Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Cәйәхәтнамә
1 Сентябрь 2019, 18:03

Башҡорт егетенең Шри-Ланкалағы хәт-тәр мажаралары

ТАМОЖНЯ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ АЛДЫНДА ҠУРАЙ УЙНАНЫМ. Шулай итеп, дуҫтарым Фатима Янбаева, Руслан Алмаев, Регина Рәжәпова, Наталья Семенова, Вячеслав Ганеев ҡыҙыҡтырып ебәргәндән һуң, Цейлонға китергә ниәт иттем! Мажаралар аэропортта, беренсе тикшереүҙе үткән мәлдә үк башланды. Багаж тикшереү урынында “был нимә?” тип футлярыма бәйләнделәр. Аптырап торманым, ҡурайымды алдым да таможня хеҙмәткәрҙәре алдында уйнап ебәрҙем. Әле Дубай аэропортында ултырам. Хиджаб кейгән ҡатын-ҡыҙҙы һәм һаҡаллы ирҙәрҙе ул тиклем дә күп күргәнем юҡ ине бығаса.

Яҡташыбыҙ, Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институты Милли Тикшереү Университеты студентының стажировка мәлендәге яҙмалары.
ТАМОЖНЯ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ АЛДЫНДА ҠУРАЙ УЙНАНЫМ. Шулай итеп, дуҫтарым Фатима Янбаева, Руслан Алмаев, Регина Рәжәпова, Наталья Семенова, Вячеслав Ганеев ҡыҙыҡтырып ебәргәндән һуң, Цейлонға китергә ниәт иттем! Мажаралар аэропортта, беренсе тикшереүҙе үткән мәлдә үк башланды. Багаж тикшереү урынында “был нимә?” тип футлярыма бәйләнделәр. Аптырап торманым, ҡурайымды алдым да таможня хеҙмәткәрҙәре алдында уйнап ебәрҙем. Әле Дубай аэропортында ултырам. Хиджаб кейгән ҡатын-ҡыҙҙы һәм һаҡаллы ирҙәрҙе ул тиклем дә күп күргәнем юҡ ине бығаса.
БЕРЕНСЕ КӨН. Коломбо ерендә
Туғыҙ сәғәт осҡандан һуң, ниһайәт, Коломбо еренә аяҡ баҫтым! Бындағы беренсе тәьҫораттар: түҙеп торғоһоҙ эҫелек һәм быуып алып барған тынсыу һауа – күнегергә тура килә инде. Юлдағы хәрәкәт Мәскәүҙәгегә ҡарағанда ла хәтәрерәк – ул машиналар, тук-туктар, ул велосипедсылар, мотоциклдағылар. Юл ҡағиҙәләре юҡ та шикелле бында. Беҙҙе интерндар (стажировка үткән студенттарҙы шулай атайҙар) өйөндә башҡа айсекерҙар менән урынлаштырҙылар. Әҙерәк Айсек (AIESEC) программаһы, минең унда нисек барып эләгеүем тураһында һөйләп үткем килә. AIESEC – студенттарҙың лидерлыҡ, профессиональ һәләтен асыу маҡсатында ойошторолған халыҡара йәштәр ойошмаһы. Айсекер иһә ошо ойошманың ағзаһы. Сит илгә барып ҡайтырға теләге булған кешегә был бик шәп мөмкинлек. Әлбиттә, инглиз телен белеү – тәүшарт.

ИКЕНСЕ КӨН. Тарзан менән Маугли тураһындағы фильмға барып эләктемме ни!
Төндә тамсы ла йоҡо килмәне. Башта төрлө уйҙар ҡайнап сыҡты. Иртән балконға сыҡҡас, бындағы тәбиғәттең матурлығына иҫем китте: Тарзан менән Маугли тураһындағы фильмға барып эләктемме ни! Ағастан ағасҡа маймылдар һикерә, шөкәтһеҙ ҙур бөжәктәр йүгерешә. Бадди (стажировка үтеүсене урындағы шарттар менән таныштырырға ярҙам иткән студент), сәғәт һигеҙгә киләм, тигәс, тупһала көтөп ултырырға булдым. Ярты сәғәтләп ваҡыттан һуң яныма интерндарҙың береһе килде, ланктар тураһында һөйләне. Улар шундай халыҡ икән: берәйһе менән осрашырға килешһәң, өйҙән сәғәт ярымдан иртәрәк сыҡмаһаң да була. Бындағы бөтөн аҙыҡ тоҙло-боросло, ауыҙға алғыһыҙ әсе. Һауыт-һаба йыуыу буйынса башватмайҙар кафела: тәрилкәгә полиэтилен йәйәләр ҙә, аҙыҡты шунда һалалар. Аҙыҡ янына мотлаҡ фильтрлы крандан ағыҙылған һыу бирәләр. Бында ла, бөтә ерҙәге кеүек үк, ҡытайҙар бик күп. Беҙҙең проектта ла берәү бар. Бер-беребеҙҙе ауыр аңлайбыҙ, әммә белдермәҫкә тырышабыҙ. Төрлө илдәр ҙән тағы ла ете кеше килергә тейеш. Ҡытайҙар, әммә уларҙың да барыһы ла түгел, Украиналағы хәлдәр һәм санкциялар тураһында хәбәрҙар. Ҡалғандарҙың ике ятып бер төшөнә инмәй. Ошоға тиклем бөтә донъя шул турала ғына һөйләйҙер кеүек тойола ине.
ӨСӨНСӨ КӨН. Хаҡтар бында барыбер осһоҙораҡ
Ниһайәт, бөгөн туйғансы йоҡланым. Эҫегә лә, серәкәйҙәрҙең күплегенә лә өйрәндем. Душта йыуынып алғандан һуң (көнөнә өс-дүрт тапҡыр ҡойоноп алмайынса булмай) үҙәккә киттек. Етмеш һумға ғына сәс алдырып сыҡтым. Үҙәктә бит әле! Һум төшмәһә, бөтөнләй 35–40 һум ғына булыр ине. Хаҡтар бында барыбер осһоҙораҡ – яңы һығылған экзотик һуттар 30–40 һум тора, аҙыҡты ла шундай уҡ хаҡҡа алаһың. Ожмах. Ресторанда фри картуфы, бургер һәм шундайыраҡ башҡа нәмәләр һатыла, әммә минең ауыҙ итеп ҡарағым да килмәй, Рәсәйҙә лә күп бит улар. Бүтән ҡытайҙар менән таныштыҡ, улар беҙҙе ҡытай ресторанына алып барҙы. Һәйбәт егеттәр, әммә бөтәһе лә инглизсә насар белә. Кеше ышандырып баш ҡағып ултырған булалар, һөҙөмтәлә аҙаҡ бер нәмә лә аңламауҙары асыҡлана. Уларға, нисек кенә тырышһаларҙа, “р” өнөн әйтеүе ҡыйын. Ланктар бик ихлас халыҡ. Һинең ҡарашыңды тойһа, шундай итеп йылмая, яуап итеп ауыҙ йырмай булдыра алмайһың. Бөгөн минең баддиҙың – Тенуканың өйөндә йоҡлайбыҙ. Ул йылға буйында, өс ҡатлы йортта йәшәй. Кисә телефон аша әсәһенә минең ҡурайҙа уйнағанды тыңлатҡайны. Оҡшап ҡалған, бөгөн әсәһе, тағы ҡурайҙар алып килмәнеңме, тип ҡыҙыҡһынды. Ә мин алмағайным шул…
P. S. Бында бөтәһе лә нисек итеп минең Рәсәйҙән, бигерәк тә Башҡортостандан булыуыма аптырай. P. P. S. Тенука, аҡ тәнле кешеләр менән фотоға төшөргә яратмайым, сөнки уларҙың эргәһендә тағы ла ҡарараҡ күренәм, ти.
ДҮРТЕНСЕ КӨН. Хеҙмәттәшлек тәҡдим иттеләр
Иртәнге аш әҙер булыуға ғына торҙом. Тенуканың әсәһе әллә күпме милли аҙыҡ әҙерләгәйне. Минең теләк буйынса, тоҙ-боросто сама менән генә һалған! Өҫтәлдәге аҙыҡҡа үрелеүемә ҡарап, ниндәй ризыҡҡа нимә ҡушып ашарға кәрәклеген кәңәш иттеләр. Атаһы баҡсаға алып сығып, банан менән кокостың нисек үҫкәнен күрһәтте. Кокостың әллә нисә төрө була икән дә баһа! Һөҙөмтәлә биш төрлөһөн тәмләп ҡараным. Рәсәйҙә һатылғандары ни бары ҙур емештең ядроһы ғына булып сыҡты! Ит турағысҡа оҡшаған ҡоролмала кокос юнысҡыһы үткәреп алғас, төшкө ашҡа индек. Был юнысҡыларҙы бөтә нәмәгә: картуф, балыҡ, диңгеҙ ҡыҫалаһы, тауыҡ, сосискалар, йәшелсә – барыһына ла ҡушалар, һәм, ысынлап та, бик тәмле килеп сыға! Тенуканың атаһы – балалар кейеме фабрикаһының хужаһы. Цехтар менән таныштырып, аяҡҡа баҫыу юлын һөйләп ишеттерҙе. Ул эшен бер теген машинаһы һәм 87 рупий менән генә башлап ебәргән. Теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк! Миңә лә тауар алып ҡайтырға, хеҙмәттәшлек булдырырға тәҡдим итте әле. Шри-Ланка – иҡтисады тиҙ үҫешкән илдәрҙең береһе. Әммә байҙар һәм ярлылар араһындағы айырма бик ҙур. Күккә олғашҡан биналар, бизнес-үҙәктәр төҙөлә, ә түбәндә өйһөҙҙәр, балалар һәм ҡарттар интегә.
P. S. Тенука, кокос һутын көпшәнән һурыуҙы ирҙәрсә түгел, ти. Сәтләүектең үҙенән эсергә кәрәк икән. Улай ысынлап та тәмлерәк! Етмәһә, рекламалағы кеүек, һут эйәк, муйын буйлап ҡытыҡлап ағып төшөп китә.
P. P. S. Тенука стажировканы сит илдә үтергә хыяллана. Бигерәк тә Рәсәйҙе күрергә теләй. Тик әсәһенең улын ситкә сығарып ебәргеһе килмәй. Әсәйҙәр бөтә ерҙә лә бер икән!☺

БИШЕНСЕ КӨН. Океан! Һинд океаны!
Йоҡонан һуң ғына торҙоҡ. Германиянан стажировка үтергә килгән студенттар оҙон юлдан һуң ял итергә теләгәс, беҙ ҙә ҡабаланманыҡ. Иртәнге-төшкө аштан һуң пляжға киттек.
Бында Коломбо буйлап автобуста йөрөүе ҡыҙыҡ. Номерҙар урынына барыһы ла аңлап бөтмәгән сингал телендә ниҙер яҙылған. Автобуста махсус ҡуйылған кеше мөһим роль уйнай. Ул башын тышҡа сығара ла һуңғы станцияны бер нисә тапҡыр тиҙ-тиҙ генә ҡысҡырып әйтә. Кондукторҙар үҙ эшен шәп башҡара бында. Аҡса түләгәнме кеше, юҡмы – белеп тора, кем ҡайҙа сығырға, ниндәй туҡталышта икенсе автобусҡа күсеп ултырырға тейешлеген дә иҫләй. Автобустар туҡталышҡа етә килә тиҙлеген кәметә, йәшме-ҡартмы, инвалидмы, кем булыуына ҡарамай, шул арала һикереп менергә йә төшөп ҡалып өлгөрөргә тейеш.
Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр океан күргән кешенең тәьҫораттарын ябай һүҙҙәр менән генә биреүе ҡыйындыр. Минең дә был мөғжизәне күргәс, тәүге һүҙем: “Океан! Был – Һинд океаны!” – булды. Ул икһеҙсикһеҙ, иҫ киткес матур, ҡеүәтле, шул уҡ ваҡытта тыныс та. Һыуы шул тиклем йылы, йомшаҡ, таҙа, сыҡҡы ла килмәй. Яр буйында кеше әллә ни күп түгел. Бөгөн беренсе мәртәбә кисен ямғыр яуманы. Ямғырҙар йылы бында, ҡулсатырһыҙ ҙа рәхәтләнеп йөрөргә мөмкин.
Байрамдар тураһында һүҙ сыҡҡас, Еңеү көнөн телгә алғайным, берәү ҙә белмәй булып сыҡты. Немецтар, уңайһыҙланып, тарихтың был битен урап үтергә тырыша. Әммә Ҡырым һәм Украиналағы хәлдәр тураһында улар хәбәрҙар.
Германияла Меркель бик популяр, ти немецтар, Путин менән иһә киреһенсә. Хатта өсөнсө донъя һуғышы башланып китеренән ҡурҡалар. Беҙҙә был хәлдәргә тап кире ҡараш булыуын аңлатып биргәс, ябай халыҡҡа һуғыштың кәрәге лә, файҙаһы ла юҡ, тигән фекергә килдек.
Немецтар үҙҙәренең геройҙарын, ғалимдарын, спортсыларын белмәй. Ғәжәп. Эйнштейндың немец булыуын да минән ишеттеләр. Илебеҙ тураһында ҡайһы бер нәмәләрҙе беҙгә ҡарағанда ла күберәк беләһең, тип аптырайҙар.
P. S. “Башҡортостан” һүҙен әйтә алмай ҡыҙыҡ булалар. Ҡытайҙар тырыша торғас, “Паочакатакосотан” кеүегерәк нәмә килтереп сығарҙы...
АЛТЫНСЫ КӨН. Коломбо – ҡапма-ҡаршылыҡтар ҡалаһы
Интерндар менән көндән-көн нығыраҡ танышабыҙ. Инде төрлө темалар буйынса иркенләп аралашабыҙ.
Иртән ҡалаға үҙебеҙ генә сығып киттек. Бер ҡыйынлығы ла юҡ кеүек. Өйҙән сыҡҡас, тук-тук тотаһың да, оло юлға тиклем бараһың. Автобусҡа ултырғас, водителгә ҡайҙа төшөргә кәрәклеген әйтәһең, шул ғына. Бөгөн бер тук-тукка бишебеҙ ҙә һыя алдыҡ. Тенукаға маҡтанғайныҡ, иҫе лә китмәне, уларҙың был бәләкәй генә транспортҡа ете кеше тығылышып йөрөгәне лә бар икән.
Автобуста күңелле, һинд музыкаһы уйнап тора, ирек һеҙҙән үҙеңде болливуд фильмдары геройы итеп хис итәһең. Хәҙер бөтә автобус торор ҙа йырлай-бейей башлар кеүек тойолоп китә. Кемгә ҡараһаң да, һиңә яуап итеп йылмая. Беҙҙең автобус, метроларҙа буштан-юҡҡа йылмайып йөрөгән кешене күреп өйрәнмәгәс, бер аҙ сәйерерәк.
Үҙәк паркта бер аҙ йөрөгәс, пляжға киттек. Яр буйлап ялан аяҡ үтергә гел хыяллана торғайным: йомшаҡ ҡомдан атлап уҙаһың, артыңса тулҡындар эҙҙәреңде йыуа… Ниһайәт, хыялым тормошҡа ашты.
Ҡаланың бизнес-үҙәген дә барып күрергә яҙҙы. Бейек-бейек йорттарҙан һуң юл аша ғына ярлылар кварталы башлана. Коломбо – ҡапма-ҡаршылыҡтар ҡалаһы. Тиҙ үҫешкәнгә күрә, йәшәйеш менән бер тигеҙ бара алмай.
Президент резиденцияһы янындағы постарҙа күҙлек кейгән һәм Калашник автоматтары тотҡан хәрбиҙәр тора. “Калашник” өсөн ғорурланып ҡуйҙым. Ә бына немецтар, Германиянан бында машиналар һәм башҡа әйберҙәр күп булыуға ҡарамаҫтан, иҫтәре китмәй. Уларҙа, беҙҙең ил иң яҡшыһы, тип ҡарау тыйылған икән. Был, йәнәһе, расизм күрһәткесе. “Ария” һүҙе лә тыйылған. Зәңгәр ҡан һәм башҡа нәмәләр тураһында һораша башлағас, улар хатта ҡурҡып китте.
Бында, “транспорт төрө” булараҡ ҡулланғанға һәм баҫыуҙарҙы эшкәрткәндә файҙаланғанға күрә, һыйыр итен ашамайҙар. Әммә Һиндостандағы кеүек һыйыр изге һаналмай. Ошоға тиклем Цейлон Һиндостандың бер өлөшө булғандыр тип уйлай торғайным. Ланктар был мәсьәләгә етди ҡарай, уйламай һөйләп, үпкәләтеп ҡуйыуың да бар. Шри-Ланка һәр ваҡыт айырым дәүләт булған икән. Великобританияның колонияһы булып торған ваҡытта ла Һиндостан менән оҡшашлыҡтарын һаҡлап ҡалғандар. Әммә Һиндостан менән мөнәсәбәттәре бөгөн бик һәйбәттән түгел. Граждандар һуғышы тамамланғас, 2009 йылда күп кенә Тамил Һеләүһендәре (Шри-Ланканан айырылырға теләгән сепаратистар) Һиндостандың көньяҡ өлөшөнә күсеп киткән. Ланктар хәҙер үҙҙәренең илен терроризмды юҡҡа сығарған беренсе держава тип ғорурлана.
P. S. Бөгөн беренсе тапҡыр буддистар ғибәҙәтханаһында булдым. Күл буйында урынлашҡан, бик матур һәм тыныс урын. Бөтә дини йорттар кеүек үк бай йыһазлы. Буддистар шул тиклем реинкарнацияға ышана.

ЕТЕНСЕ КӨН. Аҙыҡ осһоҙ, ҡағыҙ ҡиммәт
Кистән пляжға барырға һөйләшеп ятҡайныҡ, сәғәт һигеҙҙә бөтәһе лә аяҡ өҫтө ине инде.
Үҙеңде сит ил кешеһе итеп тойоу ҡыҙыҡ, һин һәр ваҡыт иғтибар үҙә гендә. Хатта һыу ингәндә лә яныңа урындағы халыҡ йөҙөп килә, һаулыҡ һораша. Оялсаныраҡтары ситтән генә беҙҙең һөйләшкәнде тыңлай. Шри-Ланкала аҙыҡ осһоҙ, әммә бәҙрәф ҡағыҙы бик ҡиммәт. Хәҙер тәғәмханаларҙа ниңә салфетка урынына гәзит ҡулланыуҙарын аңланым, моғайын, уныһы ла ҡиммәт торалыр.
Пляжда саҡта ҡытай телен өйрәнеп маташтым. Шул тиклем буталсыҡ, әллә күпме таяҡсалар һәм һыҙыҡтар, көсөргәнештән шунда уҡ күҙҙәр ауырта башлай. Шуға бөтә ҡытайҙар ҙа күҙлек кейә торғандыр. Улар ике исем йөрөтә икән. Ҡытайса әйтеүе ҡыйын булғанлыҡтан, сит ил кешеләре өсөн американса исем ҡушалар. Дуҫым Гаоның американса исеме – Стивен. Үҙ исемен әйтеүе лә, иҫтә ҡалдырыуы ла еңел булғанлыҡтан, ул икенсе исемен ҡулланмай тиерлек. Ҡытайҙа Фейсбук һәм Ватсаптың тыйылған булыуы ғәжәпләндерҙе. Ватсап урынына улар Вичат ҡуллана.
ҺИГЕҘЕНСЕ КӨН. Йырҙар бында күңелһеҙ
Кеше үҙ биләмәһендә нимә үҫә, кәрәк-яраҡҡа, ғәҙәттә, шуны ҡуллана. Беҙҙә көнбағыш үҫә, унан көнбағыш майы һығалар. Ә бында кокос ағасы үҫә, ланктар кокостан май әҙерләй! Кокос тәмләткес булараҡ бөтөн нәмәгә ҡушыла, тип әйткәйнем инде. Унан тыш олонон һәм япраҡтарын төҙөлөштә файҙаланалар, туристар өсөн төрлө һындар яһайҙар, утын итеп яғалар, дарыу эшләйҙәр.
Бында, әлбиттә, Һинд киноһындағы кеүек бәхетле генә ғүмер кисермәйҙәр. Музыка йыш яңғыраһа ла, улар күберәген күңелһеҙ йырҙар. Тереклек итер өсөн төрлөсә тырышырға, юлдарын табырға тура килә.
Немецтар “Рамштайн” һәм “Скутер” төркөмдәрен бөтөнләй яратмай, Германиянан булғандары өсөн оялалар хатта. Һүҙҙәренең бер мәғәнәһе юҡ, йыр тотошлайы менән бер-бер артлы ҡабатланған ике генә юлдан торорға мөмкин тип һанай улар.
Урындағы карам тигән уйынға өйрәндем. Бильярдҡа оҡшаған, тик фишкаларҙы хоулға ҡыуып индерер өсөн кия урынына бармаҡтар ҡулланыла. Ҡайтҡанға тиклем һәйбәт уйнарға өйрәнермен тигән өмөт бар.
Кисен парк буйлап велосипедта йөрөнөк. Прокатҡа алһаң, сәғәте ни бары 50 һум ғына тора. Йәнә 50 һумыңды залог итеп ҡалдыраһың. Ә Мәскәүҙә бер сәғәт йөрөү 300-ҙән дә кәм түгел.
P. S. Әлегә беҙ – ике немка, өс Ҡытай егете, иртәгә Бразилиянан бер ҡыҙ килә һәм ике рус ҡыҙын көтәбеҙ.
ТУҒЫҘЫНСЫ КӨН. Бөгөн, ниһайәт, беҙҙең проект эш башланы!
Шри-Ланканың Айсек комитетынан күп кенә вәкилдәр килде, улар менән таныштыҡ. Программа тураһында һөйләнеләр, проекттың теҙмәһен бирҙеләр. Иртәнән һуң беренсе сессия. Лидерлыҡ сифаттарын үҫтереүгә йүнәлтелгән уйындар, студенттар һәм сығарылыш уҡыусыларын илһамландырырлыҡ презентациялар әҙерләнек.
Кисен ут булманы һәм беҙ урам уртаһында усаҡ яғып, ҡаҙанда тиҙ әҙерләнә торған ҡытай туҡмасы бешерҙек. Телде йоторлоҡ тәмле килеп сыҡты. Усаҡ яғыу өсөн әлеге лә баяғы кокос тиресәһен файҙаландыҡ. Майҙы һәм йылылыҡты күп бүлеп сығарғанға күрә, яҡшы яна.
Немецтар үҙҙәренең тарихынан ояла, тип әйткәйнем инде. Уларҙың илендә тәнеңә свастика һыҙған өсөн оҙаҡ ваҡытҡа төрмәгә эләгергә лә мөмкин. Пляждан ҡайтып барғанда бер өйҙөң ҡоймаһына свастика эшләнгәйне. Эйе-эйе, ҡып-ҡыҙыл эре кәкре тәреләр! Немкалар быны күргәс, саҡ иҫтән йығылманы.


УНЫНСЫ КӨН. Яңы йыл менән, Ҡытай!
Кисәнән бирле ҡытайҙар милли байрамдары тураһында һөйләй. Бөгөн уларҙа Ҡытай календары буйынса Яңы йыл икән. Көнө буйы әҙерләнеп, дәртләнеп-илһамланып йөрөнөләр. Иртәгә барыһы ла яңы кейемдәрен кейәсәк – йолаһы шундай.
Кисен ресторанға барҙыҡ. Бөтә кафелар ҡытайҙар менән тулы, ярай әле Сиа алдан уҡ өҫтәл алып ҡуйған, урын менән ҡыйынлыҡтар булманы. Милли аҙыҡтар менән һыйландыҡ, бер-беребеҙҙе Яңы йыл менән ҡотланыҡ. Көнө буйы тигәндәй беренсе мәктәп сессияһына әҙерләндек. Алдағы көндәрҙә Коломбонан башлап, Шри-Ланканың бөтә туғыҙ провинцияһы мәктәптәрен дә урап сығасаҡбыҙ. Иҫтәлекле урындары күп булған ерҙәрҙә, дүрт мең йыл элек төҙөлгән боронғо ҡалалар ҙа бер нисә көнгә туҡталасаҡбыҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында шул тиклем күп нәмә күреп, белеп өлгөрөргә кәрәк!

Иҙел Бохарбаев.

Дауамы бар:
Читайте нас: