Шоңҡар
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Батырға - награда!

Штурмлау төркөмө составында хәрби заданиеларҙың  береһен үтәгәндә яугир ут аҫтына эләгә. Уңайлы позицияны биләп, ул дошмандың ике тере көсөн һәм дронды юҡ итә. Заданиены үтәгәндә күп яралар ала һәм хәүефһеҙ зонаға эвакуациялана.

Батырға - награда!
Батырға - награда!

 

Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Салауат ҡалаһы батыры Николай Блинов лайыҡ булды.

Награданы уға ҡала хакимиәтендә үткән ҡала Советының ун туғыҙынсы ултырышы ваҡытында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең административ органдары менән үҙ-ара эш итеү департаменты директоры Владимир Симонов тапшырҙы.

Николай Блинов 2023 йылдың авгусында хәрби хеҙмәткә контрактҡа ҡул ҡуйып, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Штурмлау төркөмө составында хәрби заданиеларҙың  береһен үтәгәндә яугир ут аҫтына эләгә. Уңайлы позицияны биләп, ул дошмандың ике тере көсөн һәм дронды юҡ итә. Заданиены үтәгәндә күп яралар ала һәм хәүефһеҙ зонаға эвакуациялана.

Динә Ғәлиева

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас