Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Cәйәхәтнамә
3 Октябрь 2019, 18:48

Башҡорт егетенең Шри-Ланкалағы хәт-тәр мажаралары

Кисен ҡурайҙа уйнап, барыһын да яныма йыйҙым. Ҡытайҙар видеоға төшөрөп, Вичатҡа һалды. Яңғырашы беҙҙең уйын ҡоралына оҡшаған, тине улар. Ҡурайҙы флейта тип атап аптыраттылар, һәр ваҡыт арттарынан төҙәтергә тура килә. #Шоңҡаржурналы #Сәйәхәтнамә

УН БЕРЕНСЕ КӨН. Беренсе мәктәп сессияһы
Сәғәт алтыла уяндым. Тенука менән урамдағы душта ҡойондоҡ. Хәҙер мин көн дә шулай итәм. Һыуыҡ һыу, саф һауа күңелде күтәреп ебәрә, алған энергия әллә күпмегә етә
Беҙ барған беренсе мәктәп заманса, Япония хөкүмәте яҡлауындағы дәүләт мәктәбе ине. Элеккеһен 2002 йылдың 26 декабрендәге көслө цунами тулыһынса юҡҡа сығарған. Минең баддиҙың өйө лә ҡаза күргән. Әйберҙәрен ағып китеүҙән ултыртылған пальмалар ғына һаҡлап алып ҡалған. Ошо бәләнән һуң Япония ярҙам йөҙөнән яңы мәктәп һалып биргән. Яңылыҡтарҙан ул ваҡиғаларҙы ҡарап ултырғаным хәтерҙә, ул ваҡытта ошо ерҙәргә аяҡ баҫырмын тип кем уйлаған инде...
Бөтә уҡыусылар ҙа ап-аҡтан кейенгән, бәләкәй кластар – шортыларҙа, өлкәндәр салбар кейгән.
Тантаналар залында өлкән кластар, 16–17 йәшлек 130 бала йыйылғайны. Мин улай күп булырҙар тип көтмәгәйнем. Һәр кемебеҙ үҙ иле тураһында һөйләп, үҙе менән таныштырып үттек. Унан уҡыусыларҙы төркөмдәргә бүлеп, тимбилдинг, тайммененджмент буйынса тренингтар үткәрҙек. Шул тиклем дә тыныс, тыңлаусан, әҙәпле балаларҙы күргәнем юҡ ине әле. Һине иғтибар менән тыңлап ултыралар, бик тыйнаҡтар. Был минең өсөн ҙур тәжрибә булды, бик оҡшаны. Сессия тамамланғас, мин уҡып сыҡҡан 2-се Аҡъяр урта мәктәбенә лә Германия, Ҡытай, Бразилиянан вәкилдәр килһә, ҡайһылай шәп булыр ине, тип уйлап ҡуйҙым. Яныма иллеләгән кеше килде, рәхмәт әйтеп ҡулымды ҡыҫты, фотоға төштөк, автографтар бирҙем.
УН ИКЕНСЕ КӨН. "Welcome Party"
Таң менән автобусҡа тейәлешеп сығып киттек. Бер сәғәт тирәһе барғас, юлыбыҙҙы йәйәү дауам иттек. Бер аҙҙан Тенуканың өйөнә килеп сыҡтыҡ! Урамда лотос сәскәләре, медальондар тотҡан бер төркөм йәштәр ҡаршы алды. Улар: “Сюрприз!” – тип ҡысҡырып, беҙҙең өҫкә тропик сәскәләрҙең таждарын яуҙырҙы. Иҫ киткес шәп күренеш булды был, хәс тә америка фильмдарындағы кеүек.
Кисә кис Бразилиянан һуңғы интерн килгән икән, хәҙер теүәлләндек, шуға күрә “Welcome Party” үткәрергә булғандар. Милли уйындар уйнаныҡ, бейенек, күп һөйләштек, беҙҙең өсөн әле генә әҙерләнгән кокос һуты эстек, моторлы кәмәлә йөрөнөк, милли аҙыҡтар менән һыйландыҡ. Беҙгә ҡарата был тиклем дә йылы мөнәсәбәтте бөтөнләй көтмәгәйнем. Тенуканың ата-әсәһе – алтын кешеләр. Ғөмүмән, шәп ғаилә! Әле лә бөтөн нәмәне әҙерләп, көнө буйы беҙ ҙең менән булдылар. Ата һы һаман мине үҙенә саҡыра, төрлө хәлдәр һөйләп, емештәр менән һыйланы.
Ҡояш байығанын күҙәттек. Шул тиклем дә тыныс, һиллек, әкрен генә пальмалар артына ҡояш тәгәрәй, йылы… Онотолмаҫлыҡ миҙгелдәр. Тенуканың атаһы киске ашты бергә ашарға тәҡдим иткәс, ҡыуанып риза булдыҡ, һис тә ҡайтҡы килмәй ине. Аҙаҡ беҙҙе йөк машинаһында өйгә тиклем килтереп ҡуйҙылар.
P. S. Ҡытайҙан килгән интерндар мине көнсығыш провинцияһындағы ҡытай кешеләренә оҡшатты, улар төҫ-ҡиәфәте менән айырылып тора икән. Фотоларҙы ҡарағайным… ысынлап та оҡшашҡанбыҙ! Бәлки, ҡытайҙар башҡорттарҙан сыҡҡандыр?☺
УН ӨСӨНСӨ КӨН. "Һеҙҙән көнләшәм"
Иртәгә таңғы биштә тороп Канди ҡалаһына китәбеҙ. Ул утрауҙың ҡап уртаһында урынлашҡан. Унда өс көн буласаҡбыҙ.
Бында тимер юл үҫешкән. Биш минут һайын тегеләйбылай йә пассажир, йә тауар ташыған поездар үтеп кенә тора. Һәм һәр ваҡыт кеше күп. Әле лә ултырырға урындар булыр тип ышанғы килә, ни тиһәң дә дүрт сәғәт барырға. Был районда беҙҙең эраға тиклем 200 йыл элек төҙөлгән ҡоролмалар ҙа бар. Бик матур урындар, уларҙы мотлаҡ күрергә кәрәк, тип әйтәләр. Бөтөн нәмә ташҡа соҡоп эшләнгән, ә бер замок ҡаяның үҙендә урынлашҡан.
Бөгөн пляжға барҙыҡ. Бразилиянан килгән ҡыҙ океанды тәүләп күрһә лә, тамсы ла иҫе китмәне. Уларҙың үҙ океаны, ҡомо, яры, пальма һәм емештәре бар – бер нәмә лә яңылыҡ түгел. Әммә беҙҙең һәр нәмәгә аптырап та, ғәжәпләнеп тә ҡарағанды күреп: “Һеҙҙән көнләшәм”, – тип ҡуйҙы.
Ел көслө булғанлыҡтан, океан өҫтө тыныс түгел. Бейеккә күтәрелгән тулҡындарға ҡаршы тороп булмай. Тәүҙә, нимәһе бар инде, тип уйлаған булғайным да ул, нисек кенә ныҡ баҫып торорға тырышһаң да, тулҡындар һине урыныңдан һә тигәнсе күтәреп ала.
УН ДҮРТЕНСЕ КӨН. Һаумы, Канди!
Биштә тороп, тимер юл вокзалына юлландыҡ. Өсөнсө класлы вагонға саҡ билет ала алдыҡ, юл буйы баҫып барырға тура килде. Иҫ киткес матур урындарҙы үттек. Ниңәлер Цейлон һөҙәк утрау тип уйлағайным, алдыбыҙҙа пальма, банан менән ҡапланған тауҙар асылды. Поезд ҡаялар уртаһынан уҙған тар уйым аша барғанда хатта йөрәк әллә нимә эшләп китә.
Кандиға килеп еткәс, юлыбыҙҙы автобуста дауам иттек. Юл шул тиклем дә борма-борма, 100 метр ҙа тура ер юҡ! Водителдәр бындай боролоштарға ла, трассаның тарлығына ла өйрәнеп бөткән, ҡаялар араһына тиҙлеген дә кәметеп тормай барып инә.
Төшкө аш мәлендә өҫтән тауыштар ишетелгәнгә ҡараһам, маймылдар сымдар буйлап шыуышып йөрөй, бер-береһе менән талашып китә. Күҙеңә тура ҡарап, ауыҙ-морондарын ҡыйшайтып, һине үсекләйҙәр. Туристарҙы йөрөткән филдәр йәл, асфальтҡа һөйрәлеп барған аяҡтарындағы сылбыр тауышын ишетеүе ҡыйын. Бахырҙар.
Биш төрлө транспорт алыштырғандан һуң, ниһайәт, барып еттек.
P. S. “Рәсәй тураһында нимә беләһең?” – тип һораһаң, беренсе сиратта һыуыҡ һәм йылыныр өсөн – араҡы, тип яуап бирәләр. Улар, рәсәйҙәр өсөн һыра спиртлы эсемлек тип һаналмай, уны һыу урынына эсәләр, тип уйлай (бәлки дөрөҫлөк тә барҙыр был яуапта). Гагарин, Менделеев, Толстой тураһында һөйләй башлаһаң, әңгәмә юғары кимәлгә күсә.
УН БИШЕНСЕ КӨН. Төҙөүселәр менән ғалимдарҙың тапҡырлығы һоҡландырҙы
Яңы урында, яңы ҡалала йоҡланыҡ. Йыуыныу бүлмәһендә иҫ киткес ҙур тараҡан күрҙем. Беҙ күреп өйрәнгән тараҡандарҙан 10 тапҡырға ҙурыраҡ! Үҙе етеҙ, етмәһә.
Төнө буйы әтәстәр ҡысҡырып сыҡты. Ауылда, өләсәй менән олатайҙың өйөндә йоҡлап ятам кеүек тойолоп китте.
Цейлондың әлеге президенты беҙ килгән мәктәптә уҡыған икән. Уның биләмәһе ил буйынса иң ҙуры. Ысынлап та, ҡапҡанан беренсе корпусҡа барып етер өсөн бер нисә минут атланыҡ.
Балалар тыңлап ултыра, ихтирамлы, бер-береңдең телен яҡшылап белмәһәң дә, уйындарҙың тәртибен аңлатыуы еңел. Беҙгә 19 йәш, тиҙәр, ҡарап тороуға 14 кенә йәш бирергә мөмкин. Бәлки, өлкәнәйеү һуңыраҡ етәлер?
Утрау үҙәгендәге климат яр буйындағынан айырыла. Бында һыуығыраҡ һәм дымлыраҡ. Иртә таңдан ун минутлап ямғыр яуа ла ҡапыл туҡтай, бер аҙҙан яңынан биҙрәнән ҡойған кеүек яуа башлай. Юл буйлап һалынған тәрән канауҙар һыу менән тулған һәм үҙәк уртаһынан йылға ағып ятҡан кеүек тойола.
Кисен 1000 йыл элгәре төҙөлгән боронғо ҡоролмаларҙы, боронғо һыу үткәргес һәм король ҡойонған душты ҡараныҡ. Төҙөүселәр менән ғалимдарҙың тапҡырлығы һоҡландырҙы. Хәҙерге юғары технологиялар заманында ла бындай ҡоролмаларҙы төҙөүе ҡыйын. Тап ошо урында ҙур китапхана торған, ланктар ҙың белемле булып китеүенән ҡурҡып, Һиндостан баҫҡынсылары уны тулыһынса юҡҡа сығарған.
Иҫтәлекле урындарҙы ҡарағандан һуң йыр буйынса ярыш булды. Бөтәһе лә рус һәм немец телдәре ҡурҡыныс янаған кеүек яңғыраны тигән фекергә килде. Беҙ “вместе весело шагать”ты йырлаған булғайныҡ, ә немецтар мөхәббәт тураһында йыр башҡарған…
УН АЛТЫНСЫ КӨН. Lions Rock – иҫ киткес бейек текә ҡая!
Хостелдә ябынып ятырға одеял булманы. Ә вентиляторҙы һүндерһәң, эҫегә түҙеп булмай. Эшләп торһа, һыуыҡ.
Lions Rock тигән иҫ киткес бейек текә ҡаяға барҙыҡ. Ҡаяның итәге боронғо батшаларға ҡәлғәнең нигеҙе булып хеҙмәт иткән. Үҙҙәре иң осонда йәшәгән! Әйтәйек, банан ашағың килһә, тар ғына, тайғаҡ баҫҡыстар буйлап әллә нисәмә йөҙ метр төшөргә һәм аҙаҡ кире күтәрелергә кәрәк булған.
Иҫ киткес матур урын! Туристар туп-тулы. Күберәген ҡытайҙар. Ҡытай ҡатындарының яһалма аҡлығына иғтибар иттем. Уларҙа ҡара төҫ йәмһеҙ һанала икән, хатта ярлы ҡатламға ҡараған кешеләр өсөн дә. Шуға күрә ағарта торған махсус кремдар һөртөп, ҡояшҡа янмаҫ өсөн оҙон еңле кейемдәр кейеп йөрөйҙәр. Ҡыҙыҡ. Тропик курорттарға киләләр ҙә пляжда зонт аҫтында ултыралар, һыуға ла инмәйҙәр. Беҙҙең интерндарҙың береһе был талаптарҙы тотто, ә Сиа түҙмәне, һыу ҙа инде, гел генә ҡулсатыр ҙа тотоп йөрөмәне…
Ҡаяның башына һыу үткәргес һуҙылған, бер нисә бассейн бар, баҡсаға һыу һибер өсөн резервуарҙар эшләнгән – барыһы ла юғары технология буйынса. Һәр хәлдә, ҡасандыр шулай булған. Стеналарында Шүлгән-таштағы ише һүрәттәр бар. Тик мамонт һәм буйволдар урынына ҡатын-ҡыҙ төшөрөлгән. Шүлгән ваҡытында кешеләрҙе мамонттар, уларҙы нисек аулау ҡыҙыҡһындырған, ә был мәлдә инде бүтән төрлө ҡалыптар булған, күрәһең.
Бейектән джунглиҙың матурлығы асыла, шулай уҡ ҡайһы яҡтан ямғыр килгәне, ҡасаныраҡ башланыры күренеп тора. Бында күтәрелеүе генә ҡиммәткә төшә – 2500 һум тирәһе, урындағы халыҡтан иллеләгән тапҡыр күберәк.
Тау итәгендәге маймылдар бөтөнләй ҡурҡмай, яҡын уҡ киләләр. Берәүһе һикереп, ҡулымдағы бананымды тартып алып китте, ярай әле телефоныма теймәне.
Ҡайтҡанда өсмө, дүртме автобусҡа күсеп ултырырға тура килде. Береһендә дүрт сәғәт барҙыҡ. Водитель аҡыртып һинд музыкаһы ҡуйҙы ла елде генә. Ҡолаҡтар тоноп бөттө. Кемдер музыка тауышын кәметеүен һорағайны, тағы ла нығыраҡ асып ҡуйҙы. Үҙенең хужа икәнен күрһәтергә теләне, ахырыһы.
УН ЕТЕНСЕ КӨН. Ҡурай – флейта түгел!
Бөгөн ял. Әле йәшәп ятҡан өйөбөҙгә өйрәнеп тә киткәнбеҙ икән, ҡыуанышып ҡайтып еттек. Йәшәү шарттарыбыҙ зарланырлыҡ түгел, хатта эҫе һыу бар. Тик, көн ныҡ ҡыҙыу булғанлыҡтан, барыһы ла һыуыҡ һыу менән ҡойоноуға өҫтөнлөк бирә.
Бразилияла поездар юҡ икәнлеген белеп аптыраным. Сәйер. Ил бәләкәй ҙә түгел бит әле. Шунлыҡтан юлдарҙа тығындар күп.
Кисен ҡурайҙа уйнап, барыһын да яныма йыйҙым. Ҡытайҙар видеоға төшөрөп, Вичатҡа һалды. Яңғырашы беҙҙең уйын ҡоралына оҡшаған, тине улар. Ҡурайҙы флейта тип атап аптыраттылар, һәр ваҡыт арттарынан төҙәтергә тура килә.
УН ҺИГЕҘЕНСЕ КӨН. Будданың тешенә ҡарата ҡәҙер-хөрмәт аптыратты
Бөгөн йоҡлап булманы. Ләпәктәр тынғы бирмәне, ә сәғәт дүрттә торорға кәрәк ине. Был юлы ултырып бара алдыҡ, хатта серем итергә лә мөмкинлек булды. Юҡһа, теге ваҡыт баҫҡан килеш йоҡлап барғайныҡ.
Кандиҙа бөтөн нәмә лә баш ҡалалағыға ҡарағанда осһоҙораҡ. Мәктәп тә бында ярлыраҡ, шарттары насарыраҡ. Ябай мәктәп менән премиум клас лы мәктәптәр ара һындағы айырманы күрҙем. Элек миңә барыһы ла тигеҙ һәм бөтәһендә лә бер төрлө белем бирәләр кеүек тойола ине. Үҙемдең заманса һәм яҡшы мәктәптә уҡығанлығымды аңланым. Быға мин бик рәхмәтле.
Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Улар беҙ килгәнгә ысынлап та шат ине, әйләнгән һайын, берәй нәмә кәрәкмәйме, тип һорап ҡына тора.
Дәрес биреп бөткәндән һуң уҡыусылар устары менән парта һәм шкафтарға ҡағып көй сығарып, йырлап ишеттерҙе. Хәтәр шәп килеп сыҡты!
Аҙаҡ буддистарҙың ғибәҙәтханаһына киттек. Нәҡ ошонда Будданың теше һаҡлана. Уны байрам ваҡыттарында ғына сығарып ҡуялар, шуға ла әле күреп булманы. Был тешкә ҡарата ҡәҙер-хөрмәт аптыратты. Уны алып килер өсөн оҙон, бөгөлөп торған томшоҡло махсус филдәрҙе һайлайҙар, бөтә илдәрҙән монахтар йыйыла. Был – улар өсөн ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү, ә минең өсөн сәйер бер күренеш.
Үҙебеҙҙең автобусҡа өлгөрмәнек. Быныһында бар көсөнә музыка аҡырмағас, шул тиклем рәхәт булды. Кондиционеры ла бар! Ә, бәлки, Будданың теше ярҙам иткәндер?!
УН ТУҒЫҘЫНСЫ КӨН. Онкогоспиталдә
Киләһе сара – онкогоспиталгә балалар эргәһенә барабыҙ. Был турала белгәс, бер аҙ ҡурҡытып торҙо, аңлайышһыҙ тойғолар кисерҙем. Мәскәүҙә үк эстән генә был сараға әҙерләнә башлағайным инде. Ундай ерҙәрҙә булғаным юҡ ине, шуға күрә үҙемде нисек тотормон, нимә һөйләрмен, тип борсолдом. Әммә балаларҙы күргәс тә тынысландым. Аҡыллы, тыныс, ғәҙәти балалар. Шулай ҙа улар өлкәндәрсә фекер йөрөтөүе, ҡараштарының аңлы булыуы, һәр минутын ҡәҙерләй белеүҙәре менән айырылып тора.
Беҙҙең маҡсат – уларға әҙ генә булһа ла шатлыҡ өләшеү һәм йылмайтыу. Килеп сыҡты шикелле! Уйындар уҙғарҙыҡ, фокустар күрһәттек. Ҡурайҙа уйнап, тарихын һөйләп ишеттерҙем. Барыһы ла ошо ябай ғына уйын ҡоралынан шул тиклем моң сығарып булыуына аптырай.
Был проекттағы иң яуаплы һәм мөһим сессия булды минең өсөн. Күңелдә ниндәйҙер файҙалы, кәрәкле эш башҡарған, ауырыуҙар тормошона әҙ генә булһа ла яҡтылыҡ өҫтәгән, үҙ-үҙҙәренә ышаныс уятҡан тойғо ҡалды. Бындағы эҫе һауаға, һыуыҡ һыуға, тоҙлоборосло аштарға күнектем инде, ә барыбер үҙебеҙҙең тауыҡ һурпаһы, ҡара бойҙай, борщ, манты, билмәндәр һағындыра!
ЕГЕРМЕНСЕ КӨН. Галле
Бөгөн күбеһе Мальдив утрауҙарына китте. Беҙ өсәү генә ҡалдыҡ һәм быға тамсы ла үкенмәнек. Утрауҙың көньяғына, океан яры буйлап поезд менән Галле ҡалаһына юлландыҡ.
Вагондың асыҡ ишеге аша тышҡа ҡарауы ҡурҡыныс: өйҙәр тимер юлға терәлеп тигәндәй һалынған, хатта бер метр аралыҡ та юҡ. Быны цунами менән бәйләп аңлаттылар: кешеләр яңы өйҙәрен мөмкин тиклем ярҙан алыҫыраҡ һалырға тырышҡан. Әммә хәҙерге яңы закон буйынса өйҙәрҙе тимер юлға 15 футтан да яҡын төҙөргә ярамай. Тимер юл да диңгеҙҙән 100 метрҙан алыҫыраҡ бу лыр ға тейеш. Әлегә ике закон да үтәлеп килә икән.
Һәйбәт кенә бер отелдә туҡталдыҡ. Ҡала Коломбонан күпкә тынысыраҡ һәм таҙараҡ. Тирә-яҡтан автомобилдәр тауышы ла ҡолаҡты тондормай. Йорт тарҙы европа архитекторҙары төҙөгән. Икенсе илгә килеп эләккәндәй тойҙом үҙемде.
ЕГЕРМЕ БЕРЕНСЕ КӨН. 250 йәшлек гөбөргәйел
Күптән һәйбәт карауатта, йомшаҡ түшәктә рәхәтләнеп йоҡлағаным юҡ ине.
Хиккадува пляжында тулҡындар серфинг менән шөғөлләнергә ҡулай. Иртән беҙ уларҙы оҙаҡ итеп күҙәтеп ултырҙыҡ. Бында бөжәктәр күп. Ашап ултырғанда алдыма ҙуур бер кеҫәртке килеп сыҡты. Минең ҡотом алынды, ә бындағы кешеләрҙең иҫе лә китмәне.
Кисен гөбөргәйелдәрҙе ҡарарға килдек. Иҫ киткес ҙурҙар ине! Әйтеүҙәренсә, уларға 250 йәш. Кешеләр яр буйына килеп ашарға һала, шуға күрә кис етһә, гөбөргәйелдәр бында йыйыла.
Галле – туристар ҡалаһы. Бүтән ерҙәге кеүек, бында ла рустар бик күп. Шуға күрә ресто ран дар ҙа менюлар ҙы рус телен дә лә яҙалар. Һәр курорт ҡалалағы кеүек, хаҡтар ныҡ тешләшә. Иртән бер роттиҙы (йомортҡа менән пирожки) 400 рупийға ашаным!
ЕГЕРМЕ ИКЕНСЕ КӨН. Рустарҙы яраталар бында
Бөгөн Унаватуна пляжына күстек. Шри-Ланкала туристар миҙгеле башланды, шуға күрә йоҡлау урындары икеләтә ҡиммәтәйҙе.
Бер магазинда 150 рупийға ананас алғайныҡ, аҙаҡ пляжда шул уҡ ананастарҙы 600 рупийға һатып торғандарын күрҙек. Был магазинда, миҙгеленә ҡарамай, һәр ваҡыт емеш була. Ҡайҙан алып килгәндәрен береһе лә белмәй. Һатыусы русса һөйләшергә дүрт ай эсендә өйрәнгән. Сөнки һәр икенсе һатып алыусы Рәсәй кешеһе һәм уларҙың 90 проценты инглизсә бер һүҙ ҙә белмәй. Аҡсаларын йәлләмәгән рустарҙы яраталар бында.
Кисен ҡайтҡас, Лука исемле егет ҡото осоп йүгереп килеп инде. Йыуыныу бүлмәһендә ике тараҡан күреп ҡалған икән. Ярай әле мин ятаҡта йәшәйем һәм ундай ғына нәмәләр мине ҡурҡытмай. Береһен үлтереүгә икенсеһенең бүлмә буйлап оса башлауы әҙерәк йүгертеп алды. Лука хәҙер ваннаға инмәй.
ЕГЕРМЕ ӨСӨНСӨ КӨН. Балыҡ тотҡандарын күрергә теләһәң...
Көн һайғау менән балыҡ тотҡан ланктар янына барыуҙан башланды. Бөтәһе лә улар тураһында һөйләй, фотоларын күргәнем бар. Әммә беҙҙе буш һайғауҙар ҡаршы алды. Бындай төр балыҡ тотоу күптән инде бизнесҡа әйләнгән икән. Күрергә теләһәң, аҡса түләргә кәрәк. Һәм уны камераға төшөрөргә исем өсөн генә күрһәтәләр, балыҡты ысынлап тотмайҙар, имеш. Күңел төшөп, пляж буйлап киттек. Бер балыҡсы коралдар араһында ябай ҡармаҡ сыбығы менән тора. Барыһы ла тәжрибә менән килә, сөнки моллюск һәм таштар араһында ырғағыңды эләктермәү өсөн оҫталыҡ кәрәк.
Мирисса пляжында ҡом аҡ һәм һыуы үтә күренмәле, зәңгәр. Туристар бында әҙерәк. Лука серфингта йөрөп ҡараны.
ЕГЕРМЕ ДҮРТЕНСЕ КӨН. "Һәр уҡыусы һәләтле һәм беҙ уларҙы асырға тейеш"
Бөгөн дүртенсе сессиябыҙ булып уҙҙы. Директор бөтә кабинеттарҙы күрһәтеп сыҡты. Уға ошо мәктәптең префектары (беҙҙәге староста кеүек, әммә уларҙың эштәре һәм айырым хоҡуҡтары күберәк) ярҙам итеп йөрөнө. Мәктәп директорынан, улар иң яҡшы уҡыусылармы, тип һорағас: “Беҙҙә яҡшы йә насар уҡыусылар юҡ, уларҙың һәр береһе һәләтле һәм беҙ уларҙы асырға тейеш”, – тип яуапланы.
Сессия тышта үтте. Был мәктәптә тик малайҙар уҡый, шуғалырмы ҡыҙҙарға дәрес үткәреүе ауырыраҡҡа тура килгән. Ә мин уҡыусыларым менән рәхәтләнеп аралаштым. Дәрес аҙағында йырлап та ишет тер ҙеләр. Цейлонда, ғөмүмән, балалар музыка ярата. Һәм улар һәр нәмәнән барабан тауышы сығарырға әүәҫ. Бөгөн мотоцикл каскаһы барабан хеҙмәтен үтәне. Мин үҙем йыр менән бик дуҫ түгел. Шулай ҙа “Бремен музыканттары”н йырлап ишеттерҙем.
Сессиянан һуң Коломбоға ҡайтып киттек. Шунда уҡ был ҡаланың тығыҙлығы һиҙелде. Кешеләр, машиналар, тук-туктар һәм башҡа төр транспорт ҡайнап тора. Тауыш, еҫ… Иртәгә иртә менән утрауҙың төньяғында урынлашҡан Джаффнаға өс көнлөк сессияға китәбеҙ. 10 сәғәт тирәһе юлда барасаҡбыҙ.
ЕГЕРМЕ БИШЕНСЕ КӨН. Тамилдар ерендә
Автобусҡа өлгөрөр өсөн таңғы дүрттә торорға тура килде. Джаффнаға тиклемге ара 400 километрҙан әҙ генә алыҫыраҡтыр, әммә юлдың ҡаялар араһынан борма-борма булыуы арҡаһында ун сәғәтләп барырға тура килә. Эҫе буласаҡ, тип алдан иҫкәрткәйнеләр инде, ысынлап та бында һауа ҡоро, температура ла 3–4 градусҡа юғарыраҡ.
Илдең нәҡ ошо районында Тамил Һеләүһендәре менән Граждандар һуғышы башланған икән. Юл ыңғайында был ҡан ҡойғос ваҡиғалар иҫтәлегенә ҡуйылған монумент һәм һәйкәлдәрҙе ҡарап уҙҙыҡ. Уларҙың был һуғыштағы еңеүе беҙҙең Бөйөк Еңеү кеүек. Бында ҡурҡыныс булған: мәктәптәрҙе, ғибәҙәтхана, мәсеттәрҙе, балалар баҡсаларын шартлатҡандар. Хәҙер, Аллаға шөкөр, тыныс йәшәйҙәр.
Төп халыҡ – тамил халҡы, сингал телен белмәйҙәр, тиһәң дә була. Бөтә яҙыуҙар ҙа тамил телендә. Тамилдарҙың һаны ер йөҙөндә ни бары 90 миллион ғына икән! Шуларҙың 5 миллионы Шри-Ланкала йәшәй. Ҡалғандары Һиндостанда һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә. Ике халыҡ шул тиклем яҡын йәшәй, ә бер-береһенең телен белмәй.
Беҙ хәҙер туғыҙ ҡалдыҡ. Бер интерн ҡайтып китте. Кисә бөтәбеҙҙең бергә һуңғы йыйылыуыбыҙ булды.
ЕГЕРМЕ АЛТЫНСЫ КӨН. Ресторанда көтә торғас...
Бөгөн бишенсе сессиябыҙҙы үткәрҙек. Беҙҙең өсөн генә тип ҡыҙҙар һәм малайҙар айырым уҡыған ике мәктәпте бергә ҡуштылар. Улар юл аша урынлашҡайны. Ҡыҙҙар күпкә әүҙемерәк булып сыҡты, ҡатнашып ултырҙылар, телде лә беләләр.
Кисен кисә ашаған ресторанға киттек. Әммә гел бер төрлө генә булмай икән. Бында заказдарҙы яҙып алмайҙар, шуға күрә һәр ваҡыт яңылышалар һәм һиңә сәғәттәр буйы көтөп ултырырға тура килә. Көтә торғас, асығыуың да бөтә.
ЕГЕРМЕ ЕТЕНСЕ КӨН. Ярымкешеләр, ярыммаймылдар...
“Сәйәхәт итергә яратам” тигән кешеләрҙән “Ҡайҙарҙа булдың?” тип һораһаң, йыш ҡына: “Бер ҡайҙа ла булманым”, – тигән яуап ишетәһең. Минең менән дә шул хәл. Ике йыл элек бер ҡайҙа ла барғаным юҡ ине, әммә шул ваҡытта уҡ сәйәхәт итергә яратҡанымды белә инем. Ул ваҡытта хыялымда ғына илдәр гиҙҙем. Тотоп ҡына ҡайҙалыр сығып китергә ҡурҡыта, икеләндерә, иптәштәр юҡ, шулай йөрөй торғас, ваҡыт үтеп тә китә…
Ошолай йөрьәт итеп сығып китә алыуыма мине уратып алған мөхит, дуҫтарҙың роле ҙур. Мин таяныс, терәк булған, кәңәштәре менән ярҙам иткән дуҫтарыма рәхмәтлемен.
Бөгөн будда һәм индустарҙың ғибәҙәтханаһына экскурсия яһаныҡ. Индустарҙыҡы мең төрлө сәскәләр һәм хайуандарҙың, ярым кешеләрҙең, ярыммаймылдарҙың, ярымфилдәрҙең һындары менән биҙәлгән. Буддистарҙыҡы ябайыраҡ – сәскәләр ҙә, һүрәт һәм һындар ҙа аҙ. Уның ҡарауы, һәр төрлө ҡыңғырауҙар бик күп. Улар барыһы ла бер ваҡытта һуға башлай. Был мәлдә бер-береңде ишетермен тип уйлама ла.
Яҡшы ғына арзан бер ресторанда ашап алғас, ҡайтып киттек. Лука минең боросло нәмәләрҙе ашауыма ҡарап аптырай, сөнки үҙе һаман өйрәнә алмай, ҡайһы ваҡыт ас йөрөп тә ала. Алда йәнә Коломбоға тиклем ун сәғәтлек юл. Ултырғыстар араһы тар – оҙон кешеләргә ҡыйын да һуң бындай мәлдә! Урындағы халыҡ та шаулы, көслө тауышлы – йоҡлармын тип уйлама ла! Ярай, түҙербеҙ, Өфөнән Аҡъярға автобус ун бер сәғәт бара әле.
ЕГЕРМЕ ҺИГЕҘЕНСЕ КӨН. Һигеҙенсе март
Үкенескә ҡаршы, күп илдәрҙә был көн киң билдәле түгел шул. Бразилияла һәм Италияла иһә әсәләр көнө ҙур байрам һанала. Ҡытайҙа һигеҙенсе мартты бөтөнләй һанламайҙар. Беҙҙә был көндә ир-егеттәрҙең әсәләренә, һөйгән ҡыҙҙарына, ҡатындарына, ҡыҙҙарына бүләктәр, сәскәләр бүләк итеүенә, йорт тирәһендә ярҙам итеүенә бик аптыранылар. Мин дә бүлмәбеҙҙе тәртипкә килтереп ҡуйҙым.
Шулай ҙа, байрам тураһында тыңлағандан һуң, барыһы ла өйҙәренә шылтыратып әсәйҙәрен, апайһеңлеләрен, өләсәйҙәрен ҡотланы. Бөтәһе лә бер ваҡытта шылтыратҡанға күрә, бүлмәнең төрлө мөйөшөндә төрлө телдә ҡотлау һүҙҙәрен ишетеү һәм һәр береһенең йөҙөндә йылмайыу күреү ҡыҙыҡ булды. Ҡотлау һүҙҙәре алты – сингал, тамил, итальян, ҡытай, инглиз һәм башҡорт телдәрендә яңғыраған видеояҙма эшләнем. Ҡотлауын барыһы ла: “Һигеҙенсе март менән!” – тип тамамлап ҡуйҙы. Бик матур килеп сыҡты.
ЕГЕРМЕ ТУҒЫҘЫНСЫ КӨН. Балға манылған ҡоймаҡ – иң тәмле ашамлыҡ!
Кисә виза эшләтергә барҙыҡ. Беҙгә алдан уҡ, көн шуның менән үтәсәк, тип әйтеп ҡуйғайнылар, шулай килеп сыҡты ла. Ҡатмарлы һәм артта ҡалған система буйынса эшләйҙәр. Электрон табло берәү генә, шуға күрә номерҙарҙы ҡысҡырып, саҡырып йө рөүсе бар. Биш-алты кабинетты үтеү биш сәғәткә һуҙылды, шунан һуң ғына паспортҡа кәрәкле штампты һуҡтыра алдыҡ. Барыһының да уңышлы тамамланыуы хөрмәтенән киноға барҙыҡ.
Әле алтынсы сессияға әҙерләнәбеҙ. Иртәнән һуң – Глобал Вилладж. Был һуңғы сарала һәр кем үҙ иле менән таныштырасаҡ. Ниһайәт, бал тәмләтеп ҡарарға мөмкинлек тыуа! Рәсәйҙән килгән ҡыҙҙар, ҡоймаҡ ҡоябыҙ, тиҙәр. Ә балға манылған ҡоймаҡ – иң тәмле ашамлыҡ! Өйҙә, бал күп булғанда, нисектер ҡәҙерен белмәйһең. Ә алыҫта ул алтын кеүек, хатта төҫө менән дә оҡшаш. Тыуған илеңде һынландырған һәр нәмәне һаҡлап ҡына тотаһың. Хатта ҡәҙимге флагты. Бразилдәрҙең флагты таҫтамал урынына йә пляжда түшәк итеп ҡулланыуҙарын күреп аптыраным. Уларөсөн был ғәҙәти күренеш. Ә беҙҙең өсөн флаг – илебеҙҙең символы, бүтән маҡсаттарҙа ҡулланырға ҡул бармай.
ҺУҢҒЫ КӨНДӘР
Үткән яҙмамдан һуң дүрт көн үтеп киткән. Ошо арала күп нәмә булып өлгөрҙө – сессия, Глобал Вилладж, драфтинг. Һуңғы көндәр бигерәк тығыҙ. Барыһын да күрге, белге килә.
Һуңғы сессияны үҙем генә үткәрҙем. Быныһы, әлбиттә, күпкә ауырыраҡ. Биш төркөмдөң өсәүһе миңә йырлап ишеттерҙе, ә был яҡшы билдә, сөнки йырлайҙар икән, тимәк, уларға оҡшаны. Был мәктәптә ысынлап та беҙҙе күреүгә шат булдылар. Мәктәп утрауҙың уртаһында, барып етеүе ауыр ерҙә урынлаш ҡанға күрә, унда ҡунаҡтар һирәк килә икән. Әммә уҡытыу шарттары һәм белем биреү юғары кимәлдә. Күптәр аҙаҡ яныма килеп, уҡыу йорттары, мәктәптән һуңғы тормош тураһында һорашты.
Глобал Вилладж һабантуй йә йәрминкә кеүегерәк үтте. Һәр кем хәленән килгәнсә үҙенең милли аҙығын әҙерләне. Бал барыһына ла оҡшаны. Уларға файҙаһы һәм шифаһы тураһында һөйләнем. Барыһы ла ҡайтҡас бер генә һауыт булһа ла бал ебәреүемде үтенде...

Иҙел Бохарбаев.

Читайте нас: