Имеҙеүҙе тулыһынса үтәргә теләгән әсәләр үҙ балаларын теүәл ике йыл имеҙергә тейеш. Атайҙар өҫтөндә – йола буйынса - туйҙырыу һәм кейендереү. Мөкин булмаған эш һис бер йәнгә йөкмәтелмәҫ. Бала өсөн әсә һәм бала өсөн ата рәнйетелмәҫ! Вариҫтарҙың өҫтөндә лә – ошо уҡ. Әгәр ата-әсә, кәңәшләшеп, ризалашып, баланы ике йылдан алда имсәктән айырырға теләһә, уларға гонаһ юҡ. Әгәр балаларығыҙҙы икенсе ҡатындың имеҙеүен теләһәгеҙ, һеҙгә гонаһ юҡ. Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ. Аллаһ һеҙ нимә эшләгәнде күрә!