

«Фронтта һеҙең дәрт, энергия кәрәк!»
Өфөлә «Рәсәй» медиаүҙәгендә Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальонын ойоштороуға арналған матбуғат конференцияһы үтте.
«Фронтта һеҙең дәрт, энергия кәрәк!»
Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостан Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин, 27-се дивизия вәкиле Александр Савченко яуап бирҙе.
Билдәле булыуынса, республикала ике тапҡыр Советтар Союзы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең батальоны ойошторола.
Артур Йомағужиндың белдереүенсә, исемле батальонда хеҙмәт итеүҙең мөһим айырмаһы – РФ Президенты бойороғо менән раҫланған бер йылға махсус контракт. Бер йыл үткәс контрактсы хәрби хеҙмәттән китә ала.
Батальон Башҡортостан егеттәре нигеҙендә комплектлана. Түләүҙәргә килгәндә, бер йылда яугир 4 120 000 һум алырға мөмкин. Әгәр ҙә егеттәр юғары уҡыу йортонда уҡыған ваҡытында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөһә, уҡыған урыны һаҡлана. Түләүле уҡыған булһа, һуңынан дәүләт наградалары менән бүләкләнһә, түләүһеҙ уҡыуға күсә ала.
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә төбәк льготаларының бөтә төрҙәре лә бирелә.
Артур Йомағужин һүҙҙәренсә, яңы батальонға республика һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк. Батальондың кураторы итеп Рәсәй Геройы Тельман Уралбаев ҡуйылған. Командирҙар составы аныҡ хәрби тәжрибәгә эйә булған Башҡортостан командирҙарынан төҙөлә.
Пилотһыҙ системалар батальонына 18 йәштән 35 йәшкә тиклем егеттәр алына. 27-се дивизия вәкиле Александр Савченко әйтеүенсә,: тиҙ реакция,ға эйә, үҫешкән моторикаһы үҫешкән булған,һәр яңылыҡты тиҙ генә үҙләштергән, өйрәнгән егеттәр кәрәк. Дрон менән идара итеү тәжрибәһе булыуы хуплана, әммә мотлаҡ түгел. Һаулыҡтары буйынса хеҙмәткә яраҡлылыҡ «А» категорияһы булырға тейеш. Яңы подразделениеға 45 йәшкә тиклем водителдәр, механиктар, электриктар ҙа талап ителә.
Батальон штабы көн һайын, шул иҫәптән ял һәм байрам көндәрендә, Октябрь революцияһы урамы, 3 адресы буйынса эшләй.
Зөһрә Йәһүҙина