Шоңҡар
+29 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
7 Сентября , 12:30

Фәнил тигән батыр

Юҡҡа ғына "Эхо" ҡушаматын алмаған ул. Һиҙгер яҡташыбыҙ дошман дронын ваҡытында күреп ҡала. 

Фәнил тигән батырФәнил тигән батыр
Фәнил тигән батыр

 

Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡ күрһәтеүен дауам итә. Бөгөн һүҙебеҙ “Эхо” позывнойлы Фәнил Баянов тураһында. Ул "Башҡортостан" полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонының өлкән уҡсыһы.

Һауа күҙәтеүе посында торғанда Фәнил Баянов дошмандың һөжүм дронын ваҡытында күреп ҡала. Ул автотранспорт хәрәкәтен туҡтатырға, ут асырға бойора. Ефрейтор Баяновтың грамоталы командованиеһы арҡаһында хәрбиҙәрҙең һәм техниканың ғүмерен ҡотҡарыу мөмкин була.

Батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн Фәнил Баянов ведомство наградаһына тәҡдим ителде.

Сығанаҡ: "Башҡорт батальоны" каналы. 

:Альфия Мингалиева

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас