

– Йәштәр һәләк булмаһын, тигән маҡсат мине был аҙымға этәрҙе. Алдан тәжрибәм дә юҡ ине. Шулай ҙа миңә Бөйөк Ватан һуғышын үткән Шаһибәк олатайым өлгө булды. Бәләкәй сағымда һуғыш тураһында һөйләй торғайны. Яҡындарым махсус хәрби операцияға барыу ҡарарымды ауыр ҡабул итте, һуңынан ризалаштылар. “Атайыбыҙ һәм ваҡыт дөрөҫ эшләй” ти йыш ҡына балалар, был юлы ла шулай тинеләр. Махсус хәрби операцияла барыһы ла бер туғандар кеүек. Хеҙмәттәштәрем дә мине барыһына өйрәтте. Бер-береңә терәк булыу, ярҙам итеү күренеше көслө унда, – тине 55 йәшлек яугир.
Артиллерия дивизионында элемтәсе булып хеҙмәт итеп, туғыҙ айҙан тәүге тапҡыр ялға ҡайтып төшкәйне.
–Был ялды көтөп алдым. Балалар бик ныҡ һағындырҙы. Тыуған яҡҡа ҡайтаһы килде. Махсус хәрби операция йәнтөйәктең ҡәҙерен нығыраҡ белергә өйрәтте. Тап Асҡында һыу ҙа иң тәмлеһе, һауа ла шифалы. Беҙҙәге тәбиғәтте ер йөҙөндәге ожмах тип атар инем. Ситтә йөрөгәндә шуны аңланым. Ял итеүҙән күңел булды. Балаларым да эргәмдә ҡәҙерләп тора, һағынып көткәндәр, – тине яугир.
“Файр” позывнойлы һалдат тыумышы менән Асҡындыҡы. “Тамырҙарым да ошонан, миңә тиклем биш быуынымдың Асҡын ерендә йәшәүе тураһында беләм”, – тине ул.
Хеҙмәт юлы төрлө ойошмалар менән бәйле. Мәктәптә химия-биология ла уҡыта. Бер аҙ төҙөлөштә, газ хужалығында ла эшләй. Һуңғы йылдарҙа йәнә мәктәпкә эшкә ҡайта. Бөгөн уның төп бурысы – илде һаҡлау. Уны ул намыҫ менән башҡара. Күрһәткән батырлығы өсөн ул Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.
Тылдан терәк булғанда яугирҙәргә лә еңелерәк. Райондан, ғөмүмән, Башҡортостандан ярҙам килеүгә рәхмәтен белдерҙе яугир.
–Барыһына ла рәхмәт. Бергә эшләгән коллегалар, райондың мәғариф бүлеге ныҡ ярҙам итә. Район хакимиәте башлығы был йүнәлештә ҙур эш алып бара, үҙе лә гуманитар ярҙамды яугирҙәргә илтә. Элекке уҡыусыларым менән дә бәйләнештәмен, улар ҙа терәк, – тине ул.
Яугирҙең иң өлкән ҡыҙы Элиза ла беҙҙең әңгәмәгә ҡушылды.
–Атайыбыҙ бик яуаплы кеше. Балаларым, тип өҙөлөп тора, йомарт, киң күңелле. Махсус хәрби операцияға китәм тигәс, тәүҙә бик ҡыйын булды. Ләкин яуҙа йөрөгәндә лә беҙҙең турала онотмай, берәй проблема килеп сыҡһа, йыраҡтан тороп хәл итергә тырыша. Атайыма теләгебеҙ – намыҫ менән матур итеп хеҙмәт итһен һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтһын. Беҙ уны бик яратабыҙ һәм көтәбеҙ, – тине ҡыҙ.
Яуҙа еңел түгел, ләкин быны белдермәй ысын ир-егет. Иң мөһиме күңелендә еңеүгә ышанысы көслө.
–Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Беҙ еңәсәкбеҙ. Хеҙмәттәштәрем дә шундай кәйефтә, – тине беҙҙең менән хушлашҡанда.
Автор фотоһы.
Асҡын районы.
Резеда Шәнгәрәева