Шоңҡар
+19 °С
Дождь

Хәйбулла батыры

Радик Вәкил улы тормошто, кешеләрҙе шул тиклем ныҡ ярата. Үҙе йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл, ихлас булғас, уға ла тирә-яҡтағылар ылығып ҡына тора. Ә һуңғы тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында ауылдаштарына, синыфташтарына барып, хәлдәрен белешеп сыға. Гүзәл заттарҙың барыһына ла гөлләмәләр бүләк итә

Хәйбулла батырыХәйбулла батыры
Хәйбулла батыры

Радик Вәкил улы тормошто, кешеләрҙе шул тиклем ныҡ ярата. Үҙе йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл, ихлас булғас, уға ла тирә-яҡтағылар ылығып ҡына тора. Ә һуңғы тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында ауылдаштарына, синыфташтарына барып, хәлдәрен белешеп сыға. Гүзәл заттарҙың барыһына ла гөлләмәләр бүләк итә

Был осрашыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙаҡҡыһы була. Күрәһең, яугирҙың күңеле һиҙенгәндер. Ул ошо осрашыуҙа: «Әгәр яуҙа минең ғүмерем өҙөлһә, ныҡ ҡайғырмағыҙ... Ир-аттарҙың төп бурысы – тыуған ерен һаҡлап, батырҙарса йығылыу, был, минеңсә, ҙур ғорурлыҡ!» – тип әйтеп ҡуя...

Радик Фәйзуллин 1978 йылдың 12 апрелендә Хәйбулла районы Яковлевка ауылында тыуа. Ата-әсәһе көнө буйы совхоз эшендә булғас, гел яратҡан өләсәһе янында урала. Ул ҡәҙерле кешеһенән бар нәмәгә өйрәнеп үҫә. Тәмле итеп бешерергә, үҙенең кейемен, төшкән төймәһен оҫта итеп тегеп ҡуйырға оҫтарып ала. Хатта быйма ла ямай әле. Тормошта был өйрәнгәндәре ныҡ ярҙам итә. Ҡулы ла килешә, эшен «һә» тигәнсе башҡарып та ҡуя.

1995 йылда Һамар мәктәбен уңышлы тамамлағас, Сибай педагогия институтына уҡырға инә. II курстан һуң әрме хеҙмәте сафына баҫа. 1999 йылда Дағстан, Чечен Республикаларында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

Әрменән ҡайтҡас, вахта ысулы менән төрлө тарафтарҙа эшләй. Яратып йөрөгән ҡыҙына өйләнеп, донъя көтә башлай. Тик, үкенескә күрә, йәштәр айырылышып ҡуя. Атай кеше ҡәҙерле улы Данил менән һуңғы көнөнә тиклем яҡшы аралашып тора.

Ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән атаһы Вәкил Мөхтәр улы баҡыйлыҡҡа күскәс, әсәһен яңғыҙын ҡалдырмаҫ өсөн Радик уның янында ҡала. Шулай Ғәлиә Ҡыуандыҡ ҡыҙына терәк, таяныс булып йәшәп ятҡанда илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация башланып китә. 2022 йылдың 22 сентябрендә Радик Вәкил улы ла ил һағына баҫа.

– Ҡустым менән көн дә телефон аша һөйләшеп торҙоҡ. Бала саҡтағы, мәктәп йылдарындағы матур хәтирәләрҙе иҫкә төшөрөп ала инек. Радик шул тиклем ихлас, йомарт, кешелекле, ярҙамсыл, ғәҙел булды. Беҙ икебеҙ ныҡ татыу үҫтек. Йорт эштәрен гел бергә башҡара тор­ғайныҡ. Ул бер эште лә айырып торманы. Аш-һыу бүлмәһендә һауыт-һаба йыуа башлаһаң, яныма килә һалып, ярҙамлашыр ине. Үҙенең ҡулдары ла килешеп тора, ул салаттар өсөн ризыҡтарҙы оҫта итеп турай ҙа белде. Үҙе бер сәнғәт өлгөһө! – ти апаһы Светлана хәтирәләргә бирелеп. – Уның йомартлығына иҫең китерлек ине. Осрашҡан һайын ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмә менән килә торғайны. Шул мәлдәрҙә тормош иптәшем Руслан: «Ҡәйнеш һине ҡалай ныҡ ярата ул», – ти ине... Бик үкенесле, хәҙер бер ваҡытта ла бындай матур осрашыуҙар булмаясаҡ. Гел йылмайып ҡына торор ине, дуҫ-иштәрем дә үҙен яратты. Үҫмер саҡта өйгә улар килһә, йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләп, сәй табыны ҡорорға тотона ине. Бер ҙә аптырап торманы, үҙе бешенергә оҫта булғас ни. Ул бит яуҙа ла һалдаттарға ашарға әҙерләне. Шуға ла, моғайын, «Кок» позывнойын биргәндәрҙер әле. Арабыҙҙа уның юҡлығына ышанғы ла килмәй...

Радик Вәкил улы үҙе яуҙа булһа ла, гел әсәһе хаҡында борсолоп, уны төрлөсә ҡыуандырырға тырышҡан. Светлана апаһына бер шылтыратҡанында: «Ауылға барһағыҙ, әсәйгә заманса ҙур телевизор алығыҙ», – тип, ниндәй маркалы алырға кәрәклегенә тиклем әйтеп ҡуя. Әлбиттә, Ғәлиә апайҙың өйөндә телевизор бар барлығын. Бында улының нисек тә ҡәҙерле әсәһен ҡыуандырғыһы, шатландырғыһы килеүе инде.

– Улым ут эсенә кергәс, минең өсөн дә тынғыһыҙ көндәр, йоҡоһоҙ төндәр башланды. Тормошобоҙ икегә бүленде, – ти батыр ул үҫтергән әсә Ғәлиә Ҡыуандыҡ ҡыҙы. – Әсәйемде борсомайым, тип йыш шылтыратмаһа ла, мин дә үҙемде шул яуҙа йөрөгән һымаҡ хис итеп йәшәнем. Һаман да улым сәскәләр тотоп, йылмайып өйгә килеп инер һымаҡ. Бер ҙә ышанғы килмәй шул, уның үлемен йөрәк ҡабул итмәй…

Радик баҡсала үҙе төрлө сәскәләр үҫтерергә лә әүәҫ ине. Хатта орлоҡтан өйҙә алдан үҫтереп, тышҡа сығарып ултырта торғайны.

Кешеләр менән дә тиҙ уртаҡ тел таба белде. Ауылда хөрмәт итеп кенә торҙолар. Улым ҡулынан килгәнсе бар кешегә ярҙам итте. Йомартлығы ла булды, үҙенә ҡалмаһа, ҡалмай, барыһын таратып бирер ине.

Әле ошо өс тапҡыр ҡыҫҡа ялға ҡайт­ҡанында ла улдары яуҙа булған әсәйҙәрҙең өйҙәренә барып, хәлдәрен белешеп, һәр береһенә күстәнәс, сәскә бүләк итеп йөрөнө. Һиҙенеп йөрөгәндер инде балаҡайым был

яуҙан имен ҡайта алмаҫын… Һуңғы ҡайтҡанында ла бар синыфташтары менән осрашып, һәр береһенең өйҙәренә барып хушлашып йөрөнө бит...

Ысынлап та, Радиктың бергә уҡыған синыфташтары үҙ-ара дуҫтар. Ауылдағылар һәр ваҡыт осрашып, бер-береһенә ярҙамлашып йәшәй. Синыфташы Лилиә был хаҡта: «Донъялар болғанып киткәс, беҙҙекеләр араһында дуҫлыҡ тағы ла нығынды. Радикты яуға оҙатҡас, уның юҡлығы шунда уҡ һиҙелде. Ул бит барыһы менән дә ихлас аралашты. Яуҙан «Бәйләнештә» социаль селтәрендә хәлдәребеҙҙе белешеп торҙо. Ваҡыты булыу менән шылтыратып та алды. Радиктың: «Тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, тыныс күк йөҙө булыуы – ҙур бәхет», тигән һүҙҙәре хәҙер беҙгә девиз һымаҡ ҡалды... Өсөнсө тапҡыр ҡайтҡанында минең тыуған көнгә ҙур сәскә гөлләмәһе менән килеп ингәйне. Беҙ, синыфташтар, был көндө уны көтмәй инек әле, ул үҙе шундай, серле мәлдәр бүләк итергә яратты», – ти.

Фәйзуллиндар ғаиләһенә 2025 йылдың 1 апрелендә Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссариаты: «86274-се хәрби часть хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың 18 мартында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Радик Вәкил улы Фәйзуллин Украина, Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәләрендә хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә батырҙарса һәләк була», – тип хәбәр итә.

Яуҙағы ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге өсөн кесе сержант Радик Фәйзуллин II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары һәм үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

Радик Фәйзуллиндың туған мәктәбендә Герой партаһын да ҡуйғандар.

– Радик Вәкил улы – ысын Герой һәм уның батырлығы мәңге онотолмаҫ, – ти Һамар мәктәбе етәкселеге.

Зөһрә ХӘКИМОВА

Хәйбулла батыры
Хәйбулла батыры
Хәйбулла батыры
Автор:
Читайте нас