

Бер кем дә, бер ҡасан да онотолмай. Һәр замандың үҙ геройҙары, батырҙары. Шундай кешеләр араһында Әлтәф Заһиҙуллин да бар. Бөгөн тыуған яғы Ғафури районының Имәнлек ауылында МХО-ла һәләк булған, әрмелә сик буйында хеҙмәт иткән ир-егеттең иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
"Мин дә унда бармаһам, тағы кем бара", - тип ҡапыл ғына ныҡлы ҡарарға килде лә, үҙ теләге менән МХО-ға юлланды. Үткән йылы оло йөрәкле тормош иптәшем яуҙа башын һалды. Күптәр өсөн өлгө булып йәшәй белде. Бөгөн дә уны белеүселәр тик яҡшы яҡтан ғына иҫләп телгә ала. Тыуған ауылында таҡтаташ асылыуы яуҙа һәләк булған батырға ҡәҙер-хөрмәт билдәһе ул. Киләсәк быуындар ҙа уны онотмаясаҡ. Был сараны ойоштороусыларға, килгән ҡунаҡтарға рәхмәтемде белдерәм. Донъялар тиҙерәк тынысланһын", - тип үҙ теләген белдерә яугирҙың ҡатыны Гөлфиә Хәйрулла ҡына.
Әйткәндәй, әрмелә сик буйында хеҙмәт иткән саҡта, бергә булған өс хеҙмәттәше лә Әлтәф Заһиҙуллиндың исемен мәңгеләштереүҙәге сарала ҡатнашҡан. Уның тураһында йылы хәтирәләр менән бүлешеүҙәре, әрме дуҫлығы мәңгелек икәнлеген дәлилләй.