргә ҡарағанда дәрестең еңел бирелеүе һәм шул арҡала ҡыҙыҡ булмауы асыҡланды. Уҡытыусы өҫтәмә эштәр бирә башлағас, ысынлап та, барыһы ла үҙгәрҙе, инглиз теле иң көтөп алған дәрестәремдең береһенә әйләнде. Уҡытыусыларымдың талапсан булыуы ла бик ныҡ ярҙам итте. Унан инде гимназиябыҙ нигеҙендә үткәрелгән Америка-башҡорт интерколледжына йөрөй башланым. Американан килгән уҡытыусылар рус телен белһәләр ҙә, аңламағанға һалыша торғайнылар, шуға күрә, телде ватып-емереп булһа ла, инглиз телендә аралашырға тура килә ине*, һөйләү телен үҙләштереүҙә ҙур практика булды ул. Ә миңә океан аръяғына юл асҡан “FLEX” программаһы тураһында ишетеп белә инем. Ҡатнашҡым килеп йөрөгәндә, әмәлгә ҡалғандай, уҡытыусыбыҙ Диана Диясовна конкурс буласағы тураһында хәбәр итте. “Нисә турына тиклем етә алһам да…” - тип, көсөмдө һынап ҡарарға булдым һәм һынауҙарҙың барыһын да үттем! һәм… бына мин Америкала*, донъялағы иң ҙур күлдәр уртаһында урынлашҡан Мичиган штатының Ист Лэнсинг ҡалаһында ете ят кешеләр араһында япа-яңғыҙым. Оло йәштәрҙәге немец ғаиләһенә урынлаштырҙылар. Ғаилә ағзалары икеһе лә университетта уҡыта. Өс балалары бар, улары үҫеп, инде айырым йәшәй хәҙер. Йорттары ҙур, ике ҡатлы. Минең үҙемдең айырым бүлмәм, айырым ванна-бәҙрәфем! Ә өй хужалары Магелона менән Георгтың бүлмәһе иҫ киткес ҙур һәм бөтә уңайлыҡтар менән йыһазландырылған. Американдар өсөн был ғәҙәти күренеш икән. Бәләкәй бүлмәлә дүрт кеше тығылышып йәшәгән миңә был ожмах кеүек тойолдо (Әйткәндәй, беҙҙә лә “Үҙ йортом” программаһы эшләй башлауына бик ныҡ һөйөндөм. Ниһайәт, беҙгә лә йортло булыу бәхете тейҙе!). Тәҙрәләр дүрткел, ҙур – иҙәндән алып түшәмгәсә тиергә мөмкин. Тышҡа сыҡҡан ишек - быяланан. Ихата әллә ни ҙур түгел, ҡойма менән уратып алынған. Быға баҫым яһауым шунан ғибәрәт: ҡоймалы өйҙәр һирәк осрай бында. Ҡайһы берәүҙәр матурлыҡ өсөн тип йорт алдына тәпәшәк кенә текмә ишараты ҡуя. Ҡырҙарынан бер нәмә лә юҡ. Өйҙәрен бейек итеп ғәҙәттә эт тотҡандар йә бәләкәй балалары булғадар ғына уратып ала. Сығып китеп, юғалып ҡуйыуҙарынан ҡурҡалар. Мин йәшәгән ғаиләнең баҡсаһы ағастарға күмелгән. Магелона шулай уҡ сәскәләр үҫтерергә ярата. Тағы әҙ генә помидор, ағас еләге бар, базилик, розмарин, петрушка һәм башҡа мин белмәгән үҫемлектәр күп. Быйыл беренсе мәртәбә картуф ултыртты. Дөрөҫ, бер бешерерлек кенә, әммә бик ҡәнәғәт ҡалды һәм киләһе йыл тағы ла ултыртырға йыйына, әммә был юлы күберәк итеп.


Был ҡалалағы тәүге “сәйәхәтем” Мичиган дәүләт университетына булды. Магелона шунда эшләгәнлектән, үҙе менән саҡырҙы. Һәм мин, әлбиттә, баш тарта алманым. Университет ҙур. Ҙур тип кенә әйтеү аҙҙыр, ул иҫ киткес ҙур!!! Олпатлығы буйынса Америкала 6-сы урынды биләй. Төрлө бүлектәре төрлө ерҙә урынлашҡан, студенттар шунда уҡ, кампустарҙа йәшәй. Үҙ стадионы, китапханаһы, театры, фабрикаһы бар. Иң тәүҙә был уҡыу йорто фермерлыҡ университеты булған, шуға ла иркен биләмәһе лә ҡаралған, унда һыйырҙар тоталар. Ә фабрикала уның һөтөнән туңдырма етештерәләр.


Шул көндә үк банкка барып иҫәп астыҡ. Сөнки миңә түләнә торған стипендия (Быныһы минең өсөн бигерәк уңай булды! Аҡса ебәрегеҙ, тип, атай-әсәйҙән һорап ятмайһың. Стипендияны ла былай ғына түләмәйҙәр, төрлө презентацияларҙа ҡатнашырға, контроль эштәр яҙырға бурыслыһың) америкалағы иҫәпкә күсергә тейеш. Ҡайтҡансы шул хәтлем өшөнөм. Өшөрлөк тә шул: ҡайҙа ҡарама – бөтөн ергә кондиционерҙар ҡуйылған. Бөтөн ергә! Миңә банкоматҡа нисек аҡса һалырға, нисек алырға өйрәттеләр. Уның нимәһе бар инде, тиерһегеҙ. Инглиз телендә яңы ныҡлап һөйләшә башлаған кешегә бар шул. Һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыуы ҡыйын.


Миңә аҡ төҫ менән s хәрефе һәм “Go white. Go green” тип яҙылған йәшел футболка бүләк иттеләр. Ғөмүмән, бында барыһы ла тигәндәй яҙыулы кейемдәрҙә йөрөй. Бигерәк тә “Michigan State”, “Michigan State University”, “Go white. Go green”, “Spartan”, “Trojan” тигәндәре күҙгә йыш салына. “Go green, Go white” тип америка футболы ваҡытында ҡысҡыралар. Мичиган университеты командаһының төҫө йәшел һәм аҡ. Бында бигерәк тә футбол, хоккей, баскетбол киң билдәлелек яулаған.


Ҡайтып барғанда фонтан осраттым. Һыуы күк төҫтә ине, һуңғараҡ, бер нисә аҙнанан һуң, ҡара төҫтәгеһен күрҙем! Уны фотоға төшөрөп алдым, был минең Ист Лэнсингтағы тәүге фотом булды.


“Цоси” (“Кози” кеүек яңғырай) ресторанында тамаҡ ялғаныҡ. Йәнең теләгән ризыҡты һайларға мөмкин. Аш-һыуҙың исемен әйтергә тел дә әйләнмәй ине әле ул саҡта. Ярай әле исемдәре янына һандар ҙа яҙып ҡуйғандар. Һанын ғына әйтһәң дә була. Бында бөтә аҙыҡтарҙы ла тигәндәй чипсы йәки фри картуфына ҡушып ашайҙар. Официанттарға мотлаҡ “сәйлек” бирәләр. Хеҙмәтләндереү һеҙгә оҡшай икән, аҙыҡ өсөн түләгән аҡсаңа ҡарап, шуның 10-20 процент күләмендә ҡалдырып сығаһың. Әммә “сәйлек” 10 проценттан да кәм булырға тейеш түгел, сөнки официанттарҙың эш хаҡы бик түбән.


Магазиндар - айырым бер тема. Улар бер тирәлә урынлашҡан (йәғни, бер өлөшө ҡаланың - бер, икенсеһе икенсе осонда), һәм әйберҙәр иҫ киткес күп. Аҙыҡ-түлек алырға кәрәк булһа, супермаркетҡа бараһың. Унда йәнең нимә теләй, бөтәһе лә бар – кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, сәскәләр, китап-открыткалар, велосипедтар, инструменттар һәм башҡалар. Йыш ҡына осһоҙ хаҡҡа һатыуҙар ойошторола. Шуға күрә, ниҙер алырға ниәтләһәләр, күберәген ошо мәлде көтәләр. Әйберҙәр 80 процентҡаса арзаная. Шуның өҫтәүенә купондар ҡулланалар. Уларҙы реклама журналдарынан алалар. Йәғни һәр магазиндың үҙ журналы бар һәм унда үҙҙәренең тауарҙарын рекламалайҙар. Кейемдәр күрһәтелгән биттәрҙә иһә “купонды күрһәткән кешегә алған әйберенең 5 доллары кире ҡайтарыла” тигән купон бирелә. Хаҡтар НДС-һыҙ күрһәтелә. НДС уларҙа ни бары 6 процент ҡына тәшкил итә. Алған әйберең оҡшамаһа йә ярамаһа, һин уны кире ҡайтара алаһың. Йә булмаһа (беҙ шулай иттек), әгәр кейеп ҡарарға сират теҙелгән, әммә көтөргә ваҡытың йә теләгең юҡ икән, аҡсаһын түләп, әйбереңде өйөңә алып ҡайтырға мөмкин. Ярамаһа, йә берәй ерен килештермәһәң, кире ҡайтараһың. Бер һүҙһеҙ ҡабул итеп алып ҡалалар.


Аҡсаһын шунда уҡ бирәләр, кредит карточкаһы менән түләһәң, шунда күсерәләр. Ҡытайҙа, Индонезияла, Вьетнамда, исемдәре бик үк билдәле булмаған бүтән ҡайһы бер илдәрҙә етештерелгән әйберҙәр күп. АҠШ-тың үҙендә генә сыҡҡандарын осратыуы ҡыйыныраҡ. Әммә Ҡытай әйберҙәренә хаҡтар беҙҙәгегә ҡарағанда түбәнерәк, ә сифаты яҡшыраҡ. Ә бына аҙыҡ-түлеккә, киреһенсә, ҡиммәт. Чипсы, пепси кеүек ҡый-шаҡый ғына осһоҙ бында. Шул уҡ ваҡытта американдарҙың эш хаҡы күпкә юғары – 5000 доллар. Ҡағыҙ аҡсалар йөрөтөү өсөн янсыҡ табыуы ҡыйын. Сөнки янсыҡтар кредит карточкалары һәм тинлектәр йөрөтөргә генә ҡулайлап эшләнгән.


Ер бында һарғылт-һоро төҫтә. Тарих уҡытыусыһы бер дәрестә Мичиганда ҡара ерҙең тәрәнлеге 10-15 см ғына тигәйне. Береһенең дә өй артында баҡсаһы юҡ. Нимәлер ултыртам тиһәң, ситтән бушҡа ер бирелә, шунда теләгән нәмәңде үҫтерә алаһың. Улар өсөн иң мөһиме – ер буш тормаһын, халыҡ йәшелсә-емеш үҫтерергә өйрәнһен. Бындай файҙа менән күберәген имигранттар ҡуллана, тиҙәр. Улар Америкала табып булмаған әйберҙәрҙе үҫтерәләр. Улай тиһәң дә, бында йәнең теләгәнде табыу әллә ни ҡыйын түгел, һайлау шул тиклем ҙур. Күп емеш-еләкте хатта күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ ине.


Тағы беҙ халыҡ-ара магазинға барҙыҡ. Унда Рәсәйҙән килгән аҙыҡтар ҙа бар (яҙыуҙары ла русса) – ҡуйыртылған һөт, керәндил һ.б.


Ҡала еренә барырымды белгәс, өҫкә ауып килгән бейек йорттарҙы күҙ алдыма килтергәйнем, ысынында иһә халыҡ бер йә ике ҡатлы коттедждарҙа йәшәй булып сыҡты. Өйҙәр матур, ыҡсым. Барыһының да подвалы һәм гаражы бар. Газондары ла супер!* Уларҙы ҡарап, тәрбиәләп кенә торалар. Газон ғына түгел, ағастарҙы ла әленән әле матурлап ҡырҡып сығалар. Ошондай “тере” сүп-сар махсус ҡапсыҡҡа һалынып, махсус ҡағыҙ менән йәбештерелергә тейеш. Ул ҡағыҙҙар айырым урындарҙа һатыла һәм “һин ҡырҡылған ботаҡ-ағастарың өсөн түләнең” тигәнде аңлата. Тултырып, әҙерләп ҡуйғас, шул төр сүп-сар менән шөғөлләнеүсе ойошмаға шылтыратып адресыңды, исем-фамилияңды, телефоныңды әйтәһең дә, улар икенсе көнөнә килеп алып китә.


Велосипедта йөрөргә яратам* (һауа торошо яҡшы булғанда, әлбиттә). Ни өсөн яратаммы? Сөнки уңайлы. Ағаслыҡтар күп, улар аша асфальт юл үтә. Йәнә, йәйәүлеләр юлында бордюрҙар юҡ. Шуның өсөн, беҙҙәгенән айырмалы рәүештә, теләгән тиҙлегеңдә бара алаһың һәм аҙым һайын “туҡта” тигән билдә тормай. Бындай юлдар бигерәк тә коляска этеп барған ҡатындарға, йөклөләргә, махсус ҡулайламаларҙа хәрәкәт итергә мәжбүр булғандарға уңайлы.


Был ҡалала светофорҙар ҡыҙыҡ. Улар һауала аҫылынып тора һәм һәр линияның үҙ светофоры. Йәйәүлеләрҙекенең күҙе берәү генә. Ярамай тигәнде аңлатып, ҡыҙыл ҡул тоҡана, китергә рөхсәт булһа, атлап барған көмөш төҫөндәге кеше һүрәте яна.


Велосипедтар беҙҙәге кеүек үк, әммә улар би-и-ик күп!!! Шуға күрә улар өсөн туҡталыштар ҡаралған. Велигыңды үҙеңдең йоҙағың менән тимер туҡталҡаға эләктерәһең һәм үҙ эштәрең менән теләгән ереңә китә алаһың. Автобустарҙың алдында иһә ике урын махсус рәүештә велосипед ҡуйыу өсөн ҡулайлап эшләнгән. Автобусҡа ингәс, аҡсаңды машинкаға тығаһың. Икенсеһенә күсеп ултырырға кәрәк булһа, машинка талон сығарып бирә һәм һин икенсе автобуста юлыңды бушлай дауам итә алаһың. Ҡалған аҡса ҡайтарылырға тейеш булһа, әлеге машина һиңә


сдача хаҡы яҙылған икенсе талон сығара. Ҡарап тороуға шундай уҡ, тик яҙыуы ғына икенсе. Был ҡалған хаҡты аҙаҡ ҡулланып була.


Йүгереүсе кешеләр бик күп. Һәр береһенең тигәндәй ҡолағында – наушник. Великта барғанда ла музыка тыңлайҙар. Хатта бик оло кешеләрҙең дә велосипедта йөрөгәнен йә йүгереп барғанын күрергә мөмкин. Тотош ғаиләләре менән сыҡҡандар ҙа йыш осрай. Быға бер кем дә аптырамай (мине һанамағанда*), был улар өсөн иртән тороп йыуынған йә көн дә сәс тараған кеүек ғәҙәти хәл.


Һанау системаһына өйрәнеү ҡыйын булды. Сөнки уларҙа оҙонлоҡ - милдәрҙә, ярдтарҙа һәм дюймдарҙа, ауырлыҡ - фунт һәм унцийҙарҙа, күләм - галлондарҙа, температура - фаренгейттарҙа үлсәнә. Ярай, исмаһам, ваҡыт бөтөн ерҙә лә бер төрлө, шуныһы һөйөндөрҙө…


16 йәштән машина йөрөтә алалар. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә хатта һәр береһенең үҙ машинаһы бар. Был иң кәрәкле, иң әһәмиәтле нәмәләрҙән һанала. Шуға күрә автомәктәптәр юғары класс уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Йәғни 15 йәш тулған уҡыусыға автомәктәп йөрөргә өйрәтеү тураһында хат ебәрә. Адрестарын мәктәптән алалар. Ундай хат миңә лә килде. Дөрөҫөрәге, конверттың тышына “Лилиә Мостафинаның ата-әсәһенә” тип яҙылғайны, йәғни… бындағы “ата-әсәйем” – Магелона менән Георҡа.


Улар ысынлап та һәр ваҡыт машина өҫтөндә. Машинанан сыҡмайынса ғына кредит түләйҙәр. “Макдональдс” кеүек ерҙәрҙән машинала ултырған килеш кенә аҙыҡ һатып алалар (Шундай кешеләрҙе аңламайым: ресторан янында туҡтап, машинанан төшмәй генә ризыҡ һатып алалар ҙа, шунда ултырған килеш ашайҙар. Туҡталышта ултырғансы, эскә инеп йә тыштағы өҫтәл артында рәхәтләнеп ашауға ни етә!). Машинаға бензин ҡойоу өсөн дә тышҡа сығып йөрөмәйҙәр, кредит карточкаһын колонкаға ғына тығаһың.


Хайуандар өсөн магазиндар күп һәм улар бик ҙур! Ни кәрәк, барыһын да табырға мөмкин: муйынсаҡ, аҙыҡ, кейем (көн дә кейҙерә торған һәм хеллоуин кеүек байрамдар өсөн), уйынсыҡтар, клеткалар һ.б. Шунда уҡ бөҙрәхана эшләй (әллә матурлыҡ салоны тиҙәрме икән, нисек аталғанын белмәйем). Унда хайуандарҙың йөнөн ҡырҡалар, тырнаҡтарын алалар, ғөмүмән, уларҙы матурлайҙар, тәрбиәләйҙәр. Магазиндар хайуандар өсөн приюттар менән бергә эшләйҙәр, шуға ла бесәйҙәр һәм эттәр ҙә һатыла. Хужаһыҙ ҡалған эт-бесәйҙәр өсөн бындай приюттар һәр ҡалала бар.


Күптәр эт тота, шул уңайҙан эттәр өсөн парктар ҡаралған. Йәғни ағаслыҡтың бер өлөшө ҡойма менән уратып алынған һәм этеңде шунда бүтән эттәр менән уйнарға ебәрә алаһың. Ҡасып китеүе бар тип ҡурҡмайһың. Шулай уҡ бүтән ерҙәрҙә лә эттәр менән йөрөр өсөн урындар бүленгән. Хатта һыу индерер өсөн айырым пляждар эшләй. Этең эш боҙһа, уның артынан таҙартырға тейешһең. Шуның өсөн хужалар үҙҙәре менән бәләкәй пакеттар йөрөтә.


Мәктәпкә лә туҡталып китеү кәрәктер. Бында 12 йыл уҡыйҙар. Иң тәүҙә мәктәпкә тиклемге кластар килә: балалар баҡсаһы; унан мәктәпкә әҙерлек осоро, йәғни ноленсе класс - уҡырға, яҙырға һәм һанарға өйрәнәләр. Шунан инде 6 йәштән 1-4 класҡа тиклем башланғыс мәктәп. Улар айырым бинала уҡыйҙар, шуға күрә уҡыу шарттарын белмәйем. Унан һуң урта мәктәп - 5-8 кластар. Улар ҙа айырым йортта белем ала. Шунан һуң өлкән кластар – 9-12-ләр килә. Башланғыс кластарҙа ҡайһы бер дәрестәр мотлаҡ уҡытыла. Мәҫәлән, 3-4 йыл математика уҡыһаң, аҙаҡ


уның бүлектәренең берәүһен генә һайлай алаһың. Йә булмаһа, художество (Art) дәресен үтһәң, рәсем, һынлы сәнғәт, керамика, йә булмаһа икенсе төрө буйынса белемеңде тәрәнәйтергә мөмкин. Өлкән кластарҙа һиңә кәрәкле, киләсәктә файҙаһы тейә тип һанаған 6 предмет инә һәм һин көн дә шуларҙы ғына уҡыйһың. Был система ниндәйҙер кимәлдә уңайлы. Сөнки теманы еренә еткереп өйрәнеү мөмкинлеге бар. Ваҡыт та етә.


Уҡытыу методикаһы ла бик ҡыҙыҡлы. Тәү ҡарашҡа бәләкәй балаларға өйрәткән кеүек тойолоп китә, шулай ҙа темалар ауыр ғына. Уҡытыусылар төрлө презентациялар, видео, кинофильмдар, беҙҙең тарафтан эшләнгән плакаттар, төрлө ҡыҫҡаҡ сығыштар ҡуллана. Ҡыҫҡаһы, теманы аңлауы күпкә еңел һәм тиҙ. Һәр хәлдә миңә шулай тойолдо. А, В, С, Д, Е билдәләре ҡуялар. Бөтә китаптар ҙа ҡалын, ҙур, ауыр. Сөнки ярҙамсы һүрәттәр, таблицалар, диаграммалар күп бирелгән. Мәктәптән һуң төрлө клубтарға һәм спорт түңәрәктәренә йөрөргә мөмкин. Теләгән кеше теләгән ваҡытта ҡушылып китә ала. Уҡыуҙар иртә башлана, әммә һәр мәктәптә төрлөсә. Балаларҙы мәктәп автобусы йөрөтә. Яҡын йәшәһәң, үҙеңә барырға тура килә, сөнки автобус яҡын аралағы балалар өсөн килеп тормай. Тәнәфес ҡыҫҡа, шул арала һин барыһына ла (бәҙрәфкә барып килергә, һыу эсергә, китабыңды алыштырырға (китаптар ауыр булғанлыҡтан, уңайһыҙ, мәшәҡәтле)) өлгөрөргә тейешһең. Ланч өсөн ваҡыт оҙағыраҡ, әммә 50 минуттан да артыҡ түгел. Кеҫә телефоны, iPod кеүек электрон әйберҙәр йөрөтөү ҡәтғи тыйылған. Күреп ҡалһалар, тартып алалар һәм уҡыу йылы аҙағында ғына бирәләр. Мәктәп кейеме ирекле. Шулай ҙа һәр мәктәптең үҙ ҡағиҙәләре бар – ныҡ ҡыҫҡа итәк йөрөтөргә ярамай, эске күлдәгең күренеп томаһын, көсләү йөкмәткеһендәге яҙыуҙар, ҡорал, наркотиктар төшөрөлгән һүрәттәр булмаһын. Беҙҙең мәктәптә пижамала һәм баш кейемендә йөрөргә ярамай (ҡайһы бер мәктәптәрҙә балалар хатта пижамала йөрөй). Әммә һин рәхәтләнеп тапочкала йөрөй алаһың*. Мин уҡыған мәктәп бик ҙур: 9-12 класта ғына 1200 бала. Дәрестәр сәғәт 8-ҙә башлана, 14.55 минутта тамамлана. Дәрес оҙонлоғо 57 минут, 8 минут тәнәфес (был оҙон һанала, бүтән мәктәптәрҙә 4 минуттан артмай). Ланч ваҡыты 40 минут. Әйткәндәй, коридорҙа беҙ киноларҙан күреп белгән шкафтар тора. Улар ысынлап та бик уңайлы.


Шәмбе көн ял итәләр. Байрамдар беҙҙәге кеүек күп түгел, шуға күрә каникулдан каникулға тиклем өҙөлмәйенсә генә уҡыйҙар. Каникулдар яҡынса беҙҙәге кеүек. Мәҫәлән, Яңы йыл ялы декабрь уртаһында башланып, 4 ғинуар уҡырға барҙыҡ. Уҡыу йәйге каникулдан һуң төрлө штатта төрлөсә башлана һәм тамамлана. Беҙҙең мәктәптә, мәҫәлән, 8 сентябрь барғайныҡ, 11 июнь ялға сығабыҙ. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә 19 августан уҡ башланғайны.


Американдар ихлас, ярҙамсыл халыҡ. Улар һинең менән һаулыҡ һораша, хәлдәреңде белешә. Мәҫәлән, магазинда. Һәр ваҡыт йылмайып ҡаршы алалар, ярҙам кәрәкмәйме тип һорашалар. Фотоға төшкәндә бөтә тештәрен күрһәтеп йылмаялар. Телевизор ҡарарға яраталар. Телик ҡарамаған америка кешеһен табыуы ҡыйындыр тип уйлайым.


Бер нәмә лә алмаһалар ҙа, магазиндар буйлап йөрөүҙе хуп күрәләр. Маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәйҙәр. Был ваҡ-төйәк күренә, әммә күңелгә рәхәт барыбер. Был һүҙҙәрҙе дәрес һайын ишетһәң дә, кәйеф күтәрелеп китә.


Рәсәй менән ҡыҙыҡһыналар, рәсәйлеләр хаҡында төрлө стереотиптар йәшәп килә. Ҡайһы берҙәре уның стереотип та түгел, мәҫәлән, айыу һәм араҡы. Араҡы тураһында һүҙ сыҡһа, Рәсәй өсөн ҡыйын булып китә. Күңел һыҡтай. Улар үҙҙәре


бында иҫергәнсе эсеп йөрөмәй. Кисәләрҙә күңел асыр өсөн спиртлы эсемлектәрҙең бик аҙ ғынаһы ла етә. Тәмәке тартҡан кешеләр ҙә һирәк.


Мин йәшәгән ғаилә туғыҙ йыл элек күсеп килгән Америкаға. Немец ғаиләһе булғанлыҡтан, немец һәм америка культураһы буталған. Бер нәмәне яҡшы беләм – немецтар сәнске һәм бысаҡ менән ашай, ә американдар беҙҙең кеүек ҡулдары менән тотоп! Миңә тәүге ваҡытта хатта бысаҡ һәм сәнске менән ашарға күнегеү инглиз телен өйрәнеүгә ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ тойолоп киткәйне.


Бында килгәне бирле бер нисә байрамды күрергә тура килде. 31 октябрҙә үткән Хеллоуин байрамына костюмдар әҙерләйҙәр һәм “trick or treat”ing, йәғни “кәнфитме әллә ғүмереңме?” тип, урам буйлап йөрөйҙәр. Һиңә кәнфит, төрлө тәм-том биреп сығаралар. Күберәген бәләкәй балалар сыға, әммә ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса, вампир костюмын әҙерләп, бындағы дуҫтарым менән мин дә йөрөнөм. Бик күңелле булды. Кәнфиттәрҙе бик күп һәм төрлө-төрлөһөнән бирҙеләр, мин уларҙың һәр береһен тәмләп ҡарай алдым, үҙемә оҡшағандарын таптым (шуны әйтә алам: беҙҙең кәнфиттәр барыбер тәмлерәк!).


Штатта ноябрҙең һәр кесаҙнаһында ҡәҙер көнөн билдәләйҙәр. Был көндә ғаилә менән йыйылып, күркә ите ашау йолаға ингән. Беҙ байрам мәлендә New Mexicoға (Нью Мексико) барҙыҡ. Тәбиғәте Мичигандан ҡырҡа айырыла. Michigan = баҫыу + һыу, New Mexico = сүллек + тау. Альбукерке штатының баш ҡалаһы янында бейек тау бар (Sandia Peak тип атала), диңгеҙ кимәленән 3 км бейеклектә. Шул бейеклектә ағастар, үҫемлектәр үҫә алыуы аптыратты. Бында ул һирәк күренеш. Штат үҙәгендә үҙеңде үткән, боронғо замандарға барып эләккәндәй хис итәһең, сөнки иҫке йорттар, урындағы халыҡтың ҡул эштәре: төрлө биҙәүестәр, балсыҡ көршәктәр, бетеүҙәр, ҡоралдар һ.б. - бик күп.


25 декабрҙәге Раштыуа байрамын да ғаилә менән билдәләйҙәр. Бүләктәр бирешәләр. Хаҡында эш тормай, иң мөһиме – иғтибар. Минең бүләктәрем шул хәтлем күп, уларҙы Америкала үткәргән тотош бер йылымдың иҫтәлеге итеп һаҡлаясаҡмын. Бүләктәр магазиндарҙа 2 ай алдан уҡ һатыла башлай. Был байрам беҙҙең Яңы йылға оҡшаған. Ә Яңы йылды ҙурлап үткәргән ғаиләләр бик һирәк.


Каникулда Мичигандың үрге ярымутрауында ял иттек. Климаты Башҡортостандағы кеүегерәк: ҡар күп һәм һыуыҡ. Бында саңғыла һәм сноубордта йөрөргә киләләр. Сноубордта йөрөү бик оҡшаны. Машинала 9 сәғәт барҙыҡ. Иң ҡыҙығы Makinak күперен үтеү булды. Ул көнбайыш ярамшарҙағы иң оҙон күпер, оҙонлоғо – 8 038 метр.


Ысынлап та, американдар ял итә белә. Беҙ иһә үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнап тик ятабыҙ икән. Рәсәй төбәктәрендә лә иҫ киткес матур урындар күп бит!


Әммә Америка ниндәй генә матур, унда нисек кенә рәхәт булмаһын, ул минең өсөн барыбер сит, ят булып ҡала. Уларҙың быуындан-быуынға күсеп килгән үҙҙәренә генә хас ғәҙәттәре, культураһы, йолалары. Менталитеттары ла бөтөнләй икенсе. Былар барыһы ла һинең бында сит, ҡунаҡ ҡына икәнде иҫләтеп тора. Ҡайтыр тыуып-үҫкән ерем, һағынып көткән атай-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым булыу ҙу-у-у-ур бәхет икән!


Барыһын да һағынып һәм яратып, Лилиә МОСТАФИНА.
Читайте нас: