Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2019, 18:10

Хеҙмәтселәрең алдашмаһын тиһәң... Хикмәт

Бер Ҡытай хакимы һарайындағы хеҙмәтселәре менән һунраға сыға. Күл буйына килеп етеү менән хаким унда йөҙөп йөрөүсе аҡҡошто күрә һәм уғын уға табан атып ебәрә. Ләкин сәпкә теймәй. Аҡҡош тиҙ генә ҡамышлыҡтар араһына инеп юғала. Шул саҡ хакимдың хеҙмәтселәре ҡысҡырыша башлай:

‒ Беҙҙең хакимдың уғы һәр саҡ сәпкә генә тейә лә ҡуя ул!
Атҡан уғының аҡҡошто хатта яралап та ҡарамағанын, хеҙмәтселәренең икейөҙлөләнгәнен белһә лә, хаким өндәшмәй. Тик һарайына ҡайтҡас, аҡыл эйәһенән һорай ҡуя:
‒ Әйт әле, ни өсөн минең хеҙмәтсәлерем алдаша? Улар берәй ваҡыт дөрөҫтө һөйләрме миңә?
Аҡыл эйәһе хакимға шулай тип яуап ҡайтара:
‒ Әгәр ҙә хаким шиғыр ярата икән – хеҙмәтселәре уға шиғыр уҡый. Әгәр ҙә хаким музыка менән мауыға икән – хеҙмәтселәре музыка ҡоралын ҡул осонда ғына тота. Әгәр хаким ялағайлыҡты һәм ялғанды ярата икән – ул саҡта хеҙмәтселәре лә ялағайлана һәм алдаша. Хеҙмәтселәр хакимға оҡшаған, уның күңелен төшөрмәгән эште генә башҡара. Шулай булғас, әфәндем, уйлап ҡарағыҙ инде – һеҙгә ялғанларға мәжбүр булған хеҙмәтселәр ғәйеплеме бында?..

Читайте нас: