Шоңҡар
+10 °С
Ясно
Барыһы ла Еңеү өсөн
14 Октября , 14:09

Яугир үҙенә ышанырға тейеш

Кемдең кем икәнлеген күрһәткән осорҙа йәшәйбеҙ. Азаматтың ике туғандары араһында ла МХО яугирҙары байтаҡ. Әсәһенең бер туған апаһының улы Айрат Ҡаразбаев хәрби хәрәкәттәр ветераны. Бер туған ағаһының улы хәрби лейтенант Марат Нуриман улы Ҡурмашев МХО башланған көндө үк унда. Бер туған ҡустыһының улы Алмаз Суфиян улы  Ҡурмашев яуҙа башын һалды. Атаһы яғынан өс туғаны Рөстәм Таһиров хәбәрһеҙ юғалған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугир үҙенә ышанырға тейешЯугир үҙенә ышанырға тейеш
Яугир үҙенә ышанырға тейеш

Батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ тураһында һөйләгәндә Ғафури районының Үҙбәк ауылы егете, Батырлыҡ өсөн миҙалын һәм Ҡаһарманлыҡ орденын алған сержант Азамат КӘРИМОВты ла телгә алмау мөмкин түгел. Бөгөнгө көндә ул МХО-ла БПЛА операторы.

– Бында килгәс тә, етеҙлегем, бала саҡтан алып һәр көн физик күнекмәләр менән шөғөлләнеүем, алған белемем , техниканы яратыуым ныҡ ярҙам итте, – ти Азамат. – Иң мөһиме юғалып ҡалмаҫҡа, тыныслыҡты һаҡларға кәрәк. Ҡапыл ҡойолоп төшөп сәбәләнә башлаһаң, тимер ҡошсоҡтоң ҡорбанына әйләнеүеңде көт тә тор. Әлеге мәлдә БПЛА операторы булып хеҙмәт итергә теләүселәргә иң тәү сиратта шул хаҡта аңлатам. Яугир тәү сиратта үҙенә ышанырға тейеш. Шул саҡта ғына утты ла, һыуҙы ла имен-аман үтеп сығырға мөмкин.

Кемдең кем икәнлеген күрһәткән осорҙа йәшәйбеҙ. Азаматтың ике туғандары араһында ла МХО яугирҙары байтаҡ. Әсәһенең бер туған апаһының улы Айрат Ҡаразбаев хәрби хәрәкәттәр ветераны. Бер туған ағаһының улы хәрби лейтенант Марат Нуриман улы Ҡурмашев МХО башланған көндө үк унда. Бер туған ҡустыһының улы Алмаз Суфиян улы  Ҡурмашев яуҙа башын һалды. Атаһы яғынан өс туғаны Рөстәм Таһиров хәбәрһеҙ юғалған.

Донъялар тиҙерәк тынысланып, Азамат кеүек оло йөрәкле ир-егеттәребеҙ тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар ине. Әле уларға ғаилә ҡороп, үҙҙәренә алмашҡа лайыҡлы балалар үҫтерергә лә өлгөрөргә кәрәк бит.

Азамат Кәримов тураһында "Шоңҡар" журналының сентябрь һанында тулыһынса уҡый алаһығыҙ. 

Яугир үҙенә ышанырға тейеш
Яугир үҙенә ышанырға тейеш
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас