+2 °С
Облачно


Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында ҡыуаныслы ваҡиға! Вәлиәхмәт менән Гөлйыһан Исҡужиндарҙың «Спутник» позывнойлы улдары һәм "Самурай" исемле ейәндәре махсус хәрби операциянан ялға ҡайтты. Ата- әсәгә улы ялға ҡайтыуын көтөп алыуы - иң ҙур бәхет һәм оло бүләк. Улы һәм ейәне бер юлы ҡайтыуы икеләтә ҡыуаныс!!!
Өйҙә уларҙы һәр саҡ өҙөлөп көткән тормош иптәштәре, балалары, апай-һеңлеләре бар. Йәнтеш ауылының "Тау халҡы" урамы, яугирҙың тыуып үҫкән йорто алдына ҡаршы алырға сыҡтылар.
Класташтары, йәшлек дуҫтары, туғандары менән хәтирәләр менән уртаҡлашып, ҡыуаныстан илашып алдылар. Батырға ла ял кәрәк!
"Хәйбулла хәбәрҙәре"