Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь 2019, 15:10

Сдачаға Артурмы?

Автовокзалда ығы-зығы. Ары-бире йөрөгән халыҡ­ты күҙәтәм. Ҡаршымда Акъярға автобус көтәләр. Эс­кәмйәнең һулаҡай яғында бер инәй әйберен ҡосаҡ­лап йоҡомһорап ултыра. Бер төркөм ҡыҙ-ҡырҡын сыр-сыу килә, көлөшәләр. Уң яҡлап эргәмдә 35 йәш­тәр тирәһендәге ир журнал ҡараштырып ултыра, уның беләген ҡосаҡлап 3-4 йәштәр тирәһендәге аҡ­һыл йөҙлө малай баҫып тора.

Автовокзалда ығы-зығы. Ары-бире йөрөгән халыҡ­ты күҙәтәм. Ҡаршымда Аҡъярға автобус көтәләр. Эс­кәмйәнең һулаҡай яғында бер инәй әйберен ҡосаҡ­лап йоҡомһорап ултыра. Бер төркөм ҡыҙ-ҡырҡын сыр-сыу килә, көлөшәләр. Уң яҡлап эргәмдә 35 йәш­тәр тирәһендәге ир журнал ҡараштырып ултыра, уның беләген ҡосаҡлап 3-4 йәштәр тирәһендәге аҡ­һыл йөҙлө малай баҫып тора. Ул мине күҙәтә. Бүркенең ҡолаҡсыны төшөрөп бәйләнгән, еңелтә бейә­ләйҙәр бауға эләктерелгән, аяғында быйма.
- Артур, улым, һыуһаманыңмы, бәҙрәфкә алып бо­райыммы'?
Малай, "юҡ" тигәнде белдереп, башын сайҡаны.
Журналынан айырылған сағын файҙаланып, һүҙ ҡуштым:
- Ҡайҙа юлландығыҙ, ҡустым?
- Салауатҡа.
- Дауаханаға-фәлән килтерҙегеҙме әллә малайҙы?
- Юҡ, мин ҡайҙа, ул да шунда...
- Әсәһе ҡайҙа?
- Уның әсәһе байҙа, ағай...
- Нисек?
- Тотош бер ваҡиғаны һөйләргә мәжбүр итәһегеҙ инде, ағай...
Һөйләгеһе килмәй егеттең. Бик тә күңелһеҙ ваҡиғалыр инде был. Минең ҡыҙыҡһыныуым арта төштө.
- Исемегеҙ кем була, ҡустым, мин Марат ағайың булам.
- Өлфәт. Ағай, һеҙҙе минең яҙмышым ҡыҙыҡһындырҙы, ахырыһы, ярай, ваҡыт бар...
- Яратышып, биш йыл йөрөгәндән һуң, әйләнештек. Мин - медбрат, ул - укытыусы. Йәшәп киттек. Улыбыҙ тыуыр тип көткәйнем, бисәм ҡыҙ тапты. Бер- ике тапкыр һукмыш ҡайтып, үҙенә һүҙ ҙә әйткеләп бөттөм. Баланың ҡыҙ булыуында ҡатындың ни ғәйебе баҙҙыр?..
Танышым көрһөнөп алды ла һүҙен дауам итте:
- Унан илдең аҫты-өҫкә әйләнде, хеҙмәт хаҡын ул да, мин дә алмай башланыҡ. Көнитмешебеҙ ауырая төштө. "Тиҙ ярҙам"да фельдшер инем, китергә тура килде. Массажистар курсын тамамланыҡ, шуның менән тамаҡ аҫырайбыҙ. Ул ваҡытта "бартер" модаға китте. Бына шул "бартер"ҙан башланды ла инде барыһы ла.
Остеохондроз менән сирләгән апайға 9 көн массаж эшләгәс, ире: "Ҡустым, заводтан хеҙмәт хаҡына 20 ирҙәр күлдәге, 50 пар ойоҡ биргәйнеләр, бәлки, оҡшатҡанын алырһың?" - тип, әйберҙәрен йәйеп тә һалды.
Ысынлап та, матур, аҡ, ҡыйбатлы күлдәк алдым, ике пар ойоҡ та өҫтәнеләр. Улар ҙа, мин дә ҡәнәғәт ҡалдыҡ.
- Ҡустым, бәлки, минең һеңлемде лә ҡарарһығыҙ, ҡулбашым ойой, ти ҙә зарлана. Риза булһағыҙ, шылтыратайым? - ти былар.
- Шылтыратығыҙ...
Кис үк барып таптым ул һеңлекәште. Әхирәте менән генә йәшәй икән. Ире менән йәшәмәгәндәренә 5 йыл. "Бәхетемде тағы бер һынап ҡарайым әле", - тигән дә, ары-бире кейемдәрен йыйып, сығып та киткән. Йәш ҡатын үҙен ташланған итеп тоя. Ҡаршылағы завод лабораторияһында эшләй.
Икеһенә лә ихлас итеп 10 көн массаж эшләнем. Оҡшаны, килеште быларға. Унынсы көн.
- Өлфәт, һеҙгә ҙур рәхмәт. Беҙ бартер менән түләргә һөйләшкәйнекме әле? - тип әхирәттәр бер-береһенә ҡарап, күҙ ҡыҫышып алдылар.
- Шулай ине булһа кәрәк, - тигән булдым.
Ҡыҙҙар тиҙ арала бай ғына өҫтәл әҙерләне. Әсе­-мәсе эсемлектәр ҡуйҙылар. Йөрәккә ятышлы музыкаһын да таптылар. Мине өҫтәлдең түренә ултырттылар. Ҡолаҡты, йәнде моң иркәләй, үҙем өҫтәл артында “бартер” көтәм. Заводта эшләгәстәре, ни менән булһа ла эш хаҡтарын алалар бит инде... Унан береһенән-береһе матур кейенеп, өҫтәлдең ике яғынан әхирәттәр урын алды. Икеһендә лә декольтелы блузка, аяҡтарын ярым асып торған йырыҡ итәк. Нисек массаж эшләгәндә был матурлыҡты, һылыулыҡты күрмәгәнмен? Тәнемдең әллә ҡайһы мөйөшөн ҡатын-ҡыҙ яғымлылығы, һөйкөмлөлөгө йәшерен генә ҡытыклай башланы. Миңә тәүҙә коньяк ҡойоп бирҙеләр, ашап алдыҡ. Ҡыҙҙарға һырынып, алмаш-тил­мәш музыкаға тирбәлеп тә алдым. Шарапты ла, коньякты ла арыу һемергәнбеҙ. Сәғәткә күҙ һалы­уымды күргәс:
- Иртән ҡайтырһығыҙ, бөгөн һуң бит инде, урын табырбыҙ", - тип күндерҙеләр бит тәки! Күп тә ятма­ным, эргәмә мендәрен тотоп, Хәмиҙә һылыу килеп ҡу­наҡлағанын ғына бер аҙ хәтерләйем. Иртән уянып китһәм, миңә һыйынып, ҡосаҡлап тороп шәп-шәрә әхирәте йоҡлап ята. Барлыҡ "кейеме" - ҡул сәғәте, ә минең һыңар ойоҡ ҡына. "Ай Аллам, яңылышып кит­тем дә баһаң, ҡатынымдың күҙенә нисек күренер­мен..." Алданым. Һуң булып китте, автобусҡа өлгөр­мәнем, танышымда ҡундым, тинем. Ҡатыным ышан­ды...
- Бына шулай ҙа була икән ул, ағай, “бартер” тигән нәмә, әле ваҡиға бының менән генә тамам түгел әле. Сентябрь айҙарында ҡатыным менән ҡыҙыҡайҙы етәкләп, өй тирәләй йөрөргә сыҡтыҡ. Ҡаршыбыҙға ашығып мөләйем генә ҡатын балалар арбаһы этеп килә. Бәй, таныш түгелме?... Был бит теге... Мине бартер менән ризалаған ҡыҙҙарҙың береһе!.. Беҙҙең эргәгә еткәс, йылмайып һаулыҡ һораштым, ҡатыным миңә тексәйҙе. "Бына, ағай, миндә бартерҙан һинең сдачаң ҡалған булған... Малайың. Исеме - Артур. Ирем ҡайтты, Канаданан, мине алып китә. Уйнаштан тыуған бала арҡаһында бәхетһеҙ, яңғыҙ ҡалаһым юҡ! Ғөмүмән, әлегә икебеҙҙең дә бала ҡарарға планы­быҙҙа юҡ. Хуш!" - тип колясканы тотторҙо ла текел­дәтә баҫып китеп тә барҙы. Әйләнеп тә ҡараманы. Ә бала имеҙлеген һура-һура йоҡлай. Эргәмдә ҡаты­ным да, ҡыҙым да юҡ, ҡайһы арала китеп өлгөргән­дәр. Бына шулай ҡыҙ етәкләп сығып, малай этеп ҡай­тып индем. Өйҙә илап бөткән ҡатыным ҡаршы алды, ә ҡыҙым уның сәстәренән һыйпай. Ҡатыным ҡапыл торҙо ла сабыйҙы күтәреп алып, карауатҡа һалып тағатып ебәрҙе. Арбала таҙа бала кейемдәре, йүр­гәктәре. 1000 доллар аҡса, минең фамилия менән теркәлеп эшләнгән метрика: Хакимов Артур Ульфатович ... года рождения...". Прививкалар картаһы.
- Матур малай, бер нәмә белмәй йоҡлай. Теләге­ңә ирешкәнһең икән, Өлфәт. Тик хәҙер ни эшләй­беҙ? Рушана менән мин сығып китәйемме, әллә Артурҙы алып, һинме?
Ни иларға, ни һүҙ ҡушырға белмәй, һәләкәт яҡынлашыуын тойоп, телһеҙ ҡатып ҡалдым. Ул ҡыҙымды эйәртеп, ҡайһы бер әйберҙәрен алып сығып та кит­те...
Фатирымды ҡатынға бирҙем. Үҙем әсәйемдәргә ҡайттым. Әсәйем ҡайғыға һабышты, ярата ине шул килене менән ейәнсәрен...
Артурға әле 4 кенә йәш. Өйләнмәнем. Ҡатыным­ды, ҡыҙымды һағынам. Осрашҡаныбыҙ юҡ. Ғәйепле­мен, осрашыу эҙләмәйем. Алланы, тәбиғәт, йыһан ҡанундарын һанға һуҡмағанмындыр, шуға ла Артур әсәйһеҙ, Рушана атайһыҙ, мин ҡатынһыҙ, әсәйем ки­ленһеҙ ҡалды. Мин малай һораным. Хоҙай малай бирҙе, ҡалғанын тартып алды.
Эшкыуарлыҡ буйынса ситтән тороп уҡырға кер­ҙем. Ике баланы аяҡҡа баҫтырыр өсөн барыһын да эшләргә ине, ағай. Бына шулай минең хәлдәр...
Автобус килде, ул малайын етәкләп, һыңар ҡулына ҙур юл сумкаһын тотоп, автобус ишеге эргәһенә ба­рып баҫты. Ултырыр алдынан миңә ҡул болғаны, ата­һынан күреп, малайы ла бәләкәй генә ҡулдарын һелкте...
Марат ИШМӨХӘМӘТОВ.
Читайте нас: