2024 йылдың сентябрендә Ишембай ҡалаһында урынлашҡан Волга буйы федераль округының А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында “Пилотһыҙ авиация системалары” тигән класс асыла. Был класс “Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә пилотһыҙ авиация осоу аппараттары өлкәһендә өҫтәмә белем биреүҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола.
Был класта белем алыусы кадеттар пилотһыҙ авиация системаларының төрҙәре менән таныша, квадрокоптерҙар йыйырға өйрәнә, уларҙың яңы конструкцияларын әҙерләй, пилотһыҙ осоу аппараттарын программалай, уларға идара итеүҙә оҫталыҡтарын арттыра.
Кадеттар менән ике квалификациялы педагог эшләй. Улар “Пилотһыҙ авиация системалары” федераль проектына ярашлы, “Пилотһыҙ авиация системаларын әҙерләү, етештереү һәм файҙаланыу өлкәһендә практик әҙерлек” буйынса курстар үткән. Рөстәм Хәйбуллин 7-8 класта уҡыған кесе төркөм менән шөғөлләнә, Илдус Булатов 9-10 кластарҙа белем алыусы өлкән төркөм менән дәрестәр алып бара.
Барлығы 48 кадет уҡыуҙар үтә. Бының өсөн барлыҡ шарттар булдырылған: уҡыусы һәм уҡытыусы өсөн айырым эш өҫтәле, 3D принтерҙар менән ремонт зонаһы, бәләкәй һәм ҙур осоу зоналары.
Кадеттар яңы һөнәрҙе үҙләштереп кенә ҡалмай, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып үҙҙәренең оҫталыҡтарын да һынай. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында сентябрь айында Чебоксар ҡалаһында уҙғарылған “Волга буйы кадеты” тип аталған Волга буйы федераль округы кадет корпустарының спартакиадаһында “БПЛА-ны программалау һәм пилотлау” йүнәлеше буйынса Ишембай кадет корпусы командаһы 2-се урын яулай. Өфөлә Волга буйы федераль округы уҡыусылары һәм студенттары араһында уҙғарылған интеллектуаль олимпиадала ла кадеттар “Инженер бурыстарын үтәү” йүнәлешендә 2-се урын һәм “Пилотһыҙ осоу аппараттарын программалау” йүнәлешендә 3-сө урынға лайыҡ булған.
Дрондар уҙышы буйынса Башҡортостан кубогында ла А.В.Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусы командаһы 3-сө урын яулап, тәүге өс лидер исемлегенә ингән.
– Пилотһыҙ осоу аппараттары кабинетында кадеттар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән шөғөлләнә. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләү йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған бер нисә аспекты туплай: был юғары технологиялар менән идара итеү ҙә, ярыш сәме лә, мөһим, заманса эштә ҡатнашлығыңды аңлау ҙа. Уҡытыу программалары шулай ҡоролған, улар кадеттарға өҫтөн генә белем биреп ҡалмай, тәрән һәм төрлө яҡлы оҫталыҡ һала. Теоретик әҙерлек барышында кадеттар аэродинамика нигеҙҙәрен һәм төрлө типтағы пилотһыҙ осоу аппараттары эшенең принциптарын өйрәнә, пилотһыҙ авиацияны ҡулланыу өлкәһендә ҡануниәт менән таныша, хәүефһеҙ осоу ҡағиҙәләре тураһында белә. Практик пилотлау барышында идара итеү оҫталығы тәүҙә компьютер симуляторҙарында эшләнә, һуңынан ғына ысын дрондарҙа төрлө режимда булдырыла. Программалау һәм көйләү дәрестәрендә кадеттар программалау телдәрен өйрәнә, – тип һөйләне Илдус Марсель улы.
Был һөнәргә тыныс тормошта ла ихтыяж ҙур булыуын аңлай йәштәр. Сөнки хәҙерге заман хеҙмәт баҙарында ул иң көнүҙәк һәм тиҙ үҫешкән тармаҡтарҙың береһе. Бындай белгестәргә ихтыяж ҙур булып ҡала һәм үҫеүен дауам итә. Тимәк, йәштәрҙең был һөнәр менән ҡыҙыҡһыныуының киләсәге ҙур.
Фото: Ишембайҙағы Башҡорт кадет корпусынан.