Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Cәйәхәтнамә
20 Октябрь 2020, 15:10

Ожмах бына ҡайҙа ул!

Һуңынан төштәремдә лә күрҙем... #мурадымовскоеущелье#

Башҡортостанды икенсе Швецария, тиҙәр. Ысынлап та, Аллаһы Тәғәлә яралтҡанда башҡорт иленән бер нәмә лә йәлләмәгән. Урман-тауҙары, йылға-күлдәре, ялан-ҡырҙары, ҡаҙылма байлыҡтары... Ошо муллыҡты, тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап алып ҡалып, киләһе быуындарға тапшырыу беҙҙең төп бурысыбыҙ. Был йәһәттән төрлө ҡарсаулыҡтар, тәбиғәт парктары булдырылыуы яҡшы ғәмәл. Бөгөн, республикабыҙҙың иң хозур төбәктәренең береһе, Мораҙым тарлауығы тәбиғәт паркы менән таныштырасаҡбыҙ.
Күгәрсен һәм Йылайыр райондарында урынлашҡан парк 1998 йылда ойошторола. Дөйөм майҙаны 23586 гектар тәшкил итә. Биләмәләре һәм акваторияһы фәнни, тарихи-мәҙәни, экологик һәм эстетик ҡиммәттәре булған тәбиғәт комплекстарын үҙ эсенә алыуы менән үҙенсәлекле.
Паркта 500 юғары төр үҫемлек теркәлгән. Уларҙың 475-е Башҡортостандың “Ҡыҙыл китаб”ына индерелгән, биләмәлә 30 ашыу һирәк осрай торған кейек-януар йәшәй. Ошо уникаль тәбиғәтте, ерҙең күркәм бер өлөшөн һаҡлап ҡалыу өсөн тәбиғәт паркында ике бүлек эшләй: тәбиғәтте һаҡлау һәм экология мәғәриф бүлеге.
“Нисек бар шулай һаҡлап ҡалыу беҙҙең төп бурысыбыҙ. Тәбиғәт аша әҙәм балаһы асылына ҡайта ала, күңел торошон көйләргә өйрәнә. Бынан ҡайтҡас, ошоларҙы ул үҙендә тоя ала икән, тимәк, беҙ маҡсатыбыҙға ирешкәнбеҙ...”, - ти парк хеҙмәткәрҙәре.
Мезолит дәүеренән бирле...
Мораҙым тарлауығы, иң тәү сиратта мәмерйәләре менән билдәле. Унда тәү тормош кешеләрен үҙенә һыйындырған, төрлө ҡаҙылма байлыҡтары булған, һәр береһе үҙенсәлекле тарихи ваҡиғаларға бай 46 мәмерйә иҫәпләнә. Шулар араһында, Иҫке Мораҙым, Яңы Мораҙым, Күгәрсен гроты тип аталғандары ғалимдар, туристар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Иҫке Мораҙымды икенсе төрлө Ыҫланған мәмерйә тип тә атайҙар. Ул Оло Эйек йылғаһы буйында урынлашҡан. Ғалимдар раҫлауынса, бында, беҙҙең эраға тиклем 8 – 10 мең йылдар самаһы элек кешеләр йәшәгән. Ут яҡҡанлыҡтан стеналарында һәм түбәләрендә ыҫ һаҡланып ҡалған, имеш. Был фекерҙәрҙе 11 антропомоф һүрәттәр ҙә дәлилләй. Борон башҡорттар уны изге урын тип һанауҙары ла билдәле.
Яңы Мораҙым – иң оҙоно һанала. Ул сталагмит ,сталактит аҫылмаларына, кальцит аҡмаларына бай. Ингән урында уҡ үҙенсәлекле төҙөлөшө менән үҙенә тартып тора. Бигерәк тә, халыҡ телендә электән һаҡланып килгән “Концерт залы”, “Геолог хыялы” тигән атамалы залдары менән ылыҡтыра.
Өсөнсө танылған мәмерйә – Күгәрсен гроты. Ул боронғо кешеләрҙең туҡталыш урыны булған, тигән фекер йәшәй. Ғалим О.Н. Бадер оҙаҡ йылдар тикшеренеү эштәре алып барғанда төрлө йәнлек һөйәктәренә, эш ҡоралдарына юлыға. Уларҙы мезолит дәрүеренән һаҡланған, тип фаразлай.
Һуңынан төштәремдә лә күрҙем
Мораҙым тарлауығы тәбиғәт паркына республика халҡынан тыш, күрше өлкәләрҙән дә теләп киләләр. Шулай уҡ, Германия, Италия, АҠШ, Франция, Польша кеүек илдәрҙән дә килеп, хайран ҡалып ҡайтыусылар булған.
Туристарҙың хәлен, күңел тормоштарын белергә теләп мин дә, яңы ғына экскурсиянан ҡайтҡан бер төркөм йәштәргә иғтибар иттем. Бер туҡтауһыҙ йылмаялар. Бер-береһен уҙҙырып алған тәьҫораттары менән бүлешәләр. Фотоларын алмаш-тилмәш ҡарап, тәбиғи матурлыҡта ғына шәп кадрҙарҙы мәңгелләштереп булыуы хаҡында фекер алышалар. Күршеләр икән. Татарстандан бында икенсе тапҡыр килгәндәр. “Тәүгеһендә, былтыр май айында юл тоттоҡ, - тип һүҙ башланы Әлиә исемлеһе. – Яҙ еҫе ҡайҙа ла күңелдәрҙе илертә инде. Ә бында айырыуса... Бер туҡтауһыҙ һайрап, сутылдашып торған ҡоштар тауышына күмелгән тәбиғәтте, яңы ғына япраҡ шәленә төрөнгән төрлө ағастарҙы, төрлө-төрлө төҫтәге сәскәгә бөрөләнгән аҡландарҙы, быға тиклем тик экрандың икенсе яғынан ғына күреп-белгән ҡая-тауҙарын күреп иҫем китте. Ожмах бына ҡайҙа ул!?!
Шундай ҙа хозурлыҡ була икән тип, йөрәгем елкенеп ҡайтты. Ышанағыһыҙғы-юҡмы, һуңынан был матурлыҡты төштәремдә лә күрҙем, хатта. Бында төшөрөп алып ҡайтҡан фотоларҙы күреп яҡындарым, таныштарым да шаҡ ҡатты. Шуға ла беренсе тапҡыр бер машинала ғына килһәк, әле өс тимер атта юл тоттоҡ.
Миҙгелдәр алмашынырға торғанда килеүебеҙҙең сәбәбе: тәбиғәт ҡышҡы йоҡоға талыр алдынан ниндәйерәк булыуын күреп-белеү ине. Дөрөҫ эшләгәнбеҙ, тип уйлайым. Ҡояш әле йылыһын йәлләмәһә лә, барыбер көҙгә тартым икәне күренеп тора. Уның нурҙарында төрлө урындарҙа үрелгән үрмәксе ауҙарының йәтмәләре бер сихри матурлыҡ өҫтәй. Япраҡтар серле генә шыбырлашып ҡойорлорға әҙерләнә, ҡоштарҙа ла яҙғы ярһыулыҡ һиҙелмәй. Күрәһең, ҡайһы берҙәре йылы яҡҡа осорға, ҡышлаусылары бында һалҡын миҙгелдәрҙе имен-һау үткәреп ебәрергә әҙерләнәлер. Үҫемлектәрҙең ниндәйе генә юҡ. Ҡайтҡандан һуң, күптәрен китаптарҙан эҙләп табып иҫем китте. Күптәре Башҡортостандың, Рәсәйҙең “Ҡыҙыл китап”тарына индерелгәндәр, икән...
Хеҙмәткәрҙәрҙең мөләйемлеге лә күңелгә һары май булып ятты. Экскурсияларҙы ентекләп, тарихи, фәнни ҡараштарға нигеҙләнеп һөйләгәстәре, урыны-урыны менән үҙебеҙҙе серле әкиәт донъяһында йөрөгән кеүек итеп хис иттек”.
Уҡыусылар, студенттар менән күмәкләшеп, йә дуҫтарың менән бергәләшеп килеп ял итеп ҡайтыу өсөн, ысынлап та, Мораҙым тарлауығы тәбиғәт паркы уңайлы. Тәбиғәт менән икәүҙән-икәү генә ҡалып серләшеү ҙә тормош ығы-зығыһынан арыныу менән бергә, киләсәктә яҙмыш һуҡмаҡтарын ҡайһы тарафҡа һалырға кәрәклеген дә “кәңәш” итер.
Рәзинә Урманшина.
Читайте нас: