Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Азат Вәлиев фронтта батырлыҡ һәм тапҡырлыҡ күрһәткән. Уның хәл иткес ҡарары һөҙәмтәһендә һалдаттар ғүмере һәм хәрби милек һаҡланып ҡалған. Был хаҡта Ағиҙел ҡала хакимиәтенә килгән командование хатында әйтелә.
Кесе сержант Вәлиев “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы М.Шайморатов исемендәге батальонының танкка ҡаршы идара ителеүсе ракеталар взводы операторы булып хеҙмәт итә.
Боеприпастар илтеүсе автомобилгә дошмандың FRV-дроны һөжүм башлағас, ул пилотһыҙ осоу аппаратына ҡаршы автомат менән алышҡа сыға. Мәргән яугир уны һауала атып төшөрә. Һөҙөмтәлә техника һәм кешеләр имен ҡала, ә снарядтар ваҡытында тейешле урынға барып етә. Штурмлаусылар артабан юлдарын уңышлы дауам итә. Үкенескә ҡаршы, Азат Вәлиев үҙе ауыр яралана. “Яугирҙең ҡыйыулығы һөҙөмтәһендә бурыс бер ниндәй өҙөклөкһөҙ үтәлде”, – тиелә командование хатында. Ағиҙел егете дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән, әле ул госпиталдә дауалана. ”Башинформ” асыҡлауынса, Азат Вәлиев контракт төҙөгәнгә ҡәҙәр коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләгән, армия хеҙмәтен үтмәгән, әммә Ватан доброволецтарҙы саҡырғас, фронтҡа китергә ныҡлы ҡарар иткән. Уның атаһы ла махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Яугирҙәрҙә именлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ.
Фото: Ағиҙел ҡала хакимиәте социаль селтәренән.
Дина Арсланова