Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
30 Сентябрь 2025, 15:50

Батырлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү өлгөһө

"Һәр ир-егет Тыуған илен яҡларға, уны яратырға һәм яҡларға әҙер булырға тейеш. Мин Тыуған илемде, ғаиләмде һәм балаларымды яҡлау өсөн МХО-ға барырға булдым", – ти яҡташыбыҙ.

Батырлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү өлгөһө
Батырлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү өлгөһө

Бөгөн арабыҙҙа ысын геройҙар бар. Улар ауыр ваҡытта көслө һәм ҡыйыу булып ҡалған шәхестәр.

Мәҡәләбеҙҙең геройы – беҙҙең яҡташыбыҙ, башҡаларҙан бер нәмәһе  менән дә айырылмаған ябай егет. "Томан" позывнойлы яугир Салауат районының Көҫәпәй ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул пилорамала эшләй. Ғаилә ҡороп, тыныс донъя көткәндә, махсус хәрби операция башлана. 2024 йылда ул үҙ теләге менән МХО-ға барырға ҡарар итә.

"Һәр ир-егет Тыуған илен яҡларға, уны яратырға һәм яҡларға әҙер булырға тейеш. Мин Тыуған илемде, ғаиләмде һәм балаларымды яҡлау өсөн МХО-ға барырға булдым", – ти яҡташыбыҙ.

Хәҙер ул пулеметсы булып хеҙмәт итә. Хәрби задание үтәү барышында алған яраһына ҡарамаҫтан, ул әле лә сафта. Әммә "Томан" һәм уның хәрби иптәштәре үҙҙәрен герой тип иҫәпләмәй. "Беҙҙе өйҙә геройҙар тип атайҙар, ә ул – беҙҙең өсөн ҙур, яуаплы эш. Беҙ ил алдындағы бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ, – тип белдерә ул.

Тиҙҙән яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтырға тейеш. Геройҙар, ысынлап та, беҙҙең арабыҙҙа йәшәй. Салауат районы батыр яугирҙәре менән ғорурлана һәм уларҙы Еңеү менән көтә.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас