Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
12 Октябрь 2025, 11:55

"Улым йыр-моңға, сәскәләргә ғашиҡ ине...”

- Улдарымды айырманыҡ, һинеке-минеке булманы, тигеҙ ҡарап үҫтерҙек. Йәй етһә Сәләхкә өләсәй-ҡартатай янына китерҙәр ине. Әсәйемдәр ҙә Рәмилде тиҙ үҙ итте, ҡырын ҡараштарын тойманыҡ. Бесән мәле етһә бесән эшләшеп, көтөү көтөп ярҙам иттеләр. Һеңлеләре Наиләне ҡурсаҡ урынына күрҙеләр, ҡурсалап ҡына йөрөттөләр, – ти улдары хаҡында әсә ғорурланып.

"Улым йыр-моңға, сәскәләргә ғашиҡ ине...”
"Улым йыр-моңға, сәскәләргә ғашиҡ ине...”

Улым йыр-моңға, сәскәләргә ғашиҡ ине...”

Йылайыр ауылында йәшәүсе Мәрхиә апай Ишкилдина (һүрәттә) Ватаныбыҙға ҡаһарман ул үҫтергән әсәйҙәрҙең береһе. Улы Ирек Ишкилдин 2024 йылдың апрель айында контракт төҙөп махсус хәрби операция зонаһына юллана һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батырҙарса һәләк була.  Һуңғы һулышына тиклем хәрби бурысын намыҫлы үтәгән һалдат үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана.

 

  • - Улымдың махсус хәрби операция зонаһына барырға  ҡарар иткәнен  контракт төҙөп ҡайтҡас ҡына белдек,  – тип һүҙ башланы Мәрхиә апай, улы хаҡында һөйләүен һорағас. – Тәүҙә ныҡ борсолдом, нисә йәштә булһа ла , ул – минең өсөн бала. “Әсәй, ҡайғырма, барыһы ла яҡшы буласаҡ, бына күрерһең ”,– тигәс күндем. Көн дә булмаһа ла бәйләнешкә сығып һөйләшеп алһаҡ, күңелгә рәхәт булып ҡала торғайны. Яраланып госпиталдә ятҡан булған, уныһын ҡыҙым аша аҙаҡ ҡына ишеттем, һеңлеһенә генә әйткән.  Минең ҡан баҫымым юғары икәнде белгәнгә лә әйтергә ҡушмаған, балаҡайым. Унан күп тә тормай мәңгелеккә ташлап китте. Бер кемдең дә хәсрәт һандығы буш түгел, ти торғайны әсәйем мәрхүмә. Шулай маңлайыңа яҙылғанды күрмәйсә, гүргә инеп тә булмайҙыр, –  тип һөйләй әсә күҙ йәштәре аша.

 Ирек бала саҡтан нескә күңелле, атаһына оҡшап йыр-моңға ғашиҡ булып буй еткерә. Шул һәләтен артабан үҫтерергә ваҡыт тапмағанына үкенә хәҙер әсә. Техниканы яҡшы белгән малай бесән мәлендә ҡартатаһының уң ҡулы булған.

Мәрхиә Ишкилдина 1961 йылдың 18 сентябрендә Сәләх ауылында Әхтәм Салауат улы менән Хәсибә Нотфулла ҡыҙы Солтановтарҙың ете балалы татыу ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан уҡыуын күрше  Йомағужа урта мәктәбендә дауам итә. Өлгөргәнлек аттестатын алғас документтарын Юлдыбайҙағы һөнәрселек училищеһына тапшыра. Унда   тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Тәүге мөхәббәтен, буласаҡ тормош иптәшен дә ошо ауылда осрата Мәрхиә апай. Оҙаҡламай кейәү яғы яусы ебәреп, ҡыҙҙың ата-әсәһенән ризалыҡ алғас, матур итеп туй яһай йәштәр һәм  ҡайны - ҡәйнә йортонда йәшәй башлай.

  • - Ҡәйнәм бик эшлекле кеше булды. Ризыҡты тәмле бешерер ине. Мине, яңы килен булып төшкән йәш баланы, бар эштең нескәлектәренә өйрәтте. Уға рәхмәтем ҙур, – ти Мәрхиә апай йәшлек йылдарын хәтерләп.

Бер аҙҙан йәш ғаиләгә йәм өҫтәп улдары тыуа. Аҡ ҡына йөҙлө, тупырсыҡтай малайға Ирек тип исем атайҙар. Әммә,  сәбәбе  сығып,  күп тә тормай йәш ғаилә тарҡала. Мәрхиә апай яңы йәшен тултырған улы менән ата-әсә йортона ҡайта. Йылайырҙа һөнәрселек училищеһында бухгалтерҙар курсы үтеп автостанцияға эшкә төшә. Тормош шулай үҙ яйы менән барғанда Сәлимйән Сәлихйән улын осратып, яҙмышын тағы бер ҡат һынап ҡарарға була Мәрхиә апай. Ике яҡтан да ярты етем ҡалған малайҙар берләштерә улар яҙмышын. Тормош иптәшенең улы Рәмилде әсәй наҙына сорнап, Сәлимйән ағай иһә Мәрхиә апайҙың улын үҙ ҡанаты аҫтына алып, бер ғаилә булып йәшәп китә йәштәр. Уларҙың  ғаилә ебен тағы ла нығытып,  1990 йылда ҡыҙҙары Наилә донъяға килә.

  • - Улдарымды айырманыҡ, һинеке-минеке булманы, тигеҙ ҡарап үҫтерҙек. Йәй етһә Сәләхкә өләсәй-ҡартатай янына китерҙәр ине. Әсәйемдәр ҙә Рәмилде тиҙ үҙ итте, ҡырын ҡараштарын тойманыҡ. Бесән мәле етһә бесән эшләшеп, көтөү көтөп ярҙам иттеләр. Һеңлеләре Наиләне ҡурсаҡ урынына күрҙеләр, ҡурсалап ҡына йөрөттөләр, – ти улдары хаҡында әсә ғорурланып.

Рәмил улдары Өфөлә, ҡыҙҙары Наилә алыҫ Себер тарафтарында йәшәйҙәр, һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, уңышлы эшләп йөрөҙәр. Ғаилә ҡороп, яҡындарын ейән- ейәнсәрҙәр менән ҡыуандырғандар. Яйы сыҡҡан һайын күсәнәстәр йөкмәп ата-әсә йортона ашҡына улар.

 Ун алты йыл кассир, унан тағы ла күп кенә йылдар сауҙа өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыға Мәрхиә Әхтәм ҡыҙы. Ҡайҙа эшләһә лә, үҙен  намыҫлы хеҙмәткәр итеп таныта.

Мәрхиә апайҙың яратҡан шөғөлө – сәскәләр үҫтереү.

  • - Күңелемә ҡыйын булған мәлдәрҙә шул сәскәләргә ҡарап йыуанам. Ирегем дә сәскәләр яратты. Бәләкәс кенә булып гөлдәргә һыу ҡоя ла йөрөй торғайны, – ти хәтирәләрен яңыртып яугир улын юғалтҡан әсә. Ошо йылы иҫтәлектәренә, уға бар яҡлап терәк-таяныс булған яҡындарына йыуанып йәшәй Мәрхиә апай.

 

Розалия Такалова

"Ауыл уттары"


 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас