Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
27 Август 2025, 22:15

Беҙҙең Алмаз - "Башҡортостан геройҙары" рәтендә

Республикала “Башҡортостан геройҙары” программаһының һайлап алыу туры тамамланды. Финалға 70 кеше сыҡҡан, улар араһында Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында тыуып үҫкән аҫыл егеттәребеҙҙең береһе Алмаз Ғүмәров та бар.

Беҙҙең Алмаз - "Башҡортостан геройҙары" рәтендә
Беҙҙең Алмаз - "Башҡортостан геройҙары" рәтендә

Республикала “Башҡортостан геройҙары” программаһының һайлап алыу туры тамамланды. Финалға 70 кеше сыҡҡан, улар араһында Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында тыуып үҫкән аҫыл егеттәребеҙҙең береһе Алмаз Ғүмәров та бар.

Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған яугирҙарҙың исеме Тыуған илгә оло һөйөү, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып беҙҙең хәтергә уйылған, илебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Олатай-ҡартатайҙар батырлығы менән ғорурланып, һоҡланып, уларға оҡшарға тырышып үҫкән быуын беҙ. Тормош беҙҙең алға яңы һынауын ҡуйғас, илебеҙҙең көслө заттары ҡулына ҡорал алып, ил именлеген һаҡларға юлланды. Ата-бабалар намыҫына тап төшөрмәй, хәрби бурысын оло намыҫ менән үтәгән сая һәм ҡыйыу егеттәребеҙ - бөгөнгө көн геройҙары. Мәҡсүт ауылында тыуып үҫкән, хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндәге ҡыйыулығы өсөн Суворов миҙалына лайыҡ булған йәш офицер, взвод командиры Алмаз Ғүмәров ата-әсәһенең, тыуған ауылының ғына түгел, ә бөтә райондың ғорурлығы.

 Алмаз Мәҡсүт ауылында йәшәүсе Рузия Ғилметдин ҡыҙы менән Альберт Рәүф улының татыу ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәйҙән олатаһының әрме кейемдәрен кейеп, ҡулына уйынсыҡ пистолет-автомат тотоп, “һуғыш” уйынын уйнап, хәрби кеше булырға хыялланып үҫә. Ана шул хыялы Алмазды тыуған ауылында башланғыс кластарҙы тамамлағандан һуң, Ишембайға алып килә - 2011-2017 йылдарҙа ул хәрби училищеларға инеүгә ныҡлы нигеҙ биргән Ишембай кадет корпусында белем ала. Тәртип, дисциплина, ысын хәрбиҙәр тормошонан бер яғы менән дә ҡайтыш булмаған кадет мәктәбендә Алмаз яҡшы уҡый. Буш ваҡыттарында физик әҙерлеккә иғтибар бирә, Мәҡсүттә уҡығанда уҡ саңғыла йөрөү менән мауығыуы уға Ишембайҙа үткән спорт ярыштарынан ситтә ҡалмаҫҡа, призлы урындар алыуға мөмкинлек бирә. Хыялына ҡыйыу атлаған егет кадет мәктәбен тамамлағас, Новосибирск юғары хәрби училищеһына уҡырға инә. Ул бында ла һынатмай. Яҡшы уҡый, спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә.    

 2021 йылдың йәйендә хәрби училищены тамамлаған йәш офицер Алмаз Ғүмәров йүнәлтмә буйынса Көнбайыш хәрби округына ебәрелә, Калининград ҡалаһында взвод командиры вазифаһында үҙенең хеҙмәт юлын башлай. Ярты йыл хеҙмәт иткәс, илдә махсус хәрби операция башланғас, Алмаз тәүге көндәрҙән үк хәрби операцияға юллана.

Эйе, бөтәбеҙ ҙә аңлап тора. Хәрби хәрәкәттәр барған ерҙә йөрөгәндәргә утты ла, һыуҙы ла кисергә тура килә. Хәрби бурысын үтәгән ваҡытта үҙе өсөн генә түгел, үҙенең ҡул аҫтында булған иптәштәре өсөн дә яуап бирергә, уларҙы яҡларға һәм һаҡларға тура килә взвод командиры Алмаз Ғүмәровҡа. Хәрби офицер ике тапҡыр яралана, әммә яралары төҙәлгәс тә кире ут эсенә инә. Өсөнсө тапҡыр Алмаз ауыр яра ала. Дошманға һөжүм иткәндә Ғүмәров булған мотоуҡсылар подразделениеһы бронетранспортеры һәм танкы минаға эләгеп шартлай һәм дошман уты аҫтында ҡала. Алмаз яралыларға тәүге ярҙам күрһәтеп, батальон командованиеһын дошман позициялары тураһында иҫкәртә. Ғүмәровтың грамоталы етәкселек итеүе арҡаһында төркөм юғалтыуҙарһыҙ ҡамауҙан сыға, шул уҡ мәлдә дошман БТР-ын һәм личный составын юҡ итә. Күрһәткән ҡыйыулығы һәм оҫта етәкселек итеүе өсөн взвод командиры Алмаз Ғүмәров Суворов миҙалына лайыҡ була.

 Өсөнсө тапҡыр ауыр яра ала лейтенант Ғүмәров.

- Беҙҙе эвакуациялағас, иҫемә килә башлағанда иҫәнмен, эргәмдә ярҙам итеүселәр бар, тимәк, бөтәһе лә яҡшы тигән уй баштан үтте. Һөйгән ҡыҙым госпиталгә килеп, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә ярҙам итте, дөрөҫ һүҙҙәр таба алды. Ата-әсәйем һәр яҡлап ҡеүәтләп торҙо. Уларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Ауылға ҡайтҡас, ауылдаштарым шундай йылы итеп ҡаршы алдылар. Бөтәһе лә рәхмәт әйтә, хәлде һораша. Әммә һәйбәт әҙерлекле дошман менән реаль һуғыш барғанын аңлап етмәүселәр ҙә бар, - ти ул.

 Алмаз бер нисә ай госпиталдә дауаланғандан, тыуған ауылында ял иткәндән һуң хеҙмәтен тыныс шарттарҙа дауам итә. 

Эйе, беҙҙең ил эсендә тыныс булһа ла, күрше Украина ерендә нацистар менән генә түгел, ә Рәсәйгә ҡаршы сыҡҡан илдәр менән ҡаты алыш бара. Ил именлеге, уның сиктәре бөтөнлөгө бына ошондай сая һәм ҡыйыу егеттәрҙең ҡулында. Ата-бабаларыбыҙ рухына тап төшөрмәҫбеҙ, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, беҙ мотлаҡ еңәбеҙ, тип ышаныслы әйтә улар. Типһә тимер өҙөрҙәй ана шундай егеттәребеҙ булғанда, һис шикһеҙ, шулай булыр ҙа!

 

Розалия Искужина

"Мораҙым" гәзитенән

 

Автор:
Читайте нас