Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2019, 17:10

Азамат Юлдашбаев: "Хаттин ашырлыҡ эш эшләмәйем..."

Беренсе курстан һуң поход мәлендә Ҡуштауҙың башында бер ҡыҙ менән таң ҡаршыланым. Иң ҡыҙығы шул, ул беҙҙең менән бергә уҡыны, төркөмөбөҙҙөң старостаһы ине. Яҙмыштыр инде... Яҙмыш... Икенсе курстан һуң яратышып, риза булып өйләнештек.

Азамат Юлдашбаев:
Хаттин ашырлыҡ һүҙ һөйләмәйем, хаттин ашырлыҡ эш эшләмәйем. Уйлағанымды ғына әйтәм дә, теләгәнемде башҡарам...”
“Хыялһыҙ кеше – ҡабатлау таблицаһы кеүек... Ябай, аңлайышлы һәм... Күңелһеҙ... Ике икең – дүрт... Ике өсөң – алты... Ике дүртең... Туғыҙ туғыҙың – һикһән бер... Һәм яңынан...”
Был юлдарҙың авторын кешеләр төрлөсә ҡабул итә. Кемдер маҡтай. Кемдер тәнҡитләй. Кемдер яҡын күрә. Кемдер өнәп етмәй. Ә уның бер нәмәгә лә артыҡ иҫе китмәй. Үҙ тиҙлеге менән үҙ хыялы артынан барыуын дауам итә. Кисә ул баш мөхәррир ине, бөгөн уны “мосафир ағай” тиҙәр. Аңлағанһығыҙҙыр, “Самауыр”ҙы был юлы Азамат Юлдашбаев менән “йыға”быҙ.
Беҙҙең милләт әйберләтә хәтер менән йәшәмәй...
“Шоңҡар”ҙар. Азамат Рәмил улы, хәйерле көн! Бына ҡасандыр үҙегеҙ мөхәррирлек иткән журналдың төп рубрикаһы ҡунағы булырға ла яҙҙы һеҙгә...
Азамат Юлдашбаев. Эйе шул (ихлас йылмая). Ғөмүмән, “Самауырҙы йыҡҡансы” Гиннес рекордтары китабына инерлек рубрикалыр ул. Мин килгәнгә саҡлы бар ине. Үҙем редакторлыҡ иткән осорҙа ла популяр булды, әле лә йәшәүен дауам итә. Ғәҙәттә, яңы мөхәррир яңы рубрикалар, яңы проекттар менән килә. Ә “Самауырҙы йыҡҡансы” ҡала. Был беҙҙең менталитеттың бер сағылышылыр, моғайын. Сөнки башҡортта етди һөйләшеү самауыр янында, сәй эскәндә генә була торған хәл бит.
“Шоңҡар”ҙар. “Самауыр”ҙың шундай бер ғилләһе бар: геройҙар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, “ҡабырсаҡтарын” сисеп ташлай...
Азамат Юлдашбаев. Эйе. Был әңгәмәгә алдан әҙерләнеп килеү мөмкин түгел. Сөнки кемдең ниндәй һорау биререн белеп булмай. Һөйләшеүҙең төп шарты – ихласлыҡ. Бәхәсләшеп китергә лә мөмкин, тик алдашырға ярамай. Бында хатта ки “тик дөрөҫөн һөйләргә генә ант итәм” тип ант итергә “Ҡөрьән” йәки Конституция һалып ҡуйыу ҙа артыҡ булмаҫ ине...
“Шоңҡар”ҙар. Беҙҙең традицион һорау: Самауыр тиһәң, күҙ алдығыҙға иң тәүҙә нимә килеп баҫа?
Азамат Юлдашбаев. Бала сағым. Нәбирә ҡарсәйем. Уның егерме литрлыҡ самауыры. Әйткәндәй, ул затлы ҡомартҡы әле минең балконымда ултыра. Электр сәйнүктәре күпләп һатыуға сыҡҡас, барса халыҡ шуларға йәбеште. Самауырҙар моданан сығып, ихтыяжлығын юғалтып, халҡым хәтере кеүек, ҡайҙалыр эткеләнеп-төрткөләнеп йөрөнө. Шөкөр, хәҙер барлыҡ милли ҡиммәттәр менән бергә ул да кире ҡайта...
Самауыр, беренсе сиратта, ҡарсәй менән бәйле. Ауыл инәйҙәре бергә йыйылып, аяҡтарын бөкләп урындыҡҡа ултырып, яйлап самауыр сәйе эсә. Бер самауырҙы бушатыу улар өсөн һис ни тормай. Уны яңыртып, ике самауыр сәй һемереп ташлаһалар, арыу ғына гәпләшеп ултырғандар тигән һүҙ.
Япон яҙыусыһы Акутагава хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Новеллаларында үҙ халҡының милли асылын шундай оҫта итеп сағылдыра. Япон ҡатын-ҡыҙҙарын һүрәтләгәндә, нигеҙҙә, уларҙың ҡырыҫлығын, өндәшмәҫ, баҫалҡы булыуын һынландыра. Әммә тәү ҡараштан күҙгә салынып бармаған нескәлектәрҙе тотоп алып, ғәжәп бер оҫталыҡ менән уҡыусыға асып һалып, милләт әсәләренә һәйкәл ҡуя. Әйтәйек, уларҙың береһендә шундайыраҡ эпизод бар: адвокатҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән ҡатын һис ни бумағандай улының бәләгә эләгеүе хаҡында һөйләй башлай. Тегеһе уны ғәжәпкә ҡалып тыңлап ултыра: балаһы фажиғәгә тарыған, ә ул үҙен шул тиклем тыныс тота. Ниндәй ҡаты бәғерлелек! Шунда, иҙәнгә төшөп киткән ручкаһын алырға тип эйелгәндә, ҡатындың ҡулдарын күрә ул. Ҡулъяулыҡ тотоп, уны һис туҡтауһыҙ йомарлап ултыра икән теге. Ҡыҫҡаһы, өҫтәл өҫтөндә – бер, өҫтәл аҫтында бөтөнләй икенсе күренеш. Шулай итеп, Акутагава ошо бер ҡулъяулыҡ һәм бер ҡул аша тотош милләт ҡатындарының характерын асып бирә. Ҡарсәйем дә, ана шул япон ҡатындары һымаҡ, ҡарап тороуға шул тиклем ҡырыҫ булды. Ғаиләлә өс малай һәм бер ҡыҙ үҫтек беҙ. Ул саҡта ауылда өйҙәр барыһында ла бер төрлө – алғы яҡ та, төпкө яҡ. Кискеһен күмәкләшеп урындыҡта ултырабыҙ. Хәҙерге ише телевизор ҙа, Интернет та юҡ. Ғәҙәттә, китап уҡыйбыҙ. Беребеҙ, тынлыҡты боҙоп, урынынан тороп китәм тиһә, туҡтатыу өсөн ҡарсәйемдең өс хәрефтән торған бер генә һүҙе етә торғайны: “Тик!” Ҡурҡытыу ҙа, шелтәләү ҙә түгел. Әммә шул һүҙҙе ишеткәс, урындан ҡуҙғалырға ярамағанлығын аңлайбыҙ. Йә булмаһа, ишек башында торған сыбыҡҡа ымлап ҡына ҡуя ине. Тик һуҡҡанын иҫләмәйем.
“Шоңҡар”ҙар. Ҡарсәйегеҙ һеҙҙең менән йәшәнеме?
Азамат Юлдашбаев. Эйе. Хатта ки атай үлгәс тә беҙҙе ташламаны. Әжәленә күпмелер ҡалғас ҡына, атайым мәрхүмдең ағаһына, өлкән улына сығып китте. Яҙмышы шул тиклем аяныслы булған уның. Туғыҙ балаға ғүмер бүләк иткән (хәйер, ун бер тиеүселәр ҙә бар, бәхәсле мәсьәлә был). Ике уланы – Ғайса һәм Зәкәриә олатайҙар һуғышта вафат булған. Туғыҙ балаһының етәүһен ерләргә тура килгән уға. Икәүһе генә үҙенән һуң тороп ҡалды. Уның нимә әйтергә теләүен ҡарашынан белергә мөмкин ине. Эскән ирҙәр түгел, хатта айныҡтары ла уға күренергә ҡурҡа торғайны. Ысынлап та, урамдың бер яҡ осонда ҡарсәйем күҙгә салынһа, унан йәшенеп ҡалыусылар булған, тиҙәр. Тик ауыҙ асып әрләгәнен иҫләмәйҙәр. Бит-ҡулындағы йөҙйәшәр имәндең ҡайыры һымаҡ бураҙна-бураҙна булып йырылып киткән йыйырсыҡтары әле лә хәтеремдә. Бер тапҡыр ҙа ғәйбәт һөйләшеп ултырғанын күрмәнем. Мәңге урмандан ҡайтманы ул. Валерьян тамырын, айыу ҡурайы тамырын ҡаҙып, мәтрүшкә йыйып киптереп һата торғайны. Ҡайтҡас, шунда утын әҙерләп, көлтә бәйләп киткәйнем, барып алығыҙ, ти. Күршеләрҙән ат алып торабыҙ ҙа, ҡарсәй әйткән ергә барып, утын тейәп ҡайтабыҙ. 75-се йылдағы ҡоролоҡта малды уның урағы менән көлтәһе ҡотҡарҙы. Ҡарсәйемдең урманды төйәк итеп, һәр ваҡыт еләк йыйып, муйыл тиреп йөрөүе буштан булмағандыр. Баяғы фажиғәләр эҙһеҙ үтмәгәндер. Кешегә һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, һағышы эсенә һыймағандыр уның. Шуға, әҙәмдән биҙеп, урман ҡосағына ашыҡҡандыр.
Шул тиклем уҡымышлы булды ҡарсәй, һандыҡ-һандыҡ китаптары ҡалды. Һәр ҡайһыһында үҙенең ҡулъяҙмалары ла бар ине. Тик, әлеге лә баяғы самауырҙың ҡәҙерен белмәгән һымаҡ, ул китаптарҙың ҡәҙерен ҡайҙан беләһең инде?!
Һинең өсөн кемдәр авторитет тип һораһалар, һис шикһеҙ, ҡарсәйем менән әсәйем тиәсәкмен. Әгәр ҙә бөгөн әхлаҡ, әҙәп ҡанундарының юҡҡа сыға барыуы, милли асылдың төҫһөҙләнеүе күҙәтелә икән, кемде ғәйепләргә тиһәләр ҙә, ана шундай өләсәйҙәр мәктәбенең булмауын төп сәбәп тип атар инем. Сөнки бер ниндәй президент та, бер ниндәй указ да бирә алмай уны. Беҙҙең милләт өләсәйҙәр, ҡарсәйҙәр мәктәбе аша үткән милләт. Әгәр ҙә шул мәктәп үлһә, бөгөн өләсәйҙәр туҡтауһыҙ шопингта йөрөп, ғәйбәт һөйләшеп, “ватцап”та хәбәр яҙышып, телевизорҙан сериалдар ҡарап ултырып йәки эшләп йөрөп, ейән-ейәнсәрҙәренә ваҡыт тапмаһа – аяныс хәл.
...Тыуып торҙоғоҙ, ҡарсәйегеҙ һеҙҙе, береһенән-береһе йомшағыраҡ, береһенән-береһе йылыраҡ тип, ҡосағына ала барҙы, ти әсәйем. Бала сағым ҡарсәйем менән урман-тауҙар гиҙеп, ул һөйләгән ҡарһүҙҙәрҙе тыңлап үтте. Әгәр ҙә миндә ниндәйҙер ыңғай сифаттар бар икән, бөтәһе лә ҡарсәйемдән һәм әсәйемдән. Тиҫкәреләре – үҙемдеке. Бына бит, самауыр һүҙе генә лә күпме хәтирәләрҙе яңыртты.
“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙы ла бик үҙенсәлекле кеше булған тип һөйләүегеҙ хәтерҙә...
Азамат Юлдашбаев. О-о-о, атайым хаҡында һөйләргә бер генә “самауыр” етмәй. Ул уникаль кеше булған. Ағас семәрләү оҫтаһы, гармунсы, йырсы. Үҙе көйҙәр яҙған. Шәхси оҫтаханаһы ла бар ине. Ә ундағы эш ҡорамалдары! Ниндәйе генә юҡ! Әсәйем дә шәп ҡатын булғандыр инде, Ырымбурға шәл һатырға барһалар, атайыма берәй инструмент йөкмәп ҡайта торғайны. Шул тиклем бай ҡорамалдар ҡалды. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, әлеге лә баяғы ҡарсәйҙең бер һандыҡ мөлкәтен таратып бөткән һымаҡ, атай мираҫын да шул уҡ яҙмыш көттө. Иғтибар иткәнегеҙ бармы, беҙҙең милләт әйберләтә хәтер менән йәшәмәй. Күн оҫтаһы булараҡ әйтәм, бер американ малайы гаражында ҡартатаһының ҡорамалдарын табып, шулар менән эш башлаған. Ул ҡорамалдар беҙҙә шул сама йылдар буйы ятыр инеме? Юҡ, әлбиттә. Ниндәйҙер күргәҙмә мәлендә удмурттар менән осраштыҡ. Ҡатындары өҫтөндәге милли кейемдәрен быныһы – шунан, быныһы бынан ҡалған ҡомартҡы, тип ғорурланып һөйләй. Инде нисәнсе быуынға тапшырылған улар! Ә беҙҙең милли кейемдәр ҡайҙа?! Һуғыш башланғас, халыҡтан тонналап-тонналап биҙәүстәр, һаҡалдар, ҡашмауҙар, сәсмәүерҙәр йыйып, танк һатып алғаныбыҙҙы белеүен-беләбеҙ ҙә... Тик... Хәйер, һүҙ атайым хаҡында ине бит. Унан ҡалған мираҫ яйлап ғәйеп булып бөттө. Авиация полкында хеҙмәт иткән атайҙың матур каллиграфия менән яҙылған ҡуйын дәфтәрҙәрен малайҙар менән “һуғыш уйнағанда” мандат итеп файҙаланыуыбыҙ хәтеремдә. Шунда, документтары араһында уның ҡулъяҙмаһы ла бар ине. Мин уны хикәйәлер тип уйлағайным. Хәҙер иһә, күләменә ҡарағанда, ул берәй повесть булғандыр, тип фаразлайым. Яҙмала һүрәтләнгән ваҡиғалар аныҡ ҡына хәтерҙә түгел. Әммә төп геройҙың исеме Марат ине. Тимәк, атай яҙған да булған. Тик нимә яҙған, ни эшләп яҙған, хәҙер инде быныһы бер кемгә лә, бер ҡасан да мәғлүм булмаясаҡ. Атайҙың көйҙәрен беҙҙең тарафтарҙа әле булһа Рәмил ағайҙың көйө тип һөйләйҙәр. Хөсәйен абзый мәрхүмең шундай бер лаҡабы ла ҡалды. “Рәмил ағай гармунда уйнағанда минең йөрәгем нимә эшләй ул?” – тип һораған тиҙәр уны әсәһенән. Моңо күңел ҡылдарын сирткәндер. Тик бала быны ҡайҙан аңлаһын инде?! “Колхозда звено бригадиры булған Рәмил ағай, яланда ҡуна ятып бесән эшләгәндә, иртән тора ла, ҡыуыштан-ҡыуышҡа йөрөп гармун уйнап, башҡаларҙы уята торғайны, беҙ, ахмаҡтар, таңға саҡлы бейеп, күңел асып туймағанбыҙмы икән, шул моңдо ишетеп, уяныр-уянмаҫ килеш һикереп килеп торабыҙ ҙа, ыңғайына бейеп алып китәбеҙ”, – тип тә хәтерләйҙәр уның хаҡта. Бына ниндәй дәртле саҡтары булған уларҙың... Атайым үлгәндә миңә һигеҙ йәш ине. Иҫләүен иҫләйем үҙен. Әммә ниндәй кеше булыуын хәҙер генә аңлайым. Еңмешлеге лә бар ине. Шифоньерҙар яңы модаға инә башлаған саҡта, әҙерҙе һатып алмай, Ырымбурға барып, көҙгө, фанералар күтәреп ҡайтып, үҙ ҡулдары менән яһап, буяп ҡуйғайны. Ул йыһаз әле лә ултыра.
“Шоңҡар”ҙар. Бына бит! Ә һеҙ, атайымдан бер ниндәй ҙә ҡомартҡы ҡалманы, тиһегеҙ... Уның менән үҙ-ара мөнәсәбәтегеҙ хәтерегеҙҙәме?
Азамат Юлдашбаев. Атайҙы маҡтаған һайын таяҡтың икенсе осо күренә башлай шул бына. Минең атай, моғайын, мир ҡосағында күберәк йәшәгәндер һәм беҙгә иғтибары әҙерәк тәтегәндер. Һәр хәлдә, вафатына бер йыл ҡалғас, ат егеп, һуңғы тапҡыр бергәләп сабынлыҡҡа сығыуыбыҙҙы иҫләйем. Атайым ил өсөн шул тиклем һәйбәт кеше булғандыр. Ир-егеттәр араһында абруй ҡаҙанғандыр. Нисегерәк аңлатырға? Кемдер янғында ҡаза күргән кешегә ярҙам итә, кемдер янғынды һүндерергә бара, ә бәғзеләре янғын сыҡмаҫ борон уҡ һүндерә башлай. Атай һуңғылар иҫәбендә ине. Беҙҙең Нәжип төҫкә лә, холҡо менән дә атайға оҡшаған. Мин иһә тынысыраҡмын. Моғайын, әсәйгә нығыраҡ тартҡанмындыр. Янғынды һүндерергә барырға ҡулымдан киләлер. Атай, ғәфү ит, барғас, яйлап аралашырбыҙ...
“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙың йәшен күптән үткәнһегеҙ килеп сыға инде?..
Азамат Юлдашбаев. Атайҙың йәшен хәҙер ике тапҡыр үтеп барам инде. Тик мин үҙемде һаман малай ғына һымаҡ тоям. Ә ул саҡта атай минең өсөн олпат ир төҫлө булды. Әммә уға ни бары 35 йәш ине. Ҡалайтаһың, тормош инде, тормош... Уны ерләгәндән һуң ҡарсәйем биреште.
“Шоңҡар”ҙар. Әсәйегеҙ – әсәй, ҡарсәйегеҙ атай булған инде һеҙгә, улайһа...
Азамат Юлдашбаев. Әсәйем атай ҙа, әсәй ҙә булды. Ә ҡарсәйем Хоҙай олатай һымаҡ ине беҙгә.
“Ҡолон сағында бүренән таланған ат айғыр булғас эттән дә ҡурҡа”
“Шоңҡар“ҙар. Мәктәптә “отличник” булдығыҙмы?
Азамат Юлдашбаев. Нисәлер класс “отличник” булдым. Бөтә нәмә сама менән беленә бит. Самалашыр кешең булһа... Беҙ биш малай инек класта. Ярышып уҡыныҡ. Журналда графа һайын “бишле”ләр торһон тип тырыштыҡ. Бөтәбеҙ ҙә бер кимәлгә еткәс, уҙыш туҡтаны. Беҙгә шул етә ине, ахыры. Яҡшы уҡыным. Белемем дә, зиһенем дә бар ине. Дүртенсе класта – мәктәп, бишенсе-алтынсы класта ауыл китапханаһын уҡып бөткәнмендер. Ғөмүмән, беҙҙең ауылда уҡыу культы булды. Көтөүсе ағайҙар ҙа йығылып ятып китап уҡыны. Шуға ла улар менән аралашыуы миңә бөгөн Өфөләге ҡайһы бер фән кандидаттары менән аралашыуға ҡарағанда күпкә ҡыҙығыраҡ. Ауылдың бер осонда ниндәйҙер китап пәйҙә булһа, икенсе осонда сират көтә. Беҙҙә бер ваҡытта ла бер кемдең дә шәхси китабы юҡ ине. Ул тотош ауылдыҡы... Ҡыҫҡаһы, уҡыуым яҡшы булды. Ә бына тәртипкә килгәндә, мәктәп тарихында, моғайын, “ҡәнәғәтләндерерлек” тигән баһа менән тамамлаған берҙән-бер уҡыусы булғанмындыр. Ниңә уйлай килеп сыҡҡандыр? Әйтә алмайым. Үҙем артыҡ бер эш тә боҙмаған һымаҡмын. Иллә мәгәр, уҡытыусылар менән бәхәсләшергә ярата инем... Уҡыу – һәйбәт, ә тәртип малайҙарса булды.
Шоңҡар”ҙар. Ана шул тәртипһеҙлегегеҙ һеҙҙең ирекле фекерләүегеҙгә этәргес бирҙеме икән әллә?
Азамат Юлдашбаев. Тәртипһеҙлек тип... Беләһегеҙме нимә, мин бер ниндәй ҙә хаттин ашырлыҡ һүҙ һөйләмәйем, хаттин ашырлыҡ эш эшләмәйем. Уйлағанымды ғына әйтәм дә, теләгәнемде башҡарам. Күптәр был йәһәттән үҙенә бирелгән хоҡуҡтың өстән бер өлөшөн дә файҙаланмай. Һәм шуға күрә уларҙың күбеһе миңә ниндәйҙер ихтирам менән ҡарай. Йәнәһе, Азамат дөрөҫөн әйтә ала. Егеттәр, дөрөҫөн әйтә алам, сөнки был Аллаһы Тәғәлә һәм Конституция тарафынан бирелгән хоҡуҡ. Ә беҙ ғүмер буйы баҫылып, дөрөҫөрәге, үҙебеҙҙе үҙебеҙ баҫып йәшәйбеҙ. Шуны әйтергә ярамай, былай итергә ярамай. Әсәйем беҙҙе ҡысҡырып көлөүҙән түгел, ҡысҡырып илауҙан да тыйҙы. Күршеләр ишетеп ҡалмаһын, кеше күреп ҡуймаһын, имеш... Сөнки тотош милләт шулай. Рәсми әйтәм: хәҙер ҡысҡырып көләм һәм ҡысҡырып илайым. Әсәй, был юлдарҙы уҡыһаң, минән сәләм тип ҡабул ит.
“Шоңҡар”ҙар. Уҡытыусыларға ла шулай дөрөҫөн әйткәнһегеҙҙер инде?..
Азамат Юлдашбаев. Шулайҙыр. Әйткәндәй, улым да үҙемә оҡшаған. Шағир, философ булараҡ, бунтарлығыңды аңлайым, әммә атай булараҡ, мин һине аҡлай ҙа, яҡлай ҙа алмайым, тип уны элек-электән киҫәтә килдем дә бит... Әле бына, диплом яҡларға бер ай ҡалғас... универҙан ҡайтып төштө. Нисек ҡабул иттең быны, тип һорайҙар минән. Уның үҙенең һайлау мөмкинлеге бар бит, тиһәм, ҡайһылай демократик атай һин, тип аптырайҙар. Ә мин нимә эшләргә тейеш инем һуң? Тотоп ярырғамы, йә булмаһа өйҙән ҡыуып сығарырғамы?! Уйлап ҡараһаң, мин 55 йәшемдә лә үҙемде эҙләйем икән, ул нисек 22 йәшендә үҙен табырға тейеш?! 55 йәштә эште ҡалдырып китеүемә әсәйем дә, ҡатыным да ҡаршы ине. Ярты йыл буйы улар менән һөйләшеү алып барырға тура килде. Миңә ҡалһа, кеше үҙ хоҡуҡтары менән файҙаланырға тейеш. Ә яһалма ҡанундарҙың, яһалма ҡағиҙәләрҙең, яһалма ҡараштарҙың ҡолона әүерелеп йәшәү дөрөҫ түгел. Ҡоллоҡ бит үҙебеҙҙә ята. Һәр кемебеҙҙә. Шуныһы ғына бар: үҙеңдең хоҡуҡтарың менән файҙаланған саҡта, мин хоҡуҡлы тип, аңлы рәүештә башҡаларға зыян итмә. Әгәр ҙә кеше 15 йәшендә үҙенең ҡарашын белдерә алмай икән, 50 йәшендә ул быны эшләй алмаясаҡ. Ғилман мәрхүмдең әйткәне бар ине бит: “Ҡолон сағында бүренән таланған ат айғыр булғас эттән дә ҡурҡа”. Шөкөр, хәҙер тормошҡа ирекле ҡарашлы йәштәр үҫеп килә. Һәм улар менән аралашыу миңә оҡшай.
Шоңҡар”ҙар. Бала саҡта ниндәйерәк хыялдар менән йәшәнегеҙ? Кем булырға теләнегеҙ?
Азамат Юлдашбаев. Хәрби булырға хыялландым... Летчик... Советтар Союзында үҫкән малай бит мин... Ул саҡта һайлау мөмкинлеге юҡ ине: йә мәктәп директоры, йә колхоз председателе, йә инженер булам, тиһең. Ә минең хәрби булғым килде. Сөнки уларҙы ҡыҙҙар ярата (йылмая). Унынсыны тамамлағандан һуң документтарымды Кировоград ҡалаһы хәрби осоу училищеһына ебәрҙем. Миңә медицина тикшереүе үтергә ҡушылды. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡасандыр танауым һынған булып сыҡты. Шуға күрә унда уҡырға ҡабул ителеүгә яраҡһыҙ тип таптылар. Кем булырға һуң хәҙер? Колхозға тракторсы булып эшкә килдем. Көҙгә барыбер армияға аласаҡтар. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, берәй нәмә уйлармын әле, тинем. Әсәйем генә: “Класташтарыңдың бөтәһе лә уҡырға инеп, документтарын тапшырып бөттө бит, һин ни эшләп йөрөйһөң, улым”, – тип хафаланғас, “Ярай, әсәй, мин дә уҡыйым”, – тип, Стәрлетамаҡ педагогия институтына документ тапшырырға киттем. Тик төбәп кенә ниндәй факультетҡа барырға һуң? Китап уҡырға яратҡас, филологияны һайларға кәрәктер тигән фекергә килдем. Шулай итеп, әллә ни ауырлыҡһыҙ ғына имтихандар биреп, студент булып киттем. Тик октябрҙә ун һигеҙең тулғас та, армияға саҡыртып аласаҡбыҙ тип, военкомат учеттан төшөрмәне. Бер ай уҡығандан һуң райондан комисия үтергә “повестка” ебәрҙеләр. Армияға саҡыралар, тип ҡайтып киттем. Ҡыҙҙар оҙатып тороп ҡалды. Комиссия үттем. Бөтәһе лә һәйбәт. “Годен”. Бөгөн йә иртәгә килер тип “повестка” көтә башланым. Ә ул юҡ та юҡ. Шул арала ағайҙар менән айға яҡын төҙөлөш бригадаһында эшләп алдым. Һуңынан ғына белеп ҡалдым, баҡтиһәң, миңә “отсрочка” биргәндәр икән. Бер хушлашып ҡайтҡас, ҡабаттан институтҡа барыуы оят һымаҡ. "Совет Армияһы сафтарына алыуығыҙҙы һорайым” тип ғариза яҙып, хеҙмәткә барыуҙы тиҙләтергә тура килде. Шулай итеп, Мәжит күршем менән бер көндө әрмегә киттек. Мәскәү өлкәһендә, элемтә ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Армия миңә ысын мәғәнәһендә институт булды. Студенттар ҙа күп ине. Араларында “Бауманка”ныҡылар ҙа бар: Стас Старостин, Валерий Чернопятов, Володя Николаев, Андрей Дементьев... Текә Мәскәү егеттәре. Рок-н-ролл тыңлайҙар. Үҙҙәре килеп тороп зыялы – Бальзакты, Достоевскийҙы уҡыйҙар. Улар ыңғайына мин дә рок-музыкаға, рус классикаһына, донъя әҙәбиәтенә ылыға башлыным...
Шоңҡар”ҙар. Тимәк, улар һеҙҙең донъяға ҡарашығыҙҙы үҙгәрткән?..
Азамат Юлдашбаев. Донъяға ҡарашымды ла үҙгәртте, күңелемдәге бунтарлыҡ рухын да көсәйтте. Сөнки, ысынлап та, шәп егеттәр ине. Армияның нимәһе бар: ул барыһын да тигеҙләй. Берәү ҙә өҫтөн дә, кәм дә түгел. Ҡайҙалыр ете класс тамамлаған колхозсы малайы ла, “Бауманка”нан килгән текә Мәскәү егеттәре лә бер төрлө ҡанундар буйынса йәшәй. Әрме булғас, “дедовщина”һыҙ ҙа ярамай, әлбиттә. Ә хәҙерге армия армия түгел ул. Курорт йә шифахана ғына. Шуға унда барып ваҡыт үткәреүҙең мәғәнәһен дә күрмәйем.
Сәхнәгә сығыуҙан, йыландан, ҡыҙҙарҙан ҡурҡам...
“Шоңҡар”ҙар. Оҙатып ҡалған ҡыҙығыҙ ҡаршы алдымы һуң?
Азамат Юлдашбаев. Ҡыҙҙар менән мөнәсәбәт бөтөнләй ят булды минең өсөн. Уларҙан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡтым. Сәхнәгә сығыуҙан, йыландан, ҡыҙҙарҙан ҡурҡам, тип ғүмер буйы әйтә килдем. Сәхнәне еңдем. Бының өсөн йышыраҡ сәхнәгә сығыу талап ителде. Йыландан һаман да ҡурҡам, хатта һүрәтен күрһәм дә тертләп китәм. Ә ҡыҙҙар хаҡында... ҡуй, өндәшеп тормайым (көлә). Әйткәндәй, видеокамеранан да ҡурҡа инем. Уныһын еңеү өсөн телевидениеға эшкә урынлашырға тура килде. Әммә ҡурҡыуҙы еңеү – бер, сәхнәнән, телевидениенан һөйләгән телмәрең өсөн яуаплылыҡ тигән нәмә икенсе төшөнсә. 2002 йылда Өфөгә күсеп килгәндә мин бер кем дә түгел инем. Шуға күрә сығыш яһауы ла еңелерәк булғандыр. Бөгөн мин кемгәлер әйләндем. Юҡ, ниндәйҙер дәрәжә, дан-шөһрәт, маҡтаулы исем, вазифа хаҡында һүҙ йөрөтмәйем. Улары юҡ миндә... Минең бөгөн Азамат тигән исемем бар. Һәм ул миңә яуаплылыҡ һала. Сәхнәгә сығам, телевидение аша сығыш яһайым икән, ана шул Азамат тигән исем өсөн яуаплылыҡ тоям. Ә ул саҡта мин амбициоз йәш кеше инем. Тик был йәш кешегә ҡырҡ йәш ине инде. Һәм уның бер нәмәһе лә юҡ ине: исеме лә, фатиры ла, эше лә... Әммә ул Өфөнө яуларға тип килгәйне: йә уға – Өфөнөң, йә Өфөгә уның аҫтына ятырға тура киләсәк... (Ҡысҡырып көлә)
“Шоңҡар”ҙар. Хәҙер нисек килеп сыҡты инде?
Азамат Юлдашбаев. (Йәнә көлә). Алмашлап. Бер көндө ул. Бер көндө мин. Ҡыҫҡаһы, Камасутра.
“Шоңҡар”ҙар. Ә шулай ҙа ҡыҙҙар тураһында ла ишетке килә бит әле...
Азамат Юлдашбаев. Ҡыҙҙар тураһында сәғәтләп һөйләшә алам. Ҡыҙҙар менән мөнәсәбәтем, ысынлап та, һәйбәт. Сөнки улар ҡайһы бер егеттәргә ҡарағанда “егетерәк”. Ә ирҙәр ваҡланды бөгөн. Ғәфү итегеҙ, пидорастар күбәйҙе. Оҫтаханаға коляскала Тимур исемле бик шәп, булдыҡлы егет килеп йөрөй. Әүҙем тормош алып бара, күңелсәк, шаян малай. Бер көндө уға, һүҙ араһында, мин һәр ваҡыт пидорастар менән көрәштем, тип хәбәр һалғайным, ул иһә: “Азамат ағай, улар менән көрәшергә кәрәкмәй, шундайҙар күберәк булған һайын беҙҙең ише аяҡһыҙҙарҙың һәйбәт кәләш алырлыҡ мөмкинлеге артасаҡ”, – тип көлә. Ысынлап та, шулай түгелме ни?! Ҡыҙҙарҙың иң төп бәләһе шул – бөгөн кейәүгә сығырлыҡ егеттәр юҡ. Ә бит улар бит бай ҙа, уңышлы ла, матур ҙа ир кәрәк, тимәй. Берҙән-бер талаптары шул: иң мөһиме, ышаныслы булһын.
“Шоңҡар”ҙар. Армиянан һуң институтта белем алыуығыҙҙы дауам иттегеҙ инде?
Азамат Юлдашбаев. Эсеп тотолоуым арҡаһында армиянан иң һуңғы булып, декабрь аҙағында ғына ҡайтып төштөм. Һәм шунда уҡ уҡырға киттем. Яңынан беренсе курсҡа барҙым. Өҫтөмдә кейемем дә юҡ ине. Шуға ла тәүге мәлдәрҙә хәрби кейемдә йөрөнөм. Ул ваҡытта хәрби кейемгә ҡыҙҙар тарафынан да, уҡытыусылар тарафынан да ихтирам ҙур ине. Билдәле инде, бер ни тиклем ваҡыт әрменән ҡайтыуҙы “йыуып” йөрөлдө. Артабан уҡыуға йәбештем. Һәйбәт өлгәштем. Уҡытыусылар миңә һәр ваҡыт ниндәйҙер бейеклек һымаҡ ине. Шуға ла уларҙың кимәленә күтәрелергә тырыштым. Был уҡытыусыны еңә аламмы-юҡмы? Улар менән бәхәсләшергә яраттым. Ғөмүмән, һәр саҡ үҙемдән аҡыллы кешеләр менән аралашыуы оҡшаны. Әле лә шулай. Һәм миңә бер ваҡытта ла үҙемде наҙан һанауы оят түгел. Һис ҡасан да лекция яҙманым. Дәрестә тыңлап ултырам, мейемә һеңдереп ултырам, уйлап ултырам, бәхәсләшеп ултырам. Уҡыуы еңел ине. Уҡытыусыларымды яраттым. Шул тиклем күп белә ине улар. Үҙҙәре иҫ киткес юғары зауыҡлылар. Өфө профессорҙары ише йә премия, йә звание артынан сапмайҙар. Институт, студенттар яҙмышы менән генә йәшәйҙәр. Улар менән әле лә бәйләнештәмен. Хатта фән юлынан китергә тигән хыял да бар ине миндә. Бер фәнни конференция мәлендә, сығышымды ишетеп, Өфөгә саҡырыусылар ҙа булды, тик деканат күсергә рөхсәт итмәне. Кадрҙарҙы үҙҙәрендә тәрбиәләп алһындар, һин беҙгә кәрәк, тинеләр. Ҡыҫҡаһы, институт, ундағы уҡытыусылар хаҡында һөйләр өсөн әлеге лә баяғы айырым бер “самауыр” кәрәк...
“Шоңҡар”ҙар. Студент саҡта ғашиҡ та булғанһығыҙҙыр инде?..
Азамат Юлдашбаев. Күп тапҡыр ғашиҡ будым. Студент йылдарында ла, уға тиклем дә. Әммә ул ғашиҡлыҡтың күбеһе үҙемдә ҡалды. Тойғоларымды берәүгә лә һиҙҙермәнем. Мин, хыялый, китапты күп уҡығанғамы икән, үҙем ғашиҡ булам да, хыялымда шул ҡыҙ менән етәкләшеп болондар гиҙәм, күбәләктәр ҡыуам, сәскәләр йыйып, уларҙан таждар үрәм. Тик мин ғашиҡ булған ҡыҙҙарҙың береһе лә был хаҡта белмәй.
“Шоңҡар”ҙар. Ә нисек өйләндегеҙ һуң улай булғас?
Азамат Юлдашбаев. Армиянан педтың ятағына ҡайттым. Ҡыҙҙар күп. Баш әйләнә. Тестостерон уйнай. Бер көн берәүһен оҙатып ҡараным, икенсе көн икенсеһен, тигәндәй... Беренсе курстан һуң поход мәлендә Ҡуштауҙың башында бер ҡыҙ менән таң ҡаршыланым. Иң ҡыҙығы шул, ул беҙҙең менән бергә уҡыны, төркөмөбөҙҙөң старостаһы ине. Яҙмыштыр инде... Яҙмыш... Икенсе курстан һуң яратышып, риза булып өйләнештек. Һикһән етенсе йылда, өсөнсө курста уҡығанда, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Аръяғына миңә уҡыуҙы һирәкләтергә тура килде. Сөнки имтихандар тапшырыу ҡатыныма ҡарағанда миңә еңелерәк бирелде. Ә институт тамамлағандан һуң, беҙҙең бөтә уй-ниәттәр шунда ҡалыу ине. Икебеҙ ҙә фән буйынса китергә теләнек. Мин үҙебеҙҙең кафедрала эш башларға тейеш инем. Тик ул системаны аңламаным. Ҡасан башларға, ҡайҙан тотонорға? Йүнәлтмә биргән саҡта уларҙа вакансия ла булмай сыҡты. Һөҙмәтәлә районға ҡайтып киттек. Тормошомдоң ҡалған өлөшө томан эсендәге һымаҡ. Маҡсат та, ниәт тә юҡ, тигәндәй... РОНО етәксеһенә ингәйнем, ҡайҙа барырға теләйһегеҙ, тип һорай. “Ҡайҙа булһа ла. Иң мөһиме, балалар баҡсаһы булған ауыл кәрәк”, –тим. “Һаҡмарға бараһыңмы?” “Барам”. “Мәктәп директоры булып бараһыңмы?” “Барам”. Ризалыҡ биргәндә ул ауылдың ҡайһы тирәлә икәнен дә белмәй инем әле. Ырымбур менән сиктәш булып сыҡты. Яҙмыш менән эксперимент ике йыл дауам итте. Минән мәктәп директоры сыҡҡандырмы-юҡмы... Хәйер, дөрөҫөн әйтәйек, сыҡманы. Сөнки тәжрибә лә, аҡыл да, баҫынҡылыҡ та етмәне. Тормоштоң был өлөшөн пассивҡа әйләндерергә булалыр, моғайын. Шунан баяғы “йәшел йылан” ваҡыты-ваҡыты менән килеп “ҡосаҡлап” ала ине. Алыҫ та китмәй, яҡын да килмәй. 91-се йыл ғариза яҙып, үҙ теләгем менән эштән киттем. Беҙҙең ғаилә өсөн юғалтыуҙар йылы булды ул. Май айы ауыр беҙҙең өсөн. Ун туғыҙынсы май – атайҙың үлгән көнө. Ә 91-се йыл... Егерме бишенсе май һуңғы ҡыңғарауҙан һуң арыу ғына байрам иткәнмен. Таңға ауылдан кемдәрҙер үлгән тигән хәбәр алдым. Телефондан... Элемтә насар, ишетелмәй... Саҡ төшөндөм, баяғыларҙың береһе һылыуым тигән кеүектәр. Икенсеһе әсәйемдер, моғайын, тип уйлайым. Һылыуыма бер-бер хәл була ҡалһа, әсәйемдең йөрәге түҙмәгәндер, тип фаразлайым. Әммә был хәлдең дөрөҫлөккә тап килеүенә ышана алмайым, яңылышлыҡ ҡыналыр тип өмөтләнәм. Ара йыраҡ. Ҡайтып еткәнсә бер ниндәй ҙә асыҡ мәғлүмәт юҡ. Ҡот осҡос хәл: ун туғыҙ йәшлек һылыуым һәм уның менән бергә уҡыған әхирәте һәләк булған. Стәрлетамаҡта институтта өсөнсө курста уҡып йөрөгән сағы ине һылыуымдың. Һуңынан әйберҙәрен барып алғас, халатының кеҫәһенән әсәйемә яҙған хаты килеп сыҡты: “Әсәй, һабантуйға ҡайта алмайым, ошо хатты Рәйфә аша биреп ебәрәм”, – тигән дә бит, хатын ебәреп тормаған, үҙе ҡайтып киткән...
Һылыуҙы ерләгәнде төш һымаҡ ҡына иҫләйем. Ошонан һуң сәйер бер кисереш биләне мине. Ошо тиклем ҡайғынан һуң да кешеләрҙең ҡысҡырып көлә алыуы аптыратты. Ер күсәре әйләнеүҙән туҡтар, тормош башҡаса дауам итмәҫ һымаҡ ине бит. Баҡһаң, дауам итә икән... Шул йылды ауылға күсеп ҡайттыҡ. Һәм күп тә үтмәҫтән тәүге ғаиләм менән айырылыштыҡ. Бөгөн, ғәйеп кемдә, тип һораһалар, мин уны үҙемә аласаҡмын. Хәҙер иҫәп-хисап яһап ултырып булмай. Теләк тә юҡ. Ғәйеп миндә. Шулай яҙғандыр, күрәһең... Әсәй йәл ине. Бер йыл эсендә ике ҡыҙһыҙ тороп ҡалды: беренсенән, Гөлшат һылыуым һәләк булды, икенсенән, ейәнсәре менән айырылырға тура килде. Ҡыҙыма ул саҡта биш йәш тирәһе булғандыр. Аръяғына тормош төрлөсә китте...
“Шоңҡар”ҙар. Шул йылдарҙа һеҙ Ейәнсура башҡорт гимназияһында эшләгәнһегеҙ...
Азамат Юлдашбаев. Эйе, артабан Мәрйәм Бураҡаевалы тормошом башланды. Ейәнсурала гимназия асылды. Әммә тәүге йылда, бисәһен айырған тип, мине унда эшкә алманылар. Һуңынан, район етәкселеге алмашынғас, Мәрйәм апай үҙе саҡырып алды. Яңы мәктәп, яңы коллектив. Рухи күтәренкелек. Эш оҡшай ине. Һуңынан Бураҡаевтар ғаиләһе Өфөгә күсеп китте. Мин директор булып ҡалдым. Тик оҙаҡҡа түгел. Ул саҡтағы эшмәкәрлегемде лә актив тип әйтә алмайым. Шулай ҙа уныһы тәүге директор тәжрибәһенә ҡарағанда уңышлыраҡ булды, шикелле. Ундағы уҡыусылар, уҡытыусылар менән һаман да аралашабыҙ.
“Шоңҡар”ҙар. Ул гимназияла уникаль уҡытыу методикаһы булған бит...
Азамат Юлдашбаев. Эйе, беренсенән, Мәрйәм Бураҡаеваның авторлыҡ программаһы буйынса эшләнек. “Тормош һабаҡтары” башҡа мәктәптәр өсөн уҡыу предметы булһа, беҙҙең өсөн ул бөтә гимназияны үтәнән-үтә һуғарған тәрбиә системаһы ине. Хәҙер шәхси бренд тигән модалы һүҙ бар бит. Бөтә гимназияның эшмәкәрлеге ана шул Мәрйәм апайҙың шәхси бренды менән бәйле ине: уның исеменә, шәхесенә, булмышына, мәктәп эшмәкәрлегендә туранан-тура ҡатнашыуына. Ҡыҙғанысҡа күрә, Мәрйәм апай үҙе унда оҙаҡ эшләмәне. Мәрйәм Сәлимйән ҡыҙын бер кем дә ҡабатлай алмай. Хәҙерге директорҙар ҙа, киләсәктәгеләр ҙә. Эйе, ул, ысынлап та, уникаль мәктәп булырға тейеш ине. Хәҙер шуныһы ҡыуандыра: Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы ана шул маҡсатты локаль форматта, әммә киңерәк масштабта төрлө ҡатлам уҡыусылар өсөн файҙаланырға мөмкинлек бирә.
Тормошомдағы иң ҙур авантюра
“Шоңҡар”ҙар. Үҙегеҙ ҡасан яҙыша башланығыҙ?
Азамат Юлдашбаев. Мин ғүмерем буйы яҙыштым. Мәктәптә уҡығанда ла шиғырҙар яҙҙым.
“Шоңҡар”ҙар. Рифмалы шиғырҙар инеме улар?
Азамат Юлдашбаев. Эйе... Сағыштырмаса... Көндәлектәр алып бара-бара ла ташлай торғайным. Хыял донъяһында йәшәнем тип әйттем бит әле. Ғөмүмән, минең һәр ваҡыт бер кем белмәгән, үҙем генә гиҙгән хыял илем булды. Кискеһен йоҡларға ятҡас, шул донъялыҡҡа сума торғайным. Ул батшалыҡ үҙгәреп тора: мөхит тә, персонаждар ҙа, героинялар ҙа, ҡылған батырлыҡтарым да... Әкиәткә ышанмай башланыммы икән, ҡыҙғанысҡа күрә, һуңғы бер-ике йылда ниңәлер шул батшалыҡ ташлап китте мине. Һиҙәм, мәңгелеккәлер.
...Яҙыша, дөрөҫөрәге, уйлап сығара инем. Мин, ғөмүмән, шиғыр менән һөйләшә торғайным. Институтта уҡығанда “Ашҡаҙар” ижади берекмәһенең етәксеһе лә булдым. Артабан, Рәми Ғарипов менән Мостай Кәримгә “үпкәләнем” дә, ижад итеп ыҙаламаҫҡа булдым. Сөнки бер ваҡыта ла улар һымаҡ шедеврҙар тыуҙыра алмаҫымды белә инем. 2002 йылда Өфөгә күскәс, тормошомдоң Ғилманлы этабы башланды. Мине ҡурсалаусы ла, унда-бында йөрөтөүсе лә, дәртләндереүсе лә, юхалаусы ла ул булды. Бер мәлде ниндәйҙер ғиллә менән бер-ике шиғырымды күреп ҡалып уҡып ҡараған да: “Шәп бит, ә! Әйҙә, яҙып бир”, – тип ныҡышты. Башымда йөрөгән, ҡасандыр уйлап сығарған шиғырҙарҙы ҡағыҙға күсереп, уға тотторҙом. Шунан һуң Ғилман дуҫ был яҙмаларҙы “Йәшлек”тә эшләп йөрөгән бик шәп журналист Мөнир Ҡунафинға алып барҙы.
“Шоңҡар”ҙар. Әйткәндәй, Өфөгә сығып китеүгә нимә этәрҙе? Ул саҡта яңы ғаиләгеҙ ҙә булған бит инде...
Азамат Юлдашбаев. Никахтар күктә ярала, тиҙәр. Гимназияла эшләгән осрҙа яңынан өйләндем. Улыбыҙ тыуҙы. Мәрйәм апайҙың улы Илгизәргә ихтирам йөҙән, улыма уның исемен ҡуштыҡ. Ғөмүмән, тормошомда осраған һәр кемгә оло рәхмәтемде әйтәм. Шуларҙың береһе – Мәрйәм Бураҡаева. Ҡатынымдың тәүге никахынан ҡыҙы бар. Уны үҙ ҡыҙым тип ҡабул иттем. Бөтәһе лә һәйбәт һымаҡ ине. Беренсенән, үҙ ҡойроғоңдо баҫтырып, Иҫәнғолда бер ойошманан икенсе ойошмаға күсеп йөрөүҙең мәғәнәһен күрмәнем. Икенсенән, баяғы йәшел йылан һаман да ҡосаҡлап-ҡосаҡлап алды. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә йыш осраша инек. Тәүҙә кешенән йәшенеп кенә осрашһаҡ, аҙаҡтан асыҡтан-асыҡ осрашыуҙан да тартынманыҡ. Ана шундай хәлдәрҙең береһенән һуң, ҡапыл айнып, Өфөгә китергә булдым. Мөҙҙәте еткән булғандыр, күрәһең. Уға тиклем нисәмә йыл әҙерләнеп тә ҡәтғи ҡарарға килә алмай йөрөгәйнем. Әле иһә һис ниндәй әҙерлекһеҙ сыҡтым да киттем. Ғаиләм Иҫәнғолда тороп ҡалды. Илфат ҡустыға рәхмәт, тәүге ваҡытта үҙендә йәшәтте. Унан – Ғилманға, Ғилман аша Мөниргә сыҡтыҡ. “Былар шиғыр түгел. Әммә шәп”, – тип, Мөнир “ҡыйыш-мыйыш яҙмалар” тигәнерәк исем аҫтында “Йәшлек”тә шиғырҙарымды баҫтырып сығарҙы. Бына бит Хоҙайҙың хикмәте! Уларҙың шул тиклем бәрәкәтле сығырын кем белгән инде?! Бер ерҙә лә эш таба алмай йөҙәгән сағымда әлеге шул Ғилман менән Мөнир “Йәшлек”кә эшкә урынлашырға күндерҙе. Ул саҡта гәзиттә Сәлмән Ярмуллин баш мөхәррир ине. Тормошомдағы иң ҙур авантюра шул булғандыр. Кабинет, өҫтәл менән ултырғыс биреп ҡуйҙылар, ҡулға ҡағыҙ менән ручка тотторҙолар. “Нимә эшләргә?” “ Мәҡәлә яҙырға” . “Нисек яҙырға һуң уны? Минең, ҡырҡ йәшемә етеп, бер тапҡыр ҙа журналист булып ҡарағаным юҡ та баһа!” Яҙам да ташлайым, яҙам да ташлайым. Бер мәлде янымдағы сүп кәрзине тулып китте. Компьютер биргәйнеләр, һин дә мин яҙышып алдым да киттем. Баҡтиһәң, миндә компьютер фекерләүе икән. Шул осорҙа Бабич хаҡында мәҡәлә яҙғайным. Бөтәһе лә маҡтай, әммә бер гәзит тә баҫмай. “Азамат, һин Яҙыусылар союзына Бикбайға бар, был уның сабынлығы”, – тине әлеге шул һүҙгә маһир Мөнир дуҫ. Яҙыусылар союзын эҙләп киттем. Барһам, хужа кеше урынында ултыра. Ишекте туҡылдатып индем дә: “Рауил Төхвәтович, һеҙҙең сабынлыҡҡа килдем әле бына. Бабич тураһында мәҡәлә яҙғайным”, – тим. “Ҡалдыр”, – тине рәйес әллә ни илтифат итмәй генә. “Фамилияң нисек?” “Юлдашбаев”. “Исемең?” “Азамат”. Шунан кабинет хужаһы йәнләнеп китеп: “Йәшлек” тә һинең шиғырҙарың сыҡтымы”, – ти тип һорап ҡуйҙы. “Эйе”, – тим. Рауил ағай тормошом менән ҡыҙыҡһына башланы. Ҡайҙа йәшәүемде, кем булып эшләүемде белеште. “Йәшәр урыным юҡ, ғаиләм әлегә ауылда”, – тинем. Ғүмеремдә тәү күргән ошо кеше, һинең бит фатир өсөн түләргә аҡсаң етмәй тип, ятаҡтан бүлмә юллап бирҙе. Үҙе янына эшкә саҡырҙы. Баяғы Ғилманлы, Мөнирле тормошом Бикбайлы тормошҡа күсте. Уныһы оҙаҡ дауам итте. Был хаҡта мемуар яҙыу яҡшы булыр ине. Әммә яҙмышымда иң оло рәхмәтем тап Рауил Төхвәт улына тейеш!
“Шоңҡар”ҙар. Яйлап яҙырһығыҙ инде...
Азамат Юлдашбаев. Юҡ, яҙмам, моғайын. Сөнки берәү ҙә уҡымасаҡ. Әҙәбиәт – үҙ-үҙеңде алдау ул. Бөгөн халыҡ ҡыҫҡа ғына постан башҡа бер нәмә лә уҡымай.
“Шоңҡар”ҙар. Драматургия жанры хаҡында ни әйтерһегеҙ?
Азамат Юлдашбаев. Спектакль дә – үҙ-үҙеңде алдау. Секталар нисек йәшәгәнен беләһегеҙме? Әгәр ҙә ул һәр бер кешене айырым-айырым ҡабул итеп, айырым-айырым һөйләшә торған ойошма булһа, унда бер кем дә бармаҫ мне. Улар бер нисә кешене йыя ла, массалы психология ойоштора. Шуның ише, спектаклде лә берәү ҙә яңғыҙы ғына ултырып ҡарамаҫ ине. Береһе ҡул сапҡас, икенсеһе ҡушыла. Ҡыҫҡаһы, бында ла баяғы массалы психология башлана. Шуға ла үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Был донъяла Аллаһы Тәғәлә һәм уға илткән юл ғына бар. Башҡа ҡиммәттәрҙең бөтәһе лә Советтар Союзы тыуҙырған миф ул. Әҙәбиәт тә, театр ҙа бары тик идеологик ҡорал ғына ине бит. Хәҙер юҡ инде улар.
“Шоңҡар”ҙар. Тимәк, әҙәбиәт тә бөтәсәк инде?
Азамат Юлдашбаев. Бөтмәсәйәк. Әммә элекке һымаҡ ҡырылып ятып уҡыу булмаясаҡ. Шулай ҙа үтә аҡыллы кешеләр өсөн ниндәйҙер элитар шөғөл булып ҡалыуы ихтимал. Унан һуң, кем белә, ваҡиғалар нисек үҫешә бит әле? Бәлки, донъя һуғышы башланыр ҙа, глобаль селтәр юҡҡа сығыр. Шул ваҡытта инде кеше ҡабат китап, гәзит-журнал уҡый башлар. Тик был хәлгә ҡыуанырға булырмы икән?!
Мин – үткәндәрһеҙ кеше
“Шоңҡар”ҙар. Матбуғаттан, йәғни мөхәррирлек вазифаһынан киткәс нимәләр кисерҙегеҙ?
Азамат Юлдашбаев. Мин – үткәндәрһеҙ кеше тип әйткәнем бар. Сөнки бер ваҡытта ла хәтер менән мауыҡмайым. Фотоальбомдар йә видеояҙмалар ҡарап, үткән тормош тураһында уйланып ултырмайым. Яҙғанымды ла ҡабаттан уҡығаным юҡ. Радио-телевидениелағы сығышымды ла ҡарамайым. Минең үткәнем дә юҡ, киләсәгем дә юҡ. Әммә бөгөнгөм бар.
“Шоңҡар”ҙар. Шулай ҙа тормошомдан уңдым тип әйтә алаһығыҙмы?
Азамат Юлдашбаев. Бөтәһенән дә уңдым. Юғалтыуҙарымдан да. Әгәр бөгөн, Азамат, мин һиңә шундай мөмкинлек бирәм, артҡа боролоп ҡара ла, үҙгәртергә теләгән әйберҙе үҙгәрт, тиһәләр, барыһын да шул килеш ҡалдырыр инем. Сөнки уларҙың һәр береһе бөгөнгө Азаматты барлыҡҡа килтерҙе. Юғалтыуҙарым, табыштарым, уйланыуҙарым, һыҙланыуҙарым... Минең күпме кисерештәр кисергәнемде, нисә төн һәм нимәләр өсөн илағанымды бер кем дә белмәй. Бөгөн мин бөтәһе өсөн дә шундай образ алғанмын: ҡаты, ҡырыҫ мосафир. Әйҙә, шул килеш ҡалһын. Күңел кисерештәрем, айсбергтың үҙемә билдәле бер өлөшө үҙемдә ҡалһын. Уңдыммы? Эйе, уңдым...
“Шоңҡар”ҙар. Ниндәй олатай һеҙ, Азамат Рәмил улы?
Азамат Юлдашбаев. Дөрөҫөн һөйләргә икән, дөрөҫөн һөйләргә. Бер нисә йыл элек Мөнир Ҡунафин, Артур Дәүләтбәковтар менән тәбиғәттә тауыҡ ите, картуф бешереп, сәй ҡайнатып, минең беренсе тапҡыр олатай булыуымды, тәүге ғаиләмдән тыуған Лилиә ҡыҙымдың улы, ейәнемдең донъяға килеүен “йыуғайныҡ”. Йыуғайныҡ тигәнен бында тырнаҡ эсенә алығыҙ. Сөнки 2002 йылдан бирле йәшел йылан менән бөтөнләй осрашҡаным юҡ. Иң мөһиме, мин генә түгел, ул да миңә ҡарата һыуынды. Шуныһы үкенеслерәк: әлегә ул ейәнде бер генә күрергә яҙҙы. Сөнки тәүге ғаиләм менән “ситтән тороп” ҡына аралашабыҙ. Яҙмыш бит. Бөтәһе лә миңә генә лә бәйле түгел. Бәлки миңә генәлер ҙә... Әммә ышанам, килер бер көн, ул минең яратҡан ейәнемә һәм мин уның яратҡан ҡартатайына әүерелербеҙ... Зөлфиә ҡыҙым менән Фидан кейәүемдең ҡыҙҙары бар. Ейәнсәр менән аралашабыҙ, һуғышабыҙ, яратышабыҙ. Балаларыма әллә ни һәйбәт атай була алманым, шуға ла ейәндәремә һәйбәт олатай булырға тип һүҙ биргәнмен. Тимәк, тырышырмын инде.
“Шоңҡар”ҙар. Әлеге мәлдә кемдәрҙе яратып уҡыйһығыҙ?
Азамат Юлдашбаев. Бөгөн, нигеҙҙә, бизнесҡа ҡағылышлы китаптар уҡыйым. Генри Фордтың “Минең тормошом, минең ҡаҙаныштарым” тигән китабын барыһына ла тәҡдим итәм. Ә дөйөм алғанда, Бабичтың “Ғазазил”ын йылына бер тапҡыр булһа ла уҡырға тыршам. Ундағы аҡыл, ундағы зиһен!.. “Урал батыр”ҙы уҡыған һайын яңы мәғәнә табам. Достоевскийҙы ҡабат-ҡабат ҡулға алам. Мостайҙы ла асырға ла асырға әле... Шулай ҙа Экзюпериҙың “Бәләкәй принц”ы минең өсөн донъялағы иң һәйбәт, иң аҡыллы китап булып ҡалыуын дауам итә.
“Шоңҡар”ҙар. Тормоштоң мәғәнәһен нимәлә күрәһегеҙ? Һеҙҙе нимә бәхетле итә ала?
Азамат Юлдашбаев. Яңыраҡ бер ҡусты: “Һине һис тә аңлай алмайым, ағай. Яҙмышыңда туҡтауһыҙ эскперимент үткәргән кеүекһең. Уҡытыусы һөнәрен һайлайһың да, йыл уҡытыусыһы исемен алғас, директор вазифаһына еткәс, мәктәп менән хушлашаһың, журналист булып эшкә урынлашаһың да, баш мөхәррир булғас, йәнә эшеңде ҡалдыраһың. Һиңә һәр ваҡыт күңелһеҙ. Ниңә шулай икән”, – тип һорай ҡуйҙы. Ә бит ул хаҡлы. Мин, ысынлап та, яҙмышым менән уйнаған кеүекмен. Челлендж тигән һүҙ бар инглиз телендә. Үҙ-үҙеңә саҡырыу ташлау тип тәржемә ителә. Тормоштоң барлыҡ мәғәнәһе минең өсөн үҙ-үҙеңде еңеүҙә. Тауға үрләүем дә – шул уҡ челлендж. Йәшем байтаҡ бит инде хәҙер. Тауға үрләрлек хәлем дә самалы. Әммә юлға сығам. Беләм, хәлем бөтәсәк, туҡтаясаҡмын, футболкамдың түш өлөшө ап-аҡ тоҙға әйләнәсәк. Әммә тауҙың үренә менеп еткәндәге тойғоно бер нәмә лә алмаштыра алмай. Был ахмаҡлыҡмы? Эйе, ахмаҡлыҡ. Әммә мин шунһыҙ йәшәй алмайым. Тормошта миңә һәр ваҡыт ниндәйҙер челлендж кәрәк. Әлеге мәлдәге челленджым – “Мосафир” проекты. Башҡаларҙың, япон, америка оҫталарының ҡулынан килгән әйбер ниңә әле минең ҡулдан килмәҫкә тейеш?! Ошо кәсебеңде, йәғни күндән сумкалар һәм башҡа аксессуарҙар етештереүеңде ташлаясаҡһыңмы, тип һорарҙар. Ташлаясаҡмын. Өфөлә мине ҡасан беренсе оҫта тип таныясаҡтар, шунда ташлаясаҡмын. Хәйер, ике генә конкурентым бар минең: береһе – “Hermès”, икенсеһеһе – “Louis Vuitton”. Ни өсөн үҙебеҙҙең күләүектә иң беренсе баҡа булырға тейешбеҙ әле. Ярышырға икән донъяға билдәле брендтар менән ярышырға.
“Шоңҡар”ҙар. Ни өсөн нәҡ күн?
Азамат Юлдашбаев. Күндән нимәлер етештерәһең икән, ул туҙмаясаҡ, тимәк, мәңгелеккә етәсәк. Бөгөн баҙар формалашҡан саҡта ошо даирәгә инеп ҡалырға кәрәк. Хәҙер экологик аҙыҡтарға ихтыяж ҙур. Ҡулдан яһалған үҙенсәлекле әйберҙәр модала. Масс-маркет ялҡытты. Һәр кемебеҙҙең уникаль һәм ҡабатланмаҫ булғыһы килә. Йәштәргә бына ошо йүнәлештәрҙе үҙләштерергә кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар. Күн шөғөлө аҡса өсөнмө, әллә һеҙ әйткән челлендж ҡынамы?
Азамат Юлдашбаев. Бизнес икән – бизнес. Булыр-булмаҫ бер йыл эсендә нисәлер миллионлыҡ заказ алдым. Тимәк, аҡса эшләйем. Был өлкәне энәһенән ебенә саҡлы өйрәнергә теләйем. Иң затлы күн етештереүселәр (Италия, Америка, Япония) менән хеҙмәттәшлек итәм. Беренсе булырға теләһәң, Ҡытай фурнитураһын файҙаланып ултыра алмайһың. Ә Рәсәйҙә мине ҡәнәғәтләндерерлек күн етештереүсе юҡ. Эйе, иң тәүге сиратта аҡса өсөн эшләйем. Һәм бының ояты юҡ. Кемдер күңел өсөн генә нимәлер менән булышып ултыра икән, был даһилыҡ йә ахмаҡлыҡ. Ә улар икеһе лә йәнәш йөрөй.
“Шоңҡар”ҙар. Үҙегеҙ күн етештереү тураһында уйламайһығыҙмы?
Азамат Юлдашбаев. Юҡ, ул минең хыялымда юҡ. Теләүселәр булһа, рәхим итһендәр. Хыялым – балаларыма ҡалырлыҡ бренд, лейбл барлыҡҡа килтереү. Беҙҙең халыҡ өйҙө ағастан ғына һала. Ә ул бер быуынға ғына етә. Кавказ халҡын алһаҡ: атаһы таштан бер бүлмәһен эшләгән, улы икенсе бүлмәһен төкәтеп ҡуйған, ейәне икенсе ҡат күтәргән. Улар мәңгелек менән эш итә. Бая ҡомартҡылар тураһында һөйләнек бит, беҙҙә лә күсәгилешлек булһын ине. “Мосафир” лейблы берәй заман күтәрелеп китеп, ейәндәрем, бүләләрем дә ошо эште дауам итһен ине. Иң мөһиме, донъяға таралған брендты һаман да ҡул менән тегеп ултырһындар. “Hermès” фирмаһы етештегән “Birkin” атамалы сумканың хаҡы бөгөн миллион ярымдан башлана. Мин шундай сумканы һатам икән, тимәк, йылына икәүҙе текһәм дә етә.
“Шоңҡар”ҙар. Нисә кеше эшләй һеҙҙә?
Азамат Юлдашбаев. Унға еткән, утыҙар мең эш хаҡына эшләгән сағыбыҙ булды. Әлегә бишәүбеҙ. Беҙ әле өйрәнәбеҙ. Үҫешәбеҙ. Минең өсөн бөтөнләй ят донъя был. Һәм бик мауыҡтырғыс.
Шоңҡар”ҙар. Подвал ялҡытып китеп, дуҫтар, фекерҙәштәр менән осрашыу теләге лә тыуа торғандыр...
Азамат Юлдашбаев. Минең йәштә дуҫтар менән араҡы эсер өсөн генә осрашырға кәрәктер. Эсмәгәс, нимә тураһында һүҙ йөрөтөргә? Ауылда йәшәһәк, исмаһам, утының етәме, малың иҫән ҡайттымы, тип гәп һатыр инек. Ә бында нимә тураһында һөйләшергә: пенсия йәшен оҙайттылар тип хөкүмәтте әрләргәме? Йәштәр менән теләп аралаша инем. Өлкәнәйҙеләр хәҙер. Улар менән дә күңелһеҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кешенән арыным. Эштән дә шул арҡала киттем. Йәнә бер сәбәбе – мәғәнә күрмәүҙә. Сөнки эш хаҡын арттыра ла, хеҙмәткәрҙәргә фатир юллап бирә лә алмайһың. Шулай булғас, унда нимә ҡарап ултырырға мөмкин? Әлегә йөрөп торайым тиергәме?.. Эйе, минең шулай ваҡыты-ваҡыты менән социопатҡа, ваҡыты-ваҡыты менән мизантропҡа әйләнеп киткән саҡтарым була. Көндәр буйы телефонды алмауым да ихтимал...
“Шоңҡар”ҙар. “Шоңҡар” журналы быйыл үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Унда эшләгән осор нисегерәк хәтерегеҙҙә ҡалған?
Азамат Юлдашбаев. Әгәр ҙә, Азамат, иң күңелле, иң шат, иң матур йылдарыңдың өсәүһен атап кит әле, тиһәләр, береһе бала сағымдан, хатта атайлы бала сағымдан, икенсеһе армиянан, өсөнсөһө “Шоңҡар”ҙа эшләгән сағымдан булыр ине. Ауыр мәлемдә килдем мин унда: Яҙыусылар союзындағы ығы-зығылы һайлауҙар, үҙемде яңылышыуҙарым...
Белмәйем, миңә тойола ғынамы икән, ул осорҙа “Шоңҡар” ниндәйҙер кимәлдә башҡорт йәштәренең үҙәгенә әйләнгәйне, шикелле. Мәҙәни яҡтан да, әҙәби яҡтан да. Миңә проектлап фекерләү ҡыҙыҡ ине. Журнал сығарыуҙан тыш, диджитал өлкәгә инеү, Интернет киңлектәрендә башҡортса контент үҫтереү, башҡортса проекттар булдырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Кинәнеп эшләнем. Киске сәғәт ете-һигеҙҙә лә хеҙмәткәрҙәр ҡайтырға ашыҡмай. Шәмбе көндө лә килеп эшләп ултыралар. Иң мөһиме, бер кем дә уларға ундай талап ҡуймай. Һәр кем үҙ теләге менән йөрөй. Бергәләп ултырып сәй эсәбеҙ. Көслө, берҙәм команда туплап ҡуйғаны өсөн Иршат Әнүәр улына рәхмәт! Әммә миңә, тынғыһыҙ бер йәнгә, “шоңҡарҙар” айырым мөхиттә йәшәй кеүек тойолдо. Шуға ла уларға тышҡы мөхит менән бәйләнеш булдырырға ярҙам итергә тура килде.
Егерме биш йәш, бер ҡараһаң, үтә сабый ғына һымаҡ. Икенсе яҡтан ҡараһаң, Бабич вафатына бер йыл үткән була. Был йәштә йә йәшен булып йәшнәргә, йә шым ғына һүнергә... Ҡайһыһын һайлаһағыҙ ҙа, үҙегеҙҙән тора. “Шоңҡар”ҙың беренсе һанын иҫләйем. Тышында “Рух” төркөмө төшөрөлгәйне. Ә эсендә – бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡ. Ҡарсәйемдең һандығы һымаҡ ине ул. Хәҙер заман да башҡа, кешеләр ҙә үҙгәрҙе, әммә “Шоңҡар” үҙ урынын биләп тора. Исеме лә затлы бит. Һирәк ҡош. Көтөү менән осмай. Емтек еймәй. Бөгөнгө замандың йәштәре менән бер аҙымдан барған һәм шул уҡ ваҡытта артына боролоп ҡараған элитар журнал булып ҡалһын ине ул... Әйткәндәй, әле генә бая башлаған бер фекеремдең осона сыҡтым. Беҙҙең халыҡҡа ни өсөн артҡа боролоп ҡарарға ярамай, беләһегеҙме? Сөнки артҡа боролоп ҡараһаң, күлдән сыҡҡан бер көтөү йылҡы кире һыуға сума (ҡысҡырып көлә). Ҡыҫҡаһы, ҡотлайым!
“Шоңҡар”ҙар. “Азаматса” һүҙ, “Азаматса” телмәр, “Азаматса” әңгәмә булды был. Рәхмәт!
Азамат Юлдашбаевтың атайлы, ҡарсәйле, Ғилманлы, Бикбайлы осорҙары булған кеүек, “Шоңҡар”ҙың да Азаматлы сағы бар ине. Һәм был арауыҡ коллективтағы һәр хеҙмәткәрҙең ваҡыты-ваҡыты менән биләп алған торғонлоҡтан, битарафлыҡтан баш тартҡан, тормошонда яңы һулыш кисергән, ниндәйҙер яңы кимәлгә ынтылған мәле булғандыр. Нәҡ шул йылдарҙа беҙ үҙебеҙҙең дөйөм бер команда икәнлегебеҙҙе нығыраҡ аңланыҡ, шикелле. Ә инде Азамат Рәмил улы үткәргән һәр оперативка үҙе бер тренингка торошло ине. Өҫтөнлөгөбөҙҙө күреп дәртләндерә лә, артыҡ фашламай ғына етешһеҙлектәрҙе күрһәтә лә, сәмләндерә лә белде ул. Ҡайһы бер талаптарына тап килмәгән, бәғзе өмөттәрен аҡлай алмаған саҡтарыбыҙ ҙа булғандыр, шулай ҙа беҙ уның атайҙарса хәстәрлеген дә, сабыйҙарса бер ҡатлылығын да, дуҫтарса эскерһеҙлеген дә тоя инек. Бөгөн уға шул Азаматлы осоробоҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ! Һәм, әлбиттә, “Мосафир”ға оҙайлы үә данлы сәфәр теләйбеҙ.
Әңгәмәне Гөлшат Ҡаһарманова ҡағыҙға күсерҙе.