Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Ғинуар , 08:05

Уның өсөн иң мөһим төшөнсә – намыҫ

Яугир әжәл тырнағынан әллә нисә тапҡыр иҫән ҡала. 2024 йылдың майында ҡаты яралана. Аяғы ныҡ йәрәхәтләнә, уның артерияһы, нервылары зыян күрә. Етмәһә, үпкәһе тишелә, бер ярсыҡ күкрәктә йөрәккә яҡын ҡаҙалып ҡала. Табиптар уны ала алмай, шул көйөнсә ҡалдыралар.

Уның өсөн иң мөһим төшөнсә – намыҫ
Уның өсөн иң мөһим төшөнсә – намыҫ

 

Баҡый тауына менеп, уның түбәһенән аҫта йәйрәп ятҡан Көҙән ауылына бағып торһаң, күҙ алдыңда шундай матур күренеш хасил була. Ауылдың теге осонда – ҡайын сауҡалығы, артабан ҡуйы ҡатнаш урман башлана. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, умарта тотоп йәшәргә теләгән ауыл кешеһенә бында уңайлы шарттар юҡ түгел.

 

“Ҡайҙа Ватан, мин дә шунда”

2022 йылдың сентябрендә, өлөшләтә мобилизация башланғас, илебеҙгә данлыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар биргән Көҙән ауылынан хәрби хеҙмәткә үҙе генә саҡыртыла АйнурИшмөхәмәтов. Егетте беҙ һәр саҡ ситтән күҙәтеп, ғаиләһенең уңыштарына ҡыуанып торҙоҡ. Һәр матур эштең үҙ яйы, үҙ көйө булған кеүек “Кузя” ҡушаматлы яҡташыбыҙ менән яҡындан танышырға ваҡыт та етте. Яҡташыбыҙ Айгөл һәм Илшат Ишмөхәмәтовтар ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫеп,
мәктәпте тамамлағас, Башҡорт агросәнәғәт колледжында умартасы һөнәрен үҙләштерә. Бар теләге – ата-бабаларының эшен дауам итеү. Ул бала саҡтан
умартасы атаһының шөғөлөн күҙәтеп, тора-бара күп серҙәргә өйрәнеп үҫкән була.

Артабан егет Түбәнге Новгородта элемтә ғәскәрҙәрендә БТР водителе булып хеҙмәт итә. 2013 йылда һалдат бурысын үтәгәндә 9 Май парадында ҡатнаша. Шулай уҡ Ишмөхәмәтов бер ай буйы “Запад-2013” Рәсәй-Белоруссия стратегик хәрби күнекмәләрҙә ҡатнаша.

- Олатайым Әбдрәшит Дилмөхәмәт улы Ишмөхәмәтов Бөйөк Ватан hуғышында ҡатнашҡан, “Шишмә” колхозының алдынғы механизаторы булған. Өләсәйем Зөләйха Ғибәҙулла ҡыҙы – тыл ветераны, “Герой-әсә” исеменә лайыҡ кеше. Улар 11 балаға ғүмер биреп, тормош юлына аяҡ баҫтырған, - тип ихлас уртаҡлашты Айнур. – Шундай өлгөлө ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкәс, ҡулға повестка алыу менән хәрби комиссариатҡа киттем. Шул саҡта ла, һуңынан
поезда барғанда ла был уйҙан һүндерергә теләүселәр булманы түгел. Минең өсөн бер генә хәҡиҡәт: ҡайҙа Ватан, мин дә шунда.

Алғы һыҙатта гел беренсе булып йөрөй

Айнур махсус хәрби операцияла Кременная-Сватово йүнәлешендә сапёр булып хеҙмәт итә. Йәйен ялға ҡайтып киткән “Бур” ҡушаматлы яугир – уның хеҙмәттәше (гәзиттә Йәмил тураһында мәҡәлә сыҡҡайны).

Тирә-яҡты минанан таҙартыу “Кузя” яуаплылығында булғас, ул гел беренсе рәттә йөрөй. Бара торған йүнәлештең хәүефле булыу-булмауын тәүҙә сапёр тикшерә, уның артынса яугирҙар төшә.

Әңгәмәгә ипле, тыныс, бер аҙ оялсан егетте яй ғына күҙәтәм, һөйләргә ашыҡтырмайым. Еңел булмаған эшеңдә һине нимә һаҡланырға ярҙам итте, тип һораным.

- Һәр кешелә үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты барҙыр ул. Миңә һиҙемләү һәләте ярҙам итте. Доға уҡыған, намаҙ тотҡан кешеләрҙе күреп үҫкәс, уларҙың һаҡлау көсөнә эйә икәнен белә инем, - тип һүҙен дауам итте танышым. – Атайым намаҙға баҫҡайны, үҙем дә хәүеф янағанда “Аятел Көрси”, “Нәс”, “Фәләҡ” сүрәләрен уҡып йөрөнөм... Иң ҡурҡынысы – тынлыҡ. Шартлау, атыу тауыштарына өйрәнәһең, ә тынлыҡ хәүефкә һала. Был саҡта унан нимә көтөргә лә белмәйһең. Алыш дауам итәме, әллә туҡтайбыҙмы?..

Эҙәрлекләп килгән дрондан нисек ҡотолалар?

Яугир әжәл тырнағынан әллә нисә тапҡыр иҫән ҡала. 2024 йылдың майында ҡаты яралана. Аяғы ныҡ йәрәхәтләнә, уның артерияһы, нервылары зыян күрә. Етмәһә, үпкәһе тишелә, бер ярсыҡ күкрәктә йөрәккә яҡын ҡаҙалып ҡала. Табиптар уны ала алмай, шул көйөнсә ҡалдыралар.

Айнур яраланғас, яңғыҙ алты-ете километр самаһы йәйәү сыға. Артабан уны эвакуация УАЗигы эҙләп табып ултыртып ала. Ошо саҡта автомобиль артынан дошман дроны һөжүм итә башлай. Водитель унан ҡотолоу өсөн төрлө манёврҙар эшләп, урау-урау юлдар буйлап ҡаса. Шулай ҙа дрон УАЗик аҫтына инеп шартлай. Иҫән ҡотолған яугирҙы “Урал” машинаһында күрше ауылға алып китәләр. Яҡташыбыҙ Мәскәүҙә А.Вишневский исемендәге госпиталдә – бер ай, махсус хәрби операция ветерандары госпиталендә дүрт ай дауалана. 2025 йылдың 4 февралендә хәрби хеҙмәттән бушатыла.

Айнур Ишмөхәмәтовтың махсус хәрби операциялағы хеҙмәте Рәсәй Оборона министрлығының “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн” миҙалы менән юғары баһалана.

Тыныс тормошта ла яуҙаштарын хәстәрләй

Бөгөнгө көндә Айнур ҡатыны Сәриә менән тырышып донъя көтәләр. Һәр кемдең яратҡан эше, шөғөлө бар. Сәриә башланғыс кластарҙа уҡытыусы булып эшләһә, Айнур умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Алты йәшлек улдары Айҙар ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы, терәк булып үҫеп килә. Ғаилә шәхсән махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам ойоштороп тора. Блиндаж шәмдәре эшләйҙәр, миңдек, дарыу үләндәре әҙерләйҙәр.

- Атай-әсәйемә, Эльмира апайыма, Илназ ҡустыма оло рәхмәтемде белдерәм. Мин махсус хәрби операцияла булғанда йорт, баҡса ҡараулы булды. Улар
йорт-ҡураны ремонтлашырға, ҡышын ҡар көрәшергә ярҙам итеп торҙолар, - тип әңгәмәне тамамлай Көҙән егете.

Сәриә менән Айнур төрлө республика баҫмаларының акцияларында, конкурстарында йыш ҡатнашып тора. Күптән түгел «Торатау» гәзите ойошторған викторина һорауҙарына яуап биреп, призлы урын да алдылар. Тормош дауам итә, артабан да шулай башҡаларға өлгө булып йәшәргә яҙһын һиңә, Айнур.
Уҡыған доғаларың һәр саҡ ҡабул булһын!

"Торатау" гәзитенән. 
Фотолар ғаилә архивынан.

 

Уның өсөн иң мөһим төшөнсә – намыҫ
Уның өсөн иң мөһим төшөнсә – намыҫ
Уның өсөн иң мөһим төшөнсә – намыҫ
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас