Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
2 Февраль , 10:42

Салауат тоҡомдары бит улар!

Яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Жуков һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләнгән.

Салауат тоҡомдары бит улар!
Салауат тоҡомдары бит улар!

Салауат районының Малаяҙ ауылы егете Рөстәм ФӘХРИЕВ махсус хәрби операцияла тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Ул бер үҙе һөжүм итеп, дошмандарҙы үҙ позицияһын ташлап китергә мәжбүр итә.“Гвардия рядовойы Фәхриев Рөстәм сираттағы хәрби задание ваҡытында Донецк Халыҡ Республикаһы тораҡ пункттарының береһендә яңғыҙы нацистар позицияһын штурмлауға юллана. Дошмандарҙың береһен юҡ итеп, икенсеһен яралап, ҡаршылыҡты баҫтырҙы, уларҙы сигенергә һәм позицияларын ҡалдырып китергә мәжбүр итте. Уның ҡыйыулығы һөҙөмтәһендә подразделение ҡуйылған бурыстарҙы юғары кимәлдә үтәне, шулай уҡ личный составты һәм техниканы юғалтыуҙарға юл ҡуйманы”, – тип яҙҙы ғәскәри часть командиры район хакимиәте башлығына юллаған хатында.Яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Жуков һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләнгән.

Рөстәм 2024 йылдың декабренән контракт буйынса мотоуҡсылар батальонында хеҙмәт итә. Уның батырлығы менән ғорурланабыҙ! Иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

"Йүрүҙән" гәзитенән

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас