Шоңҡар
-1 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Октября , 10:25

Башҡорт егете бит ул!

Күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн ватандашыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы миҙалы менән бүләкләнгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт  егете бит ул!Башҡорт  егете бит ул!
Башҡорт егете бит ул!

Әбдрәхим ауылынан механизатор булып эшләгән ир хәҙер пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итә.

Урмантауҙа тыуып, Әбдрәхимдә  үҫкән ир, механизатор булып эшләгән кеше, хәҙер махсус хәрби операцияла коптер төрөндәге пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итә. Уның позывнойы — "Башҡорт".

Ир Салауат районының Урмантау ауылында тыуған. Ләкин ғүмер юлы уны башҡа яҡтарға алып китә: VI класта уҡығанда уҡ ғаиләһе Әбдрәхим ауылына күсә, ул IX класҡа тиклем шунда уҡый. Аҙаҡ ғаилә Яҡутияға, әсәһенең туғаны янына юл тота. Ул 2016 йылға тиклем шунда йәшәй, һуңынан Мәсетле районына әйләнеп ҡайта.

2018 йылдан 2024 йылға тиклем шәхси эшҡыуар Ирек Ғилметдинов хужалығында механизатор булып эшләй. Ләкин Ватан өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйырғас, ныҡлы ҡарар ҡабул итә: 2024 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

Хәрби хеҙмәт уға таныш була: 2011 йылда Алыҫ Көнсығыш юғары дөйөм хәрби командирлыҡ училищеһында БМП механик-водителе булып срок хеҙмәтен үтәгән. Хәҙер заманса технологияларҙы үҙләштереп, пилотһыҙ осоу аппараттарының өлкән операторы булып хеҙмәт итә, һуғыш бурыстарын үтәгәндә пилотһыҙ авиацияны һөҙөмтәле ҡуллана.

Был һөнәрҙең ни өсөн мөһимлеген яугир үҙе аңлата:

— Бөгөн дрон операторҙары — һуғыш яланында армияның "күҙҙәре" генә түгел, тыныс тормошта ла юғары баһаланған күнекмәләр эйәһе. Уларҙың бурыстары араһында разведка: дрондар ярҙамында операторҙар күҙәтеү алып бара, дошмандың позицияларын, техникаһын асыҡлай, координаттарҙы тапшыра. Төҙләү: алынған мәғлүмәт артиллеристарға һәм башҡа ғәскәр төрҙәренә ҡоралды маҡсатҡа теүәлерәк төбәргә ярҙам итә. Һөжүм бурыстары: был урында FPV-дронда йәки һауала әйләнеп йөрөп, маҡсатты көткән снарядтар, мәҫәлән, "Ланцет", эшкә инә. Оператор аппаратты бронетехника, нығытмалар кеүек теүәл маҡсаттарға йүнәлтә. Был ғына түгел, дрондар тәьмин итеүҙә һәм эвакуациялауҙа ла ҡулланыла: яугирҙәргә ҡорал, аҙыҡ-түлек, дарыу ташый, ҡайһы берҙә яралыларҙы алып сығырға ла ярҙам итә. Дрон менән идара итә белеү тыныс тормошта ла, төрлө тармаҡтарҙа ла файҙалы булыр, — ти ул.

Мөһим бер нәмә бар: операторҙар, ғәҙәттә, һуғыш һыҙығынан алыҫыраҡ тора, был уларға янаған хәүефте кәметә.

Күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн ватандашыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы миҙалы менән бүләкләнгән.

Өйҙә уны ҡатыны Надежда Александровна, улдары Ринат менән Ислам һәм ҡыҙы Арина, шулай уҡ ауылдаштары көтә.

Илмир Ҡотлогилдин 

Фото: Яугирҙең шәхси архивынан.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас