Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Октябрь 2025, 12:35

«Ветер» елдәй елеп ярҙамға ашыға

Ярты йыл һайын ике аҙнаға отпускыға ебәрәләр. Ялымды туғандарым, ҡыҙҙарым менән матур итеп үткәрергә тырышам. Беҙҙең яҡта йәшәү һәйбәт, тыныс, ҡәҙерен генә белергә кәрәк.

«Ветер» елдәй елеп ярҙамға ашыға
«Ветер» елдәй елеп ярҙамға ашыға

Борон замандарҙан уҡ Ватанды һаҡлау – ир-егеттәребеҙҙең изге бурысы һаналған. Ата-бабаларыбыҙ намыҫына тап төшөрмәй, әле лә  махсус хәрби операция биләмәһенең һәр мөйөшөндә яҡташтарыбыҙ илебеҙ сиген, тыныс тормошобоҙҙо уяу һаҡлай.

 

Шуларҙың береһе - «Ветер» позывнойлы яугир Таһир Кусимов батальонының 31-се «Башҡортостан» полкында хәрби бурысын үтәй.  Яҡташыбыҙ 2023 йылдың май айында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм шул көндән алып бөгөнгәсә дөрөҫлөк өсөн көрәш юлына баҫҡан. Хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн «Махсус хәрби операция ҡатнашыусы», Генерал Шайморатов, «Ҡаһарманлыҡ» миҙалдары менән наградланған

  • - «Ветер» үҙең тураһында һөйлә әле?

Сығышым менән Ивановка ауылынанмын. Ғаиләбеҙ Аҡъяр ауылына күсеп килгәс, уҡыуымды 1-се Аҡъяр урта мәктәбендә дауам иттем. Холҡом менән тыныс, ипле булдым, шуға күрә лә башҡаларҙан артыҡ айырылманым, өлкән кластарҙа көрәш түңәрәгенә йөрөнөм. Ғаиләлә баш бала булғас,  ата-әсәйемә ҡустымды һәм һеңлемде ҡарарға ярҙам иттем. Ошо ваҡытта миндә яуаплылыҡ, ҡайғыртыусанлыҡ, сабырлыҡ сифаттары барлыҡҡа килгәндер тип уйлайым. Мәктәпте тамамлағас, 110-сы һөнәрселек училищеһында машина-трактор паркын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса мастер һөнәренә уҡыным. Армия сафына саҡырыу ҡағыҙы алғас 138-се мотоуҡсылар бригадаһында матди тәьминиәт батальоны водителе булып намыҫлы хеҙмәт иттем. Тыуған яҡтарға ҡайтҡас, Аҡъяр үҙәк болницаһына шофер булып эшләнем, Себер яҡтарында ла йөрөп өлгөрҙөм.

- Ни өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар иттең?

Махсус хәрби оперция башланғас та уҡ  күңелем тыныс булманы, һәр ваҡыт ошо хаҡта уйландым. Иптәш егеттәрер, класташтар яу яланына китә башлағас, икеләнеп тә тормай дәүләт именлеге һағына баҫырға булдым.

 Ата-әсәйем ҡырҡа ҡаршы булдылар, туғандарым бармаҫҡа өгөтләнеләр. Әлбиттә, тылда ла эш күп, бында ла кәрәкбеҙ, ләкин хәрби бурысты һайлағанмын икән мин быны лайыҡлы үтергә тейешмен.

- Махсус хәрби операция биләмәһендә йәшәү шарттары нисек?

Бындағы ҡырыҫ шарттарға өйрәндек. Үҙебеҙгә кәрәкле, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырғанбыҙ, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итәләр.  Блиндаждарҙа йылы, ҡоро. Ҡорал менән тәьмин ителгәнбеҙ. Күбеһенсә хәүеф күктән янай.

- Кем булып хеҙмәт итәһең?

«Урал», «ВАЗ» йөк машиналарын йөрөтәм, бер үк ваҡытта штурмын бурысын үтәйем. Аҙыҡ-түлек, кейемдәр, боеприпастар ташыйбыҙ. Машиналар боҙолған ваҡытта үҙебеҙ ремонтлайбыҙ.

- Һеҙгә ниндәй хәрби бурыс йөкмәтелгән?

Бында һәр яугир алдына ҡуйылған бурыстарҙы бер һүҙһеҙ, намыҫлы үтәй. Алғы һыҙыҡҡа кәрәкле әйберҙәр, боеприпастар алып барабыҙ. Сиктәге егеттәргә кәрәкле ярҙамды ваҡытында алып барып еткереү, дошман күҙенә, яуына эләкмәй уңышлы йөрөү мөһим бурысыбыҙ.

- Алғы һыҙыҡта ҡурҡыу тойғоһон нисек еңәһегеҙ?

Ҡурҡыу тойғоһо һәр кемдә лә бар, һәр беребеҙҙең йәшәгеһе килә. Әммә хәрби әҙерлек ныҡлы булғанда, ышаныслы иптәштәрең янда икән ҡурҡыу юҡҡа сыға. Һәр ваҡыт уяу булырға кәрәк, дошмандың ҡайҙан килеп сығырын белеп булмай. Тойомлау көсө ныҡ булырға тейеш. Яу яланында һәр минут ҡәҙерле һәм бер үк мәлдә хәүеф аҫтында. Иң мөһиме паникаға бирелмәҫкә.

- Һеҙҙең ротала беҙҙең райондан яугирҙар бармы?

Эйе, яугир яҡташтар менән бергә булыуыҙ еңелгә тура килә, бушаған арала тыуған яҡты һағынып һөйләшеп алабыҙ. Бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып лайыҡлы хеҙмәт итергә тырышабыҙ. Ғөмүмән батальонда егеттәр ышаныслы, ниндәй милләттән, ҡайһы яҡтан булыуыбыҙға ҡарамаҫтан татыубыҙ, берҙәмбеҙ, хәрби туғанлыҡ менән көслөбөҙ.

- Райондан гуманитар ярҙам килеп етәме?

Тыуған яҡтың ярҙам-хәстәрен даими тоябыҙ.  Әле бына сентябрь айында гуманитар ярҙам алдыҡ. Район хакимәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов шәхсән үҙе килеп китте. Райондаштарға ҙур рәхмәтлемен, тыуған яҡтың күстәнәстәренән ауыҙ итһәң, ҡайтып килгәндәй тояһың үҙеңде.

- Отпускты нисек үткәрәһегеҙ?

Ярты йыл һайын ике аҙнаға отпускыға ебәрәләр. Ялымды туғандарым, ҡыҙҙарым менән матур итеп үткәрергә тырышам. Беҙҙең яҡта йәшәү һәйбәт, тыныс, ҡәҙерен генә белергә кәрәк.

- Бик үҙенсәлекле «Ветер» позывнойы нимәне аңлата?        

Сос, етеҙ, оҫта машина йөрөтөүемә ҡарап, ошо ҡушамат килеп йәбеште лә инде (көлә).

- Афарин «Ветер»! Ихлас, көр күңелле, илһөйәр рухлы булыуың менән һоҡландырҙың, ғорурлыҡ тойғолары уяттың. Һинең кеүек егеттәребеҙ булғанда еңеү һис шикһеҙ беҙҙеке буласаҡ. Аллаһтың яҡлауында, һаҡлауында йөрөгөҙ.

Яугирҙәр менән аралашҡанда күңел тула. Улар тыуған яҡтарынан бик алыҫта, үҙҙәре йәшәү шарттарын тыуҙырып, ил мәнфәғәтен яҡлай. Быуындан быуынға күскән изге бурысты намыҫ менән үтәй яугирҙарыбыҙ.

Лира Таҡалова

“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенән.

 

Автор:
Читайте нас