Шоңҡар
+18 °С
Дождь

Башҡаса булдыра алманым...

Көнө-төнө улымдың ут эсенән иҫән-һау ҡайтыуын, илгә тыныслыҡ килеүен теләйем. Рәсәй тарихындағы бәрелештәрҙең күпселеге беҙҙең ғаиләне урап үтмәй шикелле. Оло улым Отар әрмегә алынғас, Чечняға эләкте. Хаттар көтөп, һәр яңылыҡҡа һиҫкәнеп ут йотҡан саҡтарым хәҙер килеп тағы ҡабатлана.

Башҡаса булдыра алманым...Башҡаса булдыра алманым...
Башҡаса булдыра алманым...

Батыр яуҙа һынала, ти халыҡ. Ғүмерен Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығына хеҙмәт итеүгә арнаған Ҡыйғы районының Сирбай ауылы ир-уҙаманы Динар МӨХӘМӘТЙӘРОВ та замана геройҙарының береһе. Бөгөн ул МХО-ла илен һаҡлай.

– Динар бала сағынан шуҡ, сос булды, – ти Динарҙың әсәһе Фәрҙиә Рәхимйән ҡыҙы. –  Ололар менән дә, тиңдәштәре менән дә уртаҡ тел тиҙ тапты. Был егеттәр, был ҡыҙҙар эше тип айырып ҡарап тормай ине. Ағаһына терәк, һеңлеләренә өлгөлө ағай булып үҫте. Әле лә шулай. МХО-ға юлланырға ике көн ҡалғас ҡына миңә әйтте. Минең ҡаршы төшөргә маташыуыма: “Әсәй, мин шулай хәл иттем. Башҡаса булдыра алмайым”, –  тине. Көнө-төнө улымдың ут эсенән иҫән-һау ҡайтыуын, илгә тыныслыҡ килеүен теләйем. Рәсәй тарихындағы бәрелештәрҙең күпселеге беҙҙең ғаиләне урап үтмәй шикелле. Оло улым Отар әрмегә алынғас, Чечняға эләкте. Хаттар көтөп, һәр яңылыҡҡа һиҫкәнеп ут йотҡан саҡтарым хәҙер килеп тағы ҡабатлана.

– Ағайым беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө, – ти һеңлеһе Ләйсән. – Апайым менән мине һәр саҡ ҡурсалап, яҡлап йөрөнө. Һыбай йөрөгәндә алдына ултыртып йөрөүе әлегеләй күҙ алдымда. Бала саҡҡа ниндәй бәхетле хәтирәләр бар, уларҙың күп өлөшө Динар ағайыма барып бәйләнә.

Бала сағынан техника еле ҡағылған Динар велосипедта, аҙаҡ мотоциклда йөрөргә ярата. Әрмелә Төньяҡ флот диңгеҙ авиацияһында водитель дизель эшләүсе булып хеҙмәт итә. Һөнәрен дә ошо йүнәлеште һайлай. Көньяҡ Урал дәүләт университетының юридик институтында ситтән тороп белем ала. ЮЛ-ПАТРУЛЬ хеҙмәте инспекторы булып эшләй. Полицияның өлкән лейтенанты хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙен башҡа өлкәләрҙә лә һынап ҡарай. Тик күп кешегә һөнәр ғүмерлеккә бирелә. Динар өсөн дә Рәсәйҙең эске эштәр министрлығында эшләү, унда хеҙмәт итеү маңлайына тыуғансы уҡ яҙылып ҡуйылған булғандыр.

Динар МӨХӘМӘТЙӘРОВ тураһында журналдың май һанында уҡығыҙ. 

Башҡаса булдыра алманым...
Башҡаса булдыра алманым...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас