М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының
башҡорт филологияһы факультетының IV курс студенты Динар Ғайсиндың
Бала саҡтан Төркиәгә барырға хыял иттем, ғөмүмән, мине мосолман илдәре ҡыҙыҡтыра, берәй ваҡыт шуларға сәйәхәт итергә иҫәп тота инем. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында төрөк теле белгесенә уҡыуым да бушҡа түгел. Был форсат көтмәгәндә килеп сыҡты, беҙҙең факультет студенттарын Төркиәгә стажировка үтергә саҡырҙылар. Мин телде тағы ла нығыраҡ камиллаштырыр өсөн, аҡса эшләп алыу теләге менән дә экскурсовод булып эшкә төштөм. Төркиәнән йылы сәләмдәр юллап, бер нисә яҙмамды тәҡдим итәм.
Бер көн эш буйынса автобуста аэропортҡа юл тоттоҡ, юлда, ғәҙҙәттәгесә, шофер менән танышып әңгәмә башланым. 50-55 йәштәрҙәге ағайҙың исеме Угур ине. Бик күңелле, асыҡ, көләс кеше булып сыҡты. Һөйләшеп бара торғас, һин ҡайҙан тип һораны... Башҡортостандан, тигәнде ишеткәс тә ҡапыл миңә ҡыуаныс тулы күҙҙәре менән боролдо ла:
– Һин минең улым, һин минең туғаным бит, – тип әйтеп һалды... Мин аптырай биреп ҡуйҙым. Угур ағай һүҙен дауам итте. – Мин дә башҡорт! Мин дә һеҙҙең миләттән, йөҙөмә ҡара, ҡәрҙәшем”, – тип күҙлеген систе.
Ағай, ысынлап та, башҡорттарға оҡшап тора ине. Төркиәлә йәшәү сәбәпле үтә ҡаралығы ғына айыра ине☺. Угур ағай үҙенең тамырҙарының тарихын һөйләй башланы:
– Яҡынса 450-500 йыл элек беҙҙең ҡәүем Башҡортостандан Төркиә ерҙәренә күсеп килгән, беҙ Вәлид тигән башҡорт солтанының нәҫеле. Беҙ – Вәлидиҙәр, ҡыҙғаныс, күптәре үҙ тарихын белмәй, бөгөн иһә беҙ төрөктөр, әммә тамырыбыҙ башҡорт”, – тине. Минең ҡыуанысымдың сиге булманы: “Ырыуың кем, ҡайһы һыу буйҙары ҡәүеменән”, – тип һораным. Угур ағай:
– Уныһын белмәйем, туғаным, бөгөнгәсә онотолған инде, әммә беҙ – Башҡорттар. Башҡортостанға, башҡорт туғандарыма, атай-әсәйеңә күп сәләм әйт. Халҡыбыҙ бер ҡасан да бөтмәйәсәк, беҙ – көслө милләт, – тип өҫтәне.
Һүҙҙе дауам итеп, мин Зәки Вәлиди хаҡында һораштым, әммә уны ла белмәй ине. Мин ағайға был шәхес хаҡында һәм, ғөмүмән, башҡорттарҙың һуңғы быуаттарҙағы тарихынан алып бөгөнгөһөнә тиклем һөйләп бирҙем. Ул мине шул тиклем яҡын күрҙе, телефон һандарын, адресын биреп, былай тине: “Онотма, ҡәрҙәшем, һин бында яңғыҙ түгел! Һинең туғаның бар, берәй нәмә кәрәк булһа, йәки ярҙамға мохтаж булһаң, шунда уҡ шылтырат, ҡунаҡҡа кил”, – тип ҡулымды ҡыҫты.
Төркиә тарихын бик яҡшы белгән төрөк бүлмәләшем Алания ҡалаһында бер экскурсияла булғанда төрки халыҡтарының тарихы тураһында һүҙ сығып, бүлмәләшем: “Минең менән бер башҡорт йәшәй, ул да төрки халыҡтарының һәм үҙ тарихын бик яҡшы белә”, – тип һөйләгән. Икенсе төрөк егете ҡыҙыҡһынып исем шәрифемде һорашҡан: “Беләһеңме, ошо ерҙәрҙә лә башҡорттар күп, улар төрөктәр менән ҡатнашып бөткәндәр, ә ҡасандыр Башҡортостандан килгәндәр, башҡорт егете менән күрешергә кәрәк миңә”, – тип осрашырға теләүен белдергән, әммә мин Эгей төбәгенә күсеүем сәбәпле ул егет менән күрешә алманым.