Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Август 2025, 09:55

Ил именлеген һаҡлай егеттәр

– Ҡайһы берәүҙәр, контракт төҙөгәнеңә үкенмәйһеңме, тип тоҙһоҙ һорау бирәләр. Юк, үкенмәйем. Халҡыбыҙ именлеге һәм илебеҙ киләсәге өсөн тыуған илде һаҡлауҙы үҙ бурысым, тип иҫәпләйем. “Башҡорт” булыуыма ғорурланам. Беҙҙең халыҡ элек-электән көслө рухлы булған һәм илен, ерен яҡлап яуға күтәрелгән. 

Ил именлеген һаҡлай егеттәр
Ил именлеген һаҡлай егеттәр

Махсус хәрби операция башланыу менән Башҡортостан егеттәре бөтә ил халҡы менән бергә Тыуған ил һағына баҫты. Шул иҫәптән Ғафури яугирҙары ла беҙҙең именлегебеҙ, тыныс киләсәгебеҙҙе һаҡлап алғы һыҙыҡҡа юлланды. Ошо көндәрҙә Ватан алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәүсе “Башҡорт” позывнойлы яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Форсаттан файҙаланып, уның менән осрашып, аралашып алдыҡ. Алғы һыҙыҡтан ялға ҡайтҡан барса яугирҙар кеүек үк ул да һүҙгә бик һаран булып, бигүк асылып барманы.

 

Красноусол ауылы егете мәктәп йылдарынан спорт менән дуҫ була. Бер нисә йыл рәттән класташтары уны үҙҙәренең старостаһы итеп һайлай. 3-сө урта мәктәптә уҡыу йылдарында милли көрәш секцияһында әүҙем шөғөлләнә, футбол менән мауыға. Спорттың тап ошо төрҙәре буйынса күп ярыштарҙа яулаған миҙалдары, кубоктары уның ысын мәғәнәһендә спортсы булыуы хаҡында һөйләй.
- Спорт менән әле лә дуҫмын, һирәк эләккән ял ваҡытында иртә һайын гимнастика эшләйем, гер күтәрәм, - ти ул.
Урта мәктәпте тамамлағас, “Башҡорт” М.Аҡмулла исемендәге БДПИ-ға уҡырға инә, әммә 1-се курсты ла тамамлап өлгөрмәй, әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Байкал аръяғында (Забайкалье) танкист булып хеҙмәт итә ул. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Себер тарафтарына эшкә юллана. Артабан “Татбур”ҙа эшләй.
- Былтыр көҙ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иттем. Ниңә ундай ҡарарға килдең, тип һорарһығыҙ. Алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙе йәлләнем, уларға ярҙам итергә теләнем, - ти яугир.
Курскиҙың сик буйы именлеген һаҡлай “Башҡорт” егете. Взвод командиры ярҙамсыһы. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға беренсе ҡайтыуы.
- Үҙем бында булһам да уйым менән алғы һыҙыҡта, егеттәр янында, - ти ул. – Ҡайһы берәүҙәр, контракт төҙөгәнеңә үкенмәйһеңме, тип тоҙһоҙ һорау бирәләр. Юк, үкенмәйем. Халҡыбыҙ именлеге һәм илебеҙ киләсәге өсөн тыуған илде һаҡлауҙы үҙ бурысым, тип иҫәпләйем. “Башҡорт” булыуыма ғорурланам. Беҙҙең халыҡ элек-электән көслө рухлы булған һәм илен, ерен яҡлап яуға күтәрелгән. Киләсәк быуын өсөн тыуған илебеҙҙе һаҡларға кәрәк. Илһөйәрлек тойғоһо һәр кемебеҙҙә булырға тейеш, тип уйлайым. Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, тыуған яҡтарға еңеү менән ҡайтырға яҙһын барыбыҙға ла, - ти ул.
Әйткәндәй, уның әсәһе Венера Ғәни ҡыҙы ла шундай тәүәккәл һәм ҡыйыу. Быйыл февраль айында улы менән осрашыу өсөн Курск ҡалаһына барып етте ул. Унда аҙна-ун көн самаһы булып, улы менән генә түгел, уның хеҙмәттәштәре менән дә яҡындан аралашып, уларҙы йылы аштары, тәмле-татлы бәлештәре менән һыйлап, барыһының да иҫәнлеге-именлегенә доғалар уҡыны.
- Араларында ниндәй генә милләт вәкилдәре юҡ инде. Үҙ-ара шундай татыуҙар, береһен-икенсеһе күҙ ҡарашынан аңлап торалар. Барыһы ла мине “Әсәй” тип кенә йөрөттө. Был һуғыш тиҙерәк тамамланып, барыһы ла әсәйҙәре, ғаиләләре янына иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, тип иртәле-кисле доғалар уҡыйым, - ти ул.
“Башҡорт”тоң ошо көндәрҙә ялы тамамланып, йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юл аласаҡ. Яҡташыбыҙға һәм барлыҡ яугирҙарға именлек-һаулыҡ һәм еңеүҙәр менән тиҙерәк тыуған төйәктәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас