Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
10 Декабрь 2025, 21:40

Аяҡ яна, күтәрһәм, ботинка ла, аяҡ табаны ла юҡ

–Штурмға китеп барабыҙ, һәр төркөмдә өсәр кеше. Дошманға 200-250 метр ғына ҡалды. Һуҡмаҡ буйлап барғанда юлдағы минаны күреп, ситләтеп үттем, тик үләндәге икенсе минаны күрмәгәнмен. Аҙаҡ госпиталдә ятҡанда бер мина янында мотлаҡ икенсеһе лә буласағы тураһында өйрәткәндәрен иҫемә төшөрҙөм.Белә инем бит инде...

Аяҡ яна, күтәрһәм, ботинка ла, аяҡ табаны ла  юҡ
Аяҡ яна, күтәрһәм, ботинка ла, аяҡ табаны ла юҡ

“Йәшәүгә көс артҡанын тоям”

"Минең гуманитар ярҙам күрһәткән ирекмәндәргә, йылы ойоҡбаштар бәйләп ебәргән апай-инәйҙәргә, йылы кофта, футболка ебәргән һәр кемгә рәхмәт әйткем килә".

“Йәшәүгә көс артҡанын тоям”

2022 йылдың көҙөнә тиклем Рөстәм Кәримов ғәҙәти тормош менән йәшәй: ҡатыны менән улын тәрбиәләп үҫтерә, Салауат ҡалаһындағы заводта эшләй. Өлөшләтә мобилизация башланғас, махсус хәрби операция зонаһына хеҙмәткә китә. Ауыр яра алғандан һуң хәрби хеҙмәттән бушатыла, әммә унда патриоттарса рух һүнмәгән әле.  Тыуған яғында ул йәштәр менән эшләй, тип яҙа “Выбор” гәзите.

–Штурмға китеп барабыҙ, һәр төркөмдә өсәр кеше. Дошманға 200-250 метр ғына ҡалды. Һуҡмаҡ буйлап барғанда юлдағы минаны күреп, ситләтеп үттем, тик үләндәге икенсе минаны күрмәгәнмен. Аҙаҡ госпиталдә ятҡанда бер мина янында мотлаҡ икенсеһе лә буласағы тураһында өйрәткәндәрен иҫемә төшөрҙөм.Белә инем бит инде...

Тәүҙә нимә булғанын аңламай ҙа ҡалдым. Контузия алғанмын, иҫемде юғалтҡанмын. Аяҡ яна, күтәрһәм, ботинка ла, аяҡ табаны ла  юҡ. Ҡурҡыштан йәһәт кенә жгут һалдым, бөтә әйберҙәрҙе – рюкзак, автоматты  өҫтөмдән һалдым. Ағастар яғына шыуышам, егеттәрҙе саҡырам. Береһе килеп етеп, ныҡ итеп бинт менән бәйләне. Улар беҙҙең подразделениенан булмаһа ла, миңә ярҙамға ашыҡты. Юлда дрондар эҙәрлекләне, эвакуация 8-9 сәғәт дауам итте. Дүртәүләп мине өс-дүрт километр алып барҙылар. Рация буйынса медиктарҙы саҡырҙылар.Яңы көс һәм уңайлы носилкалар менән һуңғы ике-өс километрҙы 15 минутта үттеләр. Аҙаҡ инде ялан госпитале ҡаршыланы, – тип хәтерләй хәрби хеҙмәт көндәрен яугир.

– Мин мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Барыбыҙ ҙа берҙәм инек. Ҡайҙа барыуыбыҙҙы белмәһәк тә, еңеү артынан икәнен яҡшы белдек. Хәтеремдә, бер ваҡыт бәрелеш линияһында эвакуация төркөмө егеттәре яраланған иптәштәрен сығарыуҙа ярҙам һорап йүгереп килде. Үҙҙәре лә яралы, дошман уларҙы эҙәрләүен дауам итә. Беребеҙ ҙә икеләнмәне, йәһәт кенә тороп, ярҙамға ашыҡтыҡ, яралыны сығарҙыҡ. Бик һыуыҡ декабрь көнө ине.  Яугирҙе эвакуацияланыҡ, ул иҫән ҡалды. Бындай мәлдәр ныҡ иҫтә ҡала. Хеҙмәт көсөргәнешле булды. Даими дежур итәбеҙ, аҙ йоҡлайбыҙ, аҙ ащайбыҙ. Аҙыҡ булмағандан түгел, блиндаждарҙан йыш сығып йөрөмәү, яҡшыраҡ дошманды күҙәтеү, позицияла булыу өсөн. Минең гуманитар ярҙам күрһәткән ирекмәндәргә, йылы ойоҡбаштар бәйләп ебәргән апай-инәйҙәргә, йылы кофта, футболка ебәргән  һәр кемгә рәхмәт әйткем килә. Улар беҙгә өшөмәҫкә ярҙам итте

Яраланғандан һуң йыл ярым ваҡыт үтте. Тыныс тормошта йәшәргә яңынан өйрәнәм. Мин  әле “Йәш гвардия” төбәк бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡарам, йәштәрҙе сәйәси һәм йәмәғәт тормошона  йәлеп итеү өсөн тырышам. Уларҙың тормошта үҙ маҡсаттары һәм уға ынтылыштары булырға тейеш.Бер кем дә эшһеҙ ултырмаһын, хыялдарын тормошҡа ашырһын.Шул саҡта тыныслыҡ булыр.

 

Фото: Рөстәм Кәримовтың шәхси архивынан.

Динә Арыҫланова

 

 

Аяҡ яна, күтәрһәм, ботинка ла, аяҡ табаны ла  юҡ
Аяҡ яна, күтәрһәм, ботинка ла, аяҡ табаны ла юҡ
Автор:
Читайте нас