Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Cәйәхәтнамә
6 Август 2023, 14:35

Асы шарлауығында булғанығыҙ бармы?

Әүҙем сәйәхәтсе Айрат Искәндәров сираттағы сәфәре менән таныштыра.  

Асы шарлауығында булғанығыҙ бармы?
Асы шарлауығында булғанығыҙ бармы?

Асы шарлауығын урыҫ теленә «Зеркальный», йә иһә «Ирҙәрҙең күҙ йәше» тип тә тәржемә итәләр. Сөнки алтмышынсы йылдар уртаһына тиклем шарлауыҡ булмаған. Бейек ҡаянан һыу тамсылап ҡына торған. Ошонан сығып, халыҡ төбәкте «Һейгәкташ» тип тә йөрөткән. Ваҡыт үтеү менән һыу юлы нығыраҡ асыла барып, шарлауыҡ хасил булған.

Тәбиғәттең үҙ ҡанундары: шарлауыҡ айырыуса яҙ гөрләп аға, ә йәйен, һыу кәмегәс, ҡая буйлап сөбөрләй. Таштар еүешләнеп, ялтырап торғанға, уны «Көҙгөлө шарлауыҡ» тип тә атағандар.

«Илаҡташ» карбонат тау тоҡомдарынан тора. Еүеш мүк менән ҡапланған. Шарлауыҡ тауҙың Инйәргә төшкән көньяҡ битләүендә, урманлы текә ҡаяһында урынлашҡан. Төньяҡ битләүе һөҙәк, дала үҫемлектәре менән ҡапланған. Йәйгеһен еләк ныҡ уңа.

Йәйен шарлауыҡ тапҡырында йылға тәрән түгел, уны кисеп тә үтәләр. Шарлауыҡ төшкән урында сумып сығырға мөмкин.

Башҡортса википедиянан.

Фото: Бәйләнештә

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: