Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Cәйәхәтнамә
25 Апрель 2021, 12:00

Хаж сәфәре

Яҙғы матур көндәрҙең береһе. Май айы. Мин күптән ук намаҙҙа инем. Тик һуңғы ваҡытта, тормош ваҡ - төйәктәренән арына алмай, намаҙҙарымды теүәл үтәмәй башлаған инем. Шул килеш ураҙаға инеп киттем. Иртәнгеләрен генә уҡып йөрөйөм, башҡа намаҙҙарым ҡала торҙо. Ә бит үҙем, намаҙға бер баҫҡас, ғәмәлеңде үтәмәй йөрөү ярамай икәнен белә инем. Әммә улай уҡ ҡаты һынауға дусар булырымды белһәм икән?! Һынаумы, әллә киреһенсә, гонаһтарымдан аралаумы...

Таңһылыу Йәнтүрина.

Хаж сәфәре.(Дауамын уҡығанда комментарийҙа "сначала старые" тигәнгә баҫабыҙ!)

Сәйәхәтнәмә.

1.Һәр эштең башы - ниәт.

”Ниәт иткән - моратына еткән” тип, юҡҡа ғына әйтмәгән бит беҙҙең ата - олатайҙар.

Күңелдә йөрөһә лә, был ниәтемде ҡысҡырып әйтеп йөрөмәнем. Әммә ул кесе улыма ишетелгән булып сыҡты. Шуны ул үҙенең күңеленә һалып ҡуйғанмы, әллә үҙенең күңеленә биргәнме? Форсат сығыу менән, минең ошо теләгемде тормошҡа ашырырға ниәтләгән. ”Ниәт - ниәт тыуҙырыр” - ошо була, күрәһең...

Яҙғы матур көндәрҙең береһе. Мин ҡалалағы карьерҙан сыҡҡан көкөрт афәтенән ҡасып китеп, ”Яҡтыкүл”шифаханаһында дауаланып ята инем. Бер көн ул миңә шылтыратып:

-Әсәй, хажға йыйына башла! - тине.

Мин:

-Ҡасан барырға? - тип һорайым.

Ул:

-Авгусҡа - ҡорбан байрамына! - ти. Быны ишеткәс, аптырап ҡалдым. Сөнки сәбәбе бар ине

Күпме дауаланып, реабилетация үтһәм дә, үҙемде Хаж ғәмәле үтәрҙәй, ер аяғы - ер башына барып етерҙәй хәлдә тоймайым бит әле. Шулай ҙа күңелемдә ниәтемә яҡынлағаныма ышаныс артты, минең менән бергә ял итеп ятҡан бер туған апайым һәм еҙнәмә шул турала әйтеп, ҡыуанысым менән уртаҡлашҡан инем, улар:

-Ҡайҙа... Хажға?! Айға осорға йыйынмайһыңмы... Ошо сифатыңдамы?! - тип, мине бик тиҙ генә күктән ергә төшөрҙөләр.

Мин уларға ҡараным да, ни тиергә лә белмәй:

-Хатта шәпменсе! - тигән булам.

Һәр саҡ дарыуҙар эсеп, аҡһап - туҡһап, таяҡ менән атлап йөрөгәнемдә эш юҡ.

...Көтмәгәндә, ике йыл элек, инсульт үткәргәйнем. Берәү ҙә уйлап, көтөп йөрөмәйҙер, әлбиттә. Әммә барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында икәнен бик һуң ғына аңлайһың икән шул.

Яҙғы матур көндәрҙең береһе. Май айы.

Мин күптән ук намаҙҙа инем. Тик һуңғы ваҡытта, тормош ваҡ - төйәктәренән арына алмай, намаҙҙарымды теүәл үтәмәй башлаған инем. Шул килеш ураҙаға инеп киттем. Иртәнгеләрен генә уҡып йөрөйөм, башҡа намаҙҙарым ҡала торҙо.

Ә бит үҙем, намаҙға бер баҫҡас, ғәмәлеңде үтәмәй йөрөү ярамай икәнен белә инем.

Әммә улай уҡ ҡаты һынауға дусар булырымды белһәм икән?! Һынаумы, әллә киреһенсә, гонаһтарымдан аралаумы...

Барыһы ла ваҡыт үтеү менән, һуңынан ғына беленә бит... Нисек кенә булһа ла, әгәр шул турала белгән булһам, бер генә намаҙымды ла ҡалдырмаҫ инем, моғайын...

Ураҙаның алтынсы көнө ине. Таң атмаҫ элек, сәхәр эсеп ятҡас, булды был хәл: кинәт кенә ҡан баҫымы күтәрелеп китеп, аяҡтан йыҡты, шыҡырайтып һалып ҡуйҙы. Шул ваҡытта:

-“Йәсин” уҡырға кәрәк! - тигән уй мейенән үтеп киткәнен иҫләйем...

2.Шундай көстәр бар...

Үҙебеҙҙең ҡала дауаханаһында иҫем инәле - сығалы ятҡанмын. Ни тегеләй - ни былай булмағас, бер аҙнанан тиҙ ярҙам машинаһында республиканың үҙәк дауаханаһына оҙатҡандар.

Унда инсульт блокта бер ай, реабилетация бүлегендә бер ай ятып, әҙме - күпме йүнәлеп, туғандарым, ирем тырышлығы арҡаһында, үҙ аяҡтарымда, тыуған яҡтарыма әйләнеп ҡайттым.

Йәшәр ғүмерем, ҡалған ғәмәлдәрем хаҡына Аллаһу Тәғәләм шулай ҡушҡандыр, күрәһең...

Аҙаҡтан йүнәлеп киткәс, иремдән :

-Мин гел “Йәсин”сүрәһен уҡып яттым. Ҡысҡырып уҡып, палаталағыларҙы йонсотоп бөтмәнемме ул? - тип һорайым.

Ул көлә лә ҡуя, өндәшмәй.

-Нимә, өндәшмәй, гел генә көлә лә ҡуяһың ул? - тип, ҡат - ҡат һорағас ҡына:

-Һин бит аҙна буйына иҫһеҙ яттың. Телдән дә ҡалдың, күрмәй ҙә инең. Ҡайҙан инде һиңә ҡысҡырып уҡып ятыу... - тигәс, мин аптыраным:

-Ә бит мин гел генә доға уҡып яттым. Тик” мине ниңә ҡараңғыға һалып ҡуйҙылар икән?” тип аптырай инем, - тием.

Нисәнсе көндәлер, белмәйем, ауыртыныуҙарға сыҙай алмай, башыма:

-Кем мине былайтып һалып ҡуйҙы икән?! - тигән уй ҙа башҡа ингән ине.

Шул саҡта, төшөмдәме - өнөмдәме, мин бер һын алдында баш эйеп торғанымды күрҙем. Уның аяҡтары осонда тубыҡланып торған килеш, кем икәнен белергә теләп, башымды ҡалҡытып ҡараным. Тик мин уны күрә алманым, ул һындың башы болотҡа тиклем ашҡан ине!

Эйе, ошондай көс кенә мине ошолай шыҡырлатып бөгөп һалыуы мөмкин!

Шул саҡта үҙемдең кем алдында баш эйеп торғаным аңыма барып етте һәм мин:

-Эй, Аллаһым! Ҡөҙрәтең киң. Миңә намаҙ уҡырлыҡ ҡына халәт бирһәң икән? - тип, һорағаным иҫтә ҡалған. Шулай үҙ хәлемде аңламай - белмәй ятһам да, киләсәгемде уйлап, һорай белгәнемә әле лә хайран ҡалам.

Ғәжәп инде! Ысынлап та, ул миңә һорағанымды бирҙе.

Мин, егерме көн тигәндә, (көндәр иҫәбенә, иҫемә килгәс, ирем менән һанап, осона сыҡтыҡ) бер төш күрҙем.

...Имеш, мин тыуған ауылым Юлыҡта. Үҙебеҙ уйнап үҫкән һыу буйында йөрөйөм. Шул саҡта, күптән инде мәрхүмә булған, әсәйемде күрҙем. Ул бик бейек кәүҙәле, ап-аҡ оҙон кейемдә. Бер уба өҫтөндә баҫып тора һәм миңә уҫал итеп тороп ҡарай. Ул өндәшмәй, әммә мин уның ни әйтергә теләгәнен аңлайым, имеш...

”Бында һиңә нимә бар... Килергә уйлама ла!” - тигәндәй, ҡулын һелтәне. Йәнәһе, “кит бар, мәшәҡәтләп йөрөмә! ”

Беҙҙең әсәй уҡытыусы ине, үҙенең бар ғүмерен мәктәптә балалар тәрбиәләүгә арнаны. Шулай уҡ промартель партия ойошмаһының алмаштырғыһыҙ етәксеһе булараҡ, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты, ауыл халҡы менән аралашып, ҡайнап йәшәне. Үҙенең эшмәкәрлеге арҡаһында ауылыбыҙҙа ғына түгел, район кимәлендә бик ҙур абруй яулаған шәхес ине. Уның күп һөйләүе кәрәкмәй, бер һүҙ, бер күҙ хәрәкәте лә бик күпте аңлатыр ине.

Әле лә шулай! Һөйләп - әйтеп тә торманы, миңә ҡул хәрәкәттәре аша нимә эшләргә кәрәген бик тиҙ төшөндөрҙө: ҡайтырға кәрәк...

... Һәм мин, шул төштән һуң, тәнемдә иҫ китмәле еңеллек һиҙеп, уянып киттем. Үҙемде, йылы диңгеҙ тулҡынында тирбәлеп ятҡандай, хис иттем.

Күпме көндәр ҡыбырламай ятҡан кеше, күҙемде асыу менән, карауатымда тороп ултырырға маташтым. Эргәләге ултырғыста йоҡлап ултырған ирем минең ҡыбырлағанымды күреп, уянып китте лә, миңә тороп ултырырға ярҙам итеште. Шунан, миңә бер ни тиклем аптырап ҡарап торҙо ла, тиҙ генә врач саҡырҙы.

Шул көндән башлап, мин йүнәлеү яғына ыңғайланым. Киренән, дүрт аяҡлы таяҡтар ярҙамында аяҡтарымды шылыштырып ҡына баҫып, атларға өйрәндем. Көсләп, ауыҙымды асып, өндәр әйтеп өйрәндем, унан яйлап, һөйләшә башланым. Бармаҡтарымды саҡ - саҡ ҡыбырлатып асып, ҡалаҡ тотоп ашай башланым. Аяҡтарым да, ҡулдарым да тыңламай, ҡатып, таяҡҡа әйләнгән ине. Уларҙы әҙләп - әҙләп кенә, ҡаты ауыртыныуҙар аша ҡыбырлатыу ҙа иҫ китмәле көс, тырышлыҡ талап итә... Күҙҙәрҙән үҙенән үҙе йәш аға...

Минең тырышҡанымды күргән дауалаусы табип:

- Бына уны күрәһегеҙме? Ул атлап китәсәк, ә һеҙ ятып ҡаласаҡһығыҙ. Мин уға мөмкин булһа, “гран – при” бирер инем! – тип маҡтап сығып китеүе, миңә тағы ла көс бирҙе.Ысынлап та, палатанан иң алда мине сығарып ебәрҙеләр.

3.Төштөң хикмәте.

Әммә йәшәргә кәрәген, уның өсөн йәбешеп ятып тырышырға кәрәген аңлаған инем. Эргәлә ятҡан башҡа ауырыуҙарға ҡарап, бер ҙә улар кеүек булып ҡалаһым килмәй ине шул...

Бер 18 йәшлек кенә ҡыҙҙы әсәһе ҡалаҡлап ашата, уныһы һыу ҙа йота алмай. Әсәһе илай – илай тәрбиәләй, көн дә йыуындырып, сәстәрен тарап үрә.

Бер сибәр ҡатынды ире ҡарай. Ул ҡатын үҙенең балаларын да танымай. Үҙенә оҡшаған матур, йәш ҡыҙы килеп, көн дә тиерлек,“әсәкәйем, был мин – һинең ҡыҙың Валя бит, нишләп мине

танымайһың һаман? ” – тип, илап – илап, ҡайтып китә. Ә ул һөйләшмәй ҙә, танымай ҙа. Ир еткән улы ла эргәһендә бер аҙ ултырып, аптыранып, ҡайтып китә. Әсәләре төрлө өндәр генә сығара, бөтөнләй һөйләш алмай.

Өсөнсө ҡатынды бына инде өс ай ире ҡарай икән. Тормай ҙа, йөрөмәй ҙә, ары – бире ымлап,төрлө өндәр сығарып, аңлатырға тырыша. Бөтәһе ике һүҙҙе ҡабатлай:”наверное”, “конечно”. Ире аңламаһа, илай ҙа ҡуя. Быныһы ҡушылып илай... Ул ҡатын шырпы фабрикаһының директоры булып эшләй.Ҡырҡ йәште үткән сибәр ҡатын.

Ҡайҙамын мин, бөтә донъя ап - аҡ! Ҡармы, әллә томан сорнаған,

Яҡ - яғымда оса фәрештәләр. Барыбыҙ ҙа ята, тормаған.

Баш осомда тора бер фәрештә, миңә ниҙер әйтә шым ғына.

Бер ҡараһаң яҡты, берсә ҡараңғылыҡ, берсә шау-шыу, берсә тын ғына.

Улмы, кемдер миңә әйтә кеүек: ҡайҙа һинең белгән доғаларың?

Бер уй ҙа юҡ башта, яйлап ҡына, иҫкә төшә минең доғаларым:

...Йәсин...Тағы Кәүҫәр...НӘС...ФӘЛӘҠ...

Ҡысҡырып мин уҡып ебәрәм, иҫтәремә төшөрәм һәләт.

(Тик аҙаҡтан беләм: телһеҙ - өнһөҙ, хәрәкәтһеҙ генә,

үҙ донъямда йәшәп ятҡанмын...)

Барыһы ла миңә төштә кеүек... Ә бит былар өндә!

Ике ярға һуғылып, үтә көндәр: бер аҡ, берсә ҡара төндә.

Бара көрәш: йәшәү менән үлем ҡараһы - күҙ ҙә ҡаш араһы.

Күҙем асһам, йә Аллам! Был - яралы ҡоштар донъяһы!

Ҡайһының ҡанат ҡайырылған, ҡайһыһы был донъянан айырылған,

Ҡайһыһының йәне яралы, туған, дуҫтарынан айырылған.

Шулар араһында мин дә, ни хикмәттән икән, йән ҡыйылған...

Ниндәй донъя һуң был... Кемдәр былар... Ниндәй ҡәһәр төшкән уларға?!

Раббым һынауымы, аңға барып етмәй...Кем аңлатыр икән шуларҙы?

Фәрештәләр ҡанат ҡаға янда. Береһе китә, береһе тора һаҡта.

Кәрәк микән, терелтергә шулай, йәне менән тәне айырылғанды?!

Доға... доға... тел осонда тора... Үҙем өсөн түгел, кәрәк яндағына

Йәшәү тамсылары ҡоялар... аңламайҙар... доға кәрәк уға, доғалар...

Дарыу йән өрәлер ҙә ул тәненә... Доға кәрәк уның йәненә...
..Өнөмдәме, әллә төшөмдәме... Әсәм килде минең яныма...

(Ул бик күптән инде әхирәттә. Килгән, кәрәк булғас йәнемә...)

...Ҡарашында уның уҫаллыҡмы,әллә аптыраумы сағыла...

Нишләтергә быны, тигәндәй, оҙаҡ ҡарап тора тағы ла.

Унан, миңә күҙҙәренең асыуы, әсе елдәй, килеп ҡағыла:

Ерҙә күпме һинең эшең бар, башланмаған, тамамланмаған.

Эсер һыуың, ейер ризығың, йәнең әле тынысланмаған.

Ҡапыл, һиңә бында ни бар, тигәндәй, ҡулын һелтәй, юғала.

...Шул көн кире ҡайттым донъяға. Йәнем ҡарышыуҙан туҡтала...

Бөтмәгәндер эшем донъяла: бар, бар әле, һөйөү донъяға!

Апайым, ирем, туғандарым, хәлдәренән килгән тиклем, миңә ярҙам иттеләр. Уларҙың ярҙамын тойоу миңә дәрт, ышаныс бирҙе.

Киренән әҙәм рәтенә инеп китер өсөн, айҙар ғына түгел, йылдар кәрәк булды.

Ғәжәп хәл инде:барлыҡ булған һаулығың бер нисә минут эсендә юҡҡа сыҡһа - уны киренән тергеҙер өсөн йылдар кәрәк... Әммә кире элекке һау сағыңа бөтөнләйгә әйләнеп ҡайтыу мөмкин түгелдер инде... Ә бит кеше үҙенең һау сағында ул турала уйлап та бирмәй, мәңге шулай йүгереп йөрөрмөн, тип уйлай.

Ни генә тиһәң дә, Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәте киң: үҙ аяҡтарымда йөрөп киттем, намаҙҙамын, үҙ-үҙемде ҡарай - тәрбиәләй алам. Кеше көнлө итеп ҡалдырманы, шуға мең шөкөрҙәр ҡылам...

4.Умра - хажға йыйыныу.

Бына әле шул хәлдәрҙән һуң, ике йыл үткәс, умра - хажға йыйынып йөрөйөм.

Был йыйыныуым төштәге кеүегерәк: нимәләр кәрәген барлайым, ҡағыҙҙар йүнәтәм; китаптар, уҡып, хажда йөрөп ҡайтҡан кешеләр менән аралашып, мәғлүмәттәр туплайым.

Әммә күңелемдә унда барып - йөрөп ҡайтырыма бер генә ышаныс та юҡ, сөнки ишеткәнем бар бит: хатта һау кешеләр юл ауырлығын күтәрә алмай, йә аҙашып, йә тапалып, йә юғалып ҡалалар. Тик мин инде икенсе тапҡыр “баралмайым”, тип, улымдың ниәтенә ҡаршы төшә алмайым...

Кемдәрҙер барырға теләп тә, уларҙың мөмкинселеге юҡ. Ә бит минең Хажға барыу хыялым тормошҡа ашыу өҫтөндә, тик үҙемде еңер көс кәрәк икәнлеген аңлайым. Шуға яйлап ҡына үҙ - үҙемде әҙерләйем.

Яйлап, тиһәм дә, дөрөҫ булмаҫ.

...Көҙҙөң иң матур көндәренең береһе. Бар тәбиғәт алтын төҫкә мансылған. Көҙҙөң ошо мәле һәр саҡ күңелдә һағыш та, шатлыҡ та уята.

Бөгөн минең кесе улымдың тыуған көнө, уға 30 йәш тула.

Иртәнге рәттә миңә ап - аҡ раузалар килтерҙеләр: утыҙ рауза сәскәһе...

Унан һуң улым мине шылтыратып ҡотланы. Сөнки беҙҙең ғаиләлә шулай ҡабул ителгән: балаларым үҙҙәренең тыуған көнөндә һәр саҡ мине ҡотлайҙар. Сәскәләр өсөн рәхмәт әйтеп тә бөтмәнем, ул миңә:

-Әсәй, һине бөгөнгө байрамыбыҙ менән ҡотлайым, һиңә бүләк: умраға йыйын! - тимәһенме...

-Рәхмәт, балаҡайым, ҡасанға?!

-Бер аҙнанан.

Дөрөҫөн генә әйткәндә, был бүләктең мәғәнәһе яҡшылап аңыма ла барып етмәне. Ошо йәшемә етеп, мин умра ни икәнен дә белмәйем, имеш...

-“Умра”нимә була ул, балам? - тип һорай ҡуйҙым, уңайһыҙланһам да.

-Ул, әсәй, бәләкәй хаж була. Һин бит Оло хажға “баралмайым, кеше күп була, эҫене күтәрә алмам”, тинең. Ә хәҙер көҙ көнө. Артыҡ эҫе лә түгел, кеше лә күп булмай, моғайын, - тине улым.

Ауылда ятҡан еремдән, ҡалаға ҡайта һалып, юлға йыйына башланым.

Аҙна тигәнең һиҙелмәй ҙә үтеп бара, күңелдәге шик кәмемәй. Бына иҫәпле көндәр үтеп, юлға сығыр көн дә яҡынлай.

Иртәгә юлға сығам, тигән көндө бер туған апайым менән еҙнәм килеп инделәр. Һаулыҡ һорашҡас, үтеп ултырҙылар.

”Күңелдәге икеләнеүҙәргә өҫтәп, былары ҡаршы килмәһен инде! ” - тип, алмаш - тилмәш быларҙың күҙҙәренә ҡарайым :” Тағы, “ унда ни ҡарайһың..”. - тиһәләр, ни тиергә икән?” - тип баш ватам. Әммә үҙемдең икеләнеүҙәрем тураһында уларға ләм - мим.

Аллаһу Тәғәләмә мең шөкөрҙәр, улар минең йыйынып бөткәнемде күргәнгәме, әллә башҡа бер сәбәп менәнме, юлға үҙҙәренең фатихәһен, кәңәштәрен биреп, хушлашып сығып киткәйнеләр, күңелемә йылы йүгерҙе.Әмәлгә ҡалғандай, өйҙән оҙатыр кеше лә юҡ. Ирем дә үҙ эштәре менән ситтә йөрөп ҡалды...

5.Мөғжизә.

Юлға сығыр алдынан доғаларымды уҡып, үҙемде Аллаһу Тәғәләмә тапшырҙым.

Төштән һуң, таксиға ултырып, башҡалаға юлландым. Унда вакциналар эшләтергә, сит илгә алып сыға торған аҡсаны долларға әйләндереп алырға кәрәк ине.

Башҡалаға етмәҫ элек, ҡараңғы төштө, өҫтәүенә, көн дә болот ине. Мин шофер эргәһендә алда ултырып киләм.

Нимә - нимә, сәйәхәт итергә яратам мин, һәр саҡ тирә - яҡты, юлды күҙәтеп барыу миңә әйтеп аңлатҡыһыҙ кинәнес тыуҙыра. Әле алыҫ юлда арып китеп, ойоп ҡына киләм...

... Шул саҡта ҡапыл күҙ алдымда яҡтылыҡ сағылды. Минең йоҡо осто. Ул ғәҙәти генә яҡтылыҡ түгел, ә алда болоттарҙан дөмһәрелеп торған күк йөҙө балҡып, ҡибла яғы балҡып, асылып китте... Беҙҙең йүнәлеш тә ҡиблаға табан.

Минең иғтибарымды унда барлыҡҡа килә башлаған һүрәтләнеш биләне: теге яҡтылыҡ эргәһендәге болоттар асылып, ҡараңғы күктә тәҙрә асылды, уның уртаһында ғына ҡара шаҡмаҡ барлыҡҡа килде лә шуны уратып ваҡ - ваҡ ҡына болоттар сәғәт йөрөшөнә ҡаршы әйләнә башланы. Мин, күҙҙәремде лә алмай, таң ҡалып, күҙәтеүемде дауам итәм. Шул саҡ минең аңыма барып етте: ” Был бит – Ҡәғбә... ”

Хайран ҡалып, ҡарап киләм: оҙаҡҡа һуҙылманы был күренеш. Тиҙҙән былар барыһы ла таралды, киренән ҡап – ҡара болоттар баҫып алып,ҡараңғылыҡ хасил булды.

”Был ни булды...” - тип, тәрән уйға ҡалып киләм. Шул саҡ кемдеңдер күҙ ҡараштарын тойҙом да тәҙрә аша күккә баҡтым: күктә яҡты булып, болоттар араһында ике күҙ барлыҡҡа килде. Уларҙың ҡарашынан яҡты нур, аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ һибелә... Әйтерһең дә, был ҡараштар миңә: ”Һин ҡурҡма, бына Ҡәғбәне күрә лә башланың, һин барып етәсәкһең, күрәсәкһең,” -тиҙәр ине... Шул саҡта миңә йылы, күңелле булып китте. Минең күҙҙәрҙән атылып шатлыҡ йәштәре сыҡты ла, бер туҡтамай аға башланы:

-Эй, Аллаһу Тәғәләм, аңланым... Һин мине үҙеңдең яҡлауың аҫтына алдың... Мең шөкөрҙәр итәм һиңә... Мин барып етәсәкмен һинең ҡаршыңа, мин Хаж ғәмәлдәрен үтә аласаҡмын...” - тип, шым ғына, илай – илай, ошолай шыбырҙайым.

Шул саҡта ҡапыл ғына, әйтерһең, өҫтөмдән тау ҡәҙәре ауырлыҡ төштө, үҙемдә иҫ китмәле еңеллек һиҙҙем, барлыҡ шиктәр таралып, күңелемдә ышаныс уянды...

”Быны тағы берәйһе күрәме икән?- тип, шоферға ҡарайым. Уның ике күҙе рулендә, иғтибар ҙа итмәй. Минән башҡалар барыһы ла йоҡлап киләләр...

Юҡ, бер кем дә күрмәй ине был мөғжизәне...

Төшөмдә түгел, өндә ине барыһы ла...

6. Рәхмәт ишектәре асылды.

Ысынлап та, Ул миңә үҙенең рәхмәт ишектәрен асты... Артабан , әкиәттәгеләй, барыһы ла бер ниндәй ҡаршылыҡтарһыҙ, юлым еңел генә, ыңғай ғына булды. Аллаһу Тәғәләмә мең шөкөр, рәхәтләнеп йөрөргә, Хаж ғәмәлдәрен үтәп ҡайтырға насип булды...

02.10. Өфө аэропортында ағайымдың ҡыҙы һеңлем Роза мине ҡаршы алды. Барлыҡ мәшәҡәттәрҙе ( ике тапҡыр вакцина эшләтеү, аҡсаларҙы алмаштырыу) бергәләп, мине кәрәк ерҙәргә машинаһында алып йөрөп эшләште. Өсөнсө көндө аэропортҡа алып барып, самолетта Мәскәү ҡалаһына оҙатып ебәрҙе.

06.10. Бына иртә менән мин тейешле ваҡытта Мәскәүҙә. Беҙ Домодедово аэропортында үҙебеҙҙең хажға барыусы группа менән осрашырға тейешбеҙ. Улар менән ватсап аша бәйләнештәбеҙ.

”Мәсеткә йыйылырға!” - тигән хәбәр килде. Кешеләрҙән һорашып - белешеп, өсөнсө ҡатта урынлашҡан мәсетте барып таптым.

Унда бер нисә ир - егет , күберәге ҡатын - ҡыҙҙар ине. Ирҙәр айырым, ҡатын – ҡыҙҙар айырым, мәсеткә инеп, иртәнге намаҙыбыҙҙы уҡып алдыҡ.

Күрәм: барыһы ла минән йәштәр. Беҙҙе ҡаршы алыусы йәш ир кеше:

-Мин, Абдулла хәзрәт, сезнең группа житәкчесе булам. Апа, сезме ул Башкыртостаннан? Ичемегез кем? Сезнең турыда әйткән идеме улыгыз: инсульт үткәрҙе, ҡарап алып йөрөргә кирәк, дип?

-Танышыуыма шатмын. Эйе, мин - Башҡортостандан. Улым миңә әйткән ине шул, әсәй, һине ҡарап алып йөрөүселәр булыр, ҡурҡмай сыҡ юлға, тип, - тип, яуап бирҙем мин уға ҡаршы.

-Ҡурҡырға кирәкми. Без сезне карап алып йөрөрбөз. Иншаллаһ, барысы да әйбәт булыр, - тине хәҙрәт.

Уның янында йәш кенә матур ҡатын да бар ине. Аҙаҡ белеүемсә, ул хәҙрәттең ҡатын Әлфиә булып сыҡты. Береһе - 5 йәшлек, икенсеһе йәш тә ике айлыҡ имсәк балаларын әсәйҙәренә ҡалдырып, икәү бергәләшеп хажға юлланғандар.

Сағыштырмаса олораҡ бер ир менән ҡатын ситтәрәк, мәсет бүлмәһенә инмәй генә, тамаҡ ялғайҙар. Ҡатын сибәр , зауыҡ менән кейенгән: өҫтөндә кәүҙәһенә килешеп торған көрән сейә төҫөндәге оҙон ғына затлы күлдәк, башында ал төҫтәге яулыҡ

Бында өҫтәл - ултырғыс кеүек уңайлыҡтар юҡ. Артыҡ ҙур булмаған бүлмәнең иҙәненә сағыу төҫтәге матур балаҫ түшәлгән. иттә торған тумбочка өҫтөндә намаҙлыҡтар, тәсбихтәр, дини китаптар ята.

Тағы бер ғаилә ситтәрәк тора: зифа кәүҙәле, матур ғына ап - аҡ мөләйем йөҙлө ҡатын, уға ҡарағанда тәпәшерәк кәүҙәле, байтаҡҡа олораҡ ире, 14 йәштәрҙәге, оҙон ғына буйлы үҫмер малай. Ҡатын миңә термосынан бокалға ҡойоп, эҫе сәй бирҙе:

-Яҡыныраҡ килегез, апа, бына кайнар чәй эчеп алығыз, иртәнге чәйне эчмәгәнсездер бит, - тип, яҡын күреп өндәште.

Һуңынан, үҙе әйтеүенсә, ошо урында тәү күргәс тә, мине үҙенең өләсәһенә оҡшатҡан икән.

Артабан регистрацияға киттек. Минең багажды хәҙрәт үҙенең ҡулына алды. Миндә еңел рюкзак ҡына ҡалды.

Регистрацияға етәрәк, хәҙрәт беҙҙе туҡтатты ла:” Һеҙгә Казан мосолман назариятынан бүләк, ”- тип, еңел генә, документтар йөрөтөр өсөн бик уңайлы сумка һәм асыҡ хәнәүәт төҫөндәге рюкзактар таратып бирҙе. Күпселегебеҙ шунда уҡ рюкзакты тағып алды. Ул рюкзактар мине күп кенә ерҙә аҙашыуҙарҙан ҡотҡарҙы. Ни өсөн тигәндә, ул әләм кеүек ялҡынлы төҫө менән үҙебеҙҙекеләрҙе әллә ҡайҙан танытып тора ине.

Регистрацияла беҙгә тағы ла бер тиҫтер урта йәштәрҙәге һигеҙ татар ҡатын - ҡыҙ килеп ҡушылды. Улар әле генә Ханты - Мансиҙан килеп төшөүҙәрен әйтеп, үҙҙәре менән таныштырҙылар.

7.Таможня үтеү.

Регистрация үтеү менән, таможня тикшереүенә йүнәлдек.

Йәштәр, шәп - шәп атлап, күмәк кеше араһында күҙ алдынан юҡ та булдылар. Мин уларҙан байтаҡҡа артта ҡалдым. Теге олораҡ ҡатын менән ире мине көтә биреберәк атланылар. Мин яҡынлағас, ҡатын миңә:

-Апа кеше, син безгә эйәрмә, үзеңә тиңеңне табып ал, - ти.
Мин уға аптырап ҡараным да бер нәмә тип тә өндәшмәнем. Ни тийәйем инде, үҙемдең атлауым шул булғас... ”Һеҙгә эйәрмәйем дә ул,” - тип эстән генә уйланым да, атлауымда булдым. Былай ҙа, үҙемсә шәп кенә китеп барған булам бит инде. Таможняға килеп еткәйнек, ире мине алдан үткәреп ебәрҙе, теге ҡатын ҡырыныраҡ ҡарап, тороп ҡалды.

Таможня тикшереүенә документтарымды һуҙҙым. Тикшереүсе ҡатын документымды асып ҡарап, минең йөҙөмә күтәрелеп ҡараны ла, бер ни ҙә өндәшмәй, үтергә ымланы. Мин үҙемдекеләрҙе рюкзактарынан ғына танып, арттарынан эйәреп киттем. Бер ни тиклем киткәс, артыма әйләнеп ҡараһам, тегеләр әле һаман таможнянан үтмәйенсә, тороп ҡалған инеләр. Беҙҙең төркөм тегеләрҙе көтөп, туҡтап ҡалды. Хәҙрәт бер сәғәтенә, бер тегеләргә ҡарап, борсола башланы. Бына уларҙы оҙаҡ ҡына тотҡандан һуң үткәрҙеләр. Бөтәһе лә еңел һулап, бер - береһенә ҡарап йылмайыштылар. Һуңынан, самолетҡа ултырырға йөрөгәндә теге ҡатын миңә килде лә:

-Апа, бирегез миңа рюкзагыгызны, - ти. Мин уға аптырап ҡараным да:

-Рәхмәт, ул ауыр түгел, үҙем тотам, - тип яуап бирҙем. Ысынлап та, нимә булған быға, әле генә “эйәрмә”, - ти ине, әле “ярҙам итәм,” - ти. Аңламаҫһың кешене...

Самолетҡа ултырыр мәл килеп етте...

8.Берләшкән Ғәрәп Эмиратында.

Алда - Берләшкән Ғәрәп Эмираты. Ул үҙенә ете әмирәтте берләштергән: Абу – Даби, Дубай, Шарджа, Аджман, Умм – Аль – Кувейн, Фуджейра һәм Рас – Аль – Хайма.

Уға 1971 йылдың 2 декабрендә нигеҙ һалынған.

Майҙаны – 83600 кв.км.

Халҡы – 9.5 млн.

Баш ҡалаһы – Абу – Даби.

Мәҙәни башҡалаһы - Шардж ҡалаһы.

Һауала биш сәғәт ярым осабыҙ. Һәр беребеҙалдында табло. Унда ҡайҙа, нисә саҡрым, ниндәй илдәр, тауҙар, йылғалар аша осабыҙ, барыһы ла күренеп бара. Күҙәтеп барыуы ҡыҙыҡ. Ике сәғәт тирәһе осҡас, салон һиҙелерлек йылынды. Тәндәр яҙылып китте. Тәҙрә янында ултырғас һәйбәт, әлдән – әле ерҙе күҙәтеп барам. Болоттарға килеп инәбеҙ, асыҡ ергә килеп сығабыҙ... Таблонан һәм картанан ҡарап барғас, ниндәй ил йә диңгеҙ өҫтөнән үткәндәребеҙҙҙе белеп барабыҙ. Шулай күҙәтеп барып, осоп килеп еткән һиҙелмәй ҙә ҡалды. Аэропортҡа килеп төшкәс, бында йылы ғына түгел, эҫе ине...

Беҙҙе ике газелгә ултыртып алып, ҡунаҡханаға алып барып төшөрҙөләр. Артыҡ ҙур булмаған йортта урынлашҡан ине ул. Икешәр урынлы бүлмәләргә ир - егеттәрҙе айырым, беҙҙе айырым урынлаштырҙылар. Теге ҡатын минең янға килеп баҫты ла:

-Мөмкин булса, безнең икебезне бер бүлмәгә урынлаштырсагыз иде? - тип, хәҙрәттән рөхсәт һораны. Ул:

-Әйҙә - әйҙә, апа ҡаршы булмаса, - тине. Мин ризалығымды белдереп, баш ҡаҡтым.

Беҙҙең һәр беребеҙгә пакет менән киске һәм иртәнге аш тараттылар. Бүлмәләрҙә сәйнүктәр бар ине, сәй ҡуйып ебәрҙек.

Кафия исемле булып сыҡты был ханым, Ҡазан ҡалаһынан икән. Ире ун йыл элек оло хаж үткән, әле ҡатынын умраға алып китеп барыуы. Бик алсаҡ ҡына ҡатын булып сыҡты Кафия. Барыһын да теҙеп һөйләне. Мин уны өндәшмәй генә тыңланым. Артыҡ күп һөйләһәләр, хәбәрҙе һөҙөп кенә тыңлау ғәҙәтем бар. Бөтәһен дә иҫләп бөтөү мөмкин дә түгел инде.

Киске намаҙға саҡырып, аҙан тауышы яңғыраны. Йәстү намаҙын уҡып алдыҡ. Иркен карауаттағы йомшаҡ постелгә ятып, әүен баҙарына сумғанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Инде рәхәт, әйтерһең дә сәңгелдәккә килеп ятҡанбыҙ...

Иртәнге рәттә шундай матур итеп яңғыраған иртәнге аҙан тауышына уянып киттек. Күңелгә ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ моң тулғандай тойолдо. Әкиәт донъяһына килеп эләккәнбеҙме ни... Йыуынып - таҙарынып ятып йоҡлағанғамы, әллә башҡа сәбәп менәнме, тәндә иҫ китмәле еңеллек, рәхәтлек. Шундай йылы бында. Йылылыҡ һөйәктәребеҙгә тиклем үтеп ингәндер, ундай рәхәт йылы беҙҙә мунсала ғына булмаһа...

Иртәнге намаҙыбыҙҙы уҡып, сәй эсеп алыуға, беҙҙе саҡырып килеп еттеләр. Барыбыҙ ҙа йыйылып бөтөүгә, хәҙрәт автобусҡа ултыртып, аэропортҡа алып китте. Ҡала йәшеллек эсендә.

Бындағы ланшафт беҙҙәгенә һис тә оҡшамаған. Юл ситтәрендә эре – эре пальмалар үҫә, аралаш, төрлө төҫтәге сәскәләр атҡан бейек - бейек ағастар күренә. Йомшаҡ ҡына йылы ел иҫә, рәхәтлектән бөтә тән кинәнә...

Шардж ҡалаһының аэропортына тиҙ генә килеп еттек, ул артыҡ ҙур түгел, Өфөнөкөнән байтаҡҡа ҡалыша. Ә бындағы милләт төрлөлөгө шунда уҡ күҙгә ташлана. Һирәк - һаяҡ русса һөйләшкәндәре ишетелеп ҡала.

9.Ғәрәбстан ҡалаһы Мәҙинә.

Автобустан төштөк тә регистрацияға йүнәлдек, башҡалар тиҙ – тиҙ үтеп, таможня тикшереүенә күсте. Мин килгәндә, улар үтеп бөтөп, ҡайҙалыр таралышып бөткәндәр ине. Самолеттар күренгән яҡ ишеккә йүнәлдем. Үҙебеҙҙекеләрҙән бер кемде лә күрмәйем, берәүҙе лә танымайым. Бындағы халыҡ араһына инеп, барыһы ла буталды. Бер аҙ көткәндән һуң ғына, минең юлдаштарым йыйыла башланы. Бына, аэропорт йортонан сығып, автобустарға тейәлешеп, үҙебеҙҙең осҡос янына килеп туҡтаныҡ, ҡап – ҡара ғәрәптәр беҙҙең багаждарҙы тейәй. Бер – беребеҙҙе көтөп, әкрен генә самолетҡа күтәрелдек. Самолет артыҡ ҙур түгел. Халыҡтың күбеһе ғәрәп халҡынан ғибарәт.

Алдағы ултырғыстарҙа ултырған ғәрәптәр араһында ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ ҡупты. Ҡыҙыу – ҡыҙыу һөйләшә башланылар. Күҙҙәре генә күренеп торған ҡап – ҡара кейемдәге ике ҡатын – ҡыҙ, береһе - йәш кенә, икесеһе олораҡ икәне күренеп тора. Улар урындарына ултырмай, уларҙан алда уҡ килеп ултырған ап – аҡ кейемле ғәрәп иренә нимәлер иҫбат итәләр. Арттарынан инеп килгән шундай уҡ ап – аҡ кейемдәге йәшерәк ир килеп ҡушылды был шау – шыуға. Уныһы стюардесса ҡыҙҙы саҡырып килтерҙе. Былар хәҙер уға нимәлер аңлата башланылар. Ултырған ир - егетте икенсе урынға күсереп, үҙҙәре өсәүләшеп, бергә ултырғас ҡына, тауыш баҫылды.

Һуңынан ундай хәлдәргә йыш осрарға тура килде: аңлашылыуынса, был илдә ҡатын - ҡыҙҙарға сит ир – егеттәр менән йәнәш ултырырға шәриғәт ҡушмай икән. Аръяғына Сәғүд Ғәрәбстанының Мәҙинә ҡалаһына өс сәғәт ярым осасаҡбыҙ. Бында ла таблонан күҙәтеп барыу мөмкинлеге бар. Аралаштырып, өҫтөнән осоп барған ерҙәрҙең һүрәте лә күренеп ҡала. Гел таулы урындарҙан һәм һыу ятҡылыҡтары өҫтөнән осабыҙ. Ғәрәп иленең өҫтөнән оҙаҡ ҡына остоҡ.Әйләнеп ҡайтҡас, картанан ҡараһам, ғәрәп иленең бирге сигенән арғы сигенәсә осҡанбыҙ икән: Мәҙинә менән Мәккә арғы яҡ сиктә урынлашҡан.

Оҙаҡ ҡына осһаҡ та , бер ҙә ялҡытманы. Самолетта ашатып - эсереп алдылар. Барыһы ла минең путевкаға ингәнгә күрә , артыҡ мәшәҡәте булманы.

Эргәмдә ултырған мәрйә ҡатын Ханты - Мансиҙан икән. Үҙе менән таныштырҙы: Лена исемле, 45 йәштәрҙә. Ул ашарға үҙе түләп, заказ менән алдырҙы. Артабан тегендә лә шулай уҡ булды. Башҡалар гел ҡайҙалыр кафеларҙа, ресторандарҙа ашап йөрөнөләр. Ә мин Мәҙинәлә лә, Мәккәлә лә отелдәге ресторанда туҡланып йөрөнөм. Швед өҫтәле: нимә теләйһең, күпме кәрәк, үҙең һалып алаһың да ашайһың. Ашау минең өсөн маҡсат түгел: күберәк зәм - зәм эсеп, емеш - еләк менән генә туҡланырға тырыштым.

Мәҙинәгә барып төшөү менән, мәсеттән артыҡ алыҫ булмаған ҡунаҡханаға урынлаштыҡ.

Мәҙинәләге ҡунаҡханала Казан ҡалаһынан Кафия ханым, Абдулла хәҙрәттең ҡатыны Әлфиә абыстай, тағы бер Ханты - Мансиҙан килгән Әлфиә һәм мин - дүртәүебеҙ бергә урынлаштыҡ. Бүлмәләр артыҡ иркен түгел, 3 кешелек бүлмәгә 4 карауат урынлаштырылған. Бар уңайлыҡтар ҙа бар, бөтә ерҙә таҙалыҡ. Өҫтәлдә сәй эсер өсөн барлыҡ нәмәләр ҡуйылған: сәйнүк, бокалдар, пакетлы сәй, емеш - еләк. Нисә көн торҙоҡ, бер ҙә сәй эсмәнем. Ҡатындар намаҙҙар араһында гәпләшә - гәпләшә сәй эсеп алалар. Абыстай беҙҙе алып йөрөп, ресторанды күрһәтте. Ундағы менюға ингән емеш – еләктең дә, йәшелсәләрҙең дә күбеһен тәүгә күреүем. Отелдә артыҡ кеше күп

түгел, бөтөнләй сит милләт кешеләре. Беҙ уларға шулай күренәбеҙҙер инде...
10.Пәйғәмбәребеҙ рухы шәрифтәренә сәләм биреү.

Беҙ туҡтаған отель - ҡунаҡхана Мәҙинә мәсетенән алыҫ түгел. Йәйәү атлағанда, 10 - 15 минут бараһың. Өҫкө өсөнсө ҡатҡа күтәрелеп, урынлашҡас та, дүртенсе ҡаттағы ресторанға инеп, ашап - эсеп алдыҡ та мәсеткә йүнәлдек. Хәҙрәт беҙҙе таныштырып барҙы: юлда кибет һәм магазиндар теҙелеп киткән. Күберәк ялтырап торған алтын - көмөш һәм башҡа шундай ҡиммәтле нәмәләр тултырылған, күҙҙең яуын алып тора. ”Бында алтын күп һәм беҙҙәгенә ҡарағанда арзаныраҡ, сөнки сифаты түбән ,” – ти хәҙрәт.

Мәсет алдындағы ҙур майҙанға ап - аҡ мәрмәр таш түшәлгән. Ә өҫтән ҡояшты күләгәләп, ҙур, ап - аҡ сатырҙар ҡуйылған. Шуларға тоташтырылған һыу һиптергестәрҙән көнө буйы һыу тамсылары һиптерелеп тора, һауа шуға бында ҡоро түгел, эҫелек артыҡ һиҙелмәй. Ул сатырҙар эҫелә күләгәләп, асыҡ тора, ә һалҡын ваҡытта ябыҡ тора, тинеләр. Ваҡыты - ваҡыты менән уларҙың өҫтөнә менеп, йыуып төшөрәләр икән.

Мәсеттең ишектәре һәр тарафта. Хәҙрәт беҙ инеп йөрөйәсәк ишекте күрһәтте лә, ары үтеп киттек. Халыҡ бик күп. Мәсет алдындағы майҙан буш түгел, тиерлек.

Беҙҙең маҡсат: иң тәүҙә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм)дең мәсетенә барып, уның ҡәберенә сәләм биреү. Мәҙинә мәсетен урап үтеп, аръяғына барып туҡтаныҡ. Унда мәсет тышындағы таш майҙанда төркөм - төркөм булып, кешеләр намаҙҙа ултыралар. Беҙ ҙә шунда туҡтап ҡалдыҡ. Хәҙрәт алға баҫты ла беҙҙе таныштыра башланы:

-Беҙ үҙебеҙҙең Хаж ғәмәлебеҙҙе пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт(с.ғ.с.) – дең рухы шәрифтәренә сәләм биреүҙән башларға тейешбеҙ. Беҙҙең алда - пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) мәсете. Хәҙер бында ирҙәр өсөн мәсет. Элек ошо урында уның Ғәйшә (разый Аллаһы гәнһә) менән бергә йәшәп ятҡан өйө булған. Ул вафат булғас, уны ерләр өсөн Ғәйшә (р. г. ) үҙҙәренең өйөнөң бер яғын бүлеп биргән. Уның сәхәбәләре, ислам дине яҡлы кешеләр был ергә ағылғандар, уның янынан бер ҡасан да кеше өҙөлмәгән. Шунлыҡтан, Ғәйшә (р. г. ) өйөн мәсеткә әйләндергән, - тип, тыйыла алмайынса, илай – илай, һөйләне Абдулла хәҙрәт. Уның һөйләгәнен тыңлағанда беҙҙең күҙҙәрҙән үҙенән - үҙе субырлап йәштәр аҡты. Ул туҡтап - туҡтап, күрһәтмәҫкә тырышып, күҙ йәштәрен һөртөп ала ла, һөйләүен дауам итә. Һөйләп бөткәндән һуң:

-Хәҙер мин пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) рухы шәрифтәренә сәләм бирәм: һеҙ минең арттан ҡабатлағыҙ, - тине. Беҙ шым ғына тантаналы тауыш менән уның артынан ҡабатлайбыҙ. Күҙ йәштәре ағыуҙан туҡтамай. Унан һуң күмәкләшеп, шунда уҡ имамыбыҙ артына теҙелешеп ултырып, сәләмләү намаҙына ултырҙыҡ.

Намаҙ тамам булғас, артабан хәҙрәт беҙҙе бынан алыҫ түгел, бер аҙ арыраҡ урынлашҡан уның сәхәбәләре ерләнгән зыяратҡа алып китте.

-Ул ислам дине өсөн һуғышта вафат булып ҡалған сәхәбәләрен ошо ерҙә ерләй торған булған. Ысын мосолман нисек ерләнергә тейеш, мин һеҙгә шуны күрһәтергә теләйем, - тип, һүҙен дауам итте хәҙрәт.

Беҙҙе бейек ҡойма аръяғында урынлашҡан ҡәберлектәр янына алып барҙы. Күҙ күреме ерҙәге сүллектә иҫәпһеҙ - һанһыҙ ҡәберлектәр теҙелеп киткән. Ҡәберҙәрҙең ике яғына: баш һәм аяҡ остарына ус аяһындай ғына таш ҡуйылған - башҡа бер ни ҙә юҡ.

-Хаҡ мосолмандар бына ошолай ерләнергә тейеш. Ҡәбер өҫтөнә төрлө нәмәләр ҡуйып, ауырлыҡ килтерергә ярамай, - тине хәҙрәт беҙгә, ошо ҡәберҙәргә күрһәтеп... Бында кеше байтаҡ ҡына күренә.

Беҙ, эстән генә доғаларыбыҙҙы уҡып, сәхәбәләр рухына сәләм бирҙек.Бер ни тиклем торғас, өнһөҙ генә кире әйләндек. Күҙ алдында ошо күренеш уйылып ҡалды...

Хәҙер беҙ Мәҙинә мәсетенең артҡы яғында инек. Был яҡта ла төркөм - төркөм халыҡ күп ине: кемдәр генә юҡ ине бында, Ер шарының бар яғынан да халыҡ ошонда ағыла. Һәр кем пәйғәмбәребеҙ (с. ғ. с. ) рухы шәрифтәренә сәләм бирергә, тип килгән. Хәҙрәт:

-Хәҙер сәләм бирер өсөн апаларҙы эскә индерәбеҙ. Был мәсеткә ҡатын - ҡыҙҙарҙы, ирҙәр юҡта ғына, иртәнсәк һәм кискеһен сәғәт 7 - нән 9 - ға тиклем индерәләр. Әле киске сәғәт 7. Кеше әҙ булһа, бәлки инә алырһығыҙ. Һеҙҙе Әлфиә абыстай үткәрер, - тип, Әлфиә абыстайға эйәртеп, беҙҙе мәсеткә индереп ебәрҙе.

Әммә унда кеше шул ҡәҙәре күп ине, беҙ, хатта, эстә урынлашҡан пәйғәмбәребеҙ мәсетенең ҡапҡаһына ла яҡынлай алманыҡ.

Иртәгә иртә менән килергә ниәтләп, унан кире сығып, артҡы ишектән Мәҙинә мәсетенә индек. Ишек төбөндә ҡап - ҡара кейенгән ике ҡатын - полицайҙар сумкаларҙы астырып тикшереп, үҙебеҙҙе ҡапшап үткәрә. Башта ошолай тикшереүҙәре ҡыйын кеүек ине, аҙаҡтан өйрәнеп киттек.
Аяҡ кейемдәрен ҡалдырыр өсөн ишек төбөнә бейек итеп эшләнгән шкафтар ҡуйылған. Күбеһе аяҡ кейемен ҡалдыра ла, эскә яланаяҡ, йә ойоҡсан үтә. Беҙ ҙә, икенсе аяҡ кейемен кейеп, намаҙ уҡыған ергә йүнәлдек. Юл буйына теҙеп, һауыттар менән һыу ҡуйылған.

Халыҡ иҫ китмәле күп ине. Кемдәр генә юҡ: имсәк балаһынан башлап, саҡ атлап йөрөгән ҡарт – ҡороға тиклем. Намаҙ өсөн иҙәндәргә балаҫтар түшәлгән, бар ерҙә таҙалыҡ. Күмәк кеше араһынан йырып барып инеп, буш урын табып, балаҫ өҫтөнә теҙләндек .Меңәрләгән кешеләр менән бергәләшеп ахшам намаҙын уҡыныҡ.

11.Мәҙинә мәсете.

Абыстай беҙгә:

-Мәҙинә мәсетендә уҡылған бер рәҡәғәт намаҙ, башҡа ерҙә уҡыған намаҙ менән сағыштырғанда, мең намаҙ уҡыуға тиң, – тине.

Мәҙинә мәсете - эс яҡтан да, тышҡы күренеше лә ифрат бай, матур. Мәсеттең эсе бик үҙенсәлекле итеп, төрлө орнаменттар менән биҙәлгән. “Түбәгә тоташтырылған колонналар ҙа, намаҙ урындарын бүлер өсөн ҡулланылған ҡапҡалар ҙа саф алтындан эшләнгән,” - тинеләр. Барыһын да әллә күпме миллиард долларға Американан алдырғандар, ти.

Бындағы халыҡтың ҡайҙан килгәнен кейемдәренән һәм һәр кемдең муйындарына тағып алған пейджиктар аша белергә була. Ул ике телдә яҙылған, береһе халыҡ – ара тел иҫәпләнгән инглиз

телендә. Байтаҡ ваҡыт үткәс, төрлө телдәрҙәге халыҡ менән аралашырға өйрәнеп алдыҡ. Ымдар, хәрәкәттәр, тел аша үҙ - ара аңлашабыҙ, ярым - ярты, әлбиттә.

Күмәк кеше араһында аҙашмаҫ өсөн, бер – беребеҙҙе ҡарап ҡына эйәреп йөрөйбөҙ. Беҙҙекеләрҙе әлеге лә баяғы ялҡын төҫөндәге аҫылмалы моҡсайҙан танып була. Башҡаларҙа ул төҫ юҡ. Һуңынан ғына иғтибар иттем: һәр илдең үҙ төҫөндәге тап шундай моҡсайҙар икән.

Бында мәсет эсе шул тиклем иркен, аҙашып китеү бер ни ҙә тормай. Ишектәр ҙә бихисап, ҡайҙан килеп ингәнеңде белмәҫкә лә мөмкин. Ишектәр һәр тарафта. Иғтибар һәм дә иғтибар талап ителә.

Халыҡ иҫ китмәле күп булыуға ҡарамаҫтан, эстә һауа һәйбәт, бөтә ерҙә елләткестәр эшләй.

Намаҙыбыҙ тамамланыуға, бер аҙ доғалар уҡып ултырҙыҡ та, тышҡа сыҡтыҡ. Кеше күп, мәсеттән эркелеп сыға. Мәсет алдындағы майҙанда ап - аҡ мәрмәр күренмәй ҙә, бер ҙә тигәндәй, буш урын юҡ, халыҡ менән тулы ине: кемдәрҙер килә, кемдәрҙер ҡайта, кемдәрелер шунда уҡ ултырып, намаҙ уҡый - барыһы ла доғала. Тышта эҫелек кәмемәгән. Бында аҡ сатырҙар аҫтында еләҫ, күләгә.

Ҡунаҡханаға ҡарай атланыҡ. Ҡатын – ҡыҙҙар мәсетенән сығып, бер аҙ үткәс, тәпәшәк кенә итеп бүленеп ҡуйылған ерҙә Кафиәне ғәрәп ирҙәре кеүек ап – аҡтан кейенеп алған ире ҡаршы алды. Беҙ Әлфиә менән шым ғына атланыҡ. Бындағы иҫ китмәле күренештәрҙән һүҙһеҙ ҡалған инек...

Мин тирә – яғымды күҙәтеп, ашыҡмай ғына атлайым. Шул тиклем йылы. Ҡояш байыһа ла, эҫелеге кәмемәй. Шуға иғтибар иттем: күпселек ғәрәптәр яланаяҡ йөрөйҙәр. Шуларҙан күреп, мин дә нәскиҙәремде, туфлиемде сисеп, ҡулыма тотоп алдым да, яланаяҡ атларға булып киттем... Мәсеттән сығып, күләгәнән, сатырҙар аҫтынан үткәнсе килдем дә, ҡояшлы ергә килеп сыҡҡас, таш ергә сығып, ергә яланаяҡ баҫыу менән, аяғым бешеүҙән, һикереп - һикереп киттем. Әлфиә :

- Кит, исәрләнмә, ғәрәп булып тыуырға кирәк,бындый эсседә яланаяҡ йөрөр өчен! - тип көлә. Бер ғәрәп ире миңә ҡарап, башын сайҡап үтте. Тиҙ генә күләгәгә һикереп сығып, аяҡ кейемен кейеп алырға тура килде. Ғәрәптәр нисек йөрөй икән яланаяҡ, ҡыҙған таба кеүек ергә баҫып... ғәжәп...

Тағы ла нимә аптыратты: ғәрәп ирҙәре баштан - аяҡ ап - аҡтан, ә ҡатын - ҡыҙҙар ҡап - йөҙөн күреү мөмкинселеге булманы. Һәр саҡ баштарын аҫҡа эйеп, күҙҙәрен төшөрөп, түбән ҡарап йөрөйҙәр...

Ҡайтып еткәс, өсөнсө ҡатта урынлашҡан бүлмәбеҙгә инеп, йыуынып алдыҡ та киске аш ашар өсөн, дүртенсе ҡаттағы ресторанға күтәрелдек.Бындағы ашамлыҡтарҙың төрлөлөгөн күреп иҫ китте... Нимә генә юҡ ине: беҙ ғүмерҙә лә күрмәгән емеш – еләк, йәшелсәнән башлап, ит – балыҡтан әҙерләнгән һәр төрлө ашҡа тиклем. Һәр береһенән берәр ҡалаҡ һалып алһаң да, һис ашап бөтә алмаҫһың. Мин тик йәшелсә һәм емеш – еләк кенә һайлап алдым. Һәр ингәндә, бер төрлөһөн тәмләп ҡарарға кәрәк, тип, уйлап ҡуйҙым. Һайланып ҡына киске ашты ашап алғас, киренән йәстү намаҙы уҡыр өсөн, мәсеткә йүнәлдек.

Мәҙинәлә тәүге көн шулай һиҙелмәй ҙә үтеп китте.

...Йоҡларға ятҡан кеүек кенә булғайным, иртәнге аҙан тауышына уянып киттем һәм мин ҡайҙа ятҡанымды бер ни тиклем аңғармай торҙом. Башҡалар торғансы, тип, иң беренселәрҙән булып, душ аҫтында ғөсөл алып сыҡтым. Бүлмәлә бер тәҙрә, ул да булһа ҡалын пәрҙә менән ҡапланған. Тышта яҡтымы - юҡмы икәнен белерлек түгел. Ваҡытты сәғәткә ҡарап ҡына белергә мөмкин.

Әле таң атмаған булһа ла, башҡаларҙы көтөп тормайынса, сыҡтым да,бер үҙем генә мәсеткә ҡарай атланым. Ни тиклем иртә булыуға ҡарамаҫтан, төркөм - төркөм булып, халыҡ мәсет тарафына юл

тота, шунлыҡтан мәсетте табыуы ҡыйын түгел ине. Өҫтәүенә, мәсет манаралары әллә ҡайҙан күренеп тора. Барлыҡ ер яҡтыртылған, балҡып тора, иртәнге ҡараңғылыҡ беленмәй ҙә.

Ваҡыт айырмаһы һиҙелмәй. Нимәһе минең өсөн тағы ла ғәжәп: Ерҙең кендегендә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙҙәге ваҡыт менән айырма бер генә сәғәт...

12.Ниәт иткән – моратына еткән.

Мин, мәсеткә инеп, иртәнге намаҙымды уҡыным, унан һуң ниәтемде әйтеп, теләктәр теләнем. Һуңынан үҙебеҙҙекеләрҙе эҙләп табып алдым. Барыһы ла бында ине.

Беҙ бөгөн Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт(с.ғ.с.)-де мәсетенә инеп, сәләм бирергә тейешбеҙ.

Бергәләшеп, кисә үҙебеҙ булған ирҙәр мәсетенә ҡарай атланыҡ. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күп ине. Беҙ мәсеткә инеп, бейек ҡапҡалар алдына рәт - рәт булып ултырышҡан ҡатын - ҡыҙҙар араһына инеп ултырҙыҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ултырыр ер ҙә юҡ ине, тубыҡтарға терәлдек, тиергә була .

Беҙ - бер бүлмәләге дүрт ҡатын бер тирәлә, ә башҡалар арттараҡ урынлашты. Ярты сәғәт тирәһе иҙәнгә түшәлгән балаҫтарҙа көтөп ултырҙыҡ. Полицай ҡатындар тәртип һаҡлап, тупаҫ тауыш менән ҡысҡыралар, алдағы рәттәрҙән кемдәрҙелер ҡыуалар. Беҙ аптырашып, бер - беребеҙгә ҡарайбыҙ: бындай ерҙә тупаҫлыҡты күреү беҙҙең өсөн ғәжәп ине.

Арттараҡ ҡалып урынлашҡан икенсе төркөмдәге ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙ араһынан берәү башҡаларҙы йыра - йыра беҙгә яҡынланы ла Әлфиә абыстайға: ” Беҙ иртәнге ашты ашарға китәбеҙ, кеше бигерәк күп бит , үтә алмаҫбыҙ ул, шуға кисен килербеҙ әле, ” - тине. Абыстай миңә һораулы ҡараны. Мин: ” Башҡаларҙы белмәйем, мин ҡалам, бөгөн үтәм, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмайым, ” - тинем. Тегеләр ҡайтып киттеләр. Беҙ дүртәү тороп ҡалдыҡ.

Тегеләр китеп, 10 - 15 минут та үтмәне, ҡапҡаны астылар, алдағы рәттәрҙәгеләрҙе эскә үткәрә башланылар. Оҙаҡламай, беҙгә сират етте. Беҙ, халыҡ ағымына эйәреп, эскә үттек. Эстә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с. с.ғ.) һәм уның ике сәхәбәһенә таҡтаташтар ҡуйылған. Һәр береһенең алдында туҡтап, сәләм биреп, ултырып намаҙ уҡыныҡ.

Бында ингән барлыҡ ҡатын - ҡыҙҙар үҙҙәрен тыйып тормай, үкһеп - үкһеп илайҙар. Ысынында, унда иламай мөмкин түгел ине. Үҙеңдең ҡайҙа баҫып торғаныңды эске аң аша үткәрәһең, аңлата алмаҫлыҡ тойғо кисерәһең. Һәр кемебеҙ менән дә шулай ине, күрәһең. Иламаҫҡа тырышһаң да, үҙенән – үҙе күҙҙәрҙән бер туҡтауһыҙ йәштәр аға ине. Ултырыу түгел, баҫып торор ҙа урын юҡ ине, шулай ҙа ғәмәлебеҙҙе теүәл үтәп, тыйыла алмай, үкһеп илай - илай, кешеләр тулҡынына эйәреп, мәсеттән килеп сыҡтыҡ.

Минең менән ҡалған ҡатындар аҙаҡтан:

-Апа, сезләргә рәхмәт, ҡайтып киткән булсаҡ, кайчан үтәр идек... Улай тиз булыр, дип, белмәгән идек, кайтып китәргә уйлаган идек бит, ” - тип, миңә рәхмәт уҡый - уҡый, ҡыуанып ҡайттылар. Ә теге ҡатындар кисен дә, икенсе көн дә лә әле үтмәгән инеләр. Өсөнсө тапҡыр барғанда ғына үткәндәр, ахырыһы.

Ниәт итһәң, теләгең үтәлә икәненә тағы бер тапҡыр инандым. Ниәттәр гел генә изге булһын...
13.Мәҙинә - нурлы ҡала.

Мәҙинә матур ҡала. Яҡты ҡала, йылы ҡала, нурлы ҡала... Бында энергетика шундай көслө, үҙеңде ерҙән атлап түгел, осоп йөрөгәндәй, еңел тояһың...

Биш көн буйына Мәҙинә мәсетендә намаҙҙарыбыҙҙы уҡыныҡ, күңелдәребеҙ таҙарынды, сафланды. Беҙҙе шулай итеп, хаж ғәмәлдәре үтәүгә эстән дә, тыштан да – тулайым әҙерләнеләр. Һәр көн Пәйғәмбәребеҙ эҙҙәре буйлап, тауҙарға сәйәхәттәр ҡылдыҡ. Ундағы тауҙарға ҡарап, иҫем китте... Беҙҙәге тауҙар менән сағыштырырлыҡ түгел бындағы тауҙарҙы. Ундай ҙа ҙур – ҙур, этажлы йорттар ҙурлығындағы таштарҙы үҙ ғүмеремдә күргәнем юҡ ине... Бер тау үҙе бер ҙур таштан да торорға мөмкин бында.

Хәҙрәтебеҙ һәр ҡайһыһында туҡтап, уларҙың тарихтарын һөйләне. Бына ошо тауҙарҙа инде Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с. ғ. с.) ислам диненә ҡаршы сығыусыларға ҡаршы үҙенең ғәскәре менән ҡаршы торған. Улар көн – төн, айҙар, йылдар буйы Мәҙинә ҡалаһын уларҙан һаҡлағандар. Ошонда уның бик күп сәхәбәләре шаһит киткән, ошо тауҙарҙа таш эсенә улар ерләнгән...

Абдулла хәҙрәт үҙе Сәүд Ғәрәбстанында белем алған, ун йылдан ашыу йәшәгән. Бик күп белә, үҙенең белгәнен бик матур һәм фәһемле итеп һөйләй. Уны тыңлауы үҙе бер кинәнес.

Икенсе көнөнә тауҙарға сәйәхәт алдынан, финик үҫтерелгән плантацияға алып барҙы. Унда беҙгә Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә яҙып ҡалдырған финигын һатып алырға мөмкинселек булды. Әле баҡсанан емештәр йыйып алынған. Бейек – бейек финик пальмаларының аҫ яғына балыҡ сеткалары кеүек сеткалар элеп сыҡҡандар. Ҡапҡа эргәһендә складҡа финиктарҙы йыйып, рәт – рәт итеп, йәшниктәрҙә теҙгәндәр. Ниндәй генә сорты юҡ бында... Ундағы кеүек эре һәм дә төрлө емеште күргәнем дә юҡ ине...

Пәйғәмбәрбеҙ хәҙисенән хәҙрәтебеҙ һөйләй:

- Бер ваҡыт, әле финик өлгөрмәгән саҡ була, финик емешенә бур эйәләшә. Ҡарауыллап тороп, бурҙы тоталар – бәләкәй генә бер малай була был. Уны Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с. ғ. с.) ҡаршыһына алып киләләр. Ул малайҙан :

-Һин нишләп урлашаһың? – тип һорай. Малай уға:

-Мин финик емешен яратам, – тип яуап бирә.Пәйғәмбәр ( с. ғ. с.) :

-Емеш әле өлгөрмәгән, һин бит ағасты боҙаһың ғына.Бына емеш өлгөрөр, шунан ашарһың, килештекме? – тип, уны сығарып ебәрергә ҡуша. Ниндәй генә осраҡ булһа ла, ул бер ҡасан да асыуланмай.

Мәҙинә ситендәге баҙарҙа бер хәйерсе һуҡыр йәһүд көн һайын Мөхәммәт ( с. ғ. с. ) – де хурлап:

-Эй, туғандарым, һеҙ Пәйғәмбәр Мөхәммәт ( с. ғ. с. ) – ға яҡынламағыҙ,ул аҡылдан яҙған, алдаҡсы, сихырсы. Әгәр һеҙ уға яҡынлаһағыҙ, кем булыуығыҙға ҡарамаҫтан, уның ҡотҡоһона биреләсәкһегеҙ, – тип, көнө – төнө ҡысҡырып йөрөй.

Шуға ҡарамаҫтан, Пәйғәмбәр( с. ғ. с. ) уны көн һайын барып, ашатып – эсереп, тамағын туйҙырып китә. Был хәл уның һуңғы көндәренә тиклем дауам итә. Бына инде хәҙер уны килеп ашатыусы кеше булмай, ул көн һайын “был донъялағы иң киң күңелле кеше ҡайҙа булды икән” тип көтә. Әммә уның кем икәнен белмәгәнлектән, һаман шулай ҡысҡырып, хурлап йөрөүен дауам итә.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с. ғ. с. ) яҡты донъяларҙан киткәс, иң яҡын сәхәбәләренең береһе Әбү – Бәкер уның ҡатыны Ғәйшә (р. г. ) – нән:

-Мин – уның иң яҡын сәхәбәһе, Пәйғәмбәребеҙҙең барлыҡ эшен дауам итергә тейешмен. Мин белмәгән ниндәй ниәте үтәлмәйенсә ҡалды икән? – тип һорай. Ғәйшә ( р. г.) уға Мәҙинә ситендәге бер баҙарҙа йөрөгән хәйерсе һуҡыр йәһүдте көн дә ашатып йөрөүе тураһында әйтә. Әбү – Бәкер сәхәбә баҙарҙан барып, ул ҡартты эҙләп таба ла, көн дә ашата башлай. Тик ул :

- Һин бит мине элек ашатып йөрөгән изге күңелле кеше түгел, уның ҡулдары йомшаҡ, ризығы хуш еҫле, ризығы йомшаҡ һәм тәмле ине, - тип, ул кешенең кем булыуы,ҡайҙа икәнлеге тураһында һорай. Әбү – Бәкер сәхәбә:

-Ул бит Аллаһу Тәғәләбеҙ илсеһе Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с. ғ. с. ) ине, - тигәс, һуҡыр ҡарт йәһүд үҙенең ни дәрәжәлә ҡаты яңылышҡанын аңлап, илап ебәрә.

Шул көндән алып, ул үҙенең хатаһын төҙәтергә тырышып, ошоға тиклем әйткәндәренең киреһен ҡысҡыра башлай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ( с. ғ. с. ) үҙенең ниәтен хәбәр менән түгел, ә изге эше менән иҫбатларға кәрәген беҙгә ошо миҫалда аңлатҡан да инде, – тип, һүҙен тамамланы хәҙрәт.

Беҙ уның ни дәрәжәлә киң күңелле, үҙенең йөрәгендә бер ҡасан да асыу йөрөтмәгәненә, хәҙрәт һөйләгән ошондай бик күп сәхифәләр аша ишетеп, тағы бер ҡат инандыҡ. Юҡҡа ғына меңәрләгән кешеләр уның эҙҙәрен генә булһа ла килеп күрергә , уның үткән юлдарынан үтергә теләмәй икән шул...

Уның рухы шәрифтәренә сәләм бирер өсөн, ул кешеләрҙең меңәрләгән саҡрымдар, әллә күпме ауырлыҡтар аша үтергә риза булыуы ла бик күп нәмәне иҫбатлай ине. Уның һәр һөйләгәненән беҙ үҙебеҙгә әллә күпме һабаҡ алдыҡ, күңелдәребеҙҙә уның яҡты образы кәүҙәләнде...

14.Ҡыҙыл диңгеҙгә сәйәхәт.

Өсөнсө көндә киске аш алдынан, хәҙрәт теләге булғандарҙы, Ҡыҙыл диңгеҙ буйына алып барасағын иғлан итте.

Минең тағы бер теләгем тормошҡа ашасаҡ: мин диңгеҙҙә һыу төшәсәкмен... Эй, Аллаһу Тәғәләм, барлыҡ уйҙарымды ғәмәлгә ашырҙы. Мең - мең рәхмәтлемен үҙеңә һәм дә балаҡайыма...

Икенсе көн иртә менән тороп, иртәнге ашты ашаныҡ та, такси алып, оҙайлы ғына сәйәхәтк сығып киттек. Юлыбыҙ сүллек аша үтә ине. Күп ерҙәрҙә ҡомлоҡтан башҡа бер ни ҙә юҡ. Һирәк – һаяҡ ҡына дөйә көтөүе, йә ап – аҡ, йә ҡап - ҡара һарыҡтарҙан ғына торған көтөүҙәр осраны, бедуиндар йәшәгән ерҙәрҙе үттек. Бер ерҙә туҡтап, бедуиндарҙың йәшәгән ҡоролмаларын ҡарап үттек. Таштарҙан тәпәшәк кенә итеп төҙөлгән ине улар. Эргәһендә көтөүҙә йөрөгән һарыҡтарҙы яҡындан күрергә тура килде. Улар беҙҙәге һарыҡтар менән сағыштырғанда эре һәм бейек кенәләр. Муйындары оҙон, ҡолаҡтары ла оҙон, ике яҡҡа һалынып төшкән. Яҡындан ҡараһаң, һарыҡҡа ла оҡшамаған төҫлө.

Беҙгә хәҙрәт бедуиндар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләп барҙы. Уға өҫтәп, беҙҙе алып барыусы ғәрәп һөйләй, уның һөйләгәнен дә ул беҙгә тәржемә итте. ”Революция осоронда, илдәге болғаныштан ҡасып, бер бай татар кешеһе ошо илгә килеп сыға. Оҙон юлдар үтеп, ошо сүллекккә килеп, бедуиндар менән бергә йәшәй башлай. Астан үлмәҫ өсөн, дөйә көтөүенә яллана. Тырышып эшләп, ул яйлап күтәрелеп китә. Үҙенең дөйәләр көтөүе барлыҡҡа килә. Һәр саҡ үҙе кеүек ыҙалыҡ менән көн күреүселәргә ярҙам итә,” – тип һөйләне ғәрәп. Шул кеше үҙенең ата - олатаһы икәнен әйтеп, беҙҙе аптыратты был ғәрәп.

Бер сәғәт тә үтмәне, йөҙ саҡрым ара үтеп, Ҡыҙыл диңгеҙенә килеп еттек.

Ошоға тиклем йә мәсеттә, йә ҡунаҡханала булғанлыҡтан, эҫелек артыҡ һиҙелмәгән ине. Беҙ ҡояш ҡалҡмаҫ элек диңгеҙ буйынд инек инде. Офоҡта ҡояш күренеү менән, эҫелек үҙен һиҙҙерҙе. Ул үҙе ҙур, үҙе ҡып - ҡыҙыл, үҙе яҡын ғына. Бөтөнләй беҙҙәге ҡояшҡа оҡшамаған... Ҡыҙыуы ла бөтөнләй башҡа, өтөп алып барған ҡыҙыулыҡ.

Диңгеҙ буйына килеп төшкәс, һыуҙың киңлегенә, таҙалығына, сафлығына иҫ китте. Зәп-зәңгәр булып горизонтҡа тиклем йәйрәп ята диңгеҙ, иге – сиге юҡ... Һис тә исеменә тап килмәгән ине, үтәнән - үтә күренмәле зәңгәрһыу тулҡын һиҙелер - һиҙелмәҫ, тыныс ҡына тирбәлә. Хәҙрәт алдан әйткәненсә, бында аулаҡ ине. Беҙҙән башҡа яр ситендә ҡомлоҡта бер - ике генә кеше күренә. Улары ла яр буйҙарын таҙалап йөрөүсе ғәрәптәр.

”Апалар, һыу төшөргә барығыҙға ла ябыҡ кейемдәр алырға кәрәк булыр, ” - тип , алдан беҙҙе хәҙрәт иҫкәрткән ине. Бар тәнебеҙҙе ябып торған оҙон күлдәктәребеҙҙе кейеп, диңгеҙгә төшөп киттек. Төбөндәге ҡырсын үтә күренеп ята, яр ситендә һыу һай ғына. Байтаҡ барғас ҡына тубыҡтан өҫтә булды. Башҡалар артабан кисеп киттеләр, беҙ Әлфиә менән шул тубыҡтан өҫтә булған урында һыуҙа ятып ҡалдыҡ.

Алда , күҙ күреме ерҙә ап - аҡ булып кораллдар күренә ине. Хәҙрәт: ” Кораллдарға тиклем барып етмәгеҙ, шулай һай бара - бара ла, ҡапыл ғына 40 метр тәрәнлеккә төшөп китә,” - тигәйне беҙгә.

...Һыу йылы. тулҡында тирбәлеп ятабыҙ. Рәхәтлектең сиге юҡ... Күк йөҙө ап - аяҙ. Күк тә - күк, һыу ҙа - зәңгәрһыу төҫтә. Бар донъя минең яратҡан төҫкә мансылған...Йылы тулҡында тирбәлеп ята торғас, ойоп киткәнмен. Бер ваҡыт, күҙемде асып ебәрһәм, мин әллә ҡайҙа килеп сыҡҡанмын. Алға киткән ҡыҙҙар арыу уҡ алыҫта, бер яҡ ситтә тороп ҡалғандар. Һиҙҙермәй генә тулҡын йөҙҙөрөп алып китеп бара икән.

Эргәмдә Әлфиә лә юҡ. Ул, эсергә һыу алып килер өсөн, ярға сыҡҡан булған икән. Кире әйләнеп килеүенә, мине күҙ алдынан юғалтҡан да ҡуйған. Минең эргәгә килгәндә, ҡараштары шөбһәле ине шул...

Мине күргәс ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. “Нимә булды, нимәгә көләһең ул? “ - тип һорайым. Ул:

-Ҡыуанысымдан көләм. Мин бит һине юғалтып, эҙләп йөрөйөм. Мин киткәндә, һин бит анааауында ятып ҡалғайның... Килә ятам, килә ятам – һин юҡ та юҡ... Әллә берәй балыҡ йотҡанмы быны, тип, уйлай башланым. Ҡысҡырам, ишетмәйһең дә, ҡот осто бит әй! – ти. Мин үҙем дә аптыраным, һиҙҙермәй генә ошолай йөҙөп китеп барғаныма.

Ул килгәс, тулҡында арыу уҡ ҡына тирбәлеп яттыҡ. Өҫтән ҡояш ҡыҙҙыра. Һыу тәнгә рәхәт тыныслыҡ бирә. Өҫтәүенә, шул рәхәтлектән, үҙенән - үҙе ойота. Тән дә, йән дә ял итә. Оҙаҡ ҡына яттыҡ һыуҙа кинәнеп, тулҡында тирбәлеп.

Әлфиә - сыҙамһыҙ ҡатын: ” Сыҡмайбыҙмы?! ”- ти миңә. Бер ҙә генә был иҫ китмәле рәхәтлектән, тыныслыҡтан айырылаһы килмәй... Теге ҡыҙҙар ҙа былай табан ыңғайлағас, күмәкләшеп, сығыр яҡҡа йүнәлдек.

Хәҙрәт беҙҙән байтаҡ ситтә бер үҙе һыуҙа йөҙә ине. Беҙ ярға ыңғайлағанды күргәс, ул да килеп сыҡты. Ул эргәлә торған кафенан һәр ҡайһыбыҙға берәр шешә һыу, худдог һәм кофе алып бирҙе. Оҙаҡ ҡына һыуҙа ятып, асыҡтырған булған икән. Тәмләп ашап алдыҡ.

Беҙ һыуҙан сыҡмай ятҡанлыҡтан, артыҡ эҫелеген тойманыҡ. Тәндәребеҙ ҙә, йәндәребеҙ ҙә ял алып,юлда рәхәтләнеп ойоп, ҡунаҡханаға ҡайтып индек.

15.Король бүләге.

Мәҙинәлә үткән һәр көн кискеһенен, йәстү намаҙынан һуң, хәҙрәт барыбыҙҙы ла дәрескә саҡырҙы. Ул үҙебеҙ йәшәгән ҡунаҡхананың мәсетендә үтте. Унда беҙгә ”Фатиха”доғаһының мәғәнәһен аңлатты, дөрөҫ итеп уҡырға өйрәтте. Беҙҙе бар яҡлап та хаж ғәмәлен нисек дөрөҫ итеп үтәргә әҙерләне. Шулай итеп, Мәҙинәлә үткән биш көн беҙҙең өсөн бик фәһемле булды, һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Беҙ үҙебеҙҙең ниндәй әһәмиәтле һәм мөһим миссия үтергә әҙерләнгәнебеҙҙе ошонда ғына

аңлағанбыҙҙыр, тип уйлайым.
Бишенсе көндә беҙгә Сәғүд Ғәрәбстаны короленең бүләген тапшырҙылар: был, ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙары кейә торған ҡара төҫтәге, бик ҡиммәтле тауарҙан зауыҡ менән тегелгән күлдәк менән ҡара яулыҡ ине: һис тә уйламағанда, бик ҡәҙерле бүләк алдыҡ беҙ. Уны беҙгә Ғәрәбстан короленең илсеһе булған принц тапшырҙы.

...Аҙаҡтан, Мәккәлә Ҡәғбәлә намаҙ уҡыған ерҙә беҙҙең кеүек Хаж ғәмәле үтәр өсөн килеүсе ҡаҙаҡтарҙы осраттыҡ. Ысынында, улар беҙҙе яҡын күреп, туғандарын осратҡандай , ихлас күңелдән ҡыуандылар. Улар үҙҙәренең Әл - Хәрәм мәсете эргәһендә урынлашҡан Нурсолтан Наҙарбаев ҡунаҡханаһында урынлашҡандарын ҙур ғорурлыҡ менән һөйләнеләр. Нурсолтан Наҙарбаев шул отелдең ике ҡатын һатып алған икән. Барлыҡ Хажға килеүсе милләттәштәре шунда урынлаша. Әле умраға дүрт кеше: ҡәйнә - ҡайны, ул – килен - бергәләшеп килгәндәр. Бергәләшеп намаҙ уҡығандан һуң, ҡаҙаҡтар үҙҙәре менән термоста алып йөрөйҙәр икән, беҙгә ҡайнар сәй тәҡдим иттеләр. Телдәребеҙ яҡын булғас, аралашып киттек. Улар үҙҙәре менән таныштырҙылар. Шул саҡ ҡәйнә булғаны беҙҙән:

-Беҙҙә бит мосолмандар ҡара кейенмәй, һеҙ нимәгә улай ғәрәптәр кеүек кейенеп алғанһығыҙ? – тип һораны. Әл - хәрәм мәсетенә Әлфиә менән икәүләшеп, теге бүләк күлдәктәрҙе кейеп килгән инек. Беҙ уларға был күлдәктәрҙең Ғәрәбстан короленән бүләк икәнен аңлаттыҡ. Улар күлдәкте тотоп - тотоп ҡаранылар, аптырашып баш сайҡанылар:

-Уй - бай, ҡалай шәп! Беҙгә нишләп бирмәнеләр икән?

-Беҙ бит Рәсәйҙән килгәнбеҙ, бәлки шуғалыр? - тинек беҙ.

Бынан шул билдәле булды: бындай бүләк бөтәһенә лә эләкмәгән икән...

...Бөгөн Мәҙинәлә һуңғы көнөбөҙ. Өйләнән һуң, бынан 500 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан Мәккәгә автобуста юлланасаҡбыҙ...

16.Мәккәгә – юл.

... Аҙан тауышы иртәнге намаҙға саҡыра. Шундай моңло, үҙе бер тыңлап туймаҫ йыр кеүек. Күҙҙәремде асмай ғына, ошо мәлде оҙаҡҡараҡ һуҙырға теләп, тормай ятам. Абыстайыбыҙ Әлфиә беҙгә хәйерле иртә теләп, Мәҙинә мәсетендә үтәсәк һуңғы иртәнге намаҙҙарыбыҙҙан һуң , умра үтергә әҙерләнәсәгебеҙҙе әйтеп,торорға саҡырҙы. Йыуынып алып, мәсеткә атланыҡ.

Яуаплы мәл яҡынлашҡанын тойоу тойғоларыбыҙҙы эстә тоторға, үҙебеҙҙең әйткән һүҙебеҙгә, тәртибебеҙгә, хатта һәр эшләгән хәрәкәтебеҙгә ниндәйҙер тыйнаҡлылыҡ, сикләнгәнлек өҫтәне. Хатта һәр саҡ ҡысҡырып һөйләргә, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә һәр нәмәгә ҡыҫылырға яратҡан Әлфиә лә уйсан, өндәшмәҫ булып китте. Ә Ҡафия ханым бөтөнләй өндәшмәҫкә әйләнде. Барыбыҙ ҙа шым ғына, эстән генә, үҙен яуаплы ғәмәлгә әҙерләй ине.

Мәсет менән һәр кем эстән генә хушлашты. Беҙҙең бындағы һәр мәлебеҙ бәйле булған Мәҙинә мәсете минең ғүмерем юлының бер киҫәгенә әйләнер инде...

Бындағы иҫ киткес матурлыҡ,баш әйләндергес хуш еҫ, күтәренке, асыҡ күңелле мең төрлө милләт кешеләре үҙе ни тора бит... Барыһы бер теләктә, изге ниәттә...

Иртәнге һәм ниәт намаҙҙарыбыҙ тамам булып, ҡунаҡханаға әйләнеп ҡайтҡас, һәр кемебеҙ шым ғына әҙерләнә башланы: доғалар уҡый – уҡый, аяҡ – ҡул тырнаҡтары киҫелде, сиратлап, таҙарынып – йыуынып, өҫтәребеҙгә ихрамдарыбыҙҙы кейеп алдыҡ. Ихрам – ул Ҡәғбәлә ғәмәлдәребеҙҙе үтәгән саҡта кейә торған кейемдәр. Ҡатын – ҡыҙҙар бөтә ғәүрәтен ҡаплап торған оҙон күлдәктәрҙә,ә ир – егеттәрҙеке тәндәрен япҡан ике аҡ материал киҫәктәренән тора.

Бына беҙҙең көткән мәл килеп етте: бөгөн беҙ хаж ғәмәлен үтәсәкбеҙ, Алла бирһә!

Алдыбыҙҙа ер шарының кендеге булған Мәккә ҡалаһына алты сәғәтлек юл...

Ресторанға күтәрелеп, иртәнгене ашағандан һуң, багаждарыбыҙҙы үҙебеҙ менән алып, ҙур автобусҡа тейәлдек. Хәҙрәттең юл нәсихәтен тыңлағандан һуң изге юлға ҡуҙғалдыҡ...

Ниндәй доғалар уҡырға кәрәклеген хәҙрәт беҙгә өйрәткән ине. Бер кем дә артыҡ һөйләшмәй, һәр кемебеҙ үҙ алдына аяттар уҡып, алда ни булырын тоҫмаллап, уйға сумып килә. Ваҡыты - ваҡыты менән, хәҙрәтебеҙ Мөхәммәт пәйғәмбәр (с. ғ. с.) тураһында мәғлүмәт бирә. Шундай фәһемле итеп һөйләй, тын да алмай тыңлайбыҙ. Уның эргәһендә беҙҙе оҙатып теге, беҙгә бүләктәр тапшырған ғәрәп илсеһе килде. Күберәк ул һөйләне, хәҙрәт уның һөйләгәндәрен тәржемә итеп бара.

...Тәҙрә аша юлды күҙәтеп киләм. Бер йәшеллек заты күренһәсе... Нисек кенә көн күрә икән бындағы йән эйәләре...

Ара - тирә күләүектәй генә һыу ятҡылыҡтары, йә шишмәләрҙәй генә йылғалар осраштыра. Шунда ғына үҫемлек ишараттары осрай. Сүллектә эре - эре ҡамғаҡтар тәгәрәп йөрөгәне күренеп ҡала. Һирәк - мирәк йәшеллек булған ерҙәрҙә тәпәшәк кенә ниндәйҙер тарбағай ағас осраштыра. Ике - өс урында ғына кеше йәшәгән ерҙә, йә заправка кеүек урындарҙа теҙелеп пальмалар үҫкәне күренеп ҡалды. Уларын ултыртҡандарҙыр инде, һуғарып тораларҙыр, юҡһа нисек үҫһен сүллектә бындай эҫелә...

Эҫелек беҙгә һиҙелмәй. Автобуста елләткес яҡшы эшләй.

Ярты юлды үткәс, бер бәләкәйерәк мәсеттә икенде намаҙына туҡталдыҡ. Эргәһендә бер - нисә ҙур - ҙур йөк һәм дә еңел машиналар туҡталған. Барыһы ла намаҙ уҡырға мәсеткә инәләр. Мәсет эргәһендә бәләкәй генә кафе урынлашҡан. Юлсылар намаҙға туҡтаған мәлдә туҡланып та сығалар.

Башта бәҙрәфкә йүнәлдек. Һәр ҡайҙа таҙалыҡ. Ҡап - ҡара кейемдәге ғәрәп ҡатын -ҡыҙҙар байтаҡ ҡына, уларҙың йөҙҙәре хатта бәҙрәфтә лә ябыҡ. Бәләкәй генә ҡыҙҙары ла шундай уҡ ҡара төҫтәге, бар ерен ябып торған оҙон күлдәктәләр. Тик уларының йөҙҙәре асыҡ.

Һәр ерҙәгесә, ҡатын - ҡыҙҙар өсөн айырым мәсеткә инәбеҙ. Бында һалҡынса, саф, таҙа, һил генә. Ниндәйҙер хуш еҫтәр аңҡып тора. Бер яҡ ишектән аяҡ кейемдәребеҙҙе сисеп, ҡулдарыбыҙға тотоп инәбеҙ. Шунда уҡ иҙәндәргә түшәлгән матур балаҫтар өҫтөнә баҫып, намаҙ уҡыйбыҙ. Бында ҡатын – ҡыҙҙар күп түгел. Уҡып бөткәс, ҡалғандарға ҡамасауламаҫҡа тырышып, аяҡ осона ғына баҫып, икенсе яҡ ишектән сығыуға йүнәләбеҙ.

Автобусыбыҙға ултырышып, ҡуҙғалып киткәс, ашарға емеш – еләк таратып бирҙеләр. Әлдән - әле бәләкәй шешәләр менән эсер һыу тараттылар. Ҡояш байыуға яҡынлашҡанда, Сәғүд Ғәрәбстанының ғына түгел, бар ислам донъяһының үҙәге булған Мәккә ҡалаһына яҡынлаштыҡ.

17.Мәккә – ғәжәйеп ҡала.

Мәккә - Ер шарының кендегендә урынлашҡан, бик үҙенсәлекле ҡала. Ул таш тауҙар өҫтөндә төҙөлгән. Бында иҫ китмәле бейек таштар өҫтөнә һалынған өйҙәр өҫтөнлөк итә. Беҙ бында Мәҙинәләге кеүек тарихи урындарға сәйәхәт ҡыла алманыҡ. Беҙ бында үҙебеҙҙең төп маҡсатыбыҙ булып торған Хаж ғәмәлдәрен үтәйәсәкбеҙ.

Бында ҡояш ҡып - ҡыҙыл, үҙе ҙур шар кеүек. Ул ҡалҡҡан саҡта ла, байығанда ла шулай ҙур һәм ҡып-ҡыҙыл. Һәр саҡ яҡында ғына тора. Эңере лә беҙҙәгенә һис тә оҡшамаған.

Ҡала әллә ҡасан күренһә лә, ҡараңғы төшөүгә генә Мәккәгә килеп инеп, үҙәккә яҡынлаштыҡ. Тәҙрәнән күҙәтеп барыуы бик ҡыҙыҡ ине: артыҡ бейек булмаған өйҙәрҙә һирәк - һаяҡ ҡына ут яна. Алыҫтан ҡала өҫтөндә яҡтырып, бер сәғәт эленеп торғаны күренә. Ул күктә аҫылынып торғандай тойола. Хәҙрәт был сәғәт ҡаланың уртаһында, Ҡәғбә эргәһендә урынлашҡанлығын әйтте. Ул ҡаланың бар яғына ла күренеп торорлоҡ итеп, 670 метр бейеклектә отелдең башында урынлаштырылған. Сәғәт телдәренең бәләкәйе - 67, ҙуры - 72 метр оҙонлоғонда. Сәғәттең өҫтөндә алтын ай тора, башҡа ерҙәге мәсет башындағы ай ҡиблаға йүнәлеште күрһәтһә, бында ул арҡаһына ятҡан Ул айҙың ауырлығы - алты тонна. Уның эсендә ресторан урынлашҡан, тинеләр.

Беҙҙе иң алда ҡунаҡханаға килтереп урынлаштырҙылар. Шунда уҡ өсөнсө ҡатта урынлашҡан ресторанға барҙыҡ. Бында ла теләгән нәмәңде күпме кәрәк

шул тиклем, үҙең һалып алып ашайһың. Менюла финиктың ниндәйе генә юҡ, йәшелсә – емештең дә беҙ күреп тә белмәгән төрҙәре бихисап.Аштар ҙа, икенсе блюдолар ҙа гел йәшелсәнән тора . Ҡош - ҡорт ите, һыйыр – һарыҡ итенең төрлөсә әҙерләнгәне етерлек. Төрлө балыҡ блюдолары күп. Салаттарҙың ниндәйе генә юҡ. Һайлана башлаһаң, күҙ йүгерә. Тик беҙҙең ашауҙа артыҡ эш юҡ, алда ниәт үтәү теләге генә...

Ашап - эсеп алғас, кемдәргә кәрәк - сафланып - таҙарынып алдыҡ та, дүртенсе ҡатта урынлашҡан ошондағы уҡ ҡатын – ҡыҙҙар мәсеткә инеп, ахшам намаҙын уҡыныҡ.

Башҡаса бер нәмәгә лә туҡталып тормайынса, ҡала уртаһында урынлашҡан Әл - Хәрәм мәсетенә юл тоттоҡ. Беҙҙе төркөмләп - төркөмләп, таксиға ултыртып ебәреп бөткәс, беҙҙең арттан хәҙрәт менән Әлфиә абыстай килеп етте...

18. Ниәттәр үтәлер мәл етте...

...Бына беҙ күпме әҙерләнгән, хыял иткән, көткән ҡәҙерле мәл етте: ҡурҡыу ҡатыш тәрән хис мөлдөрәмә күңел менән, ныҡ тулҡынланған хәлдә, һәр кемебеҙ эстән генә доғаларыбыҙҙы ҡабатлап, Аллаһу Тәғәләбеҙҙән Рәхмәт ишектәрен асыуын һорап, уң аяҡтарыбыҙ менән мәсет тупһаһын ашатлап үтәбеҙ...

Бында ла, Мәҙинә мәсетендәгесә, сумка - рюкзактарҙы ла, үҙебеҙҙе лә тикшереп үткәрәләр. Аяҡ кейемдәрен таҙаһына алмаштырабыҙ. Хәҙрәт артабан нишләргә кәрәген аңлата.

Иң ҙур мәсеттәрҙең береһе булған Әл - Хәрәм мәсетенең эсе яҡты, иркен, ҙур. Беҙ ингән ишектән төрлө яҡҡа табан юлдар китә, юлдар буйлап, матур балаҫтар түшәлгән. Беҙҙең алдан атлаған хәҙрәттән ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Бер ни тиклем барғас, асыҡлыҡҡа килеп сыҡтыҡ. Унда баҫҡыстар буйлап аҫҡа төшәһең. Беҙҙең алдағылар түбән төшә башланылар. Мин иң өҫкө баҫҡыста торам. Аҫта - халыҡ ағымы. ... Иҫ китмәле яҡтылыҡтан күҙҙәр сағылды. Абайлабыраҡ ҡараһам: түңәрәк майҙан уртаһында Ҡара Таш тора... Бына ул беҙҙең көткән сәғәт, бына ул Тәңребеҙҙең изге Ташы...

Йөрәктәр дөпөлдәп тибә, Аллаһу Тәғәләнең ҡаршыһына барып баҫабыҙ бит...

”Тәлбиә”доғаһын эстән генә ҡабатлайым:”Ләббәйкә Аллаһүммә ләбәйк...Эй, Аллаһым! Һинең ҡаршыңа киләм... ”

Ул минуттарҙа кисергәнемде бер ниндәй һүҙ менән дә килештереп аңлатырлыҡ түгел... Доғамды ҡабатлай – ҡабатлай, баҫҡыстан түбәнгә төшәм. Ике күҙем Ҡара Ташта, бына ул ниндәй икән...

Уны үҙ күҙҙәрем менән күреү бәхетенә ирешкәнем аңыма саҡ барып етә. Барлыҡ кешеләрҙә лә шундай хистәр ташалыр: барыһының да йөҙҙәре балҡып, күҙҙәре янып тора...

Ташты әйләнеп йөрөгән кешенең иҫәбе – хисабы юҡтыр. Ир - егеттәрҙең күпселеге күҙ сағылырлыҡ ап - аҡ ихрамда, ул ике киҫәк тауар: береһе менән аҫ яҡтарын уратып, бер осон күлдәк итәге кеүек, бәйләп ҡуйғандармы, ҡыҫтырғандармы шул, ә өҫ яҡтарына бер яурын аша һалып ҡына ҡуйғандар, икенсе яурындары яланғас. Ҡатын – ҡыҙҙарҙың барыһының да бар тәнен япҡан оҙон аҡ күлдәктәләр. ...Миндә ҡапыл ғына шулай тойғо тыуҙы: мин ожмахҡа килеп эләкмәнемме икән... Бында тулы Әҙәмдәр һәм Һауалар кеүек... Яҡтылыҡ, нур, сафлыҡ, ап - аҡ төҫ - барыһы бергә ҡушылып, мине ысынбарлыҡ донъянан ситләштерә, күрәһең...

Алыҫ илгә сәфәр ҡылдым , ата - бабам йәйәү ҡылған.

Улар йылдар буйы үткән, мин бер көндә үтә алдым.

Ер шарының кендегенә барырымды кем белгән...

Иң бәхетле кеше генә унда сәйәхәт ҡылған.

Башҡа һауа, һыу ҙа дауа, бында бит башҡа донъя -

Йән һәм тән бергә тоташҡан, Аллам ҡаршында бар ҙа.

Әйтерһең, килеп эләктем әкиәт донъяһына.

Әллә ожмахҡамы икән? Сихри моң донъяһына...

Башҡа донъя, башҡа заттар - барыһы ла саф һәм аҡ.

Торамын Аллам ҡаршында баш эйеп, ғәфү һорап.

Бәндәселек менән ҡылған гонаһтарым етерлек,

Үҙем өсөн генә түгел - барыһын ғәфү итерме...

Ете ырыуым, ете затым, таныш - таныш түгелдәр,

Һоранылар - үтәр кәрәк: һорап, башым эйелгән.

Барыһы ла йөкмәттеләр: Аллам һиңә бирер, тип.

Булдым көн - төн намаҙлыҡта, бурыс булып йөрөр, тип.

Ырыуымдың араһынан мин - һайланған бәндәңмен,

Рәхмәтлемен яҙмышыма: башҡа донъя әйләнде.

Иртәме - һуңмы, һәр бәндәң килер шулай ҡаршыңа.

Юл асҡаның өсөн миңә баш орамын ҡаршыңа.

Изге юлға баҫтырғанға, еткергәнгә моратҡа,

Үҫтергән өсөн улымды изге итеп, ир - атты.

Уттан, һыуҙан, хәүефтәрҙән, аңһыҙ ҡазаларыңдан,

Хәрәмдәрҙән, ауырлыҡтан, бер үк Үҙең арала!

Теләгән һәр бер теләге алдына килеп торһон,

Янында булған һәр кем изге юлға боролһон.

Ҡәғбә эргәһенә төштөк. Аллаһу Тәғәләбеҙ алдында ниәт намаҙына әҙерләндек. Ир - егеттәр өсөн бүленгән урында улар - айырым, беҙ икенсе яҡта, ап – аҡ мәрмәр иҙәнгә теҙләндек.
Шунда уҡ изге зәм – зәм менән тулы һауыттар теҙелеп киткән. Хәҙрәтебеҙгә эйәреп, Хаж ғәмәлдәрен үтәү өсөн тағы ла ниәт ҡылдыҡ, доғаларыбыҙҙы, изге теләктәребеҙҙе эстән уҡып, һалҡын ғына, саф, күҙ йәштәре кеүек мөлдөрәп кенә торған зәм – зәм һыуын уртланыҡ, күңелебеҙ булғансы эстек, шунан һуң бит – ҡулдарыбыҙҙы сайҡатып, башыбыҙҙы һыпырҙыҡ.

Төн булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ бик күп ине. Хәҙрәтебеҙ :” Оло Хаж осорондағыса, халыҡ күп, тиҙәр ине шул, ” - тине...

19. Аллаһу Тәғәләм ризалығы өсөн...

Намаҙҙан һуң, төркөмдәштәребеҙ менән бергә бер яҡ ситтә, әйләнештең билдәләнгән башында туҡталып ҡалдыҡ: унда алтындан эшләнгән бағана башына ҙур йәшел яҡтыртҡыс урынлаштырылған. Шунан бөркөлә, ахыры, сихри нур... Ошо инде беҙҙең юл башы. Изге сәғәттәрҙә...

Шул ваҡытта хәҙрәт арба эҙләй башланы. Шул саҡ минең аңыма барып етте: былар мине арбаға ултыртып алып йөрөмәксе түгелме...

Мин:

-Мин нимә өсөн килдем бында?! - тип һорайым хәҙрәттән. Ул миңә аптырап ҡарай.

-Мин рәхәтлек эҙләп килмәнем, барлыҡ кеше нимә үтергә тейеш, шуны үтәм. Ярай, һеҙҙең кеүек шәп атлап йөрөй алмам. Йөрөрмөн үҙ яйыма, — тим.

Ул әйтә:

-Күрәһегеҙ бит, халыҡтың күплеген, аҙашып китеүегеҙ мөмкин. Беҙ һеҙҙең өсөн яуаплы, улығыҙға нимә тип яуап бирербеҙ... Беҙ уға һеҙҙе имен-аман ҡарап алып йөрөрбөҙ, тинек , - ти.

Ысынлап та, Ҡәғбә урап йөрөгән кешенең иҫәбе - һаны юҡ, ташҡын кеүек ағыла, өҫтәүенә шәп атлап йөрөйҙәр... Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең, ҡарап торғандан ғына ла баш әйләнә ине. Шулай ҙа үҙ һүҙемде тыҡыйым:

-Юҡ, барыбер үҙем үтәм. Мин, күпме кәрәк, шулай әйләнеп йөрөп, аҙаҡтан ошо ерҙә һеҙҙе көтөрмөн, - тием.

Хәҙрәт миңә:

-Был түңәрәк әйләнеше - 1500 метр. Сәғәт әйләнешенә ҡаршы доғаларҙы уҡый – уҡый, 7 тапҡыр үтергә. Унан һуң Сафа менән Мәрүә тауы араһы - 3 км, уны ла шулай уҡ 7 тапҡыр, туҡтап тормаҫтан, үтергә кәрәк, һеҙҙең хәлдән килерлек түгел! - ти.

Әммә мин уның һүҙҙәре менән ризалашманым, үҙ һүҙемдә торҙом. Шулай хәҙрәт менән аңлашып торғанда, беҙҙең янға Татарстандың Нурлан ҡалаһынан ире һәм 14 йәшлек улы Шамил менән килгән Гөллирә исемле ҡатын килде лә:

-Апа, тотоногоз миңаргә, тик ычкынмагыз, миннән калмаска тырышыгыз. Йәме, апа?!-тип, мине беләгемдән эләктереп алды һәм беҙ халыҡ ағымына ҡушылып, Ҡәғбә уратып, бергәләшеп атлап

киттек. Ул шәп атлай, мин дә, ҡалышмаҫҡа тырышып, уның беләгенә аҫылынып алғанмын да, бар хәлемә йүгерәм. Гөлфирә менән беҙҙе уның ғаиләһе көтөп -көтөп ала. Мин, үҙемсә, йүгергән кеүек булһам да, барыбер тегеләр артынан өлгөрә алмайбыҙ.

Шул килеш күпме үткәнбеҙҙер, мин иҫәпте юғалттым. Бер төрлө күҙ алдары ҡараңғыланып - ҡараңғыланып китә, тик һиҙҙермәҫкә тырышам. Беҙҙең һуңғы тапҡыр үткәнебеҙҙе көтөп, ситкә сығып баҫып торған үҙебеҙҙең төркөмгә яҡынлашҡанда, шыбыр тиргә батып, минең бөтөнләй еп өҙөрҙәй ҙә хәлем ҡалмаған ине...

Ханты - Мансиҙан килгән татар ҡатын - ҡыҙҙары үҙҙәре айырым төркөмдә баҫып торалар. Уларҙың ҡулында нисә мәртәбә уратып үткәнде һанай торған компас кеүек нәмә. Күҙҙәре миндә, “был имгәк ҡайҙан килеп сыҡты ” тигән кеүегерәк ҡарап баҫып торалар, тик өндәшмәйҙәр. Бәлки, минең ныҡышмал булыуыма аптырап ҡарағандарҙыр, кем белә... Аҙаҡтан, Аллаһым ризалығы өсөн тейеш ғәмәлдәребеҙҙе үтәгәс, ҡайтыр саҡта улар миңә:

-Һеҙ - супер женщина ! -тиәсәктәр.

Беҙҙе көтөп баҫып торған хәҙрәт беҙгә: ” Ете мәртәбә урап сыҡтыҡ. Хәзер 2 рәҡәғәт намазыбызны укийбыз, шуннан Сафа тавына күтәреләбез. Сезнең хәлләрегез ничек, апа, армадыгызмы? Тавларны үтә алырсызмы, әллә арба аликмы?” - ти, миңә ҡарап.

Минең өндәшерлек тә хәл юҡ ине. Мине алып йөрөүсе Гөллирә лә арыны...

Әҙерәк кенә туҡтап тороп, тын алдыҡ, шунда теҙелешеп торған һауыттарҙан, кәрәкле доғаны уҡый - уҡый, зәм - зәм һыуын уртланыҡ. Унан башҡаларға ҡарап, ҡулдарыбыҙҙы йыуып, бит - баштарыбыҙға сәсрәтеп, үҙебеҙҙе сафланыҡ. Мин яйлап ҡына үҙ хәлемә киренән ҡайттым. Ә намаҙ уҡып алғас инде, миңә көс инеп китте. Тик шунан һуң ғына мин хәҙрәткә:

-Юҡ, хәҙрәт, миңә бер ниндәй ҙә арба кәрәкмәй, хәлем һәйбәт, - тип әйтә алдым.

Артабан Сафа тауына сыҡтыҡ. Мәрүә тауы менән икеһенең араһы бейек түгел, һөҙәк кенә. Етмәһә, унда халыҡ Ҡәғбә эргәһенә ҡарағанда һирәгерәк. Сөнки, шул уҡ халыҡ бында ағылып сыҡһа ла, иркен дә, араһы алыҫ та булғас, кеше кәмерәк тойола.

Ике яҡта - ике тау. Сафа тауы башында, ҡыйблаға ҡарап баҫып, хәҙрәт артынан доғаларыбыҙҙы ҡабатланыҡ.

“Ошо ике тау араһында теләгән барлыҡ теләктәр Аллаһу Тәғәлә тарафынан ҡабул ителә!”- тине беҙгә хәҙрәт...

20.Телдә - доғалар, күңелдә - теләктәр...

Күптәрҙең үтенестәрен бәләкәй генә блокнотҡа яҙып алғанмын. Хатта бөтөнләй ят кешеләр ҙә, Хажға барыуымды белеп ҡалғас, үҙҙәре, йә яҡындары өсөн теләктәр теләүемде үтенгән инеләр: кемеһенең балаһы ауырый, кемеһенең эше ырамай, кемеһенең буласаҡ килене бәләгә тарыған, кемдер балаһының намаҙға баҫыуын теләй, кемдәрҙеңдер Хажға әҙерләнеп бөткән ерҙән юлдары ябылған...

...Өфө аэропортында эшләткән инем бер вакцинаны. Шунда сиратта көтөп ултырғанда, һеңлем менән юл тураһында һөйләшеп ултырған инек. Беҙҙе тыңлап ултырған укол эшләгән мәрйә шәфҡәт туташы минең ҡайҙа барыуым тураһында төпсөбөрәк һорашты.Икенсе көндө юлға сығыр алдынан бер ят телефондан шылтыратыу булды. Алһам, ошо ҡатын булып сыҡты. Ул минән ҡайҙа, нимә өсөн барыуымды һорашты ла, үҙенең үтенесен белдерҙе:

-Мин һеҙҙән үтенеп һорайым, шунда минең буласаҡ киленемә һаулыҡ теләгеҙ инде, телефонга уның турала ентеклерәк яҙып ебәрермен, - ти.

Мин башта аптырап ҡалдым, “улай буламы икән ул: кеше өсөн кемдер теләк теләү мөмкин эшме икән” тип.

Яуап бирер алдынан үҙемдең дин яғынан уҡымышлы яҡыныма шылтыратып, унан белештем:

-Эйе, хажда саҡта һинең теләгән барлыҡ теләктәрең Аллаһу Тәғәләбеҙ тарафынан ҡабул ителә. Үтәлеү – үтәлмәүе тик унан тора, һора, һин бит хәжиә буласаҡһың, хәжиәнең бар теләктәре лә тура Уға етә, - тине яҡыным.

Шулай, ыңғай яуап алғас, ул ҡатын менән һөйләшеп, килене тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алдым.

...Шуларҙы онотмаҫ өсөн әлдән - әле яҙыуыма ҡарап алам да, шыбырҙап ҡына теләктәр теләйем. Мин бит уларҙың береһен дә онотмаҫҡа тейешмен. Аллаһу Тәғәләмдән доғаларымды ҡабатлай – ҡабатлай, үтенеп һорайым... Мине ошо тиклем ергә килтереп еткергәс, ул һис шикһеҙ ишетер.

Мине беләгенән ысҡындырмай, үҙенән ҡалдырмай алып йөрөгән Гөллирәм дә әлдән - әле:

-Апа, теләкләреңне теләп йөрө , - тип, ҡабатлай.

Миңә барлыҡ халыҡ йүгерәлер кеүек тойола. Сөнки барыһы ла беҙҙе үтеп китәләр. Беҙ ни тиклем генә шәп барырға тырышмайыҡ, барыбер Гөллирәнең туғандарынан бик ныҡ артта ҡалабыҙ.

Мәскәүҙә саҡта хәҙрәттең беҙгә таратып биргән арҡаға аҫылмалы асыҡ ялҡын төҫөндәге моҡсайҙарҙың файҙаһы ошонда тейҙе лә инде. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе әллә ҡайҙан уҡ танып, күреп алабыҙ. Улар ҙа беҙҙе юғалтмай. Ә бит бында бар халыҡ бер төҫтә, гел ап -аҡтан кейенгән.

Бында ла тош - тош урында һауыттар менән зәм - зәм һыуы тулы һауыттар теҙелеп киткән. Мин уны башта күрмәгән дә инем. Гөллирәнең улы менән ире, беҙҙе, әлдән - әле көтөп алып, туҡтап, зәм – зәм ҡойоп алып эсерҙе. Бер аҙға ғына ялға туҡтап, зәм - зәм эсеп алабыҙ ҙа, ҡәҙимгесә хәл инеп киткәс, шәберәк китәбеҙ. ( Ҡайтҡас, ҡараһам, яңы ғына кейгән кизе – мамыҡ нәскиҙәрем тишелеп сыҡҡан ине... йөрөүгә еңел булһын, тип, аяҡ кейемдәрен сисеп, һалып алған инек ).

Гөллирәгә, уның ғаиләһенә шул тиклем рәхмәтлемен. Мин бит уларҙан һораманым да, үҙҙәренең теләге булғанға шулай ярҙам итте, рәхмәт төшкөрҙәре!

Һәр кемебеҙ үҙ яҡтарына таралғас та, әлдән - әле ватсап аша бер - беребеҙҙең хәлен белешеп торабыҙ. Бер ай тирәһе үткәс кенә, ул миңә үҙенең хәлен һөйләне: уның умыртҡа бағанаһында дүрт ерҙә бүҫере булған, әллә нисә мәртәбә операция эшләткән. Әҙ генә лә тура баҫып тора алмай, арый торған була. Үҙенең Хаж ғәмәлдәрен үтәй алыуына ул әле һаман аптырай. Ул да, минең кеүек, үҙенә ышанмайынса ғына юлға сыҡҡан. Ә хәҙер бер ере лә ауыртмай, йүнәлеп ҡайтҡан... Етмәһә, миңә рәхмәт уҡый бит әле. Киреһенсә, мин уға рәхмәтлемен.

Күрәһең бит: үҙе ниндәй хәлдә булыуға ҡарамаҫтан, үҙе генә үтеү түгел, миңә лә ярҙам итте, ундай көс ҡайҙан килгән, тиген... Ул шуға аптырай .

Барыһы ла Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәтенән инде. Иншәллаһ.

Бында ла, сәғәт теле йөрөшөнә ҡаршы ете тапҡыр әйләнеш яһаныҡ.

Башҡаларҙы белмәйем, мин арманһыҙ булып арыным. Шыбыр тиргә баттым. Үтеп бөтөп, туҡтап ҡалғас, бер ни тиклем иҫемә инә алмай торҙом. Бөтәһе менән бергә ошо ғәмәлдәр аша үтеүемә үҙем дә хайранмын. Аллаһу Тәғәләмә мең шөкөрҙәр итәм!

21. Шатлыҡтар уртаҡ ине.

Сығыу урынына еткәс, беҙҙе көтөп баҫып торған хәҙрәтебеҙ һәм төркөмөбөҙ менән бергә, тейешле намаҙыбыҙҙы уҡыр өсөн, башҡалар рәтенә килеп баҫтыҡ.

Төн үтеп, таң ата башлауға ҡарамаҫтан, имсәк балаларын күтәреп алған ҡатын - ҡыҙҙар ҙа, ирҙәр ҙә байтаҡ. Әммә бер генә лә бала илағанын ишетмәнем. Яңы саҡ уларға иғтибар итерлек хәлгә индем.

Намаҙҙарыбыҙҙы уҡып бөткәс, доғаларыбыҙҙы ҡабатланыҡ. Унан һуң, хәҙрәт ҡушыуы буйынса, бер - беребеҙҙең арт яғынан берәр услам сәстәребеҙҙе киҫтек. Алдан уҡ, Мәҙинәлә саҡта уҡ ҡырҡып һалып ҡуйған тырнаҡтарыбыҙҙы ошо сәстәр менән бергә тейешле урналарға төшөрҙөк. Улар яндырыласаҡ, улар менән бергә беҙҙең барлыҡ гонаһтарыбыҙ, ҡайғы - хәсрәттәребеҙ, ауырыуҙарыбыҙ яныр, Иншаллаһ...

Уларҙы алып барып төшөргәс, ысынлап та, өҫтән ниндәйҙер ауыр йөк төшкән кеүек, еңел булып ҡалды...

Хәҙрәт беҙҙең барыбыҙҙы ла ҡотланы:

-Апалар, абыйлар, сез хәзер әниләрегездән яңы тугандай, тазарындыгыз, барлык гонаһларыгыздан арындыгыз. Сезнең барыгызны да Хаж гамәлләрен уңышлы үтәүегез һәм дә “хажи”һәм “хажиә”ләр булыуыгыз белән котлим. Сез хәзер барыгыз да Аллаһу Тәғәләбезнең рәхмәтенә насип бәндәләресегез. Калган гүмерләрегездә Тәңребез тарафыннан гел генә игелекләр күреп йәшәрсез, Иншаллаһ. Иншаллаһ, именлек - тазалыкларда, гаиләгез белән бергә озон гүмерләр йәшәргә насип булсын. Әмин.

...Шунда ғына мин үҙемдең барыһы менән бергә Хаж ғәмәлдәрен үтәй алғанлығыма ышандым.

Шул ваҡытта һәр береһе минең ҡулымды ҡыҫып, ҡотлап сыҡтылар, улар барыһы ла минең өсөн ихлас күңелдән ҡыуаналар ине.

Бар күңелдән шатланышып, бер - беребеҙҙе ҡотланыҡ. Әл - Хәрәм мәсетенән сығып, ҡайтыу яғына йүнәлдек. Минең арыу – талыуҙар ҡул менән һыпырып ташлағандай, юҡҡа сыҡты.

...Таң атыуға яҡынлашҡан ине. Бөтә ерҙә балҡып, яҡтыртҡыстар яна, көндөҙ кеүек яҡты. Кеше ағымы кәмемәй. Бер ағым ҡайтыу яғына, икенсе ағым мәсет яғына ағыла...

Төнө буйы туҡталмай йөрөгән автобустарға ултырышып, ҡунаҡханаға ҡайтып индек тә, тура ғибәҙәтханаға күтәрелеп, иртәнге намаҙыбыҙҙы уҡыныҡ. Бүлмәбеҙгә ҡайтып инеп, нисек йоҡлап киткәнемде лә белмәйем.

...Төшкә генә килеп торҙом. Тәнемдә иҫ киткес еңеллек. Күңелдә тыныс һиллек. Бүлмәгә күҙ ташлайым: юлдаштарым, хәҙер инде хәжиәләрем, әле иҙрәп йоҡлап яталар. Тәҙрәлә эҫенән дә, ҡояштан да һаҡлап тороусы ҡалын пәрҙәләр. Шунлыҡтан, бүлмәлә һалҡынса һәм ҡараңғы. Өҫтәүенә, елләткес тә эшләп тора.
Мин һәр саҡтағыса, иң тәүгеләрҙән булып тороп, йыуынып бөтөүгә, эргәләге карауатта ятҡан Ханты - Мансиҙан килгән Әлфиә килеп торҙо.

Уңарсы булмай, өйләгә саҡырыусы аҙан тауышы ишетелде. Беҙ ҡунаҡханалағы ғибәҙәтханаға күтәрелеп, намаҙҙарыбыҙҙы уҡып алдыҡ.

Бүлмәлә торған телевизор аша көнө - төнө Ҡәғбәне күрһәтәләр. Уны уратып, хаж үтеүсе кешеләр һаны бер ҙә кәмемәй, ташҡын кеүек ағылып, өйөрөлөп кенә тора: төшмө - кисме, көнмө - төнмө, бер нәмәгә ҡарамай халыҡ...

22.Яҡындарым - мәрхүмдәр өсөн ҡылынған изге ғәмәл.

Хәҙрәт беҙгә Мәккәлә тағы ла дүрт көн торасағыбыҙ тураһында әйткән ине. Кемдәр үҙҙәренең мәрхүм туғандарын гонаһтарынан арындырып, улар өсөн Хаж ғәмәлен үтәргә теләй, уларға ошо көндәр эсендә үтәү мөмкинлеге бирелгәнлеген аңлатты.

-Ете быуын ата - олатайҙарығыҙ өсөн хаж ғәмәлдәрен үтәп, булған барлыҡ гонаһтарынан таҙартыра мөмкинселек бирелә! - тине хәҙрәт.

... Тереләр өсөн үтәлмәй, бары мәрхүм яҡындар өсөн генә ҡылына был изге ғәмәл!

Мин иртәнге намаҙ ваҡытында мәрхүмә әсәйем һәм уның яғынан ҡан туғандарым өсөн таваф ҡылырға ниәтләнем. Бер мәртәбә үткәс, хәҙер ниндәй ғәмәлдәр үтәргә кәрәк икәнен беләбеҙ .

Ресторанда, иртәнге ашты ашап ултырғанда, Әлфиәгә шул турала әйткән инем, ул ҡыуанып китте: ” Әйҙә, бергә йөрөйөк, бергәләшеп үтәрбеҙ. Минең дә ирем ярты йыл элек вафат булып ҡалды, уның өсөн үтәрмен, ”- ти.

Уның да аяҡтары ауырта икән, шунлыҡтан тәүге көндә иптәш ҡатындарынан аҙашып китеп, бер нисә тапҡыр юғалып ҡала яҙған. Үҙенең төркөмөндә иң өлкәне ул.

Бөгөн тәүгә үҙебеҙ генә Әл – Хәрәм мәсетенә барабыҙ.Ашап алғандан һуң, отелдән сыҡһаҡ – ҡойоп ямғыр яуа. Бындай ямғыр беҙҙә бик һирәк яуа: һыулы биҙрәне бер туҡтауһыҙ өҫтөңә түңкәреп торалармы ни... Бер ни ҙә күренмәй. Ярай автобусҡа ваҡытында сыҡҡанбыҙ, көтөп торорға тура килмәне. Мәсеткә ун биш минутлыҡ юл. Әммә туҡталышта төшкәндән һуң , тағы шулай атларға кәрәк. Ямғыр ҡоя ғына. Аяҡ аҫтында һыу шаулап аға, йылға кисеп атларға тура килде. Юл буйы тулы кибеттәр, магазиндар, шунда инергә лә була , әммә ямғырҙы белеп булмай, бәлки көн буйы яуыр, беҙҙең бит ваҡыт самалы, алда күпме ниәт...

Ҡойоп яуған ямғырҙың туҡтарға иҫәбе юҡ, бер ни күрер әмәл дә юҡ. Алдыбыҙҙан атлағандарға эйәреп кенә барабыҙ. Бер – беребеҙҙе юғалтмаҫ өсөн, етәкләшеп алғанбыҙ.

Мин беләм: ошондай ҡойоп яуған ямғырҙа теләгән теләктәр ҡабул була. Беҙҙең ниәттәребеҙ юлда уҡ үтәлә башланы инде, әлхәмдулиллаһи шөкөр. Шул турала Әлфиәгә әйткән инем, ул китте ҡыуанып.

Мәсеткә барып ингәндә, өҫтөбөҙ ныҡ еүешләнгән ине. Ә бит Ҡара Таш асыҡ һауала. Унда ла яуа ямғыр ҡойоп. Белекле кешеләр ҡулсатыр тотҡандар. Ә беҙ ҡайҙа, имеш, уны белергә...

Беҙ унда төшкәнсе, ямғыр әҙерәк кәмене. Тирә – йүнде күрерлек ине. Ниәт намаҙын үтәгәнсе тағы ла баҫыла төштө. Әлфиә менән икәүләшеп, төшөп киттек таваф ҡылырға...

Шулай итеп, ҡалған көндәрҙә икәү бергәләшеп, үҙебеҙҙең мәрхүмдәребеҙ өсөн фарыз хаж ғәмәлдәрен үтәнек.

...Икенсе көнөнә дүрт йыл элек, төнгө юл фажиғәһенә осрап, өс балаһын етем итеп, 36 йәшендә генә, вафат булып ҡалған улым һәм атаһы яғынан мәрхүм туғандарыбыҙ өсөн үтәнем.

...Өсөнсө көндә бынан 48 йыл элек, һуғыш яраларынан яфаланып, үлеп киткән атайым һәм ете быуын ата - олатайҙарым өсөн фарыз ғәмәлдәрҙе үтәнем. Атайым, Рәхимғолов Зиннәтулла Әбелхәйер улы, 1917 йылда Түңгәүер олоҫоноң Бөрйән - Йылға ауылында ошо ауыл муллаһы Әбелхәйер ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. 1937 йылда 20 йәшендә Ҡыҙыл Армия сафтарына алына. Бөйөк Ватан һуғышы осороноң бөтә ауырлығын үҙ елкәһендә татый. Бар һаулығын бөтөрөп, тик 9 йылдан һуң, 1946 йылда ғына, тыуған Бөрйәненә әйләнеп ҡайтырға насип була. 54 йәшендә генә яҡты донъяларҙы ташлап, фанилыҡҡа күсте.

...Һуңғы көндә Мәккә һәм Ҡәғбә менән хушлашыу таввафын үттек. Ошо һуңғы ғәмәлемде башҡарған сағымда барлыҡ күңелемдән, илемә - тыныслыҡ, туған - ырыуыма, дуҫ - иштәремә - һаулыҡ, йәшәгән ҡалама - саф һауа, ауылыма - именлек, ауылдаштарымды, киләсәк быуыныбыҙҙы эскелек кеүек алама афәттән ҡотҡарыуын ялбарып һораным. Ишетелер, барып етер Аллаһу Тәғәләмә минең изге теләктәрем, Иншаллаһ!

Көн һайын тейешле ғәмәлдәребеҙҙе үтәйбеҙ ҙә, ҡайтып ятып, бер ни белмәй йоҡлап китәбеҙ. Иртә менән тороп, күңелебеҙҙән изге ниәтебеҙҙе ҡабатлап, Ҡәғбәгә йүгерәбеҙ. Көн артынан көндәрҙең үткәне беленмәй ҙә ҡалды.

12.Изге теләктәргә – юлдар асыҡ.

Шул өс көндә лә, ғәжәп шикелле, беҙгә Ҡәғбәлә Ҡара Таштың асыҡ еренә тотоноп, теләктәр теләүгә юлдар асылды. Хәҙрәтебеҙ беҙгә ул изге таш тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:

-Аллаһу Тәғәлә, Һауа менән Әҙәмде гонаһ ҡылыуҙары сәбәпле, ожмахтан икеһен дә сығара, һәм икеһен ике тарафҡа ҡыуып ебәрә: Һауа - Мәккәлә, Әҙәм Алыҫ көнсығышта булып сыға. Улар бер - береһен бик күп йылдар үткәс кенә, эҙләп табалар һәм Мәккә эргәһендәге Ғәрәфә тауында осрашалар.

Шулай уҡ Ер йөҙөндәге Аллаһу Тәғәләгә табыныр өсөн иң беренсе төҙөлгән урын да Мәккәләге Ибраһим һәм улы Исраил төҙөгән өй була. Уларҙан күреп, Аллаһу Тәғәлә ошондай уҡ урынды Күктә төҙөй. Төн етһә, һәр саҡ етмеш мең фәрештә Уға табыныр һәм доғалар уҡыр өсөн шул урынға йыйылалар. Тағы килер өсөн ниәт ҡылып, таң атыуға, таралыр булалар.

Ибраһим менән улы Исраил был табыныу йортон оҙаҡ төҙәләр. Бына, төҙөп бөтөр өсөн, бер яҡ мөйөшөндә бер кирбес кенә ҡуйыр урын тороп ҡала. Ибраһим унда ҡуйыр өсөн, ябай түгел, хикмәтле таш эҙләргә улын сығарып ебәрә. Уның ниәтен белгән Аллаһу Тәғәлә ул таш ерҙәге ябай таш булырға тейеш түгел, тип, ожмахтың йөрәгенән алған ташты Ябраил фәрештә аша ебәрә. Ҡабул итеп алғас, Ибраһим ул ташты үҙенең ғибәҙәтхәнәһенең тейешле мөйөшөнә урынлаштыра. Хәҙер инде барыһы ла ошо өйҙөң мөйөшөндәге ташҡа килеп, үҙҙәренең гонаһтарын кисереүҙе, йәки ауырыуҙан һауыҡтырыуҙы, йә иһә һәр төрлө башҡа үтенестәрен ҡәнәғәтләндереүҙе һорап, Аллаһу Тәғәләгә ялбара торған булалар.

Аллаһу Тәғәлә төшөргән саҡта таш ап – аҡ булған була... Ерҙәге кешеләрҙең гонаһтарынан, аһ – зарҙарынан, күҙ йәштәренән, улар тарафынан ҡылынған бар насарлыҡтарҙан таш ҡап – ҡараға әйләнгән, тиҙәр.

Ваҡыт үтеү менән Мәккә үҫешкән һәм бер Аллаһҡа табынған кешеләре менән дан алған урынға әйләнгән. Тик һуңынан кешеләр тирә – яҡ илдәрҙәге халыҡтан күреп, күп төрлө һындарға табына башлаған. Шунлыҡтан, уларға аңлатыр өсөн тәүге пәйғәмбәр Мөхәммәт (с. ғ. с. ) дә Мәккәлә тыуҙырыла һәм Ҡоръән дә ошондағы тауҙарға төшөрөлә...

...Мин тәүге көндә иртәнге ғибәҙәт ваҡытында шулай тип, ниәт ҡылдым: “Алла бирһә, бөгөн Ҡара Ташҡа барып етеп, теләктәремде Аллаһу Тәғәләмә еткерермен,” - тинем.

Иртәнге ашты ашап алдыҡ та, Әлфиә менән Әл-Хәрәм мәсетенә йүнәлдек. Барып ингәс, ниәт намаҙҙарыбыҙҙы уҡыныҡ. Унан тейешле ғәмәлебеҙҙе үтәр өсөн Ҡәғбәне урап киттек. Кеше иҫ китмәле күп, бер ҙә генә кәмемәй. Барыһы ла Ташҡа ынтыла, яҡынлармын, тимә!

Дүрт тапҡыр урап сыҡтыҡ та, бишенсегә урап китеп барғанда Таштың мөйөшөнә еткән генә инек, ҡараһам - юл асыҡ...

-Әлфиә, юл асыҡ! - тип ҡысҡырҙым да, уны ҡулынан тартып, артымдан мөйөшкә һөйрәнем. Күҙ асып йомған арала беҙ ташҡа тотоноп тора инек ...

-Эй, Раббым! Миңә һаулыҡ бир! Барлыҡ теләктәремде ҡабул ит ! - тинем дә, кире уҡ кеүек атылып, артымдан Әлфиәне һөйрәп, киренән үҙ юлыбыҙға төштөк. Шул тиклем тиҙ эшләнде, хатта уйлап торорға ла ваҡыт булманы.

...Икенсе көн дә, өсөнсө көн дә Ҡара Ташҡа етергә, теләктәр теләргә насип булды. Өсөһөндә Әлфиә:

-Таңсылыу апа, син булмасаң, мин ҡағыла да алмас идем. Синең арҡада ғына шулай булды! Мин бит юлны күрмим дә, син сөйрәмәсәң, күрмәс тә идем! - тип, мине ҡосаҡлап, илай - илай рәхмәт әйтте. Бәлки, шулайҙыр! ...Аллаһу Тәғәләм миңә ошо изге юл башында уҡ үҙенең мөғжизәләрен аса башлағайны бит инде. Был турала Әлфиәгә лә һөйләгән инем. Ул мине, тәьҫирләнеп, илай - илай тыңлаған ине.

Мәккәләге халыҡ ҡайҙан ғына килмәгән... Һәр төркөмдөң үҙ кейеме, үҙ төҫө, үҙ билдәһе. Барыһының да күңелдәре күтәренке, йөҙҙәре асыҡ, күҙҙәре шатлыҡтан балҡып тора.

Бына ҡайҙа берҙәмлек, үҙеңдең тормошоң мәғәнәһен аңлау өҫтөнлөк һөрә... Ысын -ысындан ғына миңә бында килеүемдең бушҡа ғына түгел икәнлеге, үҙем өсөн генә йөрөмәгәнлегем, йәшәүемдең төп мәғәнәһе асылды. Шул тиклем аҡлыҡ - паҡлыҡ, сафлыҡ хөкөм һөргән ерҙә үҙенән - үҙе зиһен асылып, тормошоңа өр - яңы күҙлектән ҡарай башлағаныңды үҙең дә һиҙмәй ҡалаһың икән...

Юлға сығыр алдынан бер йыл элек бында булып ҡайтҡан бер ҡатындың ауыҙынан:

-Хажға барыр алдынан ауырып, үлә яҙып йөрөй инем, унан ҡайтҡас, осоп ҡына йөрөй башланым! - тигәнде ишетеп, аптырағайным. Юҡҡа ғына әйтмәгән икән шул...

13.Һайланғандар иҫәбендә.

Әммә Хажға барыр өсөн һәр кемгә юл асылмай шул. Ул үҙенең һөйөклө бәндәләренә генә, һайлап алғандарына ғына аса шул юлын. Миңә юл асылған икән, юҡҡа түгел минең был донъяларҙа йәшәүем!

Тормош шулай ҡоролған: һәр кемгә генә түгел, һәр тоҡомға үҙенең теләге менәнме, әллә үҙе лә белмәйенсә, йәшәү дәүерендә тәбиғәт ҡушҡан ҡанундарҙы боҙорға, йәмғиәт тәртибенә бойһоноп, йә булмаһа, үҙе теләге менән гонаһлы ғәмәлдәр ҡылырға тура килә. Шул мәлдә ул дөрөҫ юлдамы, әллә яңылышамы икәнен белмәҫкә лә мөмкин. Әммә һәр ҡылған ғәмәлең һинең киләсәкке тормошоңа йоғонто яһамай ҡалмай. Теләйһеңме - юҡмы яуап тоторға һәм уны нимә менәндер түләргә тура киләсәк. Хатта быны һиңә бер кем дә аңлатып та, һинән һорап та тормаясаҡ.

Ҡайһы ваҡытта бәғзе берәү артыҡ ҙур гонаһтар ҙа ҡылмаған булырға мөмкин, әммә үҙенән алда ғүмер кисергән ата - бабаларының ҡылған ғәмәле өсөн яуап тотоу ихтималы бар. Сөнки һәр кеше үҙе өсөн генә түгел, ата - олаталары быуыны өсөн дә яуаплы.

Шундай тоҡомдар бар: уларҙың ата - бабалары ғилем эйәләре, имамдар һәм муллалар. Йәмғиәт нимә генә талап итмәһен, улар быуындан быуынға күңеле төпкөлөндәге иманын юғалтмай, киләсәк быуынына тапшыра килә. Йыйылып килгән барлыҡ гонаһтарҙы тоҡомдан алып ташлау, ваҡыт - ваҡыт таҙартып тороу, гендарҙы буталыуҙан аралау - Аллаһу Тәғәләнең һайлап алғандарына ғына биреләлер.

Беҙҙең тоҡомобоҙҙо ла быуын - быуын берәү Хаж ғәмәлдәре үтәү аша таҙартып, сафландырып торалыр, тип, уйларға нигеҙ бар.

Революциянан алда беҙҙең атайыбыҙҙың әсәһе Ғилмияза ҡәртәсәйебеҙҙең бер туған ағаһы 1865 йылда тыуған Мөхәммәтситдыҡ олатайыбыҙ Хажға йәйәү барған. Ул унда бер йылға яҡын йөрөгән. Уға Хаж ғәмәлдәрен башҡарып, имен - аман әйләнеп ҡайтырға насип булған. Заманына күрә бик уҡымышлы була. Яҡын - тирәлә булған уҡыу йорттарында ғилем ала. Зәйнулла ишан, Мөжәүир хәҙрәттәр менән яҡындан аралашып йәшәй.

Миңә Мәккәлә йөрөп әйләнеп ҡайтыу менән, Йылым ауылында йәшәүсе уның ейәне Дамулла ағай һәм уның ғаиләһе менән күрешеп, танышырға насип булды. Шунда ул беҙгә олатайыбыҙ Мөхәммәтситдыҡ тураһында үҙенең белгәндәрен һөйләне.

-Бала сағымдан беҙҙең өйҙә дин йолалары һаҡланды. Беҙҙә ҡартатайым да, әсәйем дә һәр саҡ намаҙ уҡынылар, ураҙа тоттолар. Улай ғына ла түгел, беҙ, балалары ла, ураҙа тота инек. Үҙебеҙҙең ауыл мәктәбендә 6 - сы синыфта уҡып йөрөгән сағым. Ураҙа осоро ине. Минең ураҙала йөрөүем тураһында белгән синыф етәксем миңә һыу килтереп тотторҙо ла: ” Мә, эс!” - ти. Ул нисек кенә көсләмәһен, мин эсмәнем, үҙ һүҙемдә торҙом. Эсһәм, ураҙам боҙола бит инде! Башҡаларға һабаҡ булһын, типтер инде, шуның арҡаһында, мине мәктәптән ҡыуып сығарҙылар.

Бер ваҡыт бала сағымда мин ныҡ ауырып киттем. Шул саҡта, әсәйем ат егеп алып, мине Манһыр ауылына Мөжәүир олатайға алып барҙы. Уларҙың ишеге алдында кеше күп ине. Олатай, минең әсәйемде күреү менән, тиҙ генә саҡырып алды. Мине иғтибар менән ҡараны, оҙаҡ ҡына өшкөрөп, муйыныма, бетеү таҡты. Шунан:

-Кем булаһығыҙ? – тип һораны. Әсәйем үҙенең Йылым ауылынан Ситдыҡтың ҡыҙы булыуы тураһында әйткәйне, олатай :

-Ниңә улай тип әйтәһең, Мөхәммәтситдыҡ ишандың ҡыҙымын, тиген. Уның дәрәжәһе миңә ҡарағанда ла юғары! – тине әсәйемә. Шуны мин һис тә онотмайым.

Зәйнулла ишан, Мөжәүир хәҙрәт, яҡын - тирәләге үҙе кеүек арҙаҡлы кешеләр менән бергәләшеп, йыш ҡына беҙгә ҡунаҡҡа килерҙәр ине. Шулай өлкән быуын кешеләре йыйылышып, үҙ - ара аралашып, ҡурай моңо тыңлап, ҡымыҙ эсеп ятырҙар ине.

Әсәйемдең атаһы Мөхәммәтситдыҡ олатайым, бик хисле, моңло кеше ине. Йәш сағында уның бер туған ағаһы үлеп ҡала һәм бик һылыу, уңған еңгәһе тол ҡала. Ошо еңгәһе Миңлекәйгә ғашиҡ була ул. Эсенә һыймаған хистәре уның күңеленән йыр булып атылып сыға. Хәҙерге башҡорт халыҡ йыры “Бөйрәкәй” йыры бына шулай донъяға тыуа.

Бер килгәнендә Зәйнулла ишан беҙҙә бер аҙна ҡунаҡ булды. Шунда ул Мөхәммәтситдыҡ олатайымдарҙа үҙенең таянып йөрөгән таяғын онотоп, ҡалдырып киткәйне. Уның үҙ ҡулдары менән яҙған ғәрәпсә яҙыуы әле лә таяҡтан юйылмаған. Бына ул! - тип, беҙгә уның таяғын сығарып күрһәтте. Ысынлап та был таяҡта ғәрәпсә яҙыу эҙҙәре әле лә һаҡланып ҡалған ине. “Кешеләр килеп, был таяҡ менән үҙҙәрен өшкөрәләр. Бер йылы хатта Ырымбурҙан Карауанһарайҙың имамы ошо турала ишетеп ҡалып, абыстай менән икәүләшеп, ошо таяҡ менән үҙҙәрен өшкөргән инеләр. ”Әле лә уның көсө бар!” тигән инеләр! - тип һүҙен тамамланы Дәмулла ағай.
Ағайыбыҙҙың оло булыуына ҡарамаҫтан, зиһене асыҡ, хәтере һәйбәт. Бик күпте белә, матур итеп һөйләй. Үҙенең 14 быуынын белә. Ауыл тарихы, ер - һыу атамалары менән ҡыҙыҡһына, балаларына һөйләй. Беҙгә лә бик күп фәһемле нәмәләр һөйләне. Үҙенең балалары ла, ейән - ейәнсәрҙәре лә диниҙәр. Һәр ҡайһынынан тыйнаҡлыҡ, тәрбиәлелек, олоно оло, кесене кесе итә беләләр. Балалары төрлө тарафтарҙа матур итеп донъя көтөп, балалар тәрбиәләп йәшәп яталар. Дөрөҫ тәрбиәнең һөҙөмтәһе икәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Уны тыңлап, беҙ туғандарыбыҙ менән

яҡындан танышып, үҙебеҙҙең ныҡ тамырҙан икәнебеҙгә инанып, үҙебеҙгә көс һәм дәрттәр алып, ҡайтыу яғына юлландыҡ.

Ошо Мөхәммәтситдыҡ олатайҙан һуң, Хаж ғәмәлдәрен үтәү миңә насип булғанын аңлау миндә ҙур кинәнес һәм ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырҙы.

Анау тиклем ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша үтеүем бушҡа ғына түгел. Күрәһең, Аллаһу Тәғәләм булған барлыҡ ата - олаталарымдың һәм үҙемдең гонаһтарымдан шулай арындырғандыр мине. Мең шөкөрҙәр ҡылам һинең рәхмәтеңдә булғаныма, Аллаһу Тәғәләм!

Ә уның шулай булғанына мин умраға килмәһәм, ышанмаҫ та инем. Ышаныр өсөн кемдәндер ишетергә кәрәкмәй, ә үҙең аша барыһын да үткәрергә кәрәк.

Был донъяға килгәнеңә мең шөкөрҙәр ҡылып, һәр атҡан таңыңа, һулаған һауаңа, эскән һыуыңа, ырыуыңа, балаларың, ирең, туғандарың булыуына ҡыуанып, уларға иҫәнлек - һаулыҡ, бәхеттәр теләп, йәшәргә лә йәшәргә генә ҡала...

...Алтынсы көн иртә таңдан юлға сыҡтыҡ. Был төн беребеҙ ҙә йоҡламаны, хатта күҙгә йоҡо инмәне лә. Әл – Хәрәм мәсетендә Ҡәғбәлә булдыҡ. Барлыҡ теләктәребеҙҙе ҡат – ҡат теләп, намаҙҙар уҡып, шифалы зәм – зәм һыуын туйғансы эсеп (туйып буламы икән?! ), Ҡара таш тирәләй әйләнгән халыҡҡа ҡарап туя алмай, таңға ҡарай ғына ҡунаҡханабыҙға әйләнеп ҡайттыҡ. Һис тә айырылаһы килмәй ине, һәр ҡайһыбыҙ менән дә шул хәл икәне күренеп тора.

-Әл – Хәрәм мәсетендә уҡылған бер намаҙ беҙҙең башҡа урында уҡылған бер намаҙыбыҙ менән сағыштырғанда, мең ярым намаҙға торош! – тине хәҙрәтебеҙ. Хатта ошонан бөтөнләй ҡунырға ла ҡайтмай, намаҙ уҡып ултырыусылар бихисап. - Бында уҡылған намаҙҙар кешенең ғүмерен күпкә оҙайта, тине...

Йәнгә шифа, тәнгә дауа зәм – зәм һыуын күпме теләйһең, шул тиклем үҙең менән алырға була. Беҙ икешәр пластик шешәләр менән алып ҡайтып, отелдә эсеп йөрөнөк. Ҡайтҡан саҡта Сауд Ғәрәбстанының короле беҙҙең һәр беребеҙгә бишәр литр зәм - зәм һыуы бүләк итте. Уларҙы беҙгә ҡайтыр саҡта Мәккәләге аэропортта таратып бирҙеләр...

...-Был ил башлығы булған тәүге король Хиджаза Абдул – Азиз ибн Сауд. Ҡалған ваҡыттарҙа уның улдары - вариҫтары король булалар. Әлеге мәлдәге уның вариҫы кронпринц Мөхәммәт ибн Сәлмәнгә 30 йәш. Ул атаһына ҡарағанда ҡаты ҡуллы, хәҙерге мәлдә илдәге закондарға күп кенә үҙгәрештәр индергән, - тине хәҙрәт.

Беҙҙең ил менән бәйләнеш бара. Беҙ бында йөрөгәндә Ғәрәбстанға беҙҙең президент Путин килеп ҡайтты.

“Әллә шуға беҙгә король күлдәк бүләк иттеме икән?” - тип һөйләшә ине бергә булған ҡыҙҙар.

... Мәккәлә булып ҡайтыу мәңге онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Күңелемдән булған юшҡындарҙы йыуҙы, тормошома өр - яңы мәғәнә һалды, үҙемде был донъяға яңынан тыуҙырғандай, таҙартып ҡайтарҙы...

Быларҙың барыһы өсөн дә бер Аллаһу Тәғәләмә һәм балама рәхмәтем ҙур! Аллаһу Тәғәләмдең рәхмәтендә генә бул, балаҡайым!

14.Әйтер һүҙем бөтмәгән.

Мөхтәрәм уҡыусыларым, таныш һәм таныш булмаған дуҫтарым, ҡәҙерле туғандарым!

Хаж сәйәхәтнәмәмде тамамлау менән, әйтер һүҙҙәрем әле бөтмәне. Аллаһу Тәғәләмә мең шөкөрҙәр, беҙ имен – һау, барыбыҙ ҙа умра үтеп ҡайттыҡ. Унан һуң күп ваҡыт уҙманы, илебеҙҙә беҙҙең үҙ ғүмеребеҙҙә генә түгел, ете быуын ата – олатайҙарыбыҙ ҙа күрмәгән иҫ киткес хәлдәр башланып китте. Ошо хәлдәргә бәйле, хатта Хаж сәфәре лә тыйылды. Кешелек донъяһы туҡталып ҡалған төҫлө тойолоп киткән мәлдәр ҙә булып алды ҡай саҡ. Ышанам: күптәребеҙгә был Аллаһу Тәғәләбеҙҙең беҙгә һынау өсөн, барлыҡ үҙебеҙҙең булмышыбыҙҙы , йәшәйешебеҙҙе киренән байҡап, төбө – тамыры менән үҙгәртеп йәшәргә кәрәген аңлатыр өсөн ебәргәне мәғлүм булғандыр... Байтаҡтарыбыҙҙың Хаж ғәмәлдәре үтәргә теләге булып та, тап ошо мәлдә юлдары ябылыуы бушҡа түгел ине бит... Уйланырға урын бар...

Үҙебеҙҙең йәшәү рәүешебеҙҙе, донъяға ҡарашыбыҙҙы яҡшылыҡҡа, изгелеккә бороп, йәшәүебеҙ мәғәнәһенә төшөнөп кенә беҙ барлыҡ кешелек донъяһын яҡшы яҡҡа үҙгәртә алабыҙ. Тәрән фәлсәфә ята бында... ...Ошо осор Хаж туҡтатылды, Мәккәлә Ҡара Ташты уратып осоп йөрөгән ап-аҡ ҡоштар пәйҙә булды... Иҫ китмәле хәл түгелме ни... Күҙҙәремә йәштәр тулды: ҡоштар йөрөй хаж ҡылып- Хаҡ Тәғәләм ҡушыуылыр. Ҡарап торам таң ҡалып! Ерҙә бәндәм ҡыла алмағас, тәүбәләргә килә алмағас, Ҡайтмаҫ өсөн күскән йәндәр башҡа ярҙам итә алмағас, Беҙҙең өсөн ҡыла таваф, Ҡара Ташты ҡат - ҡат урап. Ап - аҡ ҡоштар - улар йәне таваф өсөн ҡайтып урай... 19.03.2020.
2
НравитсяПоказать список оценивших
Ответить
3)Аяҡ кейемдәрен ҡалдырыр өсөн ишек төбөнә бейек итеп эшләнгән шкафтар ҡуйылған. Күбеһе аяҡ кейемен ҡалдыра ла, эскә яланаяҡ, йә ойоҡсан үтә. Беҙ ҙә, икенсе аяҡ кейемен кейеп, намаҙ уҡыған ергә йүнәлдек. Юл буйына теҙеп, һауыттар менән һыу ҡуйылған.

Халыҡ иҫ китмәле күп ине. Кемдәр генә юҡ: имсәк балаһынан башлап, саҡ атлап йөрөгән ҡарт – ҡороға тиклем. Намаҙ өсөн иҙәндәргә балаҫтар түшәлгән, бар ерҙә таҙалыҡ. Күмәк кеше араһынан йырып барып инеп, буш урын табып, балаҫ өҫтөнә теҙләндек .Меңәрләгән кешеләр менән бергәләшеп ахшам намаҙын уҡыныҡ.

11.Мәҙинә мәсете.

Абыстай беҙгә:

-Мәҙинә мәсетендә уҡылған бер рәҡәғәт намаҙ, башҡа ерҙә уҡыған намаҙ менән сағыштырғанда, мең намаҙ уҡыуға тиң, – тине.

Мәҙинә мәсете - эс яҡтан да, тышҡы күренеше лә ифрат бай, матур. Мәсеттең эсе бик үҙенсәлекле итеп, төрлө орнаменттар менән биҙәлгән. “Түбәгә тоташтырылған колонналар ҙа, намаҙ урындарын бүлер өсөн ҡулланылған ҡапҡалар ҙа саф алтындан эшләнгән,” - тинеләр. Барыһын да әллә күпме миллиард долларға Американан алдырғандар, ти.

Бындағы халыҡтың ҡайҙан килгәнен кейемдәренән һәм һәр кемдең муйындарына тағып алған пейджиктар аша белергә була. Ул ике телдә яҙылған, береһе халыҡ – ара тел иҫәпләнгән инглиз

телендә. Байтаҡ ваҡыт үткәс, төрлө телдәрҙәге халыҡ менән аралашырға өйрәнеп алдыҡ. Ымдар, хәрәкәттәр, тел аша үҙ - ара аңлашабыҙ, ярым - ярты, әлбиттә.

Күмәк кеше араһында аҙашмаҫ өсөн, бер – беребеҙҙе ҡарап ҡына эйәреп йөрөйбөҙ. Беҙҙекеләрҙе әлеге лә баяғы ялҡын төҫөндәге аҫылмалы моҡсайҙан танып була. Башҡаларҙа ул төҫ юҡ. Һуңынан ғына иғтибар иттем: һәр илдең үҙ төҫөндәге тап шундай моҡсайҙар икән.

Бында мәсет эсе шул тиклем иркен, аҙашып китеү бер ни ҙә тормай. Ишектәр ҙә бихисап, ҡайҙан килеп ингәнеңде белмәҫкә лә мөмкин. Ишектәр һәр тарафта. Иғтибар һәм дә иғтибар талап ителә.

Халыҡ иҫ китмәле күп булыуға ҡарамаҫтан, эстә һауа һәйбәт, бөтә ерҙә елләткестәр эшләй.

Намаҙыбыҙ тамамланыуға, бер аҙ доғалар уҡып ултырҙыҡ та, тышҡа сыҡтыҡ. Кеше күп, мәсеттән эркелеп сыға. Мәсет алдындағы майҙанда ап - аҡ мәрмәр күренмәй ҙә, бер ҙә тигәндәй, буш урын юҡ, халыҡ менән тулы ине: кемдәрҙер килә, кемдәрҙер ҡайта, кемдәрелер шунда уҡ ултырып, намаҙ уҡый - барыһы ла доғала. Тышта эҫелек кәмемәгән. Бында аҡ сатырҙар аҫтында еләҫ, күләгә.

Ҡунаҡханаға ҡарай атланыҡ. Ҡатын – ҡыҙҙар мәсетенән сығып, бер аҙ үткәс, тәпәшәк кенә итеп бүленеп ҡуйылған ерҙә Кафиәне ғәрәп ирҙәре кеүек ап – аҡтан кейенеп алған ире ҡаршы алды. Беҙ Әлфиә менән шым ғына атланыҡ. Бындағы иҫ китмәле күренештәрҙән һүҙһеҙ ҡалған инек...

Мин тирә – яғымды күҙәтеп, ашыҡмай ғына атлайым. Шул тиклем йылы. Ҡояш байыһа ла, эҫелеге кәмемәй. Шуға иғтибар иттем: күпселек ғәрәптәр яланаяҡ йөрөйҙәр. Шуларҙан күреп, мин дә нәскиҙәремде, туфлиемде сисеп, ҡулыма тотоп алдым да, яланаяҡ атларға булып киттем... Мәсеттән сығып, күләгәнән, сатырҙар аҫтынан үткәнсе килдем дә, ҡояшлы ергә килеп сыҡҡас, таш ергә сығып, ергә яланаяҡ баҫыу менән, аяғым бешеүҙән, һикереп - һикереп киттем. Әлфиә :

- Кит, исәрләнмә, ғәрәп булып тыуырға кирәк,бындый эсседә яланаяҡ йөрөр өчен! - тип көлә. Бер ғәрәп ире миңә ҡарап, башын сайҡап үтте. Тиҙ генә күләгәгә һикереп сығып, аяҡ кейемен кейеп алырға тура килде. Ғәрәптәр нисек йөрөй икән яланаяҡ, ҡыҙған таба кеүек ергә баҫып... ғәжәп...

Тағы ла нимә аптыратты: ғәрәп ирҙәре баштан - аяҡ ап - аҡтан, ә ҡатын - ҡыҙҙар ҡап - йөҙөн күреү мөмкинселеге булманы. Һәр саҡ баштарын аҫҡа эйеп, күҙҙәрен төшөрөп, түбән ҡарап йөрөйҙәр...

Ҡайтып еткәс, өсөнсө ҡатта урынлашҡан бүлмәбеҙгә инеп, йыуынып алдыҡ та киске аш ашар өсөн, дүртенсе ҡаттағы ресторанға күтәрелдек.Бындағы ашамлыҡтарҙың төрлөлөгөн күреп иҫ китте... Нимә генә юҡ ине: беҙ ғүмерҙә лә күрмәгән емеш – еләк, йәшелсәнән башлап, ит – балыҡтан әҙерләнгән һәр төрлө ашҡа тиклем. Һәр береһенән берәр ҡалаҡ һалып алһаң да, һис ашап бөтә алмаҫһың. Мин тик йәшелсә һәм емеш – еләк кенә һайлап алдым. Һәр ингәндә, бер төрлөһөн тәмләп ҡарарға кәрәк, тип, уйлап ҡуйҙым. Һайланып ҡына киске ашты ашап алғас, киренән йәстү намаҙы уҡыр өсөн, мәсеткә йүнәлдек.

Мәҙинәлә тәүге көн шулай һиҙелмәй ҙә үтеп китте.

...Йоҡларға ятҡан кеүек кенә булғайным, иртәнге аҙан тауышына уянып киттем һәм мин ҡайҙа ятҡанымды бер ни тиклем аңғармай торҙом. Башҡалар торғансы, тип, иң беренселәрҙән булып, душ аҫтында ғөсөл алып сыҡтым. Бүлмәлә бер тәҙрә, ул да булһа ҡалын пәрҙә менән ҡапланған. Тышта яҡтымы - юҡмы икәнен белерлек түгел. Ваҡытты сәғәткә ҡарап ҡына белергә мөмкин.

Әле таң атмаған булһа ла, башҡаларҙы көтөп тормайынса, сыҡтым да,бер үҙем генә мәсеткә ҡарай атланым. Ни тиклем иртә булыуға ҡарамаҫтан, төркөм - төркөм булып, халыҡ мәсет тарафына юл

тота, шунлыҡтан мәсетте табыуы ҡыйын түгел ине. Өҫтәүенә, мәсет манаралары әллә ҡайҙан күренеп тора. Барлыҡ ер яҡтыртылған, балҡып тора, иртәнге ҡараңғылыҡ беленмәй ҙә.

Ваҡыт айырмаһы һиҙелмәй. Нимәһе минең өсөн тағы ла ғәжәп: Ерҙең кендегендә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙҙәге ваҡыт менән айырма бер генә сәғәт...

12.Ниәт иткән – моратына еткән.

Мин, мәсеткә инеп, иртәнге намаҙымды уҡыным, унан һуң ниәтемде әйтеп, теләктәр теләнем. Һуңынан үҙебеҙҙекеләрҙе эҙләп табып алдым. Барыһы ла бында ине.

Беҙ бөгөн Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт(с.ғ.с.)-де мәсетенә инеп, сәләм бирергә тейешбеҙ.

Бергәләшеп, кисә үҙебеҙ булған ирҙәр мәсетенә ҡарай атланыҡ. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күп ине. Беҙ мәсеткә инеп, бейек ҡапҡалар алдына рәт - рәт булып ултырышҡан ҡатын - ҡыҙҙар араһына инеп ултырҙыҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ултырыр ер ҙә юҡ ине, тубыҡтарға терәлдек, тиергә була .

Беҙ - бер бүлмәләге дүрт ҡатын бер тирәлә, ә башҡалар арттараҡ урынлашты. Ярты сәғәт тирәһе иҙәнгә түшәлгән балаҫтарҙа көтөп ултырҙыҡ. Полицай ҡатындар тәртип һаҡлап, тупаҫ тауыш менән ҡысҡыралар, алдағы рәттәрҙән кемдәрҙелер ҡыуалар. Беҙ аптырашып, бер - беребеҙгә ҡарайбыҙ: бындай ерҙә тупаҫлыҡты күреү беҙҙең өсөн ғәжәп ине.

Арттараҡ ҡалып урынлашҡан икенсе төркөмдәге ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙ араһынан берәү башҡаларҙы йыра - йыра беҙгә яҡынланы ла Әлфиә абыстайға: ” Беҙ иртәнге ашты ашарға китәбеҙ, кеше бигерәк күп бит , үтә алмаҫбыҙ ул, шуға кисен килербеҙ әле, ” - тине. Абыстай миңә һораулы ҡараны. Мин: ” Башҡаларҙы белмәйем, мин ҡалам, бөгөн үтәм, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмайым, ” - тинем. Тегеләр ҡайтып киттеләр. Беҙ дүртәү тороп ҡалдыҡ.

Тегеләр китеп, 10 - 15 минут та үтмәне, ҡапҡаны астылар, алдағы рәттәрҙәгеләрҙе эскә үткәрә башланылар. Оҙаҡламай, беҙгә сират етте. Беҙ, халыҡ ағымына эйәреп, эскә үттек. Эстә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с. с.ғ.) һәм уның ике сәхәбәһенә таҡтаташтар ҡуйылған. Һәр береһенең алдында туҡтап, сәләм биреп, ултырып намаҙ уҡыныҡ.

Бында ингән барлыҡ ҡатын - ҡыҙҙар үҙҙәрен тыйып тормай, үкһеп - үкһеп илайҙар. Ысынында, унда иламай мөмкин түгел ине. Үҙеңдең ҡайҙа баҫып торғаныңды эске аң аша үткәрәһең, аңлата алмаҫлыҡ тойғо кисерәһең. Һәр кемебеҙ менән дә шулай ине, күрәһең. Иламаҫҡа тырышһаң да, үҙенән – үҙе күҙҙәрҙән бер туҡтауһыҙ йәштәр аға ине. Ултырыу түгел, баҫып торор ҙа урын юҡ ине, шулай ҙа ғәмәлебеҙҙе теүәл үтәп, тыйыла алмай, үкһеп илай - илай, кешеләр тулҡынына эйәреп, мәсеттән килеп сыҡтыҡ.

Минең менән ҡалған ҡатындар аҙаҡтан:

-Апа, сезләргә рәхмәт, ҡайтып киткән булсаҡ, кайчан үтәр идек... Улай тиз булыр, дип, белмәгән идек, кайтып китәргә уйлаган идек бит, ” - тип, миңә рәхмәт уҡый - уҡый, ҡыуанып ҡайттылар. Ә теге ҡатындар кисен дә, икенсе көн дә лә әле үтмәгән инеләр. Өсөнсө тапҡыр барғанда ғына үткәндәр, ахырыһы.

Ниәт итһәң, теләгең үтәлә икәненә тағы бер тапҡыр инандым. Ниәттәр гел генә изге булһын...
Читайте нас: