Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Cәйәхәтнамә
19 Май 2019, 20:30

Сиктәр юҡ ул, уларҙы бары үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ…


– Майнцта яңы танышҡан кешеләр йыш ҡына минең ҡайһы милләттән булыуымды һорай. Япониянан, Ҡытайҙан тип фараз итәләр. Һуңынан, аптырап, Азияны тотошлай атайҙар. Рәсәйҙән икәнлегемде белдергәс, ғәҙәттә, ғәжәпләнеп: “Ә ата-әсәйең ҡайҙан? Төҫ-ҡиәфәтең шундай матур – көнсығыш ҡыҙҙарына , шул уҡ ваҡытта Европа халҡына хас һыҙаттар бар”, – тиҙәр. Ә мин иһә: “Был ҡушылманы башҡорт тип атала!” – тим, – тип башланы һүҙен Лира.
Ғәжәйеп ҡыҙ менән таныштырмаҡсыбыҙ был юлы. Күпселек милләттәштәре үҙ ерендә мөмкинлектәренән файҙаланмаған саҡта, әлеге һылыуҡай бөтә донъяла билдәле ғалимдар менән бер рәттән Германияла карьера яһай, докторлыҡ хеҙмәтен яҙа. Ә үҙенә ни бары 24 йәш. Хәйер, ашыҡмайыҡ, һүҙ башы – Хәйбуллала.
***
Геройыбыҙ республиканың көньяғында урынлашҡан Сиҙәм ҡасабаһынан. Әсәһе – урындағы мәктәптең музыка уҡытыусыһы Нәзилә Кинйәбай ҡыҙы ҡустыһы Наил менән икеһен яңғыҙы ғына аяҡҡа баҫтырған. Үҙе уҡытыусы булғас, белемдең, тәрбиәнең ҡәҙерен белергә өндәй: Лира биш йәшенән йырлай, бейей, фортепианола уйнарға өйрәнә. Ваҡытын бушҡа үткәрмәҫкә тырыша: иртәнсәк дәрестәр, төштән һуң инглиз теле, математика фәндәре буйынса факультативтар, музыка мәктәбе, төрлө түңәрәктәр. Хәйбулла районы буйынса үткән олимпиадаларҙа, музыка конкурстарында гел беренселекте яулай.
– Мотлаҡ “5”-кә генә уҡығыҙ, тип талап итмәне әсәйем. Беҙҙе буй еткереп аяҡҡа баҫтырыр өсөн ең һыҙғанып эшләгәнен күреп, ҡустым менән үҙебеҙ тырыштыҡ. Ҡәҙерле кешемә рәхмәтем ҙур, ихтирамым сикһеҙ. VIII класҡа Өфөләге республика иҡтисад лицейына уҡырға барҙым. Бында химия, математика фәндәрен төплө үҙләштерҙем, – ти Лира.
Уҡыуҙан тыш, лицейҙың КВН командаһы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, хатта капитан итеп һайлап ҡуялар үҙен. Мәктәпте тамамлағандан һуң, иҡтисад факультетына ла инеүенә ҡарамаҫтан, Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын өҫтөн күрә ул.
– Миңә был йүнәлеш нығыраҡ оҡшай ине. Әсәйем дә: “Үҙең беләһең, балам. Йәнең теләгәс, уҡы!” – тип фатихаһын бирҙе, – ти тырыш ҡыҙ.
Шулай итеп, Лира биолог булырға ниәтләй. Күңеленә ятҡан һөнәр буйынса белем алғас, Башҡорт дәүләт университетында алдынғы студенттар рәтенә инеп, III курстан һуң “Биохимия” кафедраһына эләгеүе ауыр булмай. Шул осорҙа Лира Өфөлә уҡып йөрөүсе райондаштарын борсоған күп һанлы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләй башлай, Хәйбулла студенттары берлеген ойоштороп, уның етәксеһе булып китә. Шунда тәүге тапҡыр: “Бәлки, һөнәрем буйынса эшләмәҫмен дә…” тигәнерәк уйҙар килә башына, шулай ҙа артабанғы хәл-ваҡиғалар киләсәккә юлды дөрөҫ һайлағанын иҫбатлай. III курста Лираны һәм тағы ла ике талантлы студентты – Салауат Рәхимов менән Зарина Ҡотлобаеваны йәйге практика үтер өсөн Мәскәү өлкәһенең Пущино ҡалаһына ебәрәләр. Унда биологик эҙләнеүҙәрҙең Бөтә Рәсәй үҙәге урынлашҡан, һигеҙ фәнни институты булған академик ҡаласыҡ ул. Нәҡ бында тырыш ҡыҙҙың биологияға ҡарата һөйөүе яңы һулыш ала.
***
– Пущинолағы Рәсәй Фәндәр академияһының Аҡһым институты бөтә донъяға билдәле. Донъя биологтары араһында матрицалы РНК-ның барлығы хаҡында беренселәрҙән булып фараз итеүсе, яһалма рибосома йыйыусы билдәле ғалим А. Спирин эшләй. Теләгән һәр студент институтта диплом яҙа ала, бының өсөн ике аҙналыҡ конкурста еңергә кәрәк. Зарина менән был конкурста ҡатнашырға баҙнат иттек. Мин МДУ профессоры Лев Павлович Овчинников төркөмөнә эләгергә хыяллана инем. Әммә академик менән әңгәмә ваҡытында Өфөлә алған “5”-леләремдең бер ни тормауын, белемемдең һай булыуын аңланым. Әлбиттә, мине эшкә алманылар…
Практиканан ҡайтҡас, Лираның уҡырға теләге юғала. Әммә ул үҙенең һәләтле студент булыуын иҫбат итергә маҡсат ҡуя. Оло фән донъяһы, ысын биологтар менән аралашыу эҙһеҙ үтмәй. Көҙгөһөн уны йәнә Пущиноға, микробиология институтына эшкә саҡыралар. Аҡһым институтында эшләү тураһында хыялланһа ла, Лира был тәҡдимде ҡабул итә. Башҡорт дәүләт университетында уның өсөн индивидуаль дәрестәр теҙмәһен төҙөйҙәр: Пущинола 14-шәр сәғәт ял көндәрһеҙ эшләй һәм лекциялар тыңлай, Өфөлә имтихандар тапшыра. Биохимия һәм микробиология буйынса урындағы студенттарҙан ныҡ ҡалышыуын аңлағас, тырыш ҡыҙ төндәр буйы уҡып, уларҙы ҡыуып етә. Ярты йылдан МДУ профессорҙарына имтихандарҙы тик “5”-легә генә тапшыра, шул иҫәптән Овчинников та уға иң яҡшы баһаны ҡуя. Бакалавр дипломын яҡлағандан һуң, Лира йәнә академикка килеп, лабораторияһында эшләргә рөхсәт һорай. Был юлы Лев Павлович уны ихлас ҡабул итә һәм МДУ магистратураһындағы ете бюджет урындың береһе Лира өсөн буласағын белдерә. Шулай итеп, Хәйбулла ҡыҙы Мәскәү дәүләт университеты студенты булып китә.
Ул баш ҡалала тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүен дауам итә, төрлө конференцияларҙа, фәнни семинарҙарҙа сығыш яһай. 2011-2012 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһына лайыҡ була. Әйткәндәй, Зарина Ҡотлобаева ла МДУ-ға уҡырға инә һәм Лира кеүек үк Аҡһым институтында эшләй. 2012 йылда кафедраларынан ни бары өс кеше генә юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай, уларҙың икеһе – ҡасандыр Мәскәү академиктары “Өфөнөң һай белемле ҡыҙҙары” тип атаған Лира менән Зарина була…
***
Әлеге ваҡытта Лира Ниғмәтуллина Германияның Майнц ҡалаһында IMB-ның (Institute of Molecular Biology) эпигенетика һәм олон күҙәнәктәре менән шөғөлләнеүсе молекуляр биология институтында эшләй һәм үҙенең фәнни хеҙмәтен яҙа. Ҡалала һәр бишенсе кеше – студент, сөнки унда Германияның иң ҙур уҡыу үҙәктәренең береһе – Йоханнес Гутенберг университеты урынлашҡан. Лира бында докторантурала белемен камиллаштыра.
– Яҡшы уҡыу йортона эләгеү өсөн төплө белем, дипломда тик юғары билдәләр булыу (быныһы күп сифатлы университеттар өсөн мотлаҡ!) һәм әңгәмәне уңышлы үтеү кәрәк. Мин IMB-ның халыҡ-ара докторлыҡ программаһы конкурсында еңдем. Баштан уҡ өҫтөнлөктәрем бихисап ине: МДУ-ның ҡыҙыл дипломы, инглиз телен яҡшы белеү һәм TOEFL сертификаты, Пущинолағы фәнни етәксемдән рекомендация, махсус матбуғатта донъя күргән мәҡәләм, эксперименттарҙа тәжрибәм булыуы. Конкурста бөтә донъянан йәмғеһе 350 кеше ҡатнашты, шуларҙың 16-һы ғына финалға сыҡты. Майнцтағы әңгәмәне уңышлы үткән 10 кеше 4 йыллыҡ эҙләнеүҙәр өсөн Boehringer Ingelheim компанияһынан юғары стипендияға лайыҡ булды. Хәҙер ике-өс ай IMB-ла эмбриогенез процесында олон күҙәнәктәренең нервы, бауыр, эсәк күҙәнәктәренә әүерелеүен тикшерәм. Эмбриондар менән эшләйем, генетик клонлаштырыу ярҙамында мутант сысҡандар барлыҡҡа килтерәм. Әйткәндәй, былар бик ҡыйбатлы тәжрибә. Шул уҡ ваҡытта фәндең иң юғары нөктәһе лә. Быйылғы көҙҙә фәндә бизнес-администраторлыҡ тигән йүнәлеш буйынса ла белем алырға ниәтләйем. Кем белә, бәлки, был өлкәлә лә үҙемде һынап ҡарарға тура килер. Миңә бында бик ныҡ оҡшай! Үҙемдең һөнәрем буйынса иң көслөләр, һәләтлеләр араһында уҡый, эшләй алыуыма сикһеҙ бәхетлемен! Фән тылсымы мине тулыһынса арбаны, – тип шатлығы менән уртаҡлаша әңгәмәсем.
VIII синыфтан һуң тыуған ауылынан айырылып сығып киткән ҡыҙ ситтә йәшәүенә күнеккән тиерлек. Шулай ҙа бала сағы үткән йортҡа ҡайтып,
Нәзилә апайҙың баллы-ҡаймаҡлы тәмле сәйен эсһә, туғандары менән башҡортса аралашһа, кире Германияға осоуы ҡыйын һымаҡ. Үкенескә күрә, ундағы ише лабораториялар Мәскәүҙең үҙендә лә юҡ. “Немецтарҙың фән үҫеше, халыҡ-ара белгестәрҙе йыйыу өсөн күпме аҡса түккәнен белһәгеҙ ине! Ә беҙҙә…” – тип әсенеүен дә белдерә ул. Рәсәйҙәр өсөн ышанмаҫлыҡ факт, әммә Лира эшләгән институт бинаһын өлкә башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидат һайлауҙар алдынан бер йыл эсендә һалдырған. “Беҙҙә һайлауҙан һуң бер йыл үткәс төҙөйбөҙ тип вәғәҙә итһәләр ҙә, ҡоро һүҙ генә булып ҡалыр ине”, тип йылмая ҡыҙ.
Йәш белгестәрҙең күпләп сит илгә китеүенә аптырарға ярамай. Лира әйтеүенсә, Рәсәйҙә ғалимдың эш хаҡына йәшәү мөмкин түгел.
– Әгәр реактивтар һатып алырға мөмкинлек юҡ икән, ул ваҡытта ни эшләргә? Ҡайһы саҡ аҡса булып та, кипкән һөттө (!!!) лә насар сәнәғәт һәм чиновниктарҙың илтифатһыҙлығы сәбәпле Америка Ҡушма Штаттарынан йәки Европанан ҡайтарта торғайныҡ. Кәрәкле реактивтарҙың килеп етеүен яртышар йыл көтә инек. Ә бит шул ваҡыт эсендә фән тик тормай, һинең асышыңды башҡа берәү тормошҡа ашырасаҡ! Әйткәндәй, Европала реактивтарҙы ике көн эсендә алып киләләр. Ошо фонда беҙҙең депутаттарҙың Рәсәйҙә фәндең файҙаһыҙ булыуы, ғилми институттарҙан ерҙәрҙе һәм биналарҙы тартып алып, яңы академия ҡороу хаҡында тауыш күтәреүҙәре башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Улар үҙ ҡулдары менән илдең фәнни потенциалын үлтерергә йыйына. Әлбиттә, мин Рәсәйҙә фән яҡшы үҫешкән, уны бөтөнләй үҙгәртергә кәрәкмәй, тип әйтергә йыйынмайым. Әммә донъя кимәлендә эшләрлек ғалимдарҙы тәрбиәләүсе институттар бар. Үрҙә атап үткән Аҡһым институты ла шундайҙар рәтендә. Уларҙа Совет осорондағы көрәш рухы, ғәҙеллек йәшәй әле! Хәтеремдә, ундағы профессорҙар, студенттар нимәнелер аңламаһа, өсәр сәғәт рәттән уҡыған лекцияларын ҡабаттан башлай торғайны, – ти Лира.
Йыл һайын был институт Рәсәйҙең 15 иң яҡшы студентын үҙенә ҡабул итә. Уларҙың 10-һы, ҡағиҙә булараҡ, сит илгә эшләргә һәм йәшәргә китә…
***
Фәнгә тоғро хеҙмәт итеүселәрҙе, ғәҙәттә, фильм-китаптар аша сибек кенә, “аҡылға бер төрлөрәк” сәйер кешеләр итеп күҙ алдына баҫтыралар. Ысынында иһә, был дөрөҫлөктән алыҫ образ. Ғалимдар араһында талантлы музыканттар, рәссамдар, шағирҙар етерлек, Эверест кеүек тауҙарҙы яулаусылар ҙа бар. Башҡортостан ҡыҙы ла, эштән һәм уҡыуҙан буш сағында әүҙем ял итергә ярата. Германиялағы фатир хужабикәһе үҙенең велосипедын
уға бүләк иткән. Лира уның ярҙамында ҡала гиҙергә әүәҫләнгән, тағы ла университетының еңел атлетика буйынса командаһында сығыш яһай.
– Майнцта күҙгә иң ныҡ ташланғаны – идеаль юлдар, велосипедсылар өсөн һыҙаттар, парковка урындары. Халҡының алсаҡлығы һәм ихласлығы ла иғтибарҙы йәлеп итә. Йыш ҡына урамдарҙа оло йәштәге, әммә көр күңелле кешеләрҙең велосипедта йөрөгәнен күҙәтергә мөмкин. Кибеттәрҙә сиратта торған саҡта бер кем дә ғауға ҡуптармай, кассирҙарҙың, йыйыштырыусыларҙың эштәрен хөрмәтләй беләләр. Бында граждандарҙың ғаилә менән бергә ял итеү хоҡуғына ҙур иғтибар бүләләр, шунлыҡтан, йәкшәмбе көндө бер кем дә эшләмәй. Тәүҙәрәк был миңә сәйер тойола ине, әммә аҙаҡ күнектем, – ти ул.
Хәйбулла районының Сиҙәм ҡасабаһында тыуған ҡыҙ ҡасандыр бөтә донъяға билдәле профессорҙарҙың лекцияларын тыңлармын тип уйлағанмы икән? Юҡтыр. Әммә тырышлығы менән бына ниндәй үрҙәргә күтәрелә алған. Сиктәр юҡ ул, беҙ уларҙы үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ. Лираның уңыш юлы – ошоға яҡшы миҫал.
Миңзәлә АСҠАРОВА. 2012 й.
Читайте нас: