Улар бер береһенә шундай әсе нәфрәт менән тексәйешкән... Ҡараштары утлы, үтле, зәһәр. Бер береһенә ташлаған ғәйеп һүҙҙәре ярһыулы, ағыулы. Береһенән береһе уҫалыраҡ, әсерәк, аяуһыҙыраҡ һүҙҙәр менән бер - береһенең йөрәген, бәғерен телгеләй улар. Башҡа саҡтарҙағы көләс йөҙҙәре танымаҫлыҡ булып йәмерәйгән, башҡа саҡтарҙағы һылыулыҡтары һыпырып алғандай юҡҡа сығып, уларҙы ҡот осҡос хәлгә еткергән. . Нәфрәттәренән сәсәй был икәү. Ҙур асылған йәмһеҙ ауыҙҙарынан төкөрөктәр сәсрәп тора. Аҡырып - аҡырып, һүгенешә - һүгенешә бер береһенең ғәйептәрен һанашалар. Һәр береһе тик үҙен генә хаҡлы һанай. Һин арыйһыңмы, ауырыйһыңмы, донъяны һин генә һөйрәйһеңме, аҡсаны һин генә табаһыңмы, фәлән - фәсмәтәнме - барыһына ла ҡаршыңда һине тишерҙәй булып тексәйгән "дошман" ғәйепле. Ул ғына, ул ғына! Ул һине баһаламай, ул һинең ҡәҙереңде белмәй! Етмәһә, ул да үҙен хаҡлы тип һанай! Оялмай ҙа! Урод! Скотина!. Был күпме шулай дауам итергә мөмкин, ә? Юҡ! юҡ! Былай артабан йәшәп
булмаясаҡ! Етте!
Тормоштары шулай бара. Һуңғы йылдарҙа улар бер уртаҡ аҡылға бер ҡасан да килә алғандары юҡ. Күпмелер ваҡыт тыныс йәшәп алалар улар. Тик был тынлыҡ - ваҡытлыса. Быны икеһе лә яҡшы аңлай: икеһе лә аҡыллы бит. Бына - бына ғәрәсәт тағы ҡубасаҡ. Тик энә күҙәүендәй генә сәбәп табылһын. Шеш эрен йыйғансы ғына был тынлыҡ. Һәм теге энә күҙәүендәй генә сәбәп был икәү араһында тауҙай нәфрәткә әйләнә. Урап үтерлек, аша төшөрлөк түгел Нәфрәттау. Мөхәббәт, яратыу, һөйөү, наҙ, иркә һүҙҙәр, бер - береңде аңлау, бер - береңде ихтирам итеү - былар барыһы ла был икәү тырышып - тырышып үҙҙәре өйгән ҡара тау аҫтында күмелеп ҡалған. Тауҙай нәфрәт хәлдәрен алғас ҡына, арып - талып, туҡтай был икәү. Хәл алырға. Ял алырға. Яңы алышҡа көс йыйырға. Яңы алыш, бәлки, тағы аяуһыҙыраҡ, оҙайлыраҡ булыр. Бик ихтимал. Бөгөн, ана бит, йөҙроҡҡа ла эш табыла бирҙе... Ә бит кешелек йәмғиәтендә йоҙроҡ - тәүге һуғыш ҡоралы.
Иң аяныслыһы шул: улар береһе икенсһенә йәндәй ҡәҙерле, береһе икенсеһенә йәндәй ғәзиз кешеләр. Ауырын, әсеһен, ҡайғыһын бергә кисергән кешеләр...
Һәм мәңгелек һорау: КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ? НИ ЭШЛӘРГӘ?