Туймазы егете быға тиклем ашнаҡсы булып эшләгән, шулай уҡ электр-газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштергән. Яугир 2023 йылда дуҫтары артынан үҙ теләге менән киткән һәм, Таһир Кусимов исемендәге отрядҡа ҡушылып, «Башҡортостан» полкы сафына баҫҡан. Дрондар менән идара итергә тәжрибә инструкторҙар өйрәткән.
"Варяг" әйтеүенсә, пилотһыҙ осҡостар разведканан алып, һөжүм итеүгә һәм штурм төркөмдәрен оҙата барыуға тиклем булышлыҡ итә. "Алыҫтан тороп эш итәбеҙ, штурмлаусылар өсөн юлдарҙы таҙартабыҙ. Артиллерия утын корректировкалау, шартлатҡыстар сығарыу, дошмандың идара пункттарын эҙләү менән шөғөлләнәм», — ти "Варяг".
Әйткәндәй, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә 122 телефоны буйынса шылтыратып яҙылырға мөмкин.
Фото: “Башинформ”