9 августа Стәрлетамаҡтың Еңеү паркында махсус хәрби операция геройҙарына мемориаль комплексты асыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
-Бөгөн Стәрлетамаҡта илебеҙҙе яҡлап һәләк булғандарға, бөгөн алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә һәм тылда ярҙам итеү өсөн берләшкәндәргә арналған ошондай тәүге ҙур мемориал асабыҙ. Хәтер һәм тәрән ихтирам менән бергә яу яланынан әйләнеп ҡайтмағандарҙы иҫләп, күңелдә тәрән ҡайғы тойғоһо кисерәбеҙ. «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тигән һүҙҙәр һуңғы йылдарҙа бөтәһен дә берләштергән девизға әйләнде. Ысынлап та бөтә республика яугирҙәргә ярҙам итеү, тыныслыҡ урынлашҡас өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыуы өсөн бар көсөн һала. Йәш быуын яугирҙәрҙең батырлығын белһен, күрһен һәм хәтерләһен. Һәйкәл өлкәндәргә лә был бик ҡатмарлы осор тураһында иҫкә төшөрөп торасаҡ», - тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе үҙенең телмәрендә.
Тантанала шулай уҡ Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, МХО ветераны Филүс Аҫылғужин һәм Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетының урындағы бүлексә етәксеһе, яуҙа һәләк булған яугирҙең ҡатыны Янина Волочаева сығыш яһаны.
Мемориаль комплекс төҙөү идеяһы 2023 йылда барлыҡҡа килә. Эштәрҙең хаҡы 21 миллион һум тәшкил итә. Композицияның скульпторҙары - Ирина Макарова һәм Максим Батаев. Мемориаль комплекс диуарының проектын Александр Злищев һәм Григорий Мельников әҙерләй.
Мемориаль комплексты ҡуйыу һәм төҙөкләндереү буйынса эштәр 2025 йылдың апрелендә башлана. Уның дөйөм оҙонлоғо - 12 метр, скульптура композицияһының бейеклеге - 3,1 метр. Бронзанан эшләнгән мемориалдың стенаһында плитәләр урынлаштырылған, уларҙа ҡаҙаҡ менән өҫкә ынтылыусы торналар һүрәтләнгән. Махсус хәрби операция тамамланғас, плитәләргә һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәре яҙыла. Һул яҡта һалдаттарға хаттар яҙған һәм окоп шәмдәрен ҡойған балалар, маскировка селтәрҙәрен бәйләгән ҡатын, шулай уҡ гуманитар йөк ҡумталары һүрәтләнгән. Уң яҡ плитәлә блиндажда торған яугир һүрәтләнгән, ул маскировка селтәрҙәре менән ҡапланған, символик рәүештә тыл ярҙамын күрһәтә. Был композицияны берләштергән "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” тигән һүҙҙәр фронтҡа ярҙам иткән бөтә ҡала халҡының девизы булып тора.