Иртә һайын ул үҙенә: “Был минең тормошомдағы иң яҡшы көн”, ти. Һәм, ысынлап та, тормошо ыңғай яҡҡа көйләнә. Кеше ниндәйҙер яңылыҡты белергә ынтылғанда ғына йәш булып ҡала, оҙаҡ йәшәр өсөн тормошто яратырға кәрәк. Йөрәгең нимә теләй, шуны ғына эшлә. Иң мөһиме -эшмкәрәклегең тирә йүндәгеләргә зыян килтермәһен. Ҡурҡыу тойғоһона һәм алама уйҙарға юл ҡуймаҫҡа. Дарыуҙар ҡабул итмәҫкә. Яҡындарыңдың ҡәҙерен белергә һәм үҙеңде башҡларҙан өҫтөн ҡуймаҫҡа. Һин бөтәһен дә булдыра алаһың – шуға ышанырға кәрәк ти ул. Тао – вегетариан диетаһында. Ризыҡты бәләкәй генә проциялар менән ҡабул итә. Тәбиғәт менән гармонияла булыу, ихлас йылмайыу, әүҙем тормош уны бәхетле итә.