

Һайлау көнө баласаҡтан күңелдә ниндәйҙер күңелде күтәреүсе изге сара булараҡ һаҡланып ҡалған. Атай-әсәйҙәр матур кейемдәрен кейеп һайлауға барып ҡайтырҙар ине. Ошо хәтирә күңелдә уйылып ҡалғанлыҡтанмы, әле лә был сараға етди ҡарайым. Сөнки был ябай сара түгел. Илебеҙҙең яҙмышы, халҡыбыҙҙың тормошо, йәштәребеҙҙең киләсәге - барыһы ла беҙҙең кәрәк ваҡытта үҙ ҡарашыбыҙҙы әйтә белеүебеҙгә бәйле.
Эшкә килешләй үк Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының Өфө филиалындағы һайлау участкаһында үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәргә булдым. Башҡортса бюллетень һораным. Ни эшләптер өҫтәлдә булмай булып сыҡты. Икенсе ҡыҙ бүтән урындан өҫтәл аҫтынан килтереп сығарҙы.
- Ни эшләп ундай ҡараш ул? Башҡорт теле урыҫ теле менән бер үк хоҡуҡтағы дәүләт теле. Бюллетендәр һеҙҙең алдығыҙҙа ятырға тейеш, - тип иҫкәрмә лә яһап алдым. Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы?