Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
22 Декабрь 2025, 20:40

"Тыуған илде һаҡларға ант итәм”

“Талғын ғына аҡҡан тормошобоҙ бер миҙгел эсендә ғәҙәттәге торошон үҙгәртте. Өлөшләтә мобилизация тормошто паузаға ҡуйҙы, бөтә пландарҙы юҡҡа сығарҙы. 2022 йылдың 22 сентябрендә ҡулыма повестка алдым. Был мәлде һүрәтләүе лә ауыр, атай-әсәйемдең, ҡатынымдың ниндәй хис-тойғо кисергәнен яҡшы аңлайым. Тәүге минуттарҙан һәм ошо көнгәсә уларға миңә ҡарағанда ла ауырыраҡ икәнлеген беләм". 

"Тыуған илде һаҡларға ант итәм”
"Тыуған илде һаҡларға ант итәм”

 

 

"Башта ниндәй генә уйҙар сыуалманы, шулай ҙа бер ҡарарға килдем: мин – Ватан һаҡсыһы, барыбыҙ өсөн иң ҡәҙерле Ер-Әсәне – Тыуған илде һаҡларға ант итәм”, – тип тәүге хәрби хеҙмәт көндәрен иҫкә төшөрҙө яугир.

“Талғын ғына аҡҡан тормошобоҙ бер миҙгел эсендә ғәҙәттәге торошон үҙгәртте. Өлөшләтә мобилизация тормошто паузаға ҡуйҙы, бөтә пландарҙы юҡҡа сығарҙы. 2022 йылдың 22 сентябрендә ҡулыма повестка алдым. Был мәлде һүрәтләүе лә ауыр, атай-әсәйемдең, ҡатынымдың ниндәй хис-тойғо кисергәнен яҡшы аңлайым. Тәүге минуттарҙан һәм ошо көнгәсә уларға миңә ҡарағанда ла ауырыраҡ икәнлеген беләм. Тәүге осорҙа билдәһеҙлектән ҡурҡыу тойғоһо булды, фекерләүе һәм үҙ-үҙемде ҡулға алыуы ауыр ине. Башта ниндәй генә уйҙар сыуалманы, шулай ҙа бер ҡарарға килдем: мин – Ватан һаҡсыһы, барыбыҙ өсөн иң ҡәҙерле Ер-Әсәне – Тыуған илде һаҡларға ант итәм”, – тип тәүге хәрби хеҙмәт көндәрен иҫкә төшөрҙө “Стирол” позывнойлы яугир.

Ул Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән. 24-се ҡала мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө дәүләт авиация техник уни­вер­си­тетының Күмертау филиалына уҡырға инә. Армия хеҙмәтен Хәрби-һауа көстәре ғәскәрҙәрендә үтә, хәрби-иҫәп белгеслеге – ремонтты контролләү саралары, идара ителеүсе ракеталар һәм аҫылмалы ҡоралдар механигы. Армиянан һуң “Салауатнефтехимремстрой” пред­прия­тиеһында слесарь-монтажсы, бригадир, мастер, прораб булып эшләй. Аҙаҡ “Мономер” заводының 46-сы цехына аппаратсы булып эшкә урынлаша.

Егет өйләнә, донъяны йәмләп, ике ҡыҙ­ҙары донъяға килә. Шулай һәүетемсә генә барған тормошта киҫкен боролош яһалыр тип кем уйлаған? Илдә өлөшләтә мобилизация башлана, тип яҙа “Выбор” гәзите.

“Хәрби әҙерлекте Пенза ҡалаһы эргә­һендә өс аҙна үткәндән һуң, алғы һыҙыҡҡа юл тоттоҡ. Хәрби хеҙмәттәштәремә ошо ауыр осорҙа эргәмдә булыуҙары, ярҙам­дары өсөн рәхмәт. Һуғыштың ҡот осҡос эҙемтәләрен күреп, ике туғандаш халыҡ­тың бер-береһенән нисек алыҫлаша барыуын  аңлап, таң ҡалаһың”, – тип уй-фекерҙәрен уртаҡлаша яугир.

“Стирол” тәүҙә взвод командиры урын­баҫары булып хеҙмәт итә, аҙаҡ уны офи­цер­ҙар составы резервының айырым батальонына курсҡа ебәрәләр. Рота зампо­литы вазифаһына уҡыталар, “лейтенант” званиеһын ала һәм мотоуҡсылар батальонында хеҙмәтен дауам итә. 

– Әлеге ваҡытта хәрби-сәйәси пропаганда һәм агитация буйынса өлкән офицер булып хеҙмәт итәм. Был – бик яуаплы эш. Яугирҙәрҙең хәрби рухын күтәреү, әхлаҡи-психологик торошон, эске тәртипте контролләү, личный составты бөтә тейеш­ле кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙе күҙә­теү – барыһы ла минең бурыс. Хеҙмәт­тәштәремдең рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү миңә лә әйтеп бөтөргөһөҙ көс бирә. Салауат егеттәре бында аҙ түгел, күптәре менән яҡындан танышып, дуҫлашып бөттөк, хатта ғаиләләребеҙ менән арала­шабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, – тип һөйләй яугир.

Беҙҙе офицерҙың ғәҙәти булмаған позывнойы ҡыҙыҡһындырҙы.

– Күптәрҙе минең ни өсөн “Стирол” позывнойын алыуым ғәжәпләндерә. Мин мобилизацияланғанға тиклем заводтың 46-сы, стирол етештереүсе, цехында эш­лә­нем. Оҙаҡ уйлап торманым, иҫтәлеккә ошо позывнойҙы алырға булдым, – тип яуап бирҙе офицер.

– Һеҙ бөгөн  тәү сиратта кемгә рәхмәт белдерер инегеҙ? – тип һорайым.

– Ышаныслы тыл ярҙамынан тыш, яугирҙәргә күпкә ауыр булыр ине. “Газпром нефтехим Салауат” компанияһы гу­манитар ярҙам менән тәьмин итте, ҡа­ла хакимиәте, ирекмәндәр даими ярҙам күрһәтә. Йәшермәйем, алғы һыҙыҡта күп нәмә етешмәй, беҙҙең ихтыяжды үтәгән һәр кемгә ҙур рәхмәт. Һәр ярҙамды юғары баһалайбыҙ. Әлбиттә, ғаиләм, яҡында­рым, дуҫтарым минең өсөн тоғро тыл булып тора, ауыр саҡта көс бирә, кәйефте күтәрә. Хәлдең ҡатмарлығына ҡарамай, минең ялға ҡайтҡанымды көтөп тормай, хатта үҙҙәре яныма килергә ваҡыт таба. Тыуған өйҙә һине кемдеңдер көтөүе, борсолоуы, ышаныс белдереүе ҡаршылыҡ­тарҙы еңергә, алға хәрәкәтләнергә көс-ҡеүәт бирә. Бындай ярҙам эстән һын­маҫҡа, ҡаҡшамаҫҡа, үҙеңә ышанысты арттырырға булыша, – тине ул.

Салауат ҡалаһы батырҙарының бере­һе “Стирол”дың еңеү яулап тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ. Иҫән-һау бул, яугир!

Фото:шәхси архивтан.

 

 

Динә Арыҫлановаю

Автор:
Читайте нас