

Нишләп йәштәр туған телен онота?
Юлдағы, ғәйепһеҙгә рәнйетелгән кешенең теләге ҡабул була, тиҙәр. Һәр ваҡыт, юлыбыҙға изге күңелле, яҡшы кешеләр осраһын ине, тигән теләктә өйҙән сығам. Самолетҡа ултырыр алдынан ғына баш мөхәрриребеҙ Айгиз Ғиззәт улын осраттыҡ. Дағстан Яҙыусылар Союзына 90 йыл тулыу айҡанлы юбилейға китеп бара икән. Беҙҙе лә сараларға саҡырҙы.
Союз Махачҡаланың уртаһында урынлашҡан. Ике ҡатлы бинала бер нисә гәзит-журнал редакцияһы, Рәсүл Ғамзатовтың музейы ла бар. Күптәре Башҡортостанда “Китап Байрамы”нда булғандар. Беҙҙең республикала әҙәбиәткә шул хәтлем ҙур иғтибар бүленеүе тураһында әйттеләр. Мостай Кәримде үҙҙәренең шағирҙары итеп һанайҙар. Ә Айгиз Баймөхәмәтовҡа ҡарап һоҡланалар.
Башҡорт теленә ауаздаш телдәр барлығы тураһында һораша торғас, ҡумыҡ халҡы менән туған телдәребеҙҙә бер-беребеҙҙе аңлауыбыҙ асыҡланды. “Ҡарсыға” тип аталған, ике айға бер нәшер ителгән, ҡумыҡ балалары һәм үҫмерҙәре өсөн тәҡдим ителгән редакцияла булдыҡ. Баш мөхәррире Насрулла Байболатов, Дағстандың халыҡ шағирәһе Шейит-Ханым Алишева менән телдәребеҙҙең уртаҡ яҡтары тураһында һөйләштек. Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, беҙҙең иҫкергән һүҙҙәр уларҙың телмәрендә һаман да бар икән.
90 йыллыҡ юбилейға килгән яҙыусы-шағирҙар, ғалимдар, төрлө республиканан килгән ҡунаҡтар менән дөйөм фотоға төшкәндә Алтынай менән Асияны алдарына алмашлап ултырттылар. Бала йәнле булыуҙары менән бергә, мосолман исемдәре ҡушылыуы ла күңелдәренә хуш килде шикелле.
Шағир Алигаджи Магомедов, Омар Аварский тигән тарихсы ағай менән саранан һуң да әңгәмәләштек. Уртаҡ проблемалар, уй-ниәттәр бар икәнлеге асыҡланды. Минең проза өлкәһендә яҙыуымды белгәс, аптырап ҡуйҙылар. “Хәҙерге йәштәр күпселек шиғыр яҙыуға тотона бит”, – тинеләр. Улар ҙа әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү тураһында хыялланалар. Күберәк аудитория уҡыуын теләйҙәр. Шулай уҡ, йәштәрҙең туған телдәренә битараф ҡалыуҙарына борсолалар. “Өйҙә үҙебеҙсә һөйләшәбеҙ. Уҡытырға тырышабыҙ. Тик рус телендә аралашыуға атлығып торалар инде”, – тип уфтандылар. Дағстанда ун дүрт тел дәүләт теле булараҡ һынала. Улар араһында, ысынлап та, үҙ асылыңды һаҡлап ҡалыу ҙа еңелдән түгелдер. Бергәләшеп поэзия йортон, Рәсүл Ғамзатовтың һәйкәлен барып ҡараныҡ.
Сағыштырып ҡарағанда...
Дағстанда туризм үҫеш юлында. Дәрбәндтәге Нарын ҡала, Сулаҡ каньоны, тәүге самолет менән корабль ҡушылмаһы “Лунь”, Нарат-Түбә итәгендәге Һары ҡом тауынан, Каспий диңгеҙенән башҡа төпкөл, төрлө боронғо үҙенсәлеге һаҡланған ауылдарға сәйәхәт тә туристарҙың яратҡан урындары. “Текә боролоштарҙан ҡурҡмағыҙ. Бары тик ен урынына йөрөгән ҡара һәм аҡ “Приора”ларҙан һаҡ булығыҙ. Ситтән килгәндәр шулар арҡаһында йыш ҡаза күрә”, – тип кәңәш бирҙе, бер магазин хужаһы тауарын алғанда.
Сентябрь – Дағстанда авар шағиры Рәсүл Ғамзатов айы тиһәң дә була. Көҙҙөң беренсе айында уның тыуған көнө билдәләнә һәм республиканың төрлө урындарында ҡуйылған “Аҡ торналар” стеллаһына сәскәләр һалына. Тыуған ауылы, диңгеҙ менән сағыштырғанда 1700 – 2000 метрға бейеклектә тау-ҡаялар араһында ултырған, Хунзахҡа ла барып, уның тыуған йорт музейын күрәләр. Шунда уҡ, уның исеме бирелгән, заманса итеп һалынған дүрт ҡатлы белем усағы ла килгән ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡырып тора.
Халыҡ шағирының тыуған яғына юл тотҡанда, Махачкаланан 140 саҡрымлыҡ араны 4303 метрға һуҙылған Рәсәйҙәге иң ҙур Ғимрин автоюл тонеллын үтәһең. Шағир йәшәгән райондың сиген сыҡҡанда: "Һеҙгә ҡарап беҙҙең район тураһында һүҙ йөрөтәләр. Был хаҡта онотмағыҙ", – тигән иҫкәртеүле яҙыу ҙа тора. Йәше Мезозой осорона барып тотошҡан коньоны менән дә туристарҙы үҙенә йәлеп итә. Янынан Робот-Цолоть тигән йылға аға. Ике бәләкәс кенә шарлауыҡтары ла бар. Бында тын алыуы рәхәт, әммә күпкә һыуығыраҡ, елле. "Тауҙарҙағы халыҡ оҙағыраҡ йәшәй, тиҙәр. Был дөрөҫмө?" – тип урындағы халыҡтан һораштым. "Хәҙер уртаса йәш 70 – 80. Борон 150 йәшкә етеүселәр ҙә булған. Йәшәгән урыныбыҙ тауҙа булһа ла, беҙ ҙә шул уҡ химиялы аҙыҡтан ағыуланабыҙ инде", – тип яуап бирҙеләр. Урындағы оҫталар йоҡаҡ дебет шәлдәр һаталар. Ейәнсура, Ырымбурҙыҡы кеүектәр юҡмы ни тигәс: "Һеҙҙәге кеүек ҡышҡы селләләр беҙҙә юҡ бит", – тинеләр.
Авар телендә "өйөлгән таштар" тип тәржемә ителгән Гуниб – туристарҙы үҙенә йәлеп итеүсе ауылдарҙың береһе һанала Дағстанда. Махачҡаланан 150 саҡрым йыраҡлыҡта, диңгеҙҙән 1800 метр бейеклектә ултырған ауыл ҡая-таштар араһында ултырыуы менән иң тәүҙә үк иғтибарҙы йәлеп итә. Ҡайһы бер өйҙәрҙең нигеҙҙәре ҡая ситтәренән сығып тора!
Бында йылына 300 самаһы көн эҫе тора, тиҙәр. Ҡая-таштар араһында рәтләп-рәтләп теҙелгән урамдар менән бергә төрлө осорҙағы зыяраттар ҙа бар. Мәҫәлән, 1986 йылда асылған "Аҡ торналар" һәйкәленең бер яҡ ситендә боронғо ҡәберлектәр бар ине. Ғөмүмән, боронғо мосолман ауылдары өсөн был ғәҙәти күренеш тип атарға ла була. Сөнки элек, ишетеп белеүемсә, башҡорт ауылдарында ла зыяраттар ауыл уртаһында торған. Үлемдең һәр кемгә яҡын икәнлеген иҫкәртеп торһон өсөн. Ә бына мәсеттәр, киреһенсә, ситкәрәк төҙөлгән. Аллаһ йортона барғанда баҫҡан һәр аҙым өсөн сауап яҙыла икән.
Милли батырҙары Шамилды, 1859 йылдың 25 авгусында ошо ауылда ҡулға алалар. Уның ҡәлғәһе лә бында урынлашҡан. Йәнә үҙҙәренең тарихи музейы бар. Тиҙ генә кереп ҡарап сығып өлгөрҙөк. Милли кейем өлгөләре, боронғо балалар карауаты, ҡатын-ҡыҙҙар һыу ташый торған, беҙҙеңсә ҡомғанға оҡшатып эшләнгән төрлө ҙурлыҡтағы көршәктәре иң тәү сиратта иғтибарҙы йәлеп итә.
Гунибтан утыҙ саҡрымлыҡ тирәһе алыҫлыҡта, Гамсутль тип аталған, йәғни халыҡ телендә "аул-призрак" тип аталған, 2015 йылдан алып бер кешеһеҙ ҡалған ауыл да туристарҙың иғтибар үҙәгендә. Унда ла барабыҙ тип юл тоттоҡ. Шул уҡ көндө. Хатта үҙебеҙ ҡуртымға алған тимер атты ҡалдырып, ҡойолоп бөтөп барған машинаға ултырып саҡрым ярым юлды ла һелкенеп мендек. Тағы саҡрым ярымын ташлы һуҡмаҡтан ҡая өҫтөндә ултырған ташландыҡ, әммә урындағы таштарҙы ҡырҡып эшләнгән һары төҫтәге йорттары менән үҙенә саҡырып торған серле ауылға менергә кәрәк ине. Бер мең һум түләп, һыбай барырға ла була. Тик бәләкәй балалар менән был вариант беҙгә тп килмәй ине. Шуға ла, ярты юлды тәпәйләгәс, бер ҡая һыртында урынлашҡан ял итеү өсөн туҡталҡаға ултырып хәл йыйҙыҡ та ҡабат төшөп киттек. Берәй ваҡыт, Аллаһ бирһә, юл төшһә, менербеҙ, күрербеҙ, тинек.
Һәр ауылда мәсет һәм заправкалары бар. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре икмәк бешереп, сәй ҡайнатып, урбеч кеүек нәмәләрен эшләп туристарҙы һыйлап оҙата. Йәнә тау-ташлы урындарҙа ҡара ер ташып, түтәлдәрҙе күтәртеп эшләнгән кәбеҫтә кеүек йәшелсә үҫтереүҙәре лә хөрмәткә лайыҡ. Уңдырышлы ҡара тупраҡҡа бер көрәк ер ҙә ҡаҙып сәсмәйенсә, көндө нисек үткәрергә белмәйенсә йонсоған, һуңынан импортлы аҙыҡ ашап һаулығын ҡаҡшатҡан яҡташтарым да быларҙы күрһен ине, тигән теләк барлыҡҡа килде.
Беҙҙең өсөн, ғәҙәттә, төпкөл һүҙе менән бергә юлһыҙ, газһыҙ һәм башҡа мөмкинселектәре булмаған ауылдар күҙ алдына килә. Тик Дағстан өсөн түгел икән! Һәр урында ялтырап торған асфальт һалынған! Бер-ике өйлөк кенә утарҙарға ла газ үткән! Һыуҙары ла крандан ғына аға! Кис етеү менән һәр йорт янындағы бағана башында электр лампочкаһы баҙлап яна! Был осраҡта йәнә үҙебеҙ менән сағыштырып ҡарамайынса булмай. Мәҫәлән, Ғафури районы – Башҡортостандың ҡап уртаһында урынлашҡан. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары ҡул һуҙымы йыраҡлыҡта ғына ята. Тик йылдар дауамында ла эшләнеп бөтөлмәгән күперҙәр, саҡыр-соҡорло юлдар аша ҡайтып еткәнсе күҙ тона. Дағстан ауылдары менән сағыштырғанда күпкә ҙурыраҡ ауылдар преспективаһыҙ тип һанала. Миҫалға, туристарҙың иң яратҡан төбәге Уҡлыҡаяға һыйынып Еҙем йылғаһы аҡҡан урын Аҡташ ауылын килтереп китәйек. Өфөнән 150 саҡрымлыҡ самаһы ерҙә урынлашһа ла, цивилизация тигәндәрен улар ҡайҙандыр ишетеп, уҡып ҡына белә. Ирҙәре һаман да бысҡы, балта тигән ҡорамалдарҙы көн дә тиерлек ҡулдарынан төшөрмәй утын әҙерләй. Ҡатын-ҡыҙҙар Еҙемдән көйәнтәләп һыу ташып эсә. 2021 йылдағы кеүек ҡоролоҡтарҙа йылға ҡортлаһа, йә быйылғы кеүек ҡойма ямғырҙар арҡаһында һыу буръяҡланһа, ауыл хакимиәте килтергән һыуҙы көтөп интегә! Маршрут автобусы был яҡҡа бер тапҡыр ҙа килгәне юҡ. Юлһыҙ ерҙән халыҡ биш саҡрымлыҡ араны тәпәйләп трассаға сығырға тейеш. Уныһын да ташҡа үлсәрлек кенә. Йүнләп ҡырсынташы ла ҡалмаған ерҙә күп маршрут автобус водителдәре йөрөүҙән баш тарта. Шунлыҡтан Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларына барыу, машинаң булмаһа, бер этлек. Республика башлыҡ тарафынан ауылдарҙы төндәрен яҡтыртыу программаһы ла был осраҡта тәүге ҡуйылған лампочкалар һүнгәнсе генә үҙ көсөндә булды. Хәҙер был хаҡта урындағы түрәләрҙең иҫенә төшөрһәң, “Илдәге хәлдәрҙе белеп тораһығыҙ бит. Аҡса юҡ”, – тигән һылтау таба һалалар. Рәсәйҙә йәшәгән башҡа халыҡтар кеүек беҙ ҙә етеш, матур тормошта йәшәргә хаҡыбыҙ юҡмы икән ни? Тау халыҡтары автоюл тоннелдәрен тауҙарҙы үтәнән-үтә тишеп юл һалғанда, беҙҙә сифатлы асфальтлыҡ та аҡса табылмаймы? Уларҙы ла ҡан-ҡойош проблемаһы урап уҙмай, тик ни өсөн беҙҙә шулай ҙа, уларҙа барыһы ла ялт итеп тора?..
Чечняны ла күрҙек...
Был яҡҡа икенсе тапҡыр юл тотоуыбыҙҙың сәбәбе – оло ҡыҙыбыҙ Алтынайҙың унынсы сентябрҙә Грозный ҡалаһында бишенсе тапҡыр милли театрҙар араһында уҙасаҡ “Федерация” фестивалендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт Драма театры артистары менән “Бөйрәкәй” спектаклендә сығыш яһарға тейеш ине. Шуға ла, театр артистарынан алдараҡ барып, ял итергә булдыҡ һәм улар сығыш яһай торған көндө Чечняға юл тоттоҡ. Ике республиканың баш ҡалалары 150 саҡрым аралыҡта ғына ята. Юлдар бында ла ялтырап тора. Тик хатта трассала ла ниндәйҙер тығындар булыуы ғына аптыратты.
Таҙалығы, заманса итеп төҙөлгән биналары менән иң тәү сиратта Чечня Республикаһы башҡаларҙан айырылып тора. Йәнә оҙон буйлы, ап-аҡ йөҙлө, ирендәре тултырылған, ҡаштары эшләнгән, йөҙҙәренең башҡа өлөштәре лә мөмкин тиклем биҙәлгән, йәтеш кенә итеп яулыҡ ябынған, беҙ үксәләрҙә генә йөрөгән гүзәл заттары үҙҙәренә иғтибарҙы тарта. Көслө заттары ла уларҙан ҡалышмай. Спорт костюмында, крассовкиҙа йөрөгәндәр бөтөнләй юҡ тиерлек. Ялтырап торған, билдәләре алынған ҡытай машиналарында ғына йөрөйҙәр. Әйбер, кейем хаҡы ла бында күпкә ҡиммәт. Интернет, туристарҙың яратҡан урындарының береһе, тип тәҡдим иткәс, “Бер ҡат” тип аталған баҙарҙарына ла барып әйләндек. Ундағы хаҡтарҙы күреп күҙҙәр маңлайға менде. Ҡайһы бер урында тауарҙың номерымы икән тип уйлап торғанда, хаҡы икәнлеген белгәс, бөтөнләй шаҡ ҡаттыҡ. Ябай ғына, уртаса ҙурлыҡтағы ебәк яулыҡтар дүрт-биш мең. Тимәк, бында һәр кейемеңә тап итеп яулыҡ ябыныу ҙа үҙенә күрә бер байлыҡ, етеш тормош билдәһелер, тип уйлап ҡуйҙым.
Бейек-бейек йорттар араһында “Чечня сити” тигәне айырым бер урын биләй. Янында ғына “Сәскәләр паркы” бар. Ябай ғына сәскәләр һәм һындарҙан шундай матурлыҡ тыуҙырып булғанлығына йәнә бер ҡат инандым. Эсендә фотоға төшөү махсус эшләнгән урындар, фонтандар ҙа бар. Барыһы ла уйланылып, тәфсирләп эшләнгән. Парк хеҙмәткәрҙәре лә көн дауамында йыйыштырып йөрөй.
Грозныйҙағы Ханпаши Нурадилов исемендәге Чечень драма театры йылы ҡаршы алды. Мосолман халыҡтарына хас йолаға ярашлы, кереү менән сәй тәҡдим иттеләр. Кисен Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романын режиссер Айрат Абушахманов сәхнәгә сығарған спектаклде ҡарарға урындағы халыҡ күп йыйылды. Өс сәғәтлек тамаша барышында тамашсының мыш-мыш итеп илап алыуы ла ишетелде. Ҡыҙыбыҙҙың сығыуын көтөп торғанда, спектаклде нисек ҡабул итеүҙәре тураһында һораштым. Оҡшатҡандар. “Рәсәйҙең дөйөм халыҡтарының тарихи, аянысды яҙмышы һүрәтләнә. Тик беҙҙең өсөн ят нәмәләр ҙә булды”, – тинеләр. Спиртлы эсемлектәр эсеп аңдары томаланып енәйәткә барыу, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата ҡәҙерһеҙ мөнәсәбәт кеүек сәхнә өлөштәре хаҡында әйтәләр инде.
Һәр мөйөштә баҙлап янған электр бағаналары менән бергә, ай кеүек матур итеп эшләнгән һындар ҙа балҡып оҙатып ҡалды беҙҙе.
Йомғаҡлау урынында...
Ҡайтыр алдынан Алтынай менән Асия Һарыҡомға барып уйнарға теләк белдерҙеләр. Туризм бында үткән йылдағыға ҡарағанда нығыраҡ үҫешкәне биләмәһенә кереү менән күҙгә ташлана. Биҙәүестәр һатыла. Милли кейемдәрен кейеп фотоға төшөргә мөмкин. Тауҙа кейергә лә күлдәк-биҙәүестәрен ҡуртымға биреп тора башлағандар икән. Саҡрым ярым араны уңайлы баҫҡыстарҙан балалар йүгереп түгел осоп ҡына менделәр ҙә, көс-дәрт өҫтәүсе үҙенсәлекле һауалы, ҡомло тауҙа рәхәтләнеп аунап уйнанылар. Тик төшөп барғанда тоҡомло бәләкәй генә эттәрен ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып менеп барған бер нисә туристы осратҡас, үҙебеҙҙәге эт-бесәйҙәрҙең бысраҡтарына батҡан балалар ҡомлоҡтары күҙ алдына килеп, күңелде ҡырып ҡуйҙы.
Таулы-ташлы – боронғо ауылдарында, ялан-ҡырлы – Чечня яғында ла йөрөгәс, үҙемсә бәләкәс кенә бер һығымта яһаным. Ҡая-таштарҙа авар кеүек, беҙҙең өсөн бөтөнләй аңлайышһыҙ телдә һөйләшкән, “х”, “ч”, “к” хәрефтәрен йыш ҡулланған халыҡтар йәшәй. Ә ҡумыҡтар, әйткәндәй, күрше республикала йәшәгән ҡалмыҡтарҙыҡы менән телмәрҙәре бөтөнләй аңлашылмай икән, асыҡ урындарҙы үҙ иткән. Һарыҡом да шул яҡта урынлашҡан. Ағачаул, Ҡызылйорт тигән ауыл-ҡасабаларҙың атамалары нимә аңлатҡанын ыңғайына белеп барҙыҡ. Шулай уҡ, Аҡташ, Ҡырмыҫҡалы тигән яҙыулылары ла осраны. Ул яҡта йәшәгән халыҡтар менән барыбыҙ өсөн дә уртаҡ һүҙҙәр табылды. Шайтан, хайуан, мәймүн кеүек әрләү һүҙҙәрен барыбыҙ ҙа бер үк мәғәнәлә ҡулланабыҙ икән.
Аҙнанан ашыу Махачҡаланың диңгеҙ буйында урынлашҡан йорттоң янында мәсет бар ине. Көн дә, урындағы ваҡыт менән таңғы дүрттәрҙә, әйтелгән аҙан тауышын, дымлы һауаһын һағынырмын, күккә олғашҡан бейек тау-ҡаялары күҙ алдына йыш килер. Һау бул, Дағстан! Юл төшһә, тағы ла килербеҙ. Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә бит.