Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
15 Сентября , 17:05

Дүртөйлө батыры

“Мин махсус хәрби операцияға награда артынан да, аҡса артынан да ынтылманым”, – ти Дамир Ғосманов. Экстремаль хәлдәрҙә эшләй белгән белгес өсөн кеше ғүмерҙәрен һаҡлауҙан да мөһимерәк, ҡиммәтлерәк нимә юҡ. Уның өсөн иң ҡәҙерле мәл – егеттәрҙең һуғыштан  сыға алыуы. Һалдаттар “Йосоп”, “Була”, “Берлин” позывнойҙарын йөрөткән ҡыйыу яугирҙәр ярҙамында яу яланынан әйләнеп ҡайта, күптәре – яралы, әммә иҫән...

Дүртөйлө батырыДүртөйлө батыры
Дүртөйлө батыры

 

Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылында Изге Успенский ғибәҙәтханаһына нигеҙ һалыныуына 160 йыл тулыуға арналған байрам яҡташтарҙы мәҙәниәт йорто алдына йыя. Был ҡояшлы көндә һөнәрмәндәр үҙҙәренең эштәрен күрһәтә, халыҡ сәнғәте өлгөләренән күргәҙмә ойошторола. Ашнаҡсылар милли аштары, хуш еҫле сәйҙәре менән ҡунаҡтарҙы һыйлай.

“Махсус хәрби операцияға арналған экспозиция айырыуса халыҡтың ҙур иғтибарын яуланы”, тип яҙа “Юлдаш” гәзите. Өҫтәүенә сәхнәгә яугир Дамир Ғосмановтың сығып, Ватан һаҡсылары ҡаһарманлығы, замандарҙың бәйләнеше тураһында йыр менән сығыш яһауы бер кемде битараф ҡалдырмай, ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ тамаша булып күңелдәргә уйыла.

Яугир махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса барырға теләп тә, тәүҙә эләгә алмау сәбәбен былай тип аңлатты: “Ғаиләбеҙҙә сабый тыуыуы айҡанлы, хәрби комиссариатта мине хеҙмәткә саҡырыуҙы һуңғараҡ ҡалдырҙылар. Ә икенсе тапҡыр табиплыҡ комиссияһы үткәрмәне. Теләгемде  тормошҡа ашырыу өсөн мин икенсе юлды һайларға булдым”.

Дамир элегерәк ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡотҡарыу буйынса инструктор булып эшләгән. Аҙаҡ курстар тамамлағандан һуң тактик медицина буйынса инструктор вазифаһын үҙләштерә. Шулай итеп, егет алғы һыҙыҡҡа эләгеү әмәлен таба. Тактик медицина буйынса инструкторҙың мөҡәддәс  бурысы – хәрби шарттарҙа, ҡораллы бәрелештәрҙә һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тәүге ярҙам күрһәтеү һәм яралыларҙы ғүмергә хәүеф янаған  шарттарҙа яу яланынан сығарыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү.

“Мин махсус хәрби операцияға награда артынан да, аҡса артынан да ынтылманым”, – ти Дамир Ғосманов. Экстремаль хәлдәрҙә эшләй белгән белгес өсөн кеше ғүмерҙәрен һаҡлауҙан да мөһимерәк, ҡиммәтлерәк нимә юҡ. Уның өсөн иң ҡәҙерле мәл – егеттәрҙең һуғыштан  сыға алыуы. Һалдаттар “Йосоп”, “Була”, “Берлин” позывнойҙарын йөрөткән ҡыйыу яугирҙәр ярҙамында яу яланынан әйләнеп ҡайта, күптәре – яралы, әммә иҫән...

Ныҡышмаллыҡ, иҫ киткес ҡаһарманлыҡ, тәүәккәллек Дамирҙың үҙен дә яу яланынан ҡаты яралар менән алып сығырға булыша. Аяҡ-ҡулдарына бер нисә тапҡыр үткәрелгән операцияларҙан һуң ул яңынан сафҡа баҫырға хыяллана, тик уҡыу полигоны шарттарында тактик медицина инструкторы сифатында. Ул әлеге ҡатмарлы мәлдә тормошон башҡаса күҙ алдына ла килтерә алмай.

 Дамир Ғосманов махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Ышаныс һәм ихтыяр көсө өсөн”, “Луганскиҙы азат иткән өсөн” миҙалдары менән наградланған.

“Тыл менән фронт берҙәм булғанда, беҙҙе еңерлек көс юҡ! Уйҙарыбыҙ һәм эштәребеҙ берлеге, үҙ-ара ярҙам алдыбыҙҙа торған бурысты хәл итергә мотлаҡ булышасаҡ!” – ти Дамир Ғосманов.

 

Фото: “Юлдаш” гәзите сайтынан.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас